Асылыр әле бөрөләр Ҡойолған ағас япраҡтарын ел төрлө тарафтарға туҙҙырып һала. Ә улары ваҡыт менән һағышланған төҫлө ятҡан ерҙәрендә һарғайыша ла башлай. Ә кешелек ҡанундары башҡасараҡ: милләт олононан ҡойолған япраҡтар ҡасан да ағасты ҡабаттан йәшелләндерә ала. Орлоҡтар ҙа, ҡайҙа төшөүенә ҡарамаҫтан, шытып, үҫенте булып ҡалҡа...

Илмира Мөхәмәтйәрова — Учалы районы ҡыҙы. Ураҙ ауы­лының лицей-интернатында, һуңынан Рәми Ғарипов исемен­дәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында уҡый. Унда әүҙем тормош алып бара: олимпиадаларҙа еңеү яулай, музыка мәктәбендә фортепьяно класында шөғөлләнә, сәнғәт курстарына йөрөй. XI клас­ты алтын миҙалға тамамлап, биш урынға документтарын тап­шы­ра... Һәм бишеһенә лә үтә. Ахырҙа Санкт-Петербург Мәғлү­мәт технологиялары, механика һәм оптика милли тикшеренеү университетын һайлай. Ҡулына ҡыҙыл диплом алғас та, шунда магистратурала белемен камил­лаштырыуҙы дауам итә.
Илмира әле студенттар ҡала­сығында йәшәһә лә, киләсәктә Санкт-Петербургта ҡалырға ниәт­ләй. Матди яғын да үҙе хәстәрләй уңған ҡыҙ. Аныҡ фәндәр буйынса репетиторлыҡ эшен алып бара, Ин­тернетта онлайн-проектта ҡатнаша.
Сит ҡалала ҡыҙ “Аманат” башҡорт йәштәре ассоциация­һына барып эләгә. “Туған телемдә һөйләшерлек кешеләрҙең күп булыуына шул тиклем шатландым. Хатта мин уҡыған төркөмдә генә лә Өфөнән дүрт кеше ине. Тыуған ерҙән ситтә ошо яҡташтарым менән аралашыу көс өҫтәне. Ә һағыштарға бирелгәндә, радионан “Юлдаш” каналын ҡабыҙам. Шулай ҙа Санкт-Петербург ҡа­лаһына ла хәҙер өйрәндем, хатта ошо төбәккә ғашиҡ булдым. Килә­сәк ғүмеремде был ҡала менән бәйләргә уйлайым”, – ти ул.
Беҙ иһә ағасыбыҙҙың бер бөрөһөнән нәҫел ебен үрерҙәй үҫентенең ҡалҡыуын теләйбеҙ. Ел-дауылдарға бирешмәһен, ташҡын ағымдар тамырын йыумаһын!