Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яңы гәзит донъя күрҙе
Нязепетровск ҡалаһында “Родные просторы. Тыуған яҡ” тигән гәзит сыға башланы.
Элек бында башҡортса бер ниндәй мәғлүмәт сараһы булмаған. Гәзит ҡаланың башҡорт зыялылары башланғысы менән донъя күрә — урындағы “Нязепетровск хәбәрҙәре” гәзите редакцияһына ярҙам һорап тап улар мөрәжәғәт иткән.
“Родные просторы. Тыуған яҡ” ай һайын дүрт битле булып донъя күрәсәк. Унда был төбәктә ғүмер итеүсе башҡорттарҙың мәҙәниәте, йолалары, бөгөнгө яҙмышы хаҡында мәғлүмәттәр баҫыласаҡ. Шулай уҡ милли коллективтарҙың, йырсы һәм бейеүселәрҙең уңыш-ҡаҙаныштары тураһында ла даими мәғлүмәт биреү күҙаллана. Ғөмүмән, редакцияның пландары ҙур. Балаларҙы башҡорт телендә һөйләшергә, яҙырға өйрәтеүҙе лә күҙ уңында тота улар. Гәзит уҡыусылар милли аш-һыу әҙерләү ысулдары менән дә танышып бара аласаҡ.
Баҫманың тәүге сығарылышы мәғлүмәткә ифрат бай. Унда балалар өсөн конкурс та иғлан ителгән: улар башҡорт халҡының милли кейеменә арнап һүрәт төшөрөү буйынса ярышасаҡ.

Һылыуҡайҙарыбыҙҙы һынаясаҡтар

Магнитогорск ҡалаһында “Башҡорт һылыуҡайы-2012” өлкә конкурсында ҡатнашасаҡ ҡыҙҙар билдәле булды.
Һайлап алыу туры йәнле барҙы. Ҡыҙҙарҙың буй-һыны ғына түгел, әҙәпле, илтифатлы булыуы ла иҫәпкә алынды. Һынау тотоусылар шулай уҡ башҡортса матур итеп һөйләшә белергә тейеш ине.
“Башҡорт һылыуҡайы-2012” конкурсы февраль аҙаҡтарында буласаҡ. Шарттарға ярашлы, ҡыҙҙар фототупланмаһын әҙерләп килтерәсәк, милли кейемдә башҡорт бейеүен башҡарасаҡ, үҙе теккән күлдәкте йәки хәрби стилдәге костюмды кейеп, сәхнәлә күрһәтәсәк. Шулаҡ уҡ ойоштороусылар уларға башҡорт халҡының тарихы һәм мәҙәниәте буйынса һорауҙар әҙерләгән.

Беҙҙекеләр бейеп кинәнә!

Өлкәлә башҡорт дискотекалары гөрләп үтә! Мәҫәлән, яңыраҡ бындай күңелле сара Арғаяш районының Ҡамыш һәм Аҡбаш ауылдарында ойошторолған.
Шоу-программала Башҡортостандың сәхнә йондоҙҙары — Наил Ибраһимов менән Айнур Мансуров та ҡатнашҡан.
— Ауыл йәштәре башҡорт артистарының ижадына ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерә, — ти Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров. — Ҡайһы бер йырҙар беҙҙә хитҡа әйләнеп китә. Башҡорт йәштәре үҙ халҡының йолаларын, сәнғәтен ихлас ярата, хискә бай, бер-береһе менән татыу. Ошондай дискотекаларҙа башҡорт мәҙәниәтенең ныҡлы үҫеренә ышаныс нығына.
Быйыл шулай уҡ Златоуст, Копейск, Мейәс, Ҡыштым, Озерск ҡалаларында ла йыр кисәләре үткәреү ҡаралған. Өлкәлә ғүмер итеүсе татарҙар ҙа үҙ ауылдарында башҡорт дискотекаларын ойоштороуҙы һорай икән. Туғандаш халыҡтарҙың һәр ерҙә лә бер-береһенә тартылыуы, берҙәмлеге ифрат һөйөнөслө.
Дилбәр ИШМОРАТОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Азатлыҡ һөйгән милләттәшебеҙ
Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә

Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә 29.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд төҙөлдө, Башҡортостан Башлығының гранты булдырылды....

Тотош уҡырға 126

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ 23.03.2019 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында республиканың ҡаҙаныштарын сағылдырған махсус...

Тотош уҡырға 100

Ырып-ырып башҡорт тарихы яҙылған ул Ырымбурҙың нигеҙ ташына
Тормошоғоҙ  йыр булһын...

Тормошоғоҙ йыр булһын... 01.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө. Даланлы һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, “Баш­ҡортостандың...

Тотош уҡырға 286

Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 1450

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 1206

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 186

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 705

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 839