Күптәр балыҡты ҡыш тоторға ярата. Уларҙың сафы йылдан-йыл арта. Йылы өйҙән һалҡын боҙ буйына ашыҡҡандарҙың күңелендә ниндәй ялҡын дөрләгәне һүҙһеҙ ҙә аңлашылып торалыр. Шулай ҙа, әҙерлекһеҙ юлға сығырға ярамағанды иҫтә тотоп, яңы шөғөлдәштәребеҙгә бер нисә кәңәш биреп үтәйек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 112 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күптән түгел республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында үткән кәңәшмәлә промысла балыҡсылығын үҫтереү, халыҡты ошо төр продукция менән тәьмин итеү мәсьәләһе ҡаралды. Сараға ошо ведомство, күҙәтеү органдары, прокуратура вәкилдәре, һыу ятҡылыҡтарын ҡуртымға алыусылар һ.б. саҡырылғайны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 96 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәүәҫкәрҙәргә – һабаҡЯңыраҡ һәүәҫкәр балыҡсылар өсөн китап донъя күрҙе. Авторы – Ғафури районында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ Юрий Теплов.
Ком: 0 // Уҡынылар: 112 тапҡыр // Тотош уҡырға
Был хәлгә байтаҡ ваҡыт үтте инде. Һәүәҫкәр балыҡсы булараҡ, күл буйына барып, мәке уйып, алабуға ҡармаҡларға ултырҙым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 130 тапҡыр // Тотош уҡырға
1. Боҙ тишкестең ниндәйе яҡшы?
Хәҙер күпселек осраҡта Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә етештерелгән шнеклы боҙ тишкестәр ҡулланыла. Улар бысағына, тишкестең диаметрына ҡарап айырыла. Мәҫәлән, ваҡ балыҡтар өсөн – 57-70, һылаға – 125-130, суртанға 150 миллиметр диаметрлыҡ тишкес кәрәк. Бысаҡтары тура, ярты ай рәүешендә һәм түңәрәк була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 87 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ҡармаҡ сыбыҡлы малай сағымды һағынам”Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшевте белмәгән, уның менән ғорурланмаған, ижадына, талантына һоҡланмаған кеше юҡтыр. 1986 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағандан алып бөгөнгәсә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында тамашасыға тоғро хеҙмәт иткән, бер нисә фильмда төшкән, ҙур байрамдарҙың алыштырғыһыҙ алып барыусыһы булған уҙаман сәнғәт донъяһына башкөллө сумған кеүек. Ә мин уны икенсе яҡтан асҡым – ҡармаҡ сыбығы тотҡан Таштуғай малайы итеп күргем килде. Хәйбулла районындағы мул һыулы Таналыҡ йылғаһы, йәйрәп ятҡан Ерекле һыу һаҡлағысы… Ошондай мөхиттә үҫ тә балыҡ тотма, имеш. Уйымды раҫлау өсөн Хөрмәтулланы Ағиҙел буйына балыҡҡа саҡырҙым. Бына беҙ боҙ өҫтөндә. Ҡармаҡтарҙы емләп һалғас, яйлап һүҙ башланым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 110 тапҡыр // Тотош уҡырға
Балыҡты ҡотҡарБашҡортостан Республикаһында “Балыҡты тынйыуҙан ҡотҡар” акцияһы башланды. Ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһының Экология министрлығы һәм муниципаль райондар хакимиәттәре сығыш яһаны. Беренсе булып акцияны Ҡырмыҫҡалы районы Сиҡаныс күлендә башланыҡ. Экология министрлығы етәкселәре, ваҡытлы матбуғат хеҙмәткәрҙәре, балыҡсылар ҡатнашлығында мәкеләр уйылып, ҡамыштар тултырылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 140 тапҡыр // Тотош уҡырға
Клепсидра нимә ул?Горизонталь буйынса: 1. Һу­ҡыр эсәктең шешеүе. 6. Мәктәпкә үткәреүсе вахтер-автомат. 7. Урта ҙурлыҡтағы суртан. 10. Күкһел һыртлы, аҡ ҡорһаҡлы, буҙ ҡойроҡло ваҡ йылға балығы. 11. Баш киҫеүсе, палач. 14. Миклухо-Маклайҙың яратҡан халҡы. 16. XIX быуатҡа хас ҡала транспорты. 17. Балыҡ ҡура торған һауыт. 18. Ҡаланың бер мәсеткә ҡараған өлөшө. 20. Тимер-томорҙо үҙенә тарта торған нәмә. 22. Берәй билдәле шәхес тарихы тураһында яҙған автор. 24. “Манараһында” тәре булған ғибәҙәтхана. 27. Индеец күмеп ҡуйған балта. 30. Япраҡтары ел менән “һөйләшкән” ағас. 31. Ептән үрелгән ҡанатлы мурҙа. 33. Сәй “гарниры”. 34. Терапон-голиаф тигән балыҡ йәшәгән ҡитға. 35. Д.Менделеев таблица­һындағы “кирбес”. 36. Кеше һүрәте. 37. Ҡырымдың көньяҡ ярындағы курорт.
Ком: 0 // Уҡынылар: 202 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ысынбарлыҡ – көлкө ашаЭстрада артистарының концерттарына өҫтөнлөк биреп, һуңғы йылдарҙа спектаклдәргә йөрөү ситтә ҡалған икән, баҡтиһәң. Шуға ла Стәрлетамаҡ концерт-театр берләшмәһенең Данил Сәлихов әҫәре буйынса ҡуйылған “Ҡатын түгел – аждаһа” тип исемләнгән тамашаға, һис шикһеҙ, барырға кәрәк тигән уйға килдем. Һәм яңылышмағанмын.
Ком: 0 // Уҡынылар: 196 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ырғаҡты ҡармаҡ ебенә нисек бәйләргәӨс тапҡыр уратылған, йәки паломар төйөнө. Ябайлығы һәм ныҡлығы менән айырыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 142 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 18 Алға
Бит башына