Илгизә илдәр гиҙә... Магнитогорск техник университетының тарих, филология һәм сит телдәр институтының V курс студенты Илгизә Йәнгилдинаның исеме есеменә тап килә. Киләсәктә сит телдәр буйынса уҡытыусы буласаҡ ҡыҙҙың былтыр күптәнге хыялы тормошҡа ашҡан: Бразилияның Пернамбуку штатындағы Ресифи ҡалаһының Федераль аграр университетында махсус курс үтеү бәхетенә ирешкән. Илгизә менән ҡорған әңгәмәбеҙҙә һүҙ студент тормошо, йәшлек, океан аръяғындағы йәшәйеш һәм башҡалар тураһында барҙы.
– Илгизә, гәзит уҡыусы­ларҙы үҙең менән яҡын­да­ныраҡ таныштырып үт әле...
– 1993 йылда Сибайҙа тыуғанмын. Ҡаланың 10-сы мәктәбен тамамлағаc, Өфөләге Эске эштәр министрлығының юридик институтына барырға хыялландым. Әммә үҙ көсөм менән унда үтә алмаҫымды аңлағас, Магнитогорск юғары уҡыу йортоноң сит телдәр факультетына уҡырға индем. Аллаға шөкөр, бөгөн һуңғы курстамын. Әлеге мәлдә Сибай ҡалаһының 12-се мәктәбендә уҡыусыларға инглиз теленән һабаҡ биреү буйынса практика үтәм.
– Яҙмышыңдың ҡапыл шулай боролош алыуына үкен­мәйһеңме?
– Юҡ, күреүегеҙсә, сит телдәрҙе белеү ҙур ҡитғаларға юл аса. Полиция хеҙмәткәре булыу теләге шул тиклем көслө ине, хатта мин шунда уҡ ситтән тороп Мәскәү иҡтисад һәм хоҡуҡ институтына документтар тапшырҙым. Ике уҡыуымды ла йәнәш алып барам. Яңыраҡ эске эштәр бүлегендә практика үткәндә шуға инандым: был өлкәләге эш бөтөнләй күңелемә ят. Ә бына инәйемдең теләге буйынса зарураттан ғына һайлаған сит телдәр белгесе булыу минең өсөн тормош мәғәнәһенә әйләнде. Киләсәктә үҙемде хоҡуҡ өлкәһендә тәржемәсе итеп күрәм.
– Сибайҙа «Осҡон» бейеү ансамблендә шөғөлләнгәнеңде беләм. Магнитогорскиҙа буш ваҡытыңды нисек уҙғараһың?
– Институтта халыҡ бейеүҙәре түңәрәге юҡ. Еңел атлетика менән етди шөғөлләнәм. «Салауат» башҡорт йәмғиәте ойошмаһының әүҙем ағзаһымын. Башҡортса күңел асыу саралары уҙғарабыҙ, күп осраҡта алып барыусы булырға тура килә. Башҡорт йәмғиәте ойошторған «Һылыуҡай-2012» бәйгеһендә еңеү яуланым. Был дәрәжәгә лайыҡ булыуым «Көнбайыш һылыуҡайы-2013» гүзәллек бәйгеһендә ҡатнашыу мөмкинлеген асты. Был мәртәбәле бәйгелә лә «мисс» тажын кейҙем.
– Башҡорт һылыуҡайы Брази­лияға нисек барып эләкте һуң?
– Магнитогорск техник университеты һәм Бразилия юғары уҡыу йорттары араһында студенттар менән алмашыу программаһы сиктәрендә Атлантик океан ярҙарына барып, дүрт ай шунда йәшәп, аграр университеттың letras факультетында төрлө фәндәрҙән лекциялар курсы тыңлап ҡайттыҡ. Улай ғына ла түгел, университетта мин немец теленән тиҫтер­ҙә­ре­мә һабаҡ бирҙем. Курс аҙағында беҙгә инглиз, испан, португал телдәрен өйрә­не­үе­беҙ хаҡында сертификат тапшыр­ҙылар.
– Программаға эләгеү өсөн ниндәй шарттарҙы үтәү зарур?
– Яҡшы өлгәшергә, матди яҡтан ҡытлыҡ кисермәҫкә кәрәк. Бындай мөмкинлек килеп сыҡҡас, әсәй-атайым теләгемә ҡаршы төшмәне. Алыҫ сәфәргә сығыр алдынан ғына ҡапыл атайым гүр эйәһе булды. Әсәйемде, ҡустымды ҡайғылы ваҡытта яңғыҙ ҡалдырырға теләмәһәм дә, улар изге сәфәргә фатихаһын бирҙе.
– Бразилия һеҙҙе нисек ҡаршы алды? Fөмүмән, нин­дәй ил ул?
– Юл аҙабы – гүр ғазабы, тиһәләр ҙә, сит ҡитғаға самолетта осоп барыу артыҡ ғазап булманы. Филология буйынса курс үтергә килеүебеҙҙе белгәс, беҙҙе аграрийҙар ҡыҙыҡһындырғайны, тип кәйефте төшөрҙөләр. Беҙ уҡыған университет уларҙың баш ҡалаһынан 600 саҡрымда урынлашҡан. Ресифи – боронғо ҡала. Ҡала тиһәң дә, бында ауыл хужалығы ныҡлы үҫешкән. Халҡы төрлөсә йәшәй, етеш көн иткәндәре лә, мохтаждары ла күп. Байҙары башлыса океан ярҙарын биләй. Ә һыу буйынан ситтә урта хәллеләр ауыл хужалығы ярҙамында көн итә.
Бразилиандар артыҡ көс түгергә яратмай, ял итергә, күңел асыу саралары уҙғарырға бик әүәҫ. Улар үҙ-ара испанса һәм португалса аралаша. Ял көндәрендә рус мәктәбенә йөрөнөк. Унда иренең эше буйынса Бразилияға килеп юлыҡҡан рус ҡатыны тел нескәлектәрен өйрәтә, уға ярҙам итештек. 9 Май – Бөйөк Еңеү байрамын да ошо ойошмала уҙғарҙыҡ. Рәсәйҙән тиһәк, Путин тип беләләр, ә бына Башҡортостан тураһында хәбәрҙар түгелдәр. Мине улар ҡытай йәки япон ҡыҙы тип ҡабул итте.
– Студенттар нисек йәшәй?
– Йәштәрҙең был ҡатламы социаль яҡтан ныҡ яҡланған тип әйтеп була. Стипендиялары беҙҙең аҡсаға әйләндерһәк, айына һигеҙ мең һум тирәһе. Үҙебеҙҙең стипендия суммаһын әйтергә оялдыҡ. Ятаҡтары иҫ китерлек түгел, ябынып ятырға юрғандары ла юҡ (көлә), дөрөҫөн әйткәндә, уныһы ла артыҡ, сөнки һауа шарттары ныҡ эҫе. Туҡланыу яҡшы, курорттарҙағы кеүек, нимә теләйһең, шуны һалып алып ашайһың. Кейем-һалымға иғтибар итмәйҙәр. Уҡытыусылар ҙа, студенттар ҙа джинсы, сланцыла йөрөй, арҡаларында – биштәр. Беҙ матур итеп кейенеп, улар араһында әллә ҡайҙан айырылып торҙоҡ.
– Килештереп кейенеп, артығыҙ­ҙан егеттәр йүгерттегеҙ инде?
– Беҙ унда егет һайларға түгел, уҡырға барҙыҡ (көлә). Егеттәргә килгәндә, уларҙа ысын ир-егеттәрҙең аҙ булыуы күңелде ҡырҙы. Күбеһе традицион булмаған ориентациялы. Унда бер енесле никахтар хуплана. Ошондай күренештәр уларҙа ыңғай ҡабул ителә. Ә беҙ быға ытырғанып ҡарайбыҙ.
Тағы шуныһы күңелде ҡырҙы: йәмәғәт транспорты бик шәп йөрөй. Ҡайһы ваҡыт автобус водителдәре ишектәрен дә япмай. Тотҡаға йәбешмәһәң, осоп ҡалыуың да ихтимал.
– Киләсәктә тағы ошондай мөм­кинлек килеп сыҡһа, ҡайһы илдәрҙә уҡырға теләр инең?
– Европа илдәренең юғары уҡыу йорттарында белемемде камиллаштырырға уйым бар. Шулай ҙа сит илдә ҡалырға бөтөнләй теләгем юҡ. Миңә, мәҫәлән, үҙ илебеҙҙә, үҙ еребеҙҙә йорт һалып, рәхәтләнеп баҡса үҫтереп, иркен һулыш алып йәшәү ныҡ оҡшай. Минең өсөн Башҡортостандан да, Сибайҙан да күркәм ер юҡ. Тамырҙарым ошонда.
– Илгизә, барлыҡ хыялда­рың тормошҡа ашһын! Ҡыҙыҡ­лы әңгәмәң өсөн ҙур рәхмәт!

Гөлдәр ҠАДАЕВА әңгәмәләште.