Тоҙланған йәки киптерелгән балыҡты яратмаған кеше бармы икән? Хәйер, хәҙер уны әҙер көйө кибеттән дә һатып алып була бит, тиерһегеҙ. Була, әлбиттә. Тик, минең уйымса, һәр балыҡсы быны эшләй белергә тейеш, сөнки ҡайһы берҙә күп тотолған балыҡты ни эшләтергә белмәй аптырайһың. Шуның өсөн дә бер өлөшөн тоҙлап йә маринадлап киптереп алыу зыян итмәҫ. Тик ниндәй балыҡты тоҙларға була, шуныһы мөһим.
Ком: 0 // Уҡынылар: 252 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тотҡан урыныңды емләмәйенсә, балыҡ тотормон тип уйлама ла. Яҡшы итеп емләр өсөн өй шарттарында нимәләр кәрәк һуң?
Ком: 0 // Уҡынылар: 312 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ауыл халҡына – эш, ҡунаҡтарға – аш
“Тыныс яр” йәмғиәте Ишморат һәм Иҫке Исай ауылдары араһындағы түңәрәк яланда экологик туризм йәйелдереү өсөн заманса комплекс төҙөй башланы. Урындағы халыҡҡа – эш, ситтән килгәндәргә яҡшы ял булһын тигән маҡсат ҡуйған улар. Район хакимиәтендә әйтеүҙәренсә, проектҡа 30 миллион һум тирәһе инвестиция йәлеп ителгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 442 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәхмәт тә еткән
Булған хәл

– Айтуған, ҡумырыҡты гөжөп ҡыу, Нәҙир, һин күҫәк менән ситтән һыуға шапылдатып һуғып бар, урталағылар таяҡтарҙы ағымға арҡыры тотоп, ҡапыл батырып, һыуҙы урғылтып күтәреп барығыҙ, йәки бесән сапҡандағы һымаҡ...
– Әйҙә, әйҙә, шәберәк ҡыуығыҙ.
– Һайт, һайт, шәберәк, һыҙғырып барығыҙ!
– Йылымды таяҡ менән төртөп, йыртып ҡуймағыҙ!
Ком: 0 // Уҡынылар: 414 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һыу өҫтөндә йәшенә беләләрБыл балыҡтар 20 градус йылы­лыҡ­тағы һыуҙа йәшәй. Уларҙың 64 төрө билдәле. Күптәре – Тымыҡ океандың көнсығыш өлөшөндә, бәғзеләре Атлантик океанда көн итә. Барбадос ярҙарының Кариб диңгеҙендә лә күп осрайҙар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 383 тапҡыр // Тотош уҡырға
Балыҡ – һиҙгер зат. Уға ятҡылыҡтағы һыу кимәленең, температураһының, һауа торошоноң үҙгәреүе һәм башҡалар ныҡлы тәьҫир итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 407 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡылыс кеүек ялтлап... Ҡылыс балыҡ тәү ҡарашҡа сельдкә оҡшаған. Улар көтөү менән йөрөй. Күберәк ҙур йылғаларҙа йәшәйҙәр, вағыраҡ инештәргә лә керәләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 346 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алдатҡыс емең булһын Ағасъяңаҡ, ағасаҡ, ағарсаҡ (жерех) – йыртҡыс балыҡ, һаҙандар ғаиләһенә ҡарай. Оҙон кәүҙәле, ауыҙы ҙур. Айғолаҡ тишектәре бик киң. Төҫө көмөш һымаҡ ялтырауыҡлы, ҡара ялтырауыҡлылары ла була, өҫкө һәм ҡойроҡ йөҙгөстәре һоро, ҡара ситле, аҫҡы һәм ҡабырға йөҙгөстәре ҡыҙғылт төҫтә. Нигеҙҙә йылғаларҙа шаршыларҙа, һирәкләп күлдәрҙә тереклек итә. Төрлө балыҡтар, айырыуса аҡ сабаҡ менән туҡлана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 407 тапҡыр // Тотош уҡырға
Гондураста балыҡ яуа Май айынан алып июлгәсә балыҡ яуыуы – Гондурастағы Йоро ҡалаһы өсөн ғәҙәти күренеш. Урындағы халыҡ күктән яуған сардиналарҙы рәхәтләнеп йыя.
Ком: 0 // Уҡынылар: 373 тапҡыр // Тотош уҡырға
Браконьерҙар таңда йөрөй Таң саҡ һыҙыла башлағанда дүрт кеше катерға ултырҙыҡ: фоторәссам Нәсих Хәлисов, дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәре Александр Деньгин, 1-се разрядлы белгес Анатолий Петров. Һыуыҡ. Ағиҙел ярҙарынан сыҡҡан. Тап ошо мәлдә һыу ятҡылыҡтарында браконьерҙар йәнләнә башлай ҙа инде, сөнки ыуылдырыҡ сәскән ваҡытта балыҡ тотоу күпкә еңел. Бары тик уның юлдарын белергә кәрәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 434 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 16 Алға
Бит башына