Тәжрибә һандығына12.03.2019
Шөғөлгә тәү башлап тотонғандар балыҡты ҡайҙа, нисек тоторға белмәй аҙапланыусан. Түбәндәге кәңәштәр уларға бик ярап ҡалыр тигән ышаныстабыҙ.

1. Болғансыҡ һыу
Ғәҙәттә, балыҡтар, төрлө ҡарышлауыҡ эҙләп, болғанған һыуға йыйылыусан. Был, әлбит­тә, уларҙың нимә менән туҡланыуына бәйле. Оҫта балыҡсылар быны белә. Йылғала тотҡан саҡта һыуҙы өҫ яҡтан болғандыраһың да аҫтан ҡармаҡлай башлайһың. Күлгә иһә еүеш тупраҡ һибергә мөмкин. Балыҡ мотлаҡ йыйыласаҡ.

2. Тәрәндән – һайға
Ҡармаҡлағанда тәрән ерҙән һайға күскән ерҙе емләү яҡшы һөҙөмтә бирә. Ҡорман, сабаҡ, күстерә ошондай урындарҙы һайлай. Был күренеш йәй генә түгел, ҡыш та һаҡлана.

3. Тере булһын
Селәүсенде йәки ҡарышлауыҡты ырғаҡҡа дөрөҫ итеп кейҙерә белергә кәрәк. Улар тере булырға тейеш. Ҡайһы берәүҙәр селәүсенде үлтереп, шунан ғына кейҙерә. Был дөрөҫ түгел. Ҡарышлауыҡты ырғаҡҡа эләктергәндә, бер генә урындан сәнсергә кәрәк, ул ҡыбырлап торорға тейеш. Әгәр балыҡ ҡапмай икән, ҡармаҡ ебегеҙҙе ҡыбырлатып алығыҙ.

4. Емләү мотлаҡмы?
Емләгән урында балыҡ барыбер яҡшыраҡ ҡаба. Бының өсөн аҙыҡты алдан әҙерләп ҡуйыу яҡшы. Магазиндарҙа бөгөн ниндәй генә ҡатнашма юҡ! Әммә аҡса сарыф итмәй, өйҙәге аҙыҡтан да бына тигән ем төрҙәре әҙерләргә мөмкин. Мәҫәлән, баҡсағыҙҙа үҫкән әнисте ҡышҡылыҡҡа киптереп ҡуйығыҙ. Тәңкәле балыҡтар һарымһаҡты ла бик ярата.

5. Ҡармаҡлау урынын һайлау.
Һәр балыҡсы өсөн был бик мөһим. Бе­рәү­ҙең дә ваҡытты бушҡа уҙғарғыһы килмәй бит.

Ҡамыш, һыу эсендә үҫкән ҡыуаҡтар, томбойоҡтар эргәһенән тотоу мотлаҡ уңыш килтерер. Мәҫәлән, ҡарабалыҡ эләктереү өсөн тап үләнле, томбойоҡло урындарҙы һайларға кәрәк. Эремсек менән емләп тә ебәрһәгеҙ, тағы ла яҡшыраҡ булыр. Өҫтәүенә ҡыуаҡтарҙан һыуға төрлө бөжәктәр төшә бит.

Һыу эсенә йығылған ағас янында тотоу ҙа отошло: йыртҡыс балыҡтар ҙа, башҡалары ла шунда йыйылыусан.
Әгәр ҙә күлгә йә йылғаға яҡын йәшәйһегеҙ икән, табыш ала торған ерегеҙҙе йыбанмайынса даими емләп йөрөгөҙ – балыҡ шул урындан китмәҫ.
Ҡыш һыу ятҡылыҡтарына барһағыҙ, балыҡтарға һауа инһен өсөн бер нисә мәке уйып, ҡамыш ҡыҫтырып китһәгеҙ, яҡшы булыр.
Балыҡҡа йөрөү менән бер рәттән, тәбиғәткә хәлдән килгәнсә ярҙам итергә, уны һаҡлауға өлөш индерергә кәрәк.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика