“Мәскәүҙәрсә”12.03.2019

Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙгә балыҡты “мәскәүҙәрсә” әҙерләргә өйрәтәбеҙ.

Үҙегеҙгә оҡшаған балыҡты алып, уны ҡылсыҡтан таҙартығыҙ. Унан һуғанды, ваҡ киҫәктәргә туралған бәшмәкте майҙа ҡыҙҙырып алырға кәрәк.
Картуфты һыуҙа бешереп алабыҙ. Балыҡты бер иш киҫәктәргә бүлеп, еңелсә ҡыҙҙырабыҙ. Һауытҡа иң тәүҙә уны, шунан һуған менән бәшмәкте, артабан картуфты теҙәбеҙ. Табаға бер йомортҡа һарыһы, 200 грамм ҡаймаҡ һалып, өҫтөнә ҡырғыстан сыр үткәреп һалабыҙ ҙа болғатабыҙ. Килеп сыҡҡан ҡушылманы баяғы ризыҡтар өйөлгән һауытҡа ҡоябыҙ ҙа 15 – 25 минутҡа газ мейесенә ултыртабыҙ.

Бешеп сыҡҡас, өҫтөнә тәмләткестәр һибәбеҙ.

Кәрәк буласаҡ: балыҡ (600-800 грамм), картуф (600 грамм), бәшмәк (200 грамм), сыр (200 грамм), һуған (1-2 баш), ҡаймаҡ (200 грамм), бер йомортҡа, борос, тәмләткестәр.

Ашығыҙ тәмле булһын!


Вернуться назад

Яндекс.Метрика