Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Һеҙҙең батырығыҙ – Салауат Юлаев!”
“Һеҙҙең батырығыҙ – Салауат Юлаев!”
Конференция залы халыҡ менән шығырым тулы. Һәр ҡайҙа шат тауыштар яңғырай. Әйтерһең, оҙаҡ күрешмәгән туғандар йыйылған. Улар – Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, сит илдәрҙән килгән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзалары, урындарҙағы ҡоролтай рәйестәре. Алыҫ араларҙы яҡынайтып, бар мәшәҡәтен ситкә ҡуйып, тыуып үҫкән яғына йыйылғандар. Маҡсаттары ла изге – милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыуға арналған “Заман шарттарында йәштәрҙә илһөйәрлек рухы тәрбиәләү” тип аталған төбәк-ара семинарҙа ҡатнашыу.


Йәштәр күңелендә илһөйәрлек рухы тәрбиәләү Рәсәйҙә көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Был хаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путин да бер нисә сығышында билдәләп үтте. Әммә әлеге мәсьәлә икенсеһенә – милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә барып үрелә. Уларҙың барыһы ла нескә ҡыл һымаҡ: саҡ ҡына тартһаң, өҙөлөргә тора. Шуға ла һаҡсыл ҡараш, даими эш талап итә. Украиналағы һуңғы ваҡиғалар ошо хәҡиҡәтте дәлилләп торған кеүек. Башҡортостан иһә – милләт-ара мөнәсә­бәттәрҙе көйләүҙең, ошонда йәшәгән халыҡтарҙың үҙ-ара дуҫ һәм татыу йәшәүен тәьмин иткән, был сәйәсәттең алтын урталығын тапҡан төбәктәрҙең береһе. Ситтә йәшәгән милләттәш­тәрҙе берләш­тереү, рухи ярҙам күрһәтеү маҡсаты ла беҙҙә уңышлы тормошҡа ашырыла.
Йәмғиәтте борсоған мәсьәләләрҙең береһе – телде һаҡлау һәм йәш быуын күңелендә илһө­йәрлек тойғоһо тәрбиәләү. Был хаҡта үҙ сығышында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев та әйтте. Семинарға йыйылғандарҙың һәр береһе үҙен борсоған проблемаларҙан сығыу юлын тәҡдим итте.



“Һеҙҙең батырығыҙ – Салауат Юлаев!”Клара ЯҠУПОВА, Силәбе өлкәһенең Трехгорный ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе:
– Киләһе йыл беҙҙең ҡала ҡоролтайы төҙөлөүгә 20 йыл тула. Эште утыҙ кеше менән башлап ебәргәйнем. Бөгөн бар башланғыстарымды ла балаларым күтәреп ала, һәр сарала ярҙам күрһәтә. Ҡаланың үҙәк китапханаһы менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ.
Семинарҙа көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде. Миңә ҡалһа, илһөйәрлек тойғоһо тәү сиратта ғаиләлә һалына. Телен белмәгән кешелә бындай рух булмай. Шуға балаларыбыҙға уны өйрәтеү өсөн бөтә шарттар булдырырға тейешбеҙ. Быға тиклем ҡалала башҡорт телен факультатив булараҡ уҡытыу ойошторолған ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эш туҡтап ҡалды. Ҡала хакимиәтендә мәсьәләне күтәреп сыҡтыҡ. Көҙгөһөн ул хәл ителер тип өмөтләнәбеҙ.

“Һеҙҙең батырығыҙ – Салауат Юлаев!”Флүзә ХӘЙРУЛЛИНА, Эстония башҡорттары ҡоролтайы рәйесе:
– Беҙҙең ойошмаға 14 йыл тулды. Сит ерҙә телде һаҡлап ҡалыу мәсьәләһе бик ауыр. Шулай ҙа балаларым телде белһен өсөн барыһын да эшләргә тырыштым. Улым Илнур Таллинн университетының эстон филологияһы факультетының тәржемә бүлеген тамамланы. Мостай Кәримдең “Өн аралаш ете төш” пьесаһын, башҡа текстарҙы эстон теленә тәржемә итте, “Салауат Юлаев. Эстония хәтерләй” китабын эстон һәм урыҫ телдәрендә сығарҙыҡ. Был – беҙҙең оло еңеүебеҙ. Китапты нәшер итеүгә көс һалған һәр кемгә рәхмәтлебеҙ. Эстон халҡы тарих менән бик ҡыҙыҡһына. “Эстония менән Салауат Юлаев араһында ниндәй бәйләнеш бар һуң?” – тип аптырай күптәр. Китап аша улар үҙ һорауҙарына яуап аласаҡ та инде.
Эстонияла йәмғеһе 114 башҡорт йәшәй. Беҙҙе йәштәрҙең телде белмәүе борсой. Илһөйәрлек – тәү сиратта телде һаҡлау ул.

“Һеҙҙең батырығыҙ – Салауат Юлаев!”Рәлиә ҠӘРИПОВА, Үзбәкстан Республикаһының Ташкент ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе:
– Бөгөнгө семинарҙың бар тормошо һәм эшмәкәрлеге батырлыҡ, илһөйәрлек өлгөһө булған Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыуға арналыуы ҙур мәғәнәгә эйә. Милли батырыбыҙҙың образы аша йәш быуында үҙ халҡыңа, уның тарихи үткәненә һөйөү, милли ғорурлыҡ, ололарға ихтирам тойғоларын тәрбиәләү – көнүҙәк мәсьәлә. Егерме йыл эшләү дәүерендә беҙ уның исеменә йыш мөрәжәғәт иттек. Артабан да шулай буласаҡ. Беҙҙең Салауатты һәр тарафта хөрмәт итәләр. Минең башҡорт икәнемде белгәс, күптәр: “Һеҙҙең батырығыҙ – Салауат Юлаев”, – тип күтәреп ала. Халыҡ йәшәй икән, тимәк, уның батырҙары ла йәшәй!

Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА.
Фото: Эдуард ДИЛМӨХӘМӘТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 205

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 87

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 81

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 600

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 686

“Беҙ булмаһаҡ, кем?”

“Беҙ булмаһаҡ, кем?” 22.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Силәбе башҡорттарының эшмәкәрлегенә һоҡланып бөтөрлөк түгел....

Тотош уҡырға 442

Мәскәү башҡорттары.  Улар ниндәй?
Мәскәү башҡорттары.  Улар ниндәй?

Мәскәү башҡорттары. Улар ниндәй? 11.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Мәскәүҙән ҡайтҡас, “Ашҡаҙар”ға һөйләшеүгә саҡырған яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатова миңә ошо һорауҙы бирҙе....

Тотош уҡырға 208

Свердловск башҡорттары йылды барлай

Свердловск башҡорттары йылды барлай 31.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Йылдың һуңғы көндәрендә Екатеринбургта йәшәгән милләттәштәребеҙ Свердловск өлкәһе милләт-ара...

Тотош уҡырға 166

Бөтә донъя башҡорттары йыйыласаҡ

Бөтә донъя башҡорттары йыйыласаҡ 22.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин Башҡортостандың 100...

Тотош уҡырға 224