ТабанТабан балыҡ ифрат тиҫкәре, тотороҡһоҙ: ул кисә генә һәйбәт эләккән урындан бөгөн буш ҡул менән ҡайтыуың ихтимал. Көн дауамында төрлө емгә ҡаба — әҙерләнеп барырға кәрәк.
Беҙҙә табан балыҡтың ике төрө билдәле: һары ғәҙәти һәм көмөш табан. Ҡытайҙар алтын төҫөндәге өсөнсөһөн дә булдырған, ул тик аквариумдарҙа йәшәй.
Табан балыҡ Башҡортостанда киң таралған. Уның оҙонлоғо — 60 сантиметрға, ауырлығы 8 килограмға етә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 768 тапҡыр // Тотош уҡырға
БАЛЫҠСЫ ДӘРЕСТӘРЕ Көндөң нисек тороуына ҡарамаҫтан, һәр балыҡсы табыш менән ҡайтырына ышана. Уларҙың иғтибарына тәжрибәле кешеләрҙең кәңәштәрен, һынамыштарын еткерергә булдыҡ.

Ҡасан нисек ҡаба?
Ком: 0 // Уҡынылар: 629 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡармаҡ бәйләү ысулдары (Проценттар төйөндөң ныҡлығын күрһәтә)
Ком: 0 // Уҡынылар: 529 тапҡыр // Тотош уҡырға
Чайнворд1-2. Был һыу аҫты ҡыуышлығында йыш ҡына суртан йәшенеп ята. 2-3. Кәүҙәһе киң булыу сәбәпле, йыртҡыстар ауыҙына һирәк эләгә торған балыҡ. 2-13. Иң тәүҙә шәп ағымлы йылғаларҙа ваҡ балыҡ, сабаҡ, ташбаш аулап йөрөгән балыҡты табығыҙ. Шунан уның хәрефтәрен бутап, анаграмма ысулы менән ылыҫлы ағасты табырһығыҙ. 3-4. Ептән үрелгән ҡанатлы мурҙа. 4-5. Бәрҙе тотоп була торған ҙур йылға. 5-6. Ҙур һөҙгө. 6-7. Ауыҙы тар итеп талдан үрелгән балыҡ аулау ҡоралы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1038 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йүрүҙән ажауы Оло Ҡыҙыл буйында үҫтем мин. Беҙ бәләкәй саҡта ағастар ҙа бейегерәк, һыу ҙа тәрәнерәк ине. Бер мәл, ҡустыларыма эйәреп, миндә лә балыҡ тотоу ҡомары уянды. Улар һөйәк-фәлән, сепрәк-маҙарҙы Ғәйнан бабайға алып барып тапшыра ла алмашҡа ҡармаҡ ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 615 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йыланбалыҡ Диңгеҙҙә үҫемлектәргә оҡшаш хайуандар бихисап. Улар, нигеҙҙә, умыртҡа һөйәкһеҙҙәргә ҡарай. Ихтиологтар улар йыйылған урынды “йыланбалыҡтар баҡсаһы” тип йөрөтә. Унда йыланбалыҡтар ғаиләһенә ҡараусылар йәшәй. Ҡыҙыл диңгеҙҙәге йыланбалыҡтарҙың оҙонлоғо яҡынса 80 сантиметрға етә. Улар ялҡау, йөҙмәй тиерлек. Ҡомда ҡойроҡтары менән оя яһап, шунда күмеләләр, тик баштары һәм кәүҙәләренең бер өлөшө һерәйеп тора. Саҡ ҡына ҡурҡыныс тыуыу менән ҡомға тотош күмеләләр. Ҡойроҡтары бик көслө, сөнки йәһәт кенә күмелеү өсөн байтаҡ хәл кәрәк. Ялҡау йыланбалыҡ колониялары йыш ҡына бер нисә йөҙ затҡа етә. Шуға ҡарамаҫтан, үләнгә оҡшап тороуҙары улар өсөн бик ҡулай – яндарынан үтеп барған ваҡ балыҡтарға һәм планктонға көтмәгәндә һөжүм итәләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 445 тапҡыр // Тотош уҡырға
Крокодил  балыҡ Был балыҡ шәфҡәтлеләр рәтенә ҡараһа ла, арҡаһынан һыйпарға ярамай, сөнки ҡанаттары ағыулы ҡылсыҡ менән ҡапланған. Тәне оҙонса, йәйпәк, тешле аллигаторҙы хәтерләтә. Оҙонлоғо бер метрға етә. Бик тыныс та, кешенән ҡурҡмай. Көн буйы табышын көтөп, һыу төбөндә ята. Уны Көньяҡ-Көнсығыш Азия, Австралия ярҙарының мәрйен рифтарында, Һинд океанында һәм Ҡыҙыл диңгеҙҙә осратырға мөмкин. Бик тәрәндә йәшәмәгәнлектән, крокодил балыҡ менән хатта һәүәҫкәр аквалангистар ҙа таныша ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 500 тапҡыр // Тотош уҡырға
Балыҡтар ыуылдырыҡ сәскән осорҙа, йәғни 15 апрелдән 10 июнгә тиклем, Башҡортостанда сәнәғәт балыҡсылығы тыйыла. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, спорт һәм һәүәҫкәр балыҡсылыҡ 1 майҙан 10 июнгә ҡәҙәр сикләнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 604 тапҡыр // Тотош уҡырға
Табышҡа әүрәп, иғтибарыңды юғалтма Һыуҙың температураһы күтәрелеү арҡаһында балыҡ яҡшы ҡапҡанлыҡтан, ошо мәлдә йылға-күл буйҙары балыҡсылар менән тулы. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уңышҡа ҡыҙығыпмы, күптәр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онота. Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәтендәге мәғлүмәт-аналитика бүлеге мөдире Гөлнур Ҡотлошина етәкселегендә Ағиҙел йылғаһы буйында профилактика рейды ойошторолдо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 590 тапҡыр // Тотош уҡырға
Балыҡсы календары
Ком: 1 // Уҡынылар: 1127 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 Алға
Бит башына