Екатеринбургтағы дәүләт өлкә халыҡ ижады һарайының ҙур залында 1812 йылғы Ватан һуғышында Рәсәйҙең Францияны еңеүенең 200 йыллығына арналған Х төбәк башҡорт мәҙәниәте фестивале үтте. Унда Өфөнән мәҙәниәт оҫталары, Свердловск, Силәбе өлкәләренән һәм Башҡортостандан үҙешмәкәр артистар ҡатнашты.
Свердловск өлкәһенең Мәҙәниәт һәм туризм министрлығы, дәүләт өлкә халыҡ ижады һарайы һәм Свердловск өлкәһендәге Башҡорт үҙәге фестивалгә 100-ҙән ашыу ҡатнашыусыны йыйҙы.
Уларҙың барыһы ла хәрби темаға театрлаштырылған тамаша әҙерләгән. Мәҫәлән, Екатеринбургтың “Йондоҙ” башҡорт һәм татар халыҡ мәҙәниәте ансамбле башҡорттарҙың милли йолалары буйынса яугирҙең яҡындары менән хушлашыуын күрһәтте.

Ком: 0 // Уҡынылар: 34 тапҡыр // Тотош уҡырға