Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡорт йолаһы
Ҡыҙ йәшереү

Кейәү йортонда ки­ленгә ҡайһы мө­йөштә урын бирһә­ләр, шунда шаршау тоталар. Киндер һуҡ­ҡандан ҡалған ептән матур итеп бау үреп, йоҙроҡтай суҡ ҡуя­лар. Ул бер билдә була. “Суғы ла юҡ­мы?” — тип һорап ҡуялар ҡайһы саҡта.
Ҡыҙҙы йәшереп, эҙләткәндә кейәүҙе “тунай­ҙар” ғына — аҡса алалар. Бөтәһе бер булып эҙләйҙәр. Еңгәләр ҙә эҙләшә, кейәү яғы булып. Ҡыҙҙың ҡайҙа йәшерелгәнен белһәләр ҙә, бүләк алыу өсөн белмәмеш булып йөрөйҙәр. Ҡыҙ яғынан еңгәләргә кейәү бүләк бирергә тейеш. “Аяҡ туҙҙы, ҡул өшөнө!” — тиҙәр, йәнәһе, өлөш кәрәк.
Ҡыҙҙы табып биргән өсөн кейәү бөтәһенә лә аҡса, бүләк бирә. Ҡыҙҙы ҡушырға аҡ келәткә алып киләләр. Керер алдынан туҡыма тартыла. Ишеккә арҡылы буҫтау, ҡыҙыл йыртыш тотоп, ике яҡтан ике егет тора.
— Тупһа хаҡы – 100 һум.
— Апай хаҡы – 1000 һум!
Хаҡ түләгәс кенә егет, туҡыманы йырта баҫып, өйгә кереп китә. Йоланы буҫаға тотоу тиҙәр.
Әҡлимә Шәрипова (1927 йылғы):
Ҡыҙ ҡушҡас, кейәүләп йөрөү башлана. Йома һайын кейәү ҡыҙ янына ҡуна килә. Ауылда бер нисә кейәү бергә кейәүләһә, бигерәк күңелле. Никахтан һуң һәр йома көн улар кәләштәре янына бара. Бергә тура килһәләр, серләшәләр. Шым ғына, кешегә күренмәй, бер-береһе менән кем нисек ҡауышыуын һөйләшәләр. Бер кем дә кү­рергә, ҡамасауларға тейеш түгел уларға. Бел­мәмешкә һалышып үтәләр. Ҡыҙҙар – бер урында, ирҙәре икенсе ерҙә серләшә. Йола сер тип атала.

Туй бейеүе

Батмусҡа баҫып та, үҙҙәре һуҡҡан балаҫты йәйеп, һикелә ҡара-ҡаршы тороп та бейегәндәр.
Янһике балаҫында ҡаҙғаҡҡа һалындырып тө­шө­рөп, ике яҡтан ирҙәре һуҡҡан балаҫта бейе­гәндәр. Тәртипле итеп бейейҙәр, шатыр-шотор түгел, күстәнәсте таратып бөткәнсе. Шунан һуң ирҙәр һикелә бейей. Йөн ойоҡ менән. Ә ҡоҙа­ғыйҙар батмуста бейей, уларҙың аяҡ аҫтына тәңкә ташлайҙар, тәнәйҙәр (бәләкәй ҡыҙҙар) йыя. Ҡоҙағыйҙар улай эйелмәй, үҙен бик тыйнаҡ тота.

Һыу башлатыу йолаһы

Килен төшкән көндө үтәлә был йола. Һыуға беренсе тапҡыр барғанда ҡыҙ (йәш килен) буш көйәнтә күтәрмәй. Буш көйәнтә менән биҙрәне бикәсе яурынына һала. Уларға ҡыҙҙар эйәрә. Уйын-көлкө менән баралар. Килен ауыҙына тәңкә ҡаба ла, өс рәт сайҡай, шунан төкөрә.
Һыу алғанда:
– Төшкән ерҙәремә ярайым,
Эй, Хоҙайым, Раббыҡайым,
Төшкән ерҙәремә таш булып батайым,
Атай йортона кире ҡайтып,
Уларҙы ҡайғы-хәсрәткә һалмайым!
– тип доға ҡыла. Һыуҙы түкмәҫкә тырыша. Матур баҫып, сәпселдермәй генә килтерһә, “сәпсел­дермәй генә донъя көтә, донъяһы татыу була”, тиҙәр. “Ҡайҙа, үҙем күтәреп барам”, ти килендәше, буш көйәнтәне алып. Ҡыҙ ипләп кенә ҡулъяулыҡ йә яулыҡ бирә тегеңә.
Килен һыуҙан ҡайтҡанда бик һынсыллап ҡарайҙар. Әгәр сайпылтмай, түкмәй-сәсмәй алып ҡайтһа, бәхетле йәшәйҙәр. Килен абынһа, яманлыҡ билдәһе, тиҙәр.
Алып ҡайтҡан һыуҙан сәй ҡайнаталар. Сәй яһағанда тәңкә бирәләр.
– Ҡоҙағый, әллә ниңә самауырҙың мороно боролмай! – тиҙәр. Шунан батмус, самауыр аҫтына тәңкә ташлайҙар. Сәй эскәндә бер нисә ҡоҙағый булырға тейеш.
Килен булып төшкән кеше, биленә төшөрөп, камзулының тышынан ебәк бау бәйләп ҡуя. Билен быуып йөрөтә ул шулай. Йола ҡушҡанса. Кейәү ҡыҙға ҡушъяулыҡ бүләк итә. Еңгәләр ҡыҙҙы ҡушҡандан һуң таңдан мунсаға индерә. Унан сығыуға сөйгә ҙур таҫтамал элеп ҡуйыла, шуға һөртөнгәс, егет ике яҡ башына көмөш тәңкә бәйләй.
Ҡыҙ кеше тәү башлап атай йортона ҡайтыр булһа, ҡунаҡҡа ире менән бергә генә бара. Яңғыҙ һис ярамай! Бер йылдан ғына ҡайтырға мөмкин атай йортона. Әгәр бер туҡтауһыҙ шулай йөрөһә, “түркенсәк килен” тип яманлайҙар. Ваҡытын белеп, йола буйынса ҡайтып килһә, “киленсәк килен” тип маҡтайҙар.
Ҡыҙ биргән бүләк кейемде кейәү беренсе ҡушылғандан һуң кейеп ҡайта. Күстәнәстәр ҙә тотоп. Ҡоҙалар менән бергә ҡунаҡ булалар (егет яғынан), уларға ла бүләк һалалар.

Рубриканы Розалия СОЛТАНГӘРӘЕВА
алып бара.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 53

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 584

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 661

“Беҙ булмаһаҡ, кем?”

“Беҙ булмаһаҡ, кем?” 22.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Силәбе башҡорттарының эшмәкәрлегенә һоҡланып бөтөрлөк түгел....

Тотош уҡырға 422

Мәскәү башҡорттары.  Улар ниндәй?
Мәскәү башҡорттары.  Улар ниндәй?

Мәскәү башҡорттары. Улар ниндәй? 11.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Мәскәүҙән ҡайтҡас, “Ашҡаҙар”ға һөйләшеүгә саҡырған яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатова миңә ошо һорауҙы бирҙе....

Тотош уҡырға 194

Свердловск башҡорттары йылды барлай

Свердловск башҡорттары йылды барлай 31.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Йылдың һуңғы көндәрендә Екатеринбургта йәшәгән милләттәштәребеҙ Свердловск өлкәһе милләт-ара...

Тотош уҡырға 153

Бөтә донъя башҡорттары йыйыласаҡ

Бөтә донъя башҡорттары йыйыласаҡ 22.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин Башҡортостандың 100...

Тотош уҡырға 214

Илһам төбәге – интернат

Илһам төбәге – интернат 21.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында асылған Сибай гимназия-интернатында осрашыуға байтаҡ халыҡ...

Тотош уҡырға 230

Бөткән ауылымды һағынам
Телебеҙгә, динебеҙгә тоғро ҡалайыҡ!

Телебеҙгә, динебеҙгә тоғро ҡалайыҡ! 18.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Мәҡәләмде әңгәмәсем, Ҡырҡөйлө-мең ырыуы башҡорттарының ҡор башы, ошо көндәрҙә 50 йәшлек ғүмер...

Тотош уҡырға 166