Абсолют чемпион12.03.2019
Красноярск ғалимдары кеше һаулығы өсөн иң файҙалы балыҡтың исемен атаны. Ул – боганид еҙмыйығы (боганидский голец). Был ҡарар менән Балыҡсылыҡ буйынса федераль агентлыҡта ла килештеләр.

Боганид еҙмыйығы Себер күлдәрендә йәшәй, ите файҙалы микроэлементтарға бай. Шул уҡ ваҡытта унда йөрәк, бауыр, ашҡаҙан-эсәккә файҙалы “Омега-3” витамины ла бар. Был май кислотаһының миҡдары бер грамм балыҡ итендә 33 миллиграмм булыуы асыҡланған. Ошоноң өсөн дә боганид еҙмыйығы “абсолют чемпион” тип һанала.

“Красноярск ғалимдарының һығымтаһы иғтибарға лайыҡ”, – тип белдерҙеләр Рәсәй Фәндәр академияһында. Балыҡсылыҡ буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Илья Шес­таков иһә был ҡиммәтле балыҡты һәр кемдең һатып алыу мөмкинлеге юҡлығын, уның бик аҙ күләмдә тотолоуын билдәләне. Әммә, уның ҡарауы, иваси менән туҡланырға була – тоҙланғаны ла, туңдырылғаны ла күп. Был балыҡ файҙаһы буйынса еҙмыйыҡтан саҡ ҡына ҡалыша.

Тағы ла бер мәғлүмәт. Ҡыҙыл ыуылды­рыҡтың, файҙаһынан тыш, кире яҡтары ла билдәле. Мәҫәлән, кемдәр аллергия сиренән яфалана, уларға бөтөнләй ашарға ярамай.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика