Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҡ май эшләү серҙәре
Аҡ май эшләү серҙәре Һөттән эшләнгән милли ризыҡтарыбыҙға йылдан- йыл нығыраҡ өҫтөнлөк бирә башлауыбыҙ — ҡыуаныслы күренеш. Һуңғы ваҡытта аҡ майҙы (күбекмай) эшләүселәр ҙә бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалғайны. Хәйер, бала саҡтан уны нисек эшләүҙәрен күреп, үҙем дә булышып ҡарағас, аҡ майҙың тәмле һәм татлы булыуы минең өсөн ят түгел. Шуғалыр ҙа борондан ҡалған шөғөлдө үҙ итеүселәрҙе эҙләп, күҙәтеп йөрөнөм, әммә ошоғаса осратырға тура килмәне.


Шулай ҙа таптым ундай оҫтаны. Ҡайҙа тиһегеҙме?! Әбйәлилдә! Әлмөхәмәт ауылында йәшәүсе Фәйлә Кәримованың нисек итеп аҡ майҙы төшөргәнен күҙәтергә насип булды. Ә уның айранының ниндәй тәмле һәм файҙалы икәнен күптәр әле белмәйҙер ҙә.
Аҡ майҙы бешеү өсөн 15 литр һөттән ойотҡан (ҡатыҡ) яһайбыҙ. Алдан әҙерләнгән бер литр ҡаймаҡҡа ике ҡалаҡ ойотҡан туғып, 10 сәғәт тирәһе ултыртып ҡуябыҙ. Ҡаймаҡты болғатып торорға ла мөмкин, ул әсерәк булырға тейеш. Артабан алдан әҙерләнгән ойотҡанды ағас көбөгә ҡойоп, бер аҙ туғыйбыҙ. Әҙер массаға ҡаймаҡты ағыҙабыҙ ҙа бешкәк менән болғатабыҙ. Майҙы килтереп сығарыу бик оҙаҡ ваҡытты ала, шуға күрә уны эшләүҙә бер нисә кешенең ҡатнашыуы кәрәк, йәғни эш алмашлап башҡарыла. Аҡ май төшә башлаһа, ул көбө ситенә йәбешеп йомарлана. Шул саҡта хужабикәнең тиҙерәк төшөрөү өсөн тағы ла нығыраҡ туғыуы талап ителә. Артабан, килеп сыҡҡан ҡатнашманы айрандан айырып, махсус һауытҡа һалабыҙ.
Ашҡаҙаны ауыртҡан кешегә аҡ май ашау бигерәк тә файҙалы. Элегерәк уны йәш балаға ла биргәндәр. Башҡа майҙарҙан аҡ май үҙенең еңел үҙләштерелеүе һәм шифалыраҡ булыуы менән айырыла. Ә айраны хаҡында әйтеп тораһы ла түгел! Уны даими эскән кеше сирҙең нимә икәнен белмәгән.
Фәйлә Зәки ҡыҙы әйтеүенсә, өләсәйҙәрҙән ҡалған шөғөлгә ул йылына бер нисә тапҡыр тотоноп ала. Бигерәк тә ҡыш, яҙ аҡ май бешеп, айранын эсеп алабыҙ, ти.
Кешенең дөрөҫ туҡланыуы һаулығына ҙур йоғонто яһауын милли ризыҡтарыбыҙҙы үҙ итеүселәрҙең сәләмәтлегенә аҙыраҡ зарланыуында ла күрергә була. Өҫтәлдәребеҙҙә ҡымыҙ, буҙа, айран йышыраҡ урын алһа, үҙебеҙ аҡ май (күбекмай), талҡан, ҡорот, эремсектәрҙе йышыраҡ ҡулланһаҡ, милләтебеҙ һау-сәләмәт булыр, борондан ҡалған шөғөлдәребеҙ ҙә юғалмаҫ.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ырып-ырып башҡорт тарихы яҙылған ул Ырымбурҙың нигеҙ ташына
Тормошоғоҙ  йыр булһын...

Тормошоғоҙ йыр булһын... 01.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө. Даланлы һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, “Баш­ҡортостандың...

Тотош уҡырға 225

Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 1399

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 1162

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 152

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 670

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 768

“Беҙ булмаһаҡ, кем?”

“Беҙ булмаһаҡ, кем?” 22.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Силәбе башҡорттарының эшмәкәрлегенә һоҡланып бөтөрлөк түгел....

Тотош уҡырға 531

Мәскәү башҡорттары.  Улар ниндәй?
Мәскәү башҡорттары.  Улар ниндәй?

Мәскәү башҡорттары. Улар ниндәй? 11.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Мәскәүҙән ҡайтҡас, “Ашҡаҙар”ға һөйләшеүгә саҡырған яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатова миңә ошо һорауҙы бирҙе....

Тотош уҡырға 266