Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Аҡ сирен сәскәһе... Тыуған яғым Барҙаға ҡайтҡан һайын мәсеткә бармай киткәнем юҡ. Унда мине имам Нәзир хәҙрәт Кучуков һәр саҡ ихлас ҡаршылай, эшем, сәйәхәттәрем, сәләмәт­легем менән ҡыҙыҡһына, башланғыс­тарымды, проекттарымды хуплай, кәңәш бирә.
Бер мәл шулай мәсеткә барғас, хәҙрәт миңә бер бит ҡағыҙ тотторҙо. Ул СССР Министрлығының Үҙәк архивынан алын­ған белешмә ине. Анкетала яҡташыбыҙ Солтанай ауылынан Гәрәй Моталлап улы Ҡаҙанбаев (яҙмышы, ерләнгән урыны) хаҡында мәғлүмәт бирелгән. Бе­леш­мә ҡағыҙында билдәләнеүенсә, Гәрәй Ҡаҙанбаев 1908 йылда Сараш ауылында тыуған. 1941 йылдың 24 авгусында хәрби хеҙмәткә алынған. 1942 йылдың апре­лендә уның менән бәйләнеш өҙөлгән. Түбәндәрәк “1942 йылдың 5 апрелендә Германияла әсирлектә вафат булған” тигән юлдар бар. Белешмәнең икенсе яғында “Шталаг 304. Цайтхайн” тип уның ҡайҙа һәләк булыуы күрһәтелгән.
– Нәсүр улым, күп ерҙәрҙе гиҙәһең, күпте күрәһең, төрлө илдәрҙә кеше менән аралашаһың. Юлыңда яҡташыбыҙҙың да эҙен тапһаң, изгелегең ерҙә ятып ҡалмаҫ ине, – тигәйне Нәзир ағай шул саҡта.
Был һөйләшеүҙе онотманым. Документты үҙем менән йөрөттөм. Эҙләнеү­ҙәрем 2015 йылдың 9 майында Цайтхайн үлем лагерына алып килде. 169-сы федераль трассанан барғанда Цайтхайндың ситендә ҡыҙыл гранит менән йөҙләнгән биш метрлыҡ обелиск әллә ҡайҙан күҙгә ташлана. Ҡарт сейә ағастары янынан үткән юл Цейтхайн мемориалына илтә.
Советтар Союзына баҫып инер алдынан вермахтың юғары етәкселеге советтарҙың хәрби әсирҙәрен урынлаштырыу өсөн өр-яңы 60 лагерь төҙөү бурысын ҡуя. Ахыр сиктә һәр лагерь 30 000 әсирҙе ҡабул итергә тейеш була. Ул осорҙа бындай объекттарҙың күпселеген Польша менән СССР-ҙың баҫып алынған биләмәлә­рендә асыу күҙалланған, ә Германияның үҙендә иһә 14 лагерь өсөн урын бүленгән. Шундай урындарҙың береһендә – Цайтхайн полигонында – 1941 йылдың апрелендә төҙөлөш эштәре башланған.
Ошо уҡ йылдың июлендә тәүге әсирҙәр килтерелгән. Теркәлеп, медицина тикше­реүе һәм гигиена эшкәртеүе үткәндән һуң, улар асыҡ һауала урынлаштырылған. Лагерь биләмәһе ике ҡатлы сәнскеле тимер сым менән уратылған. Башта барактар ҙа, палаткалар ҙа булмаған. Һалҡындан һаҡланыу өсөн әсирҙәр землянка ҡаҙыған. Тотҡондарҙы етерлек туплағас, ҡоҙоҡтар, аш-һыу биналары, барактар төҙөлгән. Аслыҡтан интеккән, сарсауҙан яфаланған әсирҙәр күләүектәрҙән һыу эсер булған. Зәңге, эс китеү кеүек сирҙәр, аслыҡтан шешенеүҙәр ауыр алыштарҙан һәм оҙайлы сәфәрҙән хәлһеҙләнгән кеше­ләрҙең күпләп ҡырылыуына килтергән. 1941 йылдың декабренән 1942 йылдың мартына тиклем сабыртмалы тиф эпидемияһы арҡаһында лагерҙа карантин иғлан ителгән. Сир тарала башлағанға тиклем лагерҙа 10 677 әсир иҫәпләнһә, 1942 йылдың апрелендә улар ни бары 3 729 ғына ҡалған.
Цайтхайн әсирҙәрҙе ҡабул итеү һәм бүлеү пункты бурысын үтәгән. Кешеләрҙе өҙлөкһөҙ килтергәндәр һәм оҙатҡандар: берәүҙәрҙе – эшкә, икенселәрҙе – немецтар баҫып алған башҡа илдәргә, өсөнсөләрен – үлемгә. Мәҫәлән, 1941 – 1942 йылдарҙа Дрезден гестапоһының өс криминалисынан торған опертөркөм Цайтхайн лагерында 1000 самаһы әсирҙе һайлап алып, Бухенвальд концлагерына килтергән. Тотҡондарҙың барыһын да килеү менән ат аҙбарындағы махсус камерала атҡандар, кәүҙәләрен кремато­рийҙа яндырғандар. Цайтхайн лагерында ғына 23000 совет һалдаты язалап үлтерелгән. Улар араһында яҡташыбыҙ Гәрәй Моталлап улы Ҡаҙанбаев та бар.
Лагерҙа – дүрт зыярат. Яҡташымдың исем-шәрифен эҙләп оҙаҡ йөрөнөм. Мемориал хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, Гәрәй Моталлап улы 2-се зыяратта ерләнгән. Урман буйлап йөрөй торғас, ҡайын аҡланындағы ҡәберлеккә килеп сыҡтым. Уртала – ҡыҙыл мәрмәрҙән һәйкәл. 24 тимер стелаға мәрхүмдәрҙең исемдәре яҙылған. Йөрәгем дарҫлап китте... Яугирҙең исем-шәрифен эҙләйем. Һәр стелаға кескәй хәрефтәр менән 3 888 кешенең исеме уйып яҙылған. Барыһын да уҡып сыҡтым, тик яҡташым хаҡында мәғлүмәт тапманым. Көн кисләй башланы... Зыяраттан сығып, ергә ултырҙым. Тирә-яҡта бер кем юҡ. Тик ҡоштар һайрай ҙа ҡайын аҡланы шаулай. Оҙаҡ ҡына ултырҙым. Мәккә яғына ҡарап намаҙ уҡыным да эҙләнеүҙәрҙе дауам иттем. Ун минут үтеүгә Ҡаҙанбаев тигән таныш фамилияны күреп ҡалдым. Үҙ күҙемә ышанмайынса яҙманы ҡабат-ҡабат уҡыным. Яңылышмайым: ҡәберлеккә ингәс тә алтынсы стеланың уң рәтендә өҫтән 32-се фамилия. Әсирҙәрҙең барыһы ла оҙонлоғо – 60, киңлеге 1,80 метрлыҡ оҙон траншеяла ерләнгән.
Ҡәберҙәр өҫтөндә һары бәпембәләр наҙлы май еленә иркәләнә. Уларға оҙаҡ ҡарап торҙом. Ошо сәскәләр яугирҙәре­беҙҙең таҡыр итеп ҡырылған баштарын хәтерләтте миңә. “Кешеләр, беҙ бында! Беҙ Тыуған еребеҙҙе һаҡланыҡ! Онот­мағыҙ беҙҙе... Зинһар, онота күрмәгеҙ!” тигән кеүек ине улар.
Күҙемә йәш эркелде. Үҙем менән алып килгән аҡ сирен сәскәһен яҡташымдың исеме тапҡырына ҡаҙаным. Ергә ултырып доға ҡылдым. Ҡәберҙән бер ус тупраҡ алдым. Яҡташымдың туғанда­рына тапшырырмын, рухы тыуған ерендә тынысланыр.
Төп зыяратта баһаламалар китабы һаҡланған музей бар. Унда мин дә “2015 йылдың 9 майы. Мин – Рәсәйҙән (Пермь крайының Барҙа ауылынан) Нәсүр Йө­рөш­баев. 1942 йылдың 5 апрелендә Цайтхайн лагерында һәләк булған яҡта­шым Гәрәй Моталлап улы Ҡаҙанбаевты иҫкә алырға тип килдем. Яҡташымды һәм фашизмдың барлыҡ тотҡондарын һис ҡасан онотмабыҙ! Улар мәңге хәтерҙә! Тыныс йоҡлағыҙ, туғандар... Барҙа халҡы исеменән Нәсүр Йөрөшбаев” тигән яҙма ҡалдырҙым.

Нәсүр ЙӨРӨШБАЕВ,
журналист, кинодокументалист.

Район: Германия.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 203

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 86

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 80

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 600

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 686

“Беҙ булмаһаҡ, кем?”

“Беҙ булмаһаҡ, кем?” 22.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Силәбе башҡорттарының эшмәкәрлегенә һоҡланып бөтөрлөк түгел....

Тотош уҡырға 442

Мәскәү башҡорттары.  Улар ниндәй?
Мәскәү башҡорттары.  Улар ниндәй?

Мәскәү башҡорттары. Улар ниндәй? 11.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Мәскәүҙән ҡайтҡас, “Ашҡаҙар”ға һөйләшеүгә саҡырған яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатова миңә ошо һорауҙы бирҙе....

Тотош уҡырға 208

Свердловск башҡорттары йылды барлай

Свердловск башҡорттары йылды барлай 31.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Йылдың һуңғы көндәрендә Екатеринбургта йәшәгән милләттәштәребеҙ Свердловск өлкәһе милләт-ара...

Тотош уҡырға 166

Бөтә донъя башҡорттары йыйыласаҡ

Бөтә донъя башҡорттары йыйыласаҡ 22.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин Башҡортостандың 100...

Тотош уҡырға 224