Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Вәлидиҙең фекерҙәше
Күптән түгел Екатеринбургта инженер-төҙөүсе, энергетик, ҡалалағы троллейбус линияһына нигеҙ һалыусы Тәҡиулла Алиевтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған фәнни-ғәмәли конференция уҙғарылды.

Граждандар һуғышы осоронда Башҡорт хөкүмәте баш­лығы Әхмәтзәки Вәлидиҙең фекерҙәше һәм көрәштәше Тәҡиулла Алиев төбәктең азатлығы өсөн йәнен аямай һу­ғыша, башҡорт ғәскәрҙәренең Ҡыҙыл Армия яғына сығыуын ойоштороусыларҙың береһе була. Башҡорт­остан Үҙәк Баш­ҡарма комитеты ҡуйған бурысты үтәп, ул Петроградты Антантанан һәм Юденичтан һаҡлауға ғәскәр мобилизациялай.
Конференция программаһына ярашлы, был көндө Екатеринбургтағы “Алиев урындары” буйлап экскурсия булды. Сараны Свердловск өлкәһенең башҡорт үҙәге ойошторҙо.



Губернатор рәхмәт белдерҙе

Ошо көндәрҙә Силәбе башҡорттары ҡоролтайының VIII отчет-һайлау конференцияһы булды.


Өлкә Хөкүмәте һәм Башҡортостан вәкилдәрен йыр-бейеү, милли аш-һыу менән ҡаршыланылар. Башҡорт­тарҙың йыйынында Силәбе губернаторы урынбаҫары Николай Сандаков, өлкәнең мәҙәниәт министры Алексей Бетехин, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йома­бикә Ильясова, Башҡортостан­дың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Амур Хәби­бул­лин, Ҡурған һәм Силәбе өлкәләре мөфтөйө Ринат Раев, Свердловск өлкәһенең Башҡорт үҙәге етәксеһе Фәймә Йосопова һәм башҡалар ҡатнашты.
Николай Сандаков конференция делегаттарына өлкә губернаторының сәләмен тапшырып, Көньяҡ Уралдағы иң әүҙем йәмәғәт ойошмаһына башҡорт телен, үҙенсәлекле мәҙәниәтте һаҡлауға һәм үҫтереүгә, милләт-ара татыу­лыҡты нығытыуға ҙур өлөш индергән өсөн рәхмәт белдерҙе. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова сарала ҡатнашыусыларҙы ихлас тәбрикләне һәм ойошманың иң әүҙем ағзаларына Башҡортостан Мәҙәниәт министрлы­ғының рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Конференцияла ойошманың яңы редакциялағы уставы ҡабул ителде. Өлкә башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесенең отчет доклады ҡәнәғәтләнерлек тип табылды. Морис Йосопов ойошманың яңы рәйесе итеп раҫланды, шулай уҡ башҡарма комитеттың, контроль-ревизия комиссияһының яңы составы һайланды, резолюция ҡабул ителде. Йыйында, дөйөм алғанда, 200-ҙән ашыу делегат һәм абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты. Сараның аҙағында Стәрлетамаҡ театр-концерт берекмәһе артистарының концерты булды.

Мөхәмәт ХӘБИРОВ,
Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенең матбуғат секретары.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






“Башҡорт халҡы – ул бит  бал ҡорто һымаҡ”

“Башҡорт халҡы – ул бит бал ҡорто һымаҡ” 16.11.2018 // Башҡорт донъяһы

Уртаҡ ғәмәлдәрҙе тормошҡа ашырабыҙ. Тап ошо һүҙҙәр менән башланы сығышын Түбәнге Кама ҡалаһының...

Тотош уҡырға 120

Мәркәздә лә башҡорт булып ҡалыу еңелме?!.

Мәркәздә лә башҡорт булып ҡалыу еңелме?!. 30.10.2018 // Башҡорт донъяһы

Мәскәүҙәге милләттәштәребеҙҙең зиһен байлығы – Башҡортостанға бүләк. Мәскәү ҡалаларын матур тиҙәр,...

Тотош уҡырға 1201

Башҡорт балы – халҡыбыҙ һағы

Башҡорт балы – халҡыбыҙ һағы 19.10.2018 // Башҡорт донъяһы

Милли байлығыбыҙҙы үҙ мәнфәғәтебеҙҙә файҙалана беләбеҙме? Белеүебеҙсә, 2021 йылда беҙҙә ХLVII...

Тотош уҡырға 107

Кәмәлек буйҙарында ҡунаҡта

Кәмәлек буйҙарында ҡунаҡта 31.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Һарытау башҡорттары хаҡында һөйләгән һайын һөйләге килә... “Функционально-структуральный метод П.Г....

Тотош уҡырға 254

Бөрйән балы – башҡорт даны!

Бөрйән балы – башҡорт даны! 24.08.2018 // Йәмғиәт / Башҡорт донъяһы

Бар донъяға танылыу яулаған Бөрйән балын кем генә белмәй икән? Һуңғы йылдарҙа ул райондың ғына...

Тотош уҡырға 212

“Салауат рухы беҙҙе ҡурсаланы”

“Салауат рухы беҙҙе ҡурсаланы” 24.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Батырыбыҙҙың һуңғы төйәге – Эстониялағы Палдиски ҡалаһына милләттәштәребеҙҙең юлы өҙөлмәй. Йәй...

Тотош уҡырға 237

ХӘТЕР ҘӘ, ХӨРМӘТ ТӘ, ӨМӨТ ТӘ

ХӘТЕР ҘӘ, ХӨРМӘТ ТӘ, ӨМӨТ ТӘ 16.08.2018 // Башҡорт донъяһы

...Кем машинала, кем йәйәүләп Бүжә тауы яғына ашыға. Ғүмәрҙәр өсөн бөгөн бында ҙур мәғәнәгә эйә...

Тотош уҡырға 594

100 йыллыҡҡа – 100 ҡурайсы

100 йыллыҡҡа – 100 ҡурайсы 10.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Күптән түгел йәмле Ирәндек буйында урынлашҡан “Йәйләү” лагерында Ҡурай байрамы булды. Уның нәҡ...

Тотош уҡырға 221

Ҡурай иленең өлгөһө

Ҡурай иленең өлгөһө 08.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Баймаҡ – таланттар төйәге, ҡурай иле, йырсылар, йыраусылар, сәсәндәр, шағирҙар, яҙыусылар үҫтергән...

Тотош уҡырға 244

Ҡомалаҡ икмәге тәмле!

Ҡомалаҡ икмәге тәмле! 03.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Икмәк – бөтәһенә лә баш, ти халыҡ әйтеме. Ысынлап та, ҡабарып бешкән хуш еҫле әпәкәй – һәр табындың...

Тотош уҡырға 225

Буҙаның үҙ яйы бар...

Буҙаның үҙ яйы бар... 03.08.2018 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” гәзитенең 75-се һанында (2018 йыл, 29 июнь) “Инйәр ағинәйҙәренән өйрәнегеҙ” тигән...

Тотош уҡырға 200

Йылы усаҡ янында

Йылы усаҡ янында 27.07.2018 // Башҡорт донъяһы

Был ғаилә барыһына ла кәңәш бирә, ярҙам итә Улар күрше Ҡоръятмаҫ ауы­лынан. Ишетеп-күреп белһәм дә,...

Тотош уҡырға 237