Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәйге таңдар һыҙылып атҡанда...
Йәйге таңдар һыҙылып атҡанда...Тәтешле районы Танып йылғаһы, күл-быуалары менән данлы. Был йәһәттән айырыуса балыҡсылар бәхетле.

Ул яҡҡа быйыл көндәр йылынғас уҡ барырға хыялланһам да, әлегә тиклем форсат сыҡмай торҙо. Беренсенән, ара йыраҡ, икенсенән, йәй тәүҙә һалҡын торһа, аҙаҡ томра эҫелеге менән эсте бошорҙо.
Шулай ҙа бына, ниһайәт, беҙ юлдабыҙ. Таң беленер-беленмәҫ мәлдә тәғәйен ергә килеп тә еттек. Иртә булыуға ҡарамаҫтан, унлап балыҡсы ҡаршы алды. Хәл-әхүәл һорашҡас, ҡайһы яҡтан килеүҙәре менән ҡыҙыҡһындыҡ. Ҡайҙан ғына юҡ бында балыҡсылар! Хатта Пермь крайынан, Татарстандан, Екатеринбург ҡалаһынан килгәндәр ҙә бар.
Беҙ ҙә ҡармаҡтарыбыҙҙы емләп, ҡамыш араһына һалдыҡ. Их, тәбиғәттең матурлығы: күҙҙең яуын алырлыҡ! Бер яҡта – ҡарағай, шыршы ағастары ҡаплаған тауҙар, икенсе тарафта – өс-дүрт саҡрымға һуҙылған күл. Хоҙай был төбәккә барыһын да биргән, бер ниҙе лә йәлләмәгән. Бигерәк тә ихлас, алсаҡ кешеләргә бай Тәтешле. Ярҙам итергә әҙер генә тора улар. Бына ҡаршыбыҙға бер ир йылмайып килеп баҫты.
– Руслан Нуриәхмәтов булам, – тип таныштырҙы ул үҙе менән. – Ошо быуала эшсе лә, ҡарауылсы ла үҙем.
– Тимәк, бындағы бар бурыстарҙы атҡараһығыҙ...
– Эйе. Яр буйҙарының таҙалығын тикшереү ҙә – көндәлек эшем.
– Белеүебеҙсә, быуа ҡуртымға алынған?
– Эйе, районда киң билдәле шәхси эшҡыуар Динар Биктимеров, “Меркурий” йәмғиәтен ойошторғас, быуаны ла үҙенә ҡуртымға алды. Балыҡ бында ныҡ күп тип әйтеп булмай, кәрәгенсә тотабыҙ.
– Һеҙ – физкультура уҡытыу­сыһы. Мәктәптә лә, бында ла нисек өлгөрәһегеҙ? Әллә сәбәбе аҡса етмәүҙәме?
– Юҡ, миңә ике эшем дә оҡшай. Быуалағы хеҙмәтем өсөн аҡса алмайым. Балыҡсылар ваҡытын файҙалы үткәрһен, яҡшы ял итһен тип тырышам, – тип киң йылмайҙы Руслан.
Уның менән хушлашҡан арала хужа Динар Миңлеғәле улы килеп туҡтаны. Ҡабаланып йөрөһә лә, беҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға ихлас яуап бирҙе.
– Һеҙ ҙә, Руслан кеүек, физкультура уҡытыусыһы. Нисек эшҡыуар булып киттегеҙ? Үҙ шөғөлөгөҙҙә тотоноуға нимә этәрҙе?
– Халыҡҡа хеҙмәт урындары булдырыу теләге. Бер мәл ағас эше менән булышып киттем. Диләнкә алып, ағасты йығып ташыйым да, таҡта ярыу цехында эшкәртеп, һатыуға сығарам. Халыҡ бындай хеҙмәтләндереүгә мохтаж. Кем өй, мунса төҙөй, кем кәртә-ҡураһын йүнәтә тигәндәй. Шөғөлөмдө киң йәйелдереп, ир-атҡа эш урындары булдырыуға өлгәштем. Халыҡтың яртыһы тиерлек Себер яғында аҡса табырға мәжбүр бит. Уларҙың һанын аҙ ғына булһа ла кәметеүгә өлөш индереүем менән бәхетлемен. Ағас эшендә генә – 40-лаған кеше, уларға хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләйем.
– Белеүебеҙсә, һеҙ ял итеүселәр өсөн йорттар ҙа төҙөгәнһегеҙ?
– Улай ғына түгел, ашхана, мунса, балаларға уйын майҙансыҡтары ла эшләнек.
– Балыҡсылар мәнфәғәтен дә ҡайғыртаһығыҙ. Быуаны ҡуртымға алыуығыҙҙың сәбәбе ниҙә?
– Һуңғы арала уның торошо насарайып киткәйне. Яр буйҙарының сүп-сарға күмелеүе, балыҡты ау менән тотоу күренештәренең артыуы мине ныҡлы уйға һалды. Хәҙер, үҙегеҙ күрәһегеҙ, күп нәмә яйға һалынды. Яр буйҙары таҙа, берәү ҙә сүп-сар ҡалдырмай. Шуныһы ла бар: беҙ бер балыҡсынан да хаҡ алмайбыҙ, хатта үҙҙәренең кәмәләрендә йөрөргә рөхсәт итәбеҙ. Һөҙөмтәлә ғаиләһе менән ял итергә килгәндәр бихисап, был, әлбиттә, ҡыуаныслы хәл. Район хакимиәте хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт: һәр изге башланғысыбыҙҙы хуплап ҡаршы алалар, ярҙам итергә әҙер торалар.
– Эштәрегеҙ уң булһын! – тип хушлаштыҡ хужа менән.
Көн төшкә ауышһа ла, бындай хозурлыҡты һис тә ташлап китке килмәй торғанда, өлкән йәштәге ағай яныбыҙға килде. Йәйен-ҡышын ошонан ҡайтмаған балыҡсы Фәтих ағай Нәсибуллин икән.
– Тыуған еребеҙҙә ошондай Динар кеүек булдыҡлы, тырыш йүнселдәр булмаһа, йәшәүе ауырға тура килер ине, – тине ул. – Көнө-төнө халыҡ мәнфәғәтендә хеҙмәт итәләр, һаулыҡ насип итһен үҙҙәренә!
Хаҡ һүҙҙәр. Халҡы, төйәге өсөн янып йәшәгән йүнселдәр тотоп тора бөгөнгө ауылдарҙы. Балыҡсылыҡ кеүек борондан килгән шөғөлдәребеҙҙең дә ҡотон һаҡлай улар.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Манныйҙан иҙмә

Манныйҙан иҙмә 09.10.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Балыҡсыларҙың ижади кеше икәне сер түгел. Манный ярмаһынан иҙмә яһауҙарына ҡарап та әйтергә була...

Тотош уҡырға 147

Ихлас хәстәрлек өлгөһө

Ихлас хәстәрлек өлгөһө 09.10.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Бөгөн балыҡсылар тураһында ярайһы күп һөйләйбеҙ. Әммә тәбиғәткә зыян килтергән браконьерҙар...

Тотош уҡырға 132

Айына ҡарап

Айына ҡарап 09.10.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Һауа торошо сентябрҙә бер төрлө генә түгел: бер ҡараһаң, сыуаҡ, ҡояш йылыта, көндөң икенсе...

Тотош уҡырға 120

Ҡәҙерен нығыраҡ белһәк…

Ҡәҙерен нығыраҡ белһәк… 09.10.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

“Үҙебеҙҙең тәбиғи ризыҡҡа өҫтөнлөк бирәйек”, – ти белгестәр. Балыҡтың, башҡа диңгеҙ продукттарының...

Тотош уҡырға 118

Батшалар ризығы –  Салауат ерендә

Батшалар ризығы – Салауат ерендә 03.10.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Тәбиғәттең һәр миҙгелендә лә әйтеп аңлатҡыһыҙ хозур был яҡтар. Әле ҡарағай, шыршы ағастары йәйҙең...

Тотош уҡырға 247

Тәжрибә һандығына

Тәжрибә һандығына 22.08.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Балыҡ тоторға тәүгә сыға башланығыҙмы? Улайһа, был кәңәштәр – тап һеҙҙең өсөн....

Тотош уҡырға 201

Күңел – һыу буйында

Күңел – һыу буйында 22.08.2018 // Эй ултыра балыҡсы... / Кроссвордтар

Горизонталь буйынса: 4. Суғырмағы барлыҡҡа килеп өлгөрмәгән ҡайын. 7. Ашау теләге, ашҡа булған...

Тотош уҡырға 479

Нисек йәшәйһең, инспектор?

Нисек йәшәйһең, инспектор? 22.08.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Тыуған яҡҡа ҡайтҡанда Башҡортостан буйынса дәүләт контроле, күҙәтеү һәм һыу биологик ресурстарын...

Тотош уҡырға 187

Дәртләндерә, сәмләндерә ялтыр балыҡтар...

Дәртләндерә, сәмләндерә ялтыр балыҡтар... 08.08.2018 // Йәмғиәт / Эй ултыра балыҡсы...

– Айтуған, ҡумырыҡты гөжөп ҡыу, Нәҙир, һин күҫәк менән ситтән һыуға шапылдатып һуғып бар,...

Тотош уҡырға 1 107

Иғтибар: талпан!

Иғтибар: талпан! 29.05.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Бынан утыҙ-ҡырҡ йыл элек берәү ҙә “талпан ҡаҙалды” тип зарланып йөрөмәй торғайны. Хайуандарға, эйе,...

Тотош уҡырға 276

Алабуғаға кем исем биргән?

Алабуғаға кем исем биргән? 29.05.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Горизонталь буйынса: 1. Фотоны ҡара. 6. Ҡармаҡта торған ҡыҙыл ем. 7. Пессимистың берәй нәмәгә...

Тотош уҡырға 322

Айына ҡарап…

Айына ҡарап… 29.05.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Ю.Д. Теплов хаҡында махсус биттең үткән һанында һөйләгәйнек инде. Уның һәүәҫкәр балыҡсыларға...

Тотош уҡырға 325