Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рухтары Урал тауындай, ниәттәре Яйыҡ һыуындай
Рухтары Урал тауындай, ниәттәре Яйыҡ һыуындай
Орск – Башҡортостанға ут күрше Ырымбур өлкәһенең, 1735 йылда ҡәлғә булып нигеҙләнеп, бөгөн илебеҙҙә ныҡлы танылыу алған ҡалаһы. Ул халҡыбыҙҙың бихисап йырҙарында данланған Урал (тарихи исеме — Яйыҡ) ярҙарында, Ҡаҙағстан биләмәләренә терәлеп тиерлек урынлашҡан. Орск ике ҡитғала ята: Европа менән Азия араһында географик сик булып иҫәпләнгән йылға ҡаланы ла ике өлөшкә бүлә. Сәнәғәт күләме һәм халыҡ һаны буйынса Орск – Ырымбурҙан һуң өлкәлә икенсе.


Ҡала хаҡында бер кәлимә һүҙ

Өс административ райондан тороп, биләгән майҙанының ҙурлығы менән (621,3 квадрат километрҙан ашыу) Рә­сәйҙәге ун ҡала иҫәбендә. Бында 235 меңгә яҡын кеше йәшәй. Уларҙың 80 проценттан ашыуы – урыҫтар. Һан буйынса ҡаҙаҡ, татар һәм украиндар уртаса 3,7-нән 4,2-гә тиклем процент, немец һәм баш­ҡорттар – 1,6-шар, мордвалар – бер, бело­рус һәм сыуаштар яртышар процент тәшкил итә. Халыҡтың ҡалған ике ярым проценты – башҡа төрлө милләт вәкилдәре.
Уҙған быуат урталарынан алып ҡала­ла төҫлө металлургия, машиналар эш­ләү, нефть химияһы, еңел һәм тау сә­нә­ғәте, аҙыҡ-түлек етештереү тармаҡтары ныҡ­лы аяҡҡа баҫып, һуңыраҡ һиҙелерлек үҫеш алған. “Орскнефтеоргсинтез”, руда сығарыу һәм эшкәртеү комбинаттары, шулай уҡ һыуытҡыс, йөк ташыусы тимер юл платформалары, трактор арбалары, төҙөлөш һәм тау эштәре механизмдары, торбалар һәм шпалдар етештергән заводтар илебеҙҙән ситтә лә киң билдәле. Сәнәғәттәге уңыштары өсөн ҡала 1971 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән.
Орск аша Урта Азия яҡтарына автомобиль һәм тимер юлдар үтә. Бында халыҡ-ара аэропорт, драма театры, тыуған яҡты өйрәнеү музейы, төрлө йүнәлештә бел­гестәр әҙерләүсе юғары уҡыу йорттары­ның туғыҙ филиалы, шунса колледж һәм техникум, илленән ашыу мәктәп бар.
1958 йылда ойошторолған “Көньяҡ Урал” хоккей командаһы Юғары лигала сығыш яһай. Уның “Ижсталь” уйынсылары менән 2010 йылдың мартындағы осрашыуы Рәсәй хоккей тарихына иң оҙайлы (119 минут 10 секунд) уйын булып инеп ҡалған.

Әүҙемдәр берләшмәһе


Рухтары Урал тауындай, ниәттәре Яйыҡ һыуындайҠалала ун бер милли-мәҙәни үҙәк эшләп килә. Азербайжан, башҡорт, дағстан, йәһүд, ҡаҙаҡ, немец, тажик, та­тар, украин һәм әрмән ижтимағи берек­мәләре, ҡулға-ҡул тотоношоп, барлыҡ дөйөм сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
Милләттәштәребеҙ ойошторғаны, ус­та­вына ярашлы, “Башҡорт ҡоролтайы” Орск ҡала йәмәғәт хәрәкәте” тигән рәсми исем алған. Был атама уҙған быуаттың 90-сы йылдарынан килә.
Илебеҙҙә йәмғиәт тормошо үҙгәреп, милли аң һәм рухты күтәреүгә киң юлдар асылған һәм был йүнәлештә бығаса булмағанса күп мөмкинлектәр бирелгән ваҡытта халҡыбыҙҙың аҫаба ерҙәрендә урынлашҡан ҡалала йәшәүсе милләт­тәштәребеҙ, әлбиттә, был ваҡиғаларҙан ситтә ҡалмай. 4,2 меңдән күберәк баш­ҡорттоң “милләтем”, “телем” тип янып йөрөүсе иң әүҙемдәре, һөнәр-шөғөлө һәм йәшенә ҡарамай, нәҡ ошо осорҙа бергә туплана. Сит телле мөхит шарттарын­дағы ҡәҙимге көнитмештән арынып, хәл-әхүәлдәре, уй-фекерҙәре, яҡын киләсәккә ниәттәре хаҡында милләттәштәре менән ауыҙ тултырып туған телдә һөйләшеп ултырыуҙар уларҙың һәр береһенең күңеленә һары май булып яғыла.
Йыр-моңға оҫталар, башҡа кәсептәргә маһирҙар ҙа байтаҡ араларында. Төрлө кимәлдә үткәрелгән мәҙәни сараларҙа бығаса килгән тырым-тырағай, берәмләп һәм ара-тирә ҡатнашыуҙан ҡотолоп, тап шул ваҡыттарҙан бергәләшеп милләт исеменән сығыш яһай башлай ҡала башҡорттары. Улар араһында сығыш-та­мырҙары менән Башҡортостандан бул­ғандар ҙа байтаҡ. Бында төпләнеү сәбәбе һәр кемдең үҙенеке. Олораҡ йәштәгеләр араһында, Совет йылдарында юғары һәм махсус урта уҡыу йорттарын тамамлап, йүнәлтмә менән эшкә килеүселәр күбе­рәк. Ҡатын-ҡыҙ, башлыса, был тарафтар­ға кейәүгә сыҡҡан.
Тәү сиратта милли-мәҙәни эшмәкәр­лекте көнүҙәк маҡсат итеп ҡуйған йәмәғәт ойошмаһы 2003 йылда рәсми теркәлә һәм үҙ эшен нәҡ ошо йүнәлештә әүҙем йәйелдерә. Ошонан һуң үткән тиҫтәнән ашыуыраҡ йыл эсендә “милләт тирмә­ненә һыу ҡойоу”ҙың ниндәй дәрәжәлә уңышлы һәм һөҙөмтәле булыуы тура­һында Орск башҡорттары ҡоролтайының ҡала һәм өлкә кимәлендә билдәле булыуын төрлө сараларға даими саҡырылыуы ла бик асыҡ һөйләй. Быны рәсми сыға­наҡтар ҙа нигеҙле раҫлай: ҡала хаки­миәте мәҙәниәт бүлегенең йомғаҡлау документтарында ҡоролтайҙың әүҙем эшмәкәрлеге йылдың-йылы ыңғай яҡтан телгә алына.
Ырымбур өлкәһе менән сиктәш Баш­ҡортостандың көньяғындағы ҡала һәм райондарҙың милли ойошмалары менән дә даими бәйләнеш булдырылған. Эле­герәк нигеҙ һалынған күсәгилешлек һаҡ­лана. Төрлө кимәлдәге етәкселәр ҡул ҡуйған күп маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары, йәмәғәт ойошмаһы биләгән бүлмә стеналарын биҙәп, өлгәшелгән ҡаҙаныштар тураһында һөйләй. Ҡорол­тай рәйесе, уның идараһына һайланған 14 әүҙем ағзаның бер нисәһе менән аралашыу, уларҙың үҙ эштәре тураһында күңел биреп һөйләүен тыңлау был фекерҙе тағы ла нығытты.

Уңыш нигеҙе —
шәп етәкселә


Милләттәштәрен бергә туплау эшен башлап йөрөүселәрҙең һәм хәрәкәтте ойоштороусыларҙың береһе булған, күп йылдар урындағы ҡоролтай идараһы рәйесе урынбаҫары вазифаһын баш­ҡарған Гөлсәсәк Ҡәйепова ҡоролтайға 2010 йылдан етәкселек итә. Уның менән, алдан телефондан килешкәнсә, ҡаланың “Нефтехимик” мәҙәниәт һарайы алдында осраштыҡ. Урта йәштәрҙәге мөләйем ханым булып сыҡты ул. Гөлсәсәк Тәлғәт ҡыҙы менән тәүге минуттарҙан уҡ бик еңел башланып киткән һөйләшеү ҡорол­тай­ға 2011 йылда ҡала етәкселеге биргән йыйнаҡ бүлмәлә дауам итте.
Бер ҡыйыҡ аҫтында татар ижтимағи ойошмаһы ла урынлашҡан икән. Һәр милләт вәкилдәре, рухтары торошонан һәм мөмкинлектән сығып, үҙ мөйөштәрен зауыҡ менән йыһазлап биҙәгән. Алда әйтелгән маҡтау ҡағыҙҙары янында баш­ҡортса китаптар кәштәһе, милли кейем­дәге ҡурсаҡтар урын алған. Шунда уҡ сәхнә кейемдәре, ҡурай, ҡумыҙ һәм баш­ҡа музыка ҡоралдары һаҡлана. Милли-мәҙәни саралар үткәреү өсөн бар кә­рәк-яраҡты йыйған улар.
Өлкә кимәлендә үткәрелгән матур сараға барып ҡайтыуҙары хаҡында бик тә тәьҫирләнеп бәйән итте Гөлсәсәк Тәлғәт ҡыҙы. Ырымбурҙың “Милли ауыл” мәҙәни комплексында “Өлкә башҡорттары ҡо­ролтайы “Каруанһарай” ижтимағи хәрәкә­тенең 25 йыллығына арналған башҡорт мәҙәниәте байрамында ҡатнашҡандар икән. Башҡортостандан килгән рәсми вәкилдәр менән аралашыу, Көйөргәҙе районының ижади коллективтарының сығышын ҡарау бик йылы тәьҫораттар ҡалдырған...
Рухтары Урал тауындай, ниәттәре Яйыҡ һыуындай— Өлкә үҙәгендә “Милли ауыл” тип аталған күркәм мәҙәни комплекс ысын һабантуй майҙаны булды, — тип һөйләй Гөлсәсәк Тәлғәт ҡыҙы. – Төп аллеяла матур итеп йыһазландырылған тирмә­ләр ҡуйылғайны. Улар башҡорттарҙың бай тарихын һәм милли рухын тулыһынса сағылдырҙы тип әйтһәм, бер ҙә яңы­лыш­мам. Шунда уҡ халҡыбыҙҙың быуаттар аша быуындан быуынға күскән төрлө кәсептәренә, биҙәү-йыһазландырыу ижадына арналған күргәҙмәләр эшләне, сувенирҙар һатылды. Күптәр оло ҡәнә­ғәтлек һәм һоҡланыу менән милли аш-һыу оҫталары әҙерләгән ризыҡтарҙан ауыҙ итте. Йыр-моңға маһирҙарҙың сығыштары, милли уйындар, бәйгеләр һәм төрлө спорт ярыштары тураһында әйтәһе лә түгел.
Был оло байрамда тамашасы ғына булмаған Орск башҡорттары. Улар, өлкә­нең милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән туғыҙ ҡала һәм район вәкилдәренән бер ҙә ҡалышмай, башҡалар араһында тиң булып, үҙҙәренең күп яҡлы оҫталыҡ һәм маһирлыҡтарын да күрһәткән. Наилә Ғабдуллина менән Рафаил Мөхәмәтйә­ров сараға йыйылғандарҙы моңло йыр­ҙары менән әсир итһә, Люциә апай Йомаҡаева әҙерләгән милли аш-һыу, ул бәйләгән әйберҙәр күптәрҙең күңеленә хуш килгән.
Башҡорт мәҙәниәте байрамында сы­ғыш яһаған Ырымбур өлкәһе етәксеһе Юрий Бергтың төбәктә йәшәгән баш­ҡорттар хаҡындағы йылы һүҙҙәре Орск ҡоролтайы ағзаларында ла йылы хистәр ҡалдырған, уларҙы алдағы көндәрҙә тағы ла әүҙемерәк эшләргә ҡанатландырған...
Был сара тураһында һөйләү фекер ебен ситкә алып китте, тип уйламайым. Бында тулыһынса ҡоролтай етәксеһенең фекерҙәрен миҫал итеп килтерҙем. Ул шулай бар нәмәне йөрәге аша үткәрә, дөйөм ҡаҙанышҡа, ойошманың һәр уңы­шына ҡарата әйтелгән йылы һүҙгә ысын күңелдән шатлана. “Милләтем” тип янып йөрөгән кеше башҡаса булдыра ла алмайҙыр ул!..
Рухтары Урал тауындай, ниәттәре Яйыҡ һыуындайҠоролтайға етәкселек итеүҙән тыш, яңы уҡыу йылы башланғас та тағы ла бик кәрәкле һәм мөһим эшен дауам иткән Гөлсәсәк Тәлғәт ҡыҙы. Ҡаланың “Йондоҙ­лоҡ” балалар һәм үҫмерҙәр ижады үҙә­гендә махсус түңәрәк ойоштороп, баш­ҡорт теле буйынса дәрестәр үткәрә ул. Бер нисә тиҫтә тыңлаусыһын хал­ҡыбыҙ тарихы, милли йолаларыбыҙ, башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәтенең сағыу өлгөләре менән күңел биреп таныштыра.
Сығышы менән Хәйбулла районының Таштуғай ауылынан Гөлсәсәк Ҡәйепова. Сибай педучилищеһын, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлаған тәжрибәле уҡытыусы. Йәмәғәт һөнәрҙәре факультетында үҙләштергән шөғөлдәрен дә көндәлек эшмәкәрлегендә уңышлы ҡуллана: был тәү сиратта уның өлкә кимәлендә билдәлелек яулаған “Ләйсән” башҡорт вокаль-фольклор ансамблен ойоштороп, уға оҫта һәм уңышлы етәкселек итеүендә лә сағыла.
Тормош иптәше Марат Мөхәмәт улы менән Орск ҡалаһында төпләнеүҙәренә лә байтаҡ инде. Ҡәйеповтарҙың оло ҡыҙҙары Айгөл, Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлап, нефть эшкәр­теү заводтарының береһендә хеҙмәт юлын дауам итә. Наҙгөл, М. Аҡ­мулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында сит телдәр үҙләштереп, үҙаллы эшләп йөрөй. Төпсөктәре Булат быйыл урта мәктәптең сығарылыш класында уҡый. Балаларына ҡушҡан матур исемдәрҙән башлап, уларҙы тәрбиәләүҙә, шулай уҡ бар көндәлек тормоштарында, эш-шөғөлдәрендә, фиғел-ҡылыҡтарында милли рухты һаҡлауҙы тәү урынға ҡуя Ҡәйеповтар. Афарин уларға!
Сит мөхит шарттарында баш­ҡортлоҡто алға һөрөп, көндәлек мәшә­ҡәттәргә өҫтәп, тағы ла йәмәғәт эше менән әүҙем шөғөлләнгән Гөлсәсәк Тәлғәт ҡыҙының үҙенә уңыштар ғына юрайыҡ!

Көндәлек хәстәрҙәр

Ҡоролтай ағзалары тураһында һөй­лә­гәндә, Гөлсәсәк Ҡәйепова һәр кем ха­ҡында йылы һүҙ тапты, фекерҙәштәренең ыңғай яҡтарын билдәләне. Башҡаса мөм­кин дә түгелдер: дөйөм уй-мәнфәғәттәр менән янып йөрөгән милләттәштәр, төрлө һөнәр вәкилдәре булыуҙарына ҡарамаҫ­тан, һәр эштә бер-береһен тулыландыра. Йәмәғәт башланғысында, бер ниндәй хаҡ һорамай, ни менәндер шөғөлләнеү өсөн ныҡлы теләк менән бергә көс-дарман, яҡындарыңдың һәм фекерҙәштәреңдең һине аңлауы, уларҙың ярҙамы менән теләктәшлеге лә кәрәк бит. Быға тағы ла күп саралар өсөн бүләкте, сәй эсеү өсөн төрлө тәм-томдо тик үҙҙәре әҙерләү­ҙә­рен, кәрәк булғанда йүгереп кенә кибет­тәргә лә барып килеүҙәрен дә өҫтәһәң, ысынлап та, һоҡланырлыҡ шул ҡорол­тай­сыларға.
Йәмәғәт ойошмаһы эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше – милли-мәҙәни саралар аша милләттәштәрҙе бергә туплау, улар­ҙа бай тарихыбыҙға, телебеҙгә, борондан килгән матур йолаларыбыҙға һөйөү тәр­биәләү, тип билдәләгәйнек инде. Был юҫыҡта ҙур эш алып барған “Ләйсән” башҡорт вокаль-фольклор ансамбле ту­раһында айырым әйтергә кәрәк. Ижади коллектив, уның әүҙем ағзалары үҙҙәре тураһында ентекләберәк һөйләүгә тулы­һынса лайыҡлы булғанлыҡтан, улар ха­ҡындағы һүҙҙе аҙаҡҡараҡ ҡалдырып торайыҡ та ҡоролтайҙың көндәлек хәс­тәрҙәренә бер аҙ туҡталайыҡ. Етәксе һүҙ­ҙәрен ҡағыҙға төшөрөп, ниндәйҙер дан-шөһрәт өсөн түгел, ә тик күңел һәм милли аң саҡырыуы буйынса ғына дөйөм мәнфәғәтте ҡайғыртып, үҙ ваҡыты иҫәбе­нә башҡорт ҡоролтайы исеменән файҙа­лы һәм кәрәкле эште теләп башҡарыу­сы­ларҙың исем-шәрифен билдәләп китәйек. Уларҙы үҙҙәре көн иткән Орск ҡалаһында ғына түгел, Ырымбур өлкәһенең һәм Башҡортостандың төрлө тарафтарында йәшәгән яҡындары, яҡташтары ла та­ныһын өсөн әүҙемдәрҙең тыуған төбәк­тәрен дә тулыһынса әйтергә иҫәп...
Йәмәғәт ойошмаһының барлығын, уның төрлө яҡлы эшмәкәрлеген ҡала эсендә генә түгел, өлкә кимәлендә лә күрһәтеү өсөн эҙмә-эҙлекле тырыша ҡо­ролтай етәк­селеге. Тәү сиратта күрше ҡала һәм райондарҙағы, Ырымбурҙағы башҡорт милли ойошмалары менән даими нигеҙҙә бәйләнеш урынлаштырыл­ған. Башҡорт­остандың Хәйбулла районы ҡоролтайы менән дә аралашыу әүҙем дауам итә.
Ҡаланың ижтимағи-сәйәси тормошо­ноң да үҙәгендә булырға ынтылыш көслө. Гөлсәсәк Тәлғәт ҡыҙы әйтеүенсә, тейеш­ле әҙерлеге һәм, әлбиттә, теләге булған милләттәштәрҙән Гүзәлиә Байбулатова, Әлмира Ғасанова, Тәнзилә Ишкинина, Зилә Исҡужина, Зөлфирә Ҡәйепова, Флорида Мөлөкова, Миңзәлә Мырҙина һәм Венера Таңғатарова төрлө кимәл­дәге һайлауҙар үткәреү өсөн биш йылға ойошторолған участка комиссияларына даими ағза булараҡ тәҡдим ителгән. 14 сентябрҙә уҙған өлкә губернаторын һайлау йомғаҡтары буйынса территориаль һайлау комиссияһы етәкселеге тарафынан был мөһим кампанияның ҡалала тейешле кимәлдә уҙыуына ҡоролтай вә­килдәренең дә өлөш индергәне айырым билдәләнгән.
Төрлө байрамдар һәм иҫтәлекле даталар айҡанлы үткәрелгән сараларға ҡо­ролтайсыларҙың даими саҡырылыуы үр­ҙә әйтелде. “Нефтехимик” мәҙәниәт һарайы сәхнәһендәге бер концерт та башҡорт ижади көстәренән башҡа үтмәй. Бынан тыш Яңы йылды ҡаршылауҙы милли йолалар нигеҙендә ойоштороу, Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандарын Еңеү көнө менән өйҙәрендә иҫтә­лекле бүләктәр тапшырып тәбрикләү, һәр йәй башында ҡаланың бай программалы “Халыҡтар дуҫлығы байрамы”нда, ҡорол­тай ағзаларының тыуған тарафтарында ойошторолған “Һаумыһығыҙ, ауыл­даштар!” байрамдарында ҡатнашыу, йыл әйләнәһенә яҡын-тирәләргә концерттар менән сы­ғыу ҙа үткәрелгән саралар теҙ­мә­һендә. Төрлө кимәлдәге күргәҙмәләргә милли кейемдәр һәм аш-һыу әҙерләү ҙә тулы­һынса йәмәғәт ойошмаһының әү­ҙем ағзалары иңенә төшә. Башҡортса китаптарҙы һәм гә­зит-журналды пропагандалау һәм таратыуҙан да ситтә ҡалмай улар. Күптән түгел үҙҙәренең көндәлек эштәре тураһында ике телдә 100 дана “Орск башҡорт­тары” исемле баҫма нәшер иткәндәр.
Ҡоролтай ойошторған саралар иң элек милләттәштәрҙе бергә туплау, уларҙы йышыраҡ аралаштырыу маҡсатын күҙ уңында тота. Шуларҙың береһе – китапханаларҙа һәм мәк­тәп­тәр­ҙә төрлө темаға әҙәби һәм мәҙәни кисәләр үткәреү. Улар башҡорт яҙыусылары һәм ша­ғирҙары, танылған артистар ха­ҡындағы мәғлүмәтте еткереүҙең бер ысулы булып тора. Әлбиттә, ҡалала яҡшы сифатта күрһәткән Башҡортостан юлдаш теле­виде­ниеһы, “Юлдаш” радио каналы тап­шырыуҙарының оло әһә­миә­те баһалап бөткөһөҙ. Шулай ҙа сит телле мөхит шарттарында күп ғаиләләрҙең, хатта өйҙә лә үҙ-ара башҡортса бөтөнләй тиерлек аралашмауын иҫәпкә ал­ғанда, ҡоролтай ағзаларының милләттәштәре менән тәбиғи шарттарҙа күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүҙәре, йыйылыусылар менән йәнле әңгәмә ҡороуҙары ниндәй ҡиммәтле икәнен әйтеп тораһы ла юҡ! Бындай сара­ларҙы йөкмәткеле һәм бары­һы­на ла аңлайышлы итеп үт­кә­реүгә хаҡлы ялдағы уҡытыусылар — сығышы менән Гай районының Ишбирҙе ауылынан Фирҙәүес Ниғәмәтйән ҡыҙы Фәр­хетдинова, Ҡыуандыҡ районының Пер­во­майск ауылынан Әлфинур Әх­мәт ҡыҙы Хәйбуллина күп көс һала. Улар әйтеүенсә, милләт­тәштәр бындай осрашыу-кисә­ләрҙе түҙемһеҙлек менән көтөп ала, уларға килгәндәр үҙ-ара аралашып туймай.
Ойошманың әүҙем ағзаһы Люциә Мө­хәмәтҡол ҡыҙы Йома­ҡаеваны (сығышы менән Новосергиевка районының Әхмәр ауылынан) ҡалала ғына түгел, өлкә кимәлендә лә яҡшы белә­ләр. Етмешенсе тиҫтәһен тул­тырған инәй сигеү-бәйләү эш­тә­ренә оҫталығы һәм милли ри­зыҡтар әҙерләүгә маһирлығы ме­нән тирә-яҡта дан алған. Ҡо­ролтай ҡатнашҡан төрлө күргәҙ­мәләр өсөн ул тиҫтә ярым төр башҡорт аш-һыуын әҙерләй. Ырым­бурҙағы үрҙә телгә алын­ған байрам барышында ла Лю­циә инәй йыйған өҫтәл янынан халыҡ өҙөлмәгән. Ул бала саҡтан бәйләү һәм сигеүгә лә бик әүәҫ икән.
– 12 йәштән был шөғөлгә ылыҡ­ҡайным, тора-бара оло апай­ҙар менән кемуҙарҙан ярыша башланым, – ти ул. – Әле лә таш­лағаным юҡ яратҡан һөнәремде. Йыл да 40-ар пар ойоҡ бәйләп интернатҡа бүләк итәм...
Был халҡыбыҙға хас булған эш һөйөүсәнлек һәм йомартлыҡ кеүек матур сифаттарҙың туранан-тура сағылышы түгелме ни?! Афарин, Люциә инәй, килә­сәктә лә арыу-талыуҙы белмә шулай!
Ҡоролтайҙың барлыҡ сараларында ла әүҙем ҡатнашыусылар араһында шәфҡәт туташтары — сығышы менән Сибай ҡыҙы Әл­мира Ғасанова һәм Хәйбулла районының Бүребай ауылында тыуып үҫкән Тәнзилә Ишкинина ла бар.
Ирле-ҡатынлы Рита менән Ринат Хәтмуллиндарҙы (сығыш­тары — Гай районының Үҙәнбай ауылынан) ҡоролтай етәксеһе әүҙемдәр рәтендә айырым бил­дәләне. Ҡыҙыҡһыныуҙары төрлө яҡлы булған был йәш ғаилә бар эштәрҙең үҙәгендә тора. Төҙө­лөштә эшләүсе Ринат Фәғил улы, ҡурай тартырға өйрәнеп, ете йәшлек Зарина ҡыҙы менән бергә сәхнәгә сығырға әҙерләнә. Ҡаланың “Еңеү” биҫтәһендә үҙ йортонда торған Хәтмуллиндар мал тота. Ғаилә башлығының тағы бер яратҡан шөғөлө бар икән: ул күгәрсендәр ҡарай. Хужабикә иһә ҡәйнәһе менән бергә байрамдарға, күргәҙмә­ләр­гә башҡорт милли аш-һы­уының бер нисә төрөн әҙерләй.

Йырлы-моңло “Ләйсән”дәр

Ҡоролтайҙы халыҡ араһында танытҡан төп йүнәлештәрҙең иң мөһиме – әлбиттә, милли-мәҙә­ни саралар үткәреү, ҡала һәм өлкә кимәлендә ойошторол­ған­дарынан ситтә ҡалмау, уларҙың һәр береһендә әүҙем ҡатнашыу. Был йәһәттән “Ләйсән” башҡорт вокаль-фольклор ансамбленең эшмәкәрлеге маҡтауға лайыҡ. Бынан биш йыл элек башлыса ҡоролтай ағза­ларынан ойошҡан һәм даими составы 15 үҙеш­мәкәр йырсынан торған был ижади коллективты ҡаланан ситтә лә яҡшы беләләр, төрлө концерттарға ла уны бик теләп саҡыралар. Ырымбурҙа үткәрел­гән өлкә башҡорт мәҙә­ниәте байрамында ла ансамбль матур сығышы менән милләт­тәштәрҙе ҡыуандырып ҡайтҡан.
Үҙе шәфҡәт туташы булып эш­ләгән 4-се поликлиникала һөнәри оҫталығы менән гел маҡ­тауҙарға ғына лайыҡ Ҡыуандыҡ районының Сабаҡлы ауылы һы­лыуы Наилә Ғабдуллинаны ҡалала “Орск һандуғасы” тип йөрөтәләр. Башҡорт халыҡ йыр­ҙарын оҫта һәм күңелгә үтерлек итеп башҡарыуы менән яулаған тамашасы һөйөүен “Ләйсән” ан­самбленең төп солисткаһы.
– Үҙемде белә башлағандан бирле йырлайым, – тип һөйләй үҙе тураһында Наилә Йосоп ҡыҙы. – Мәктәп йылдарында бе­йеп-йырлап йөрөнөм. Малсылар һәм баҫыуҙа эшләүсе меха­ни­заторҙар алдында йыш сығыш яһай инек. Медногорск ҡала­һын­да медучилищела уҡығанда ла сәхнәнән айырылманым. Ул яҡ­тарҙа Урал тауҙарының иң көнь­яҡ һырттары ята, шуларға сы­ғып күңел тулғансы йырлай инем...
Күптән түгел “Нефтехимик” мәҙәниәт һарайында тулы залда бик тә уңышлы үткән бай йөкмәт­келе ижад кисәһе Наиләне яңы үрҙәргә рухландырыр тип ыша­нырға кәрәк. Үҙешмәкәр йырсы шәхси тормошонда ла бәхетле. Татыу ғаиләлә һөйгәне Булат Марат улы менән ике малай үҫтерә.
“Ләйсән”дең талантлы солис­тары рәтендә тәүгеләрҙән булып шулай уҡ Рафаил Мөхәмәт­йә­ровтың исеме телгә алынды. Саҡмағош районы егете Орск ҡалаһына алдараҡ төпләнгән ағаһының саҡырыуы буйынса килгән. Күп йылдар төҙөлөштә прораб булып эшләгән Рафаил Рәйес улы – бар булмышы ме­нән йыр-моңға ғашиҡ ир-уҙаман.
– Сығышым менән башҡорт булыуымды бала саҡтан белеп үҫтем, – ти ул. – Шуға ла ҡа­ла­быҙҙа ҡоролтай эш башла­ғанын ишетеү менән ойошмаға килдем. Тиҫтә йылдан ашыу мил­ләттәш­тәрем менән аралашыуҙан кү­ңел­гә рәхәтлек табам. Йырға килгәндә инде, унан айырылған юҡ.
Йәш сағынан сәхнәне үҙ иткән Рафаил Рәйес улы ҡоролтай ойошторған бер саранан да сит­тә ҡалмай. Ул бигерәк тә халыҡ йырҙарын яратып башҡара. Зи­фа Нагаева ижад иткән әҫәр­ҙәрҙе, билдәле сәхнә оҫталары Ғәзим Ильясов, Хәсән Усманов репертуарындағы йырҙарҙы о­шата. Үҙешмәкәр йырсының һәр сығышын тамашасылар көслө алҡыштарға күмә, уны бер нисә тапҡыр саҡырып сығара.
Ҡурайсы Шәкирйән Рәхмәтов, гармунсы Марат Иҫеркәпов, баш­ҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы Нәсибулла Бикмө­хәмәтов, шулай уҡ йырсылар Зилә Исҡужина, Линера Кәли­мул­лина, Флорида Мөлөкова, Миңзәлә Мырҙина, Фәүзәнә Рәхмәтуллина менән Миңһылыу Шәрипова ла – “Ләйсән”дәге иң әүҙемдәр иҫәбендә. Ҡыуандыҡ районы һылыуы, Хәйбулла районы килене Зөлфирә Ҡәйепова – ижади коллективтың хәстәрлек­ле хужабикәһе.

“Ағинәйҙәр клубы” –
милләт ҡото


Ҡоролтайҙың әүҙем ағзалары ара­һында төрлө быуын вәкил­дәре бар. Бай тормош тәжри­бә­һенә эйә булған оло йәштә­ге­ләр һәр ерҙәгесә бында ла, сит мөхиттә көн итеүҙәренә ҡара­маҫтан, халҡыбыҙҙың быуаттан быуатҡа күсә килгән матур йолаларын һәм изге ғөрөф-ғәҙәт­тә­рен ҡәҙерләп һаҡлап ҡалыу өсөн һиҙелерлек тырышлыҡ һала. Бөтөнләй онотолоп, юғалып ҡал­ғансы уларҙы тергеҙеү һәм йә­шерәк быуын вәкилдә­ренә ет­ке­реүҙе үҙҙәренең мөҡәддәс бурысы тип һанай хөрмәтле ветерандар. Нәҡ шуға ла Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының бер ни­сә йыл элек тормошҡа ашырыла баш­лаған ҡала һәм район­дар­ҙағы ойошмалар эргәһендә “Ағинәйҙәр ҡоро” булдырыу ту­раһындағы тәҡдимен Орск баш­ҡорт­тары ла хуплап ҡабул иткән һәм үҙҙә­ренең “Ағинәйҙәр клу­бы”н ойошторған.
Уны сығышы менән Баймаҡ райо­ны­ның Ҡыуат ауылынан Венера Ҡорбан ҡыҙы Таңғатарова етәкләй. Ғүмеренең етенсе тиҫ­тәһенең уртаһына етеп килгән инәй 18 йәшендә ҡалаға килеп төпләнгән, күп йылдар тегеү фабрикаһында, һуңы­нан механика заводы дауаханаһында ке­се медицина хеҙмәткәре булып эшләгән. Тормош юлдашы – Йылайыр районының Юлдыбай ауылы егете Марат Мөхәмәт­йәновты ла бында осратҡан. Уларҙы биш ейән һәм ейәнсәр менән һөйөндөргән ҡыҙҙары Зилә лә, Гөлнара ла тыуған ҡалаларында йәшәй, ата-әсә­ләре һәм балалары менән туған телдә иркен аралашып, тормоштарынан ҡәнәғәт булып, донъя көтә. Әйткәндәй, Венера апай­ҙың ейәндәре Сибайҙы ла үҙ иткән: унда башҡорт урта мәк­тәбен тамамлаған олоһо – әле Мәскәүҙәге авиация институты студенты, бәләкәйе башҡорт гим­назияһында уҡый. Милли рухтың быуындан быуынға кү­сеүенең бик тә матур өлгөһө был...
“Ағинәйҙәр клубы”на килгәндә инде, уның төп өлөшөн тәшкил иткән оло йәштәге тиҫтәгә яҡын апайҙың барыһы ла ҡоролтай эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша, улар милләт яҙмышына битараф түгел, йәш быуынды хал­ҡы­быҙға хас матур рухта тәр­биәләү яғында. Үҙҙәре билдәләүенсә, ағинәйлек бер ҙә ҡартлыҡ бил­дәһе түгел, ә бай тәжрибәле күңел торошо. Ағинәйҙәр күп йәһәттән йәштәрҙән бер ҙә ҡалышмай.
– Аҙна һайын “йома сәйе”нә йыйылабыҙ, – тип бәйән итте Венера Ҡорбан ҡыҙы. – Халыҡ йырҙарын йырлай-йырлай, бик тә күңелле итеп ара­ла­шабыҙ. Үҙебеҙ, ғәҙәттәгесә, ҡул эш­тә­ренән айырылмайбыҙ: бәйләм бәйләйбеҙ, сигеү сигәбеҙ. Бына ошо халҡыбыҙҙың борондан кил­гән кәсептәрен тергеҙеп, беҙгә килгән йәш ҡатын-ҡыҙҙарға өй­рәтеү менән мәшғүлбеҙ.
Фәғилә Таҡыева (сығышы ме­нән Бала­ҡатай районынан), Ғә­лимә Зиннәтуллина менән Фәр­зәнә Теләүғолова (Хәйбулла районынан), Гәүһәр Йыянғолова (Ҡыуан­дыҡ районынан) – “Ағи­нәйҙәр клубы”ның иң әүҙем ағзалары.
Мәҙәниәт һарайында бирел­гән бүл­мәгә ҡуйылған милли кейемдәге ҡурсаҡ­тарға тағы ла яңыларын өҫтәп, башҡа әйбер­ҙәрҙе йыйып, халҡыбыҙҙың тормош-көнкүрешенә арналған му­зей ойоштороу теләге менән янып йөрөй бөгөн ағинәйҙәр. Әлегә улар башҡорт ҡатын-ҡыҙ­ҙарының милли кейем өлгөлә­рен әҙерләү менән мәшғүл.
Ветерандарҙан ғына торған айырым фольклор йыр төркөмө ойоштороу ниәт­тәре лә бар йыр-моңдан айырылмаған, халҡы­быҙ­ҙың бай ижади өлгөләренән илһам алып йәшәүсе әүҙемдәр­ҙең. Хөрмәт ҡаҙанған ололарҙың бөтә эштәре йәштәргә үрнәк буласағына шик юҡ...
Был яҙма – төрлө тарафтарҙа йәшәгән милләттәштәребеҙҙең сит мөхиттә лә туған телде, халҡыбыҙҙың матур милли йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен онотмай, башҡалар араһында тиң булып, үҙҙәрен яҡшы яҡтан ғына күрһәтеп йәшәүҙәрен һәм киләсәктә лә шуға ынтылырға әҙер булыуҙарына бер бәләкәй генә ынтылыш. Әлбиттә, Орск ҡалаһы башҡорттары ҡорол­та­йы эшмә­кәрлегендә ниндәйҙер етешһеҙлектәр ҙә, хәл ителмә­гән проблемалар ҙа юҡ түгел. Ойошма етәксеһе лә, идара ағзалары ла уларҙы яҡшы белә. Мәҫәлән, ҡалала йәшәгән баш­ҡорттарҙың бер өлөшөндә килә­сәк быуынды милли рухта, үҙен­сәлекле башҡорт йолалары нигеҙендә тәрбиәләүгә, туған телдең ҡулланыу даирәләрен киңәйтеүгә, шулай уҡ мәҙәниәт һәм әҙәбиәт мәсьәләләренә би­та­рафлыҡтың көслө булыуы ла әүҙем­дәр­ҙе бошондора. Шуға ла улар ҡан туғандарыбыҙҙы артабан да бергә туп­лауҙы, ҡала мөхитендә үҫкән йәштәрҙә мил­ли аң һәм рухты тәрбиәләү буйынса маҡсатлы эште дауам итеүҙе, халҡы­быҙҙың йолаларын һәм ғәҙәттәрен киңе­рәк пропагандалауҙы үҙҙәренең тәү бурысы итеп күрә. Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайының Баш­ҡар­ма комитеты Ырымбурҙағы өлкә башҡорттары ҡорол­тайы етәкселеге яғынан иғтибар юҡ­лы­ғына зарланмаһа ла, һәр төр­лө бәй­лә­нештәрҙең юғарыраҡ кимәлдә булыуын теләй. Был изге ниәттәрендә түҙемлек һәм ҡаҙаныштар ғына юлдаш бул­һын.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 53

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 584

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 661

“Беҙ булмаһаҡ, кем?”

“Беҙ булмаһаҡ, кем?” 22.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Силәбе башҡорттарының эшмәкәрлегенә һоҡланып бөтөрлөк түгел....

Тотош уҡырға 422

Мәскәү башҡорттары.  Улар ниндәй?
Мәскәү башҡорттары.  Улар ниндәй?

Мәскәү башҡорттары. Улар ниндәй? 11.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Мәскәүҙән ҡайтҡас, “Ашҡаҙар”ға һөйләшеүгә саҡырған яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатова миңә ошо һорауҙы бирҙе....

Тотош уҡырға 194

Свердловск башҡорттары йылды барлай

Свердловск башҡорттары йылды барлай 31.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Йылдың һуңғы көндәрендә Екатеринбургта йәшәгән милләттәштәребеҙ Свердловск өлкәһе милләт-ара...

Тотош уҡырға 153

Бөтә донъя башҡорттары йыйыласаҡ

Бөтә донъя башҡорттары йыйыласаҡ 22.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин Башҡортостандың 100...

Тотош уҡырға 214

Илһам төбәге – интернат

Илһам төбәге – интернат 21.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында асылған Сибай гимназия-интернатында осрашыуға байтаҡ халыҡ...

Тотош уҡырға 230

Бөткән ауылымды һағынам
Телебеҙгә, динебеҙгә тоғро ҡалайыҡ!

Телебеҙгә, динебеҙгә тоғро ҡалайыҡ! 18.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Мәҡәләмде әңгәмәсем, Ҡырҡөйлө-мең ырыуы башҡорттарының ҡор башы, ошо көндәрҙә 50 йәшлек ғүмер...

Тотош уҡырға 166