Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Салауатты Эстония онотмай
Быйыл апрелдә башҡорт Википедияһы үҙенең 10 йыллыҡ юбилейын билдәләп, вики-һабантуй үткәргәйне. Сараға төрлө тарафтарҙан ҡунаҡтар килде. Яңыраҡ Үҙәк һәм Көнсығыш Европа илдәре лә Эстонияның Тарту ҡалаһында вики-конференция ойошторҙо. Унда яҡташыбыҙ Зөфәр СӘЛИХОВ та ҡатнашҡан һәм, форсаттан файҙаланып, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың эҙҙәрен һаҡлаған Балтик диңгеҙе ярына барып еткән. Гәзит уҡыусылар иғтибарына һәүәҫкәр тарихсының тәьҫораттарын тәҡдим итәбеҙ.

— Эстонияға барыу мөмкинлеге сыҡҡас, Эстония башҡорттары диаспо­раһы менән осрашыуҙы һәм Палдиски ҡалаһына барып етеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙым. Минең менән Украинанан Виктор Семенюк һәм Эстониянан Свен-Эрик Сосар ҙа барырға теләк белдерҙе. Улар менән Өфөлә үткән вики-һабантуйҙа танышҡайным.
Электр поезы менән Тарту ҡалаһынан Таллиннға барып төшөүгә, беҙҙе башҡорт егете Илнур Хәйруллин ҡаршы алды. Ул Эстонияла тыуған, әсәһе менән Таллин­н­да йәшәй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, башҡортса ла, урыҫса ла иркен һөйләшә, Таллинн университетының эстон фило­логияһы факультетында уҡый.
Палдиски портына еңел автомобиль менән барҙыҡ. Ҡала бик ҙур түгел, 5 мең самаһы ғына кеше йәшәй. Беҙҙе вице-мэр Елена Вильман ҡаршы алды. Ул ҡала хакимиәте фойеһында бер нисә йыл инде Салауат Юлаевтың музейы эшләүе хаҡында һөйләне, милли батырыбыҙ тураһында иҫтәлек һаҡлаған документтар һәм Башҡортостанға арналған экспозициялар барлығын әйтте.
Палдискиҙағы Салауат һәйкәле янын­да булғанда батырыбыҙҙың Өфөләге һыбай һыны алдында торғандай хис итәһең үҙеңде. Скульптор Тамара Нечаева һәйкәлгә тыуған илен, халҡын, телен яратҡан батыр образын һалыуға өлгәшкән. “Был — беҙҙең батырыбыҙ” тигән ғорурлыҡ биләй күңелде. Һәйкәл янында Илнур Салауат рухына доға уҡыны.
Ҡала вице-мэры Салауат менән бәйле тарихи урындарҙы күрһәтте. Балтик диң­геҙе буйындағы карьерҙа тотҡондар таш сығарған. Яр башында Салауат Юлаев тыуған яғын һағынып йырлар булған тигән хәтирәләр һаҡланған. Карьерҙан алынған таштарҙан каторжандар сиркәү һалған. Ауырлыҡтарға түҙә алмай үлгән тотҡондарҙы ошо ғибәҙәтхана эргәһендә ерләгәндәр. Салауаттың да ҡәбере ошонда, тип иҫбат итә урындағы тарихты өйрәнеүселәр.
Кисен Эстонияла эшләп килгән “Ағиҙел” башҡорт мәҙәни үҙәге етәксеһе Флүзә Хәйруллина үҙенә саҡырып алды. Ҡунаҡсыл хужабикә Европа аштарының, нисек кенә тәмле булмаһын, өс-дүрт көндә туйҙыра икәнен белә, ахырыһы — өҫтәлдәге ризыҡтар үҙебеҙсә әҙерләнгән ине. Осрашыуға башҡорт йәмәғәт ойошмаһының әүҙем ағзаһы Илшат Халиҡов та килде. Улар “Ағиҙел” башҡорт мәҙәни ойошмаһы үткәргән төрлө саралар тураһында һөйләне. Эстон һәм урыҫ телдәрендә “Салауат Юлаевты Эстония хәтерләй” тигән китап та нәшер иткәндәр. Башҡортса спектаклдәр, концерттар ҡуя­лар, Эстонияла үткән милли фести­валдә уңышлы ҡатнашалар.
Эстония Салауат эҙҙәрен һаҡлай. Мин ул ерҙәрҙе барып күреү бәхетенә өлгәш­тем. Яҡташтарыбыҙҙың “Беҙ – баш­ҡортбоҙ!” – тип йәшәүен күреп, шатланып һәм ғорурланып ҡайттым.

К. ХУЖИНА яҙып алды.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 203

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 86

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 80

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 600

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 686

“Беҙ булмаһаҡ, кем?”

“Беҙ булмаһаҡ, кем?” 22.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Силәбе башҡорттарының эшмәкәрлегенә һоҡланып бөтөрлөк түгел....

Тотош уҡырға 442

Мәскәү башҡорттары.  Улар ниндәй?
Мәскәү башҡорттары.  Улар ниндәй?

Мәскәү башҡорттары. Улар ниндәй? 11.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Мәскәүҙән ҡайтҡас, “Ашҡаҙар”ға һөйләшеүгә саҡырған яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатова миңә ошо һорауҙы бирҙе....

Тотош уҡырға 208

Свердловск башҡорттары йылды барлай

Свердловск башҡорттары йылды барлай 31.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Йылдың һуңғы көндәрендә Екатеринбургта йәшәгән милләттәштәребеҙ Свердловск өлкәһе милләт-ара...

Тотош уҡырға 166

Бөтә донъя башҡорттары йыйыласаҡ

Бөтә донъя башҡорттары йыйыласаҡ 22.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин Башҡортостандың 100...

Тотош уҡырға 224