Милләт бәҫен ҡайғыртыусылар

29-07-2016, 01:07 // Башҡорт донъяһы // Баҫып сығарырға
Милләт бәҫен ҡайғыртыусылар Донъяла киң билдәле виртуаль энциклопедияның туған телебеҙҙәге бүлеге үҙенең башҡорт мөхитенең айырылғыһыҙ өлөшө булыуын көндән-көн нығыраҡ раҫлай. Википедия ирекмәндәре телебеҙҙең ҡулланылыш даирәһен киңәйтеү, милләтебеҙҙе һәм республикабыҙҙы халыҡ-ара кимәлдә танытыу йәһәтенән маҡсатлы эш алып бара. Бер туҡтауһыҙ тулыланған интернет-белешмәлә уның айырып күренерлек үҙ йөҙө, һиҙелерлек ҡаҙаныштары бар. Был тәү сиратта һаны 36 меңдән артып киткән мәҡәләләр күплегендә сағыла. Һәр тел бүлегендә мотлаҡ булырға тейеш “1000 мәҡәлә” проекты буйынса “БашВики”ның ағымдағы урыны 47-се булһа, үҫеш темпы буйынса ул беренсе-икенсе баҫҡыстан төшкәне юҡ. Түбәндә һүҙ был ҡаҙаныштарҙы яулауға һиҙелерлек өлөш индергән милләттәштәребеҙ хаҡында. Ижади эш менән шөғөлләнеүселәр булараҡ, уларҙы хаҡлы рәүештә һөнәрҙәштәребеҙ тип нарыҡларға ла була бит!


Әйҙәүселәр

Ирекле интернет-энциклопедияның тарихы 2001 йылдың 15 ғинуарынан башлана. Нәҡ шул көндә инглиз телендә ойошторолған Википедияның бөгөн 288 үҙаллы бүлеге бар. Башҡорт телендә­геһенә быйыл 11 йыл тулды. Ошо ваҡыт эсендә уның үҫешенә теге йәки был кимәлдә йоғонто яһаған меңәрләгән ирекмәндең һаны көндән-көн арта бара. Мөхәррирҙәр араһында төрлө һөнәр вәкилдәренең булыуы ыңғай күренеш. Бигерәк тә педагогия училищеларын, юғары уҡыу йорттарының башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультеттарын тамамлаусылар мәғлүмәт туплауға ҙур өлөш индерә. Республика гәзит һәм журналдарында, ҡала һәм район баҫмаларында, урындағы телевидение редакцияларында хеҙмәт һалған журналистарҙың да һуңғы ваҡытта был эшкә әүҙем ылығыуы ҡыуаныслы.
Википедия мөхәррирҙәре бер ниндәй түләү ҡаралмаған мәҡәлә яҙыу менән бары тик күңел ҡушыуы буйынса шөғөлләнә. Ирекмәндәрҙең күбеһе быға төп эштәренән, төрлө тормош һәм йорт-хужалыҡ мәшәҡәттәренән буш ваҡытын арнай. Йәмәғәт башланғысына нигеҙләнгән был эшмәкәрлекте дөрөҫөрәк баһалап, милләт бәҫен ҡайғыртыу тип әйтеү бер ҙә арттырыу булмаҫ.
Дөйөм ҡағиҙәләр буйынса, ирекле энциклопедияны төҙөүҙә ҡатнашыусылар барыһы ла тигеҙ хоҡуҡлы. Улар араһында махсус билдәләнгән етәкселәр юҡ. Бары тик күберәк тәжрибә туплаған айырым мөхәррирҙәргә тотош эште күҙәтеү, башҡаларға һүҙ менән һәм ғәмәли ярҙам күрһәтеү бурыстары йөкмәтелгән. Уларға “администратор”, икенсе төрлө әйткәндә, “хаким” вазифалары бирелгән.
Башҡорт Википедияһы администраторы Рөстәм Нурыев — билдәле шәхес. Ул сы­ғышы менән Мәсетле районынан, республика кимәлендәге ойошмала етәксе урынбаҫары, Башҡортостандың атҡаҙан­ған иҡтисадсыһы. “Милләтем” тип янып йөрөгән әүҙем ир-уҙаман, башҡа йәмәғәт эштәре менән бер рәттән, бына тиҫтә йылдан артыҡ бик тә файҙалы шөғөл менән мәшғүл. Интернет-энциклопедияны сифатлы һәм йөкмәткеле мәҡәләләр менән тулыландырыу өҫтөнә ул ирекмәндәрҙе Википедияға йәлеп итеү, фекерҙәштәре менән төрлө саралар ойоштороу мәшәҡәт­тәренә төптән егелгән. Башҡа телдәрҙәге бүлектәр, тәү сиратта “РусВики” вәкилдәре менән бәйләнештәрҙе лә ул тормошҡа ашыра. Хакимдың арҡаҙаштары хөкөмөнә ниндәйҙер яңы саралар һәм идеялар тәҡдим итмәгән көндәре бик һирәк. Рөстәм Шакирйән улының дәүләт эшендә абруйлы хеҙмәткәр, ғаиләһендә хәстәрлекле ир, атай, олатай булыуын да иҫкә төшөрһәң, милләттәшебеҙгә ысын күңелдән һоҡланырға ғына ҡала.
2007 йылдан Википедияла шөғөлләнеп, тырыш әйҙәүсегә һәм Рөстәм Нурыевтың уң ҡулына әйләнгән Зөфәр Сәлихов та тик маҡтауға лайыҡ. Уның емешле йәмәғәт эшмәкәрлегенең Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалы менән билдәләнеүе генә лә күп нәмә хаҡында һөйләй. Ирекмәндәр араһынан бындай мәртәбәле бүләкте тәүге алыусы булды ул. Ғафури районында тыуып үҫеп, бөгөн баш ҡалабыҙҙа йәшәгән Зөфәр Ғәбделәхәт улы — күп йылдар нефть химияһы сәнәғәтендә тырыш хеҙмәт һалған, бихисап маҡтауҙарға лайыҡ булып, үҙ коллективында оло ихтирам һәм абруй яулаған шәхес.
Был ике “хаким”дың Башҡорт Вики­пе­дия­һы ирекмәндәрен бер маҡсатҡа ынтылған коллектив итеп туплау йәһәтенән башҡарған эше айырым маҡтауға лайыҡ. Етерлек дәрәжәлә ойоштороу һәләтенә эйә булып, улар фекерҙәштәрен үҙ артынан еңел эйәртә, бар йүнәлештә лә үрнәк булып тора. Афарин, егеттәр, эшегеҙҙе шулай дауам итегеҙ!
“Хаким”дың өҫтәмә вазифаларын иңенә үҙе теләп йөкмәгән Раян атлы ирекмәндең Википедияға килеүенә тиҙҙән дүрт йыл тула. Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһында йәшәгән милләттәшебеҙ төҫлө металлургия тармағындағы мәшәҡәтле төп эшенән буш ваҡытын тулыһынса виртуаль энциклопедияға арнай, төрлө йүнәлештәге мәҡәләләр яҙыу өҫтөнә техник биҙәлеш мәсьәләләрен үҙ өҫтөнә алған. Бер үк ваҡытта халҡыбыҙҙың шанлы һәм данлы тарихына, арҙаҡлы ерҙәштәребеҙгә арналған мәғлүмәттәр менән урыҫ телендәге бүлекте лә тулыландыра.

Әүҙемдәр

Ниндәй генә эшмәкәрлек даирәһен алһаң да, унда әүҙемлеге менән айырылып торғандарҙы мотлаҡ табырға була. Бын­дайҙар, әлбиттә, Башҡорт Википедия­һында ла аҙ түгел. Улар араһынан кемдер күләмле һәм сифатлы мәҡәләләр яҙыу йәһәтенән айырылып тора, икенселәрҙең тәржемә кимәле һоҡланырлыҡ һәм өлгө алырлыҡ, өсөнсөләр төрлө бәйгеләргә шунда уҡ ҡушылып, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. Нисек кенә булмаһын, был әүҙем­дәрҙең һәр ҡайһыһы дөйөм күрһәткестәрҙе юғары күтәрә.
Ирекмәндәр араһында республика­быҙҙа танылған зыялыларҙың булыуы айырыуса ҡыуаныслы. Шуларҙың береһе – йәмәғәт эшмәкәре, шағир һәм журналист Гүзәл Ситдиҡова. Ул Википедияла 2012 йылдың мартында эш башлаған, “Фиҙакәр хеҙмәт өсөн” тигән виртуаль миҙал менән бүләкләнгән, мәҡәләләре “һайланған” һәм “яҡшы” исемлектәренә ингән.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемен­дәге премия лауреаты Әлфиә Аҡбутинаны ла күптәр яҡшы белә. Ижад эшен тормош маҡсаты итеп һайлаған тәжрибәле журналист һәм тәржемәсе — иң әүҙем ирекмәндәрҙең береһе, уның стажы 2013 йылдың октябрь айынан иҫәпләнә. Ошо ваҡыттан бирле ул 200-гә яҡын күләмле мәҡәлә яҙған йә урыҫ һәм башҡа телдәрҙән тәржемә иткән, шулар­ҙың өс тиҫтәнән артығы сифаты һәм күләме яғынан юғары баһаға лайыҡ булған. Әлфиә Носрат ҡыҙы Википедияның бер нисә виртуаль орден һәм миҙалын алған. Материалдары сифаты һәм телде тойомлауы йәһәтенән тәжрибәле һөнәрҙәшебеҙ бар ирек­мәндәргә лайыҡлы өлгө күрһәтә.
Яуаплы дәүләт вазифаһында хеҙмәт һалыусы Ләйсән Аралбаева Википедияны 2012 йылдан үҙ иткән. Йәмәғәт эшмә­кәр­легенә бар буш ваҡытын арнай, мәҡәләләр яҙыу буйынса үткәрелгән бәйге-кон­курс­тарҙың береһенән дә ситтә ҡалмай, уларҙа һиҙелерлек уңыштарға өлгәшә. Мәҫәлән, “Азия айлығы-2015” марафонындағы ҡаҙаныштары өсөн виртуаль орден таҡтылар үҙенә. Был ғына түгел, үҙе йә­шәгән Сибайҙа виртуаль энцикло­педияға яңы ирекмәндәр йәлеп итеү буйынса ла әүҙемлек күрһәтә, әле төбәгенең йәмәғәт ойошмалары менән берлектә махсус вики-сара үткәреү теләге менән янып йөрөй.
Эшмәкәрлеген 2010 йылдың мартында башлаған ирекмән Азат Хәлилов ир-ат ара­һында әүҙемлеге менән айырылып тора. Башҡорт Википедияһында шөғөллә­неүселәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ булғанда, нәҡ ул Рөстәм Нурыев һәм Зөфәр Сәлихов менән туған телебеҙҙәге бүлектең өҙлөкһөҙ тулыланыуын тәьмин иткән. Азат Насретдин улы бөгөн дә дөйөм эштәрҙең уртаһында ҡайнай, сифатлы мәҡәләләр яҙа, “1000 исемлеге” буйынса ныҡышмалы эшләй. Ҡаҙаныштары өсөн бирелгән виртуаль бүләктәренән яңы дәрт алып, урыҫ һәм татар телендәге бүлек­тәрҙе республикабыҙ хаҡында мәғлүмәттәр менән тулыландырыу йәһәтенән күптәргә өлгө. Уның үҙенә төп һөнәре уҡытыу­сы­лыҡҡа өҫтәп егелгән барлыҡ йәмәғәт эштәрендә лә тик уңыштар юлдаш булһын, тип теләйек.

Төптән егелделәр

Яҙма әүҙем ир-аттарҙан башланһа ла, был бүлекте тағы ла гүзәл заттарға бағышларға тура килә. Нисек кенә булмаһын, Башҡорт Википедияһында төп көстө нәҡ улар тәшкил итә. Был, әлбиттә, бер ҙә егеттәрҙең яҙыу эшенән йыраҡ тороуын аңлатмай, тик күптәренең әлегә Башҡорт Википедияһына килеү юлында ғына булыуына ишаралыр.
2015 йылдың ноябрендә “Азия айлығы-2015” викимарафонына килеп ҡушылған билдәле журналист З. Әйле шунда уҡ юғары һәм сифатлы һөҙөмтәләргө өлгәшеп кенә ҡалманы, декабрҙә ирекмәндәр ара­һында бөтә донъя виртуаль энцикло­педияның 15 йыллығына һәм Рәсәй матбуғаты көнөнә арналған “БашВикимарафон 2015-2016” исеме аҫтында махсус бәйге ойоштороу инициаторы ла булды. Республикалағы һөнәрҙәштәрен виртуаль энциклопедияны тулылан­дырыуҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Уның оранын тәүгеләрҙән булып Учалы районы һылыуы, бөгөн Белорет районы һәм ҡалаһының “Урал” гәзитендә хеҙмәт һалыусы Эльза Мөхәмәҙиева күтәреп алды.
Милли батырыбыҙ Салауат, халыҡ ша­ғиры Рәми һәм башҡа арҙаҡлы ерҙәштә­ренең бай һәм көслө рухтарын күңеленә күптән һәм ныҡлап һеңдергән әүҙем яҡташым З. Әйле “Йәшлек” һәм “Киске Өфө” гәзите биттәрендәге көнүҙәк һәм үткер мәҡәләләре менән “журналист-егет” булып танылған. Тырыш һөнәрҙә­шебеҙ Эльзаның да тыуған төбәгенә, заман проблемаларына арналған уҡымлы материалдары “Башҡортостан” гәзитендә һәм рес­пуб­ликаның башҡа баҫмаларында йыш донъя күрә, тынғыһыҙ ижадсы үҙ яҡтарын­дағы яңылыҡтарҙы “Юлдаш” радиоһынан да даими яңғыратып тора.
Ҡыҫҡаһы, үҙҙәренең төп шөғөлдә­ренә бар күңелдәрен биргән журналис­тар ярты йыл арауығында Башҡорт Википедия­һында ла үҙ урынын табып өлгөрҙө. Был йәмәғәт ойошмаһының бар йүнәлештәге эштәренә лә “төптән егелде” уңған ҡыҙҙар, хәҙер бер вики-сара ла уларҙан башҡа үт­мәй. Ул ғына түгел, әүҙем замандаш­та­рыбыҙ үҙ­ҙәренең төплө тәҡдимдәре менән күптәрҙе үҙ артынан эйәртә, “ха­ким”­дар ҙа уларҙың фекерҙәренә көндән-көн нығыраҡ ҡолаҡ һала. Милләт­тәш­тәребеҙгә ”Афарин!” тип кенә әйтәһе ҡала. Киләсәктә лә уларҙың ижад ҡомары һәм ир-егеттәр көнләшерлек маҡсатҡа ынтылыу көсө кәмемәһен!


Ялда булыу буш ултырыуҙы аңлатмай


Һуңғы тиҫтә йылда йәмғиәттә хаҡлы ялда булғандарға ҡараш ыңғай яҡҡа һиҙелерлек үҙгәрҙе. Бының аныҡ миҫал­дарын күргән оло йәштәгеләр, башҡаларға кәрәклеген тойоп, үҙҙәре лә әүҙемләште. Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре менән яҡындан аралашыу был йәмәғәт майҙан­сығының бай тормош һәм һөнәри тәжри­бәгә эйә булған ололар өсөн файҙалы эшмә­кәрлек өлкәһе икәнлегенә ныҡлап инандырҙы.
Виртуаль энциклопедияның баш­ҡорт телендәге бүлегенә һуңғы ярты йылда килгән ирекмәндәрҙең тос ҡына өлөшө – хаҡлы ялдағы уҡытыусылар. Уларҙы был йәмәғәт эшмәкәрлегенә йәлеп итеүгә тәү сиратта алда телгә алынған Гүзәл апай Ситдиҡова булышлыҡ иткән. “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге үҙенең “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмө аша милләт яҙмы­шына битараф булмағандарҙы Башҡорт Википедияһына әйҙәгән ул. Шулай итеп, тиҫтәгә яҡын өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙ күңеленә ятҡан шөғөл тапҡан. Совет осоронда бер ни хаҡ һорамай дөйөм мәнфәғәт өсөн янып йөрөргә күнеккән, хаҡлы ялға сыҡҡас, төрлө сәбәптәр арҡаһында бынан ситләшкәндәр өсөн ошо эштең ысын мәғәнәһендә күңел дауаһы икәнен артыҡ аңлатып торорға кәрәкмәйҙер. Бер-береһе менән яҡындан танышып-аралашыуҙан башлап, үҙҙәренән күпкә кесерәктәр менән ярышып, бәйгеләргә ҡушылыу һәм күп осраҡта бик тә ыңғай баһаланған мәҡәләләр яҙыу һәм тәржемә итеү уларҙы хатта йәшәртеп ебәргән һымаҡ. Үҙҙәре ылыҡҡан дөйөм эш мәсьәләләрен уртаға һалып тикшер­гәндә ололарҙың йөҙҙәрендә нурҙар балҡығанын күреү генә ни тора! Йәшерәк ирекмәндәр был хаҡта һоҡланып бәйән итте.
Ололарҙың эш һөҙөмтәләренә килгәндә, улар күптәр өсөн үрнәк булырлыҡ. Был бигерәк тә март-май айҙарында үткәрелгән “Вики яҙ-2016” халыҡ-ара бәйге барышында асыҡ күренде. Виртуаль энцикло­педияның йөҙгә яҡын тел бүлеге вәкилдәре ҡатнашҡан был конкурстың төп маҡсаты Үҙәк һәм Көнсығыш Европа илдәре тура­һында мәҡәләләр яҙыу ине. Бына ошо ярышта йәше яғынан иң оло ирекмән­дәрҙең береһе булған Банат апай Вәлиева, 60 мәҡәлә әҙер­ләп, күптәрҙе шаҡ ҡатырҙы. 46 йыл педагогик хеҙмәт стажы булған мәға­риф ветераны башҡаса булдыра ла алмайҙыр ул! Йәш быуынға тәү сиратта үҙенең ыңғай үрнәге менән ­ итеү буйынса бай тәжрибә туплаған уҡытыусыға халҡыбыҙҙың тырышлыҡ һәм хеҙмәт һөйөүсәнлек кеүек матур сифаттары хас. Сығышы менән Ейән­сура районының Әбүләйес ауылынан булған Банат Хәсән ҡыҙы эшмә­кәр­легенең һуңғы өс тиҫтә йылға яҡынын Ҡырмыҫҡалы районы Ҡабаҡ ауылын­дағы 2-се мәктәпкә арнаған. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Башҡорт Википе­дия­һында күңеленә яҡын шөғөл тапҡан.
Әйтелгән бәйгенең икенсе еңеүсеһе лә оло быуын вәкиле булды. Ҡырҡ йылға яҡын ғүмерен мәғарифҡа бағышлаған Гөлшат апай Сөләй­мә­нова виртуаль энциклопедияны 50-нән артыҡ ижад емеше менән тулы­ландырҙы. Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында тыуып, бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһында ғүмер иткән ветеран-уҡытыусы Википедия ирекмәндәре араһында яңы фекерҙәштәр табыуына ҡыуанып бөтә алмай. Һөнәрҙәштәре менән аралашыуҙан да күңеленә йәм ала ул.
Ғүмерҙәрен балаларға белем биреүгә бағышлаған Миңһылыу Фәс­сәхетдинова (Абдуллина), Көнһылыу Ҡотлобаева, Таң­һылыу Ҡыуанды­ҡовалар ҙа үҙҙәре тотон­ған яңы шөғөлдәрен һоҡланырлыҡ ты­рышлыҡ һәм әүҙемлек менән башҡара. Әйт­кәндәй, Көнһылыу Зәки ҡыҙы миллә­тебеҙ бәҫен күтәреү йәһәтенән кәрәкле эшкә Башҡорт дәүләт универси­те­тының география факультетында уҡып йөрөгән ҡыҙы Зөлхизәне лә “етәкләп алып килгән”. Быны Совет осороноң матур йолаларын әле лә онотмаған оло йәштәгеләрҙең быуындар күсәги­лешлелеген Башҡорт Википедияһы майҙансығында ла тормошҡа ашырыу йәһәтенән бик күркәм миҫал итеп ҡабул итергә кәрәктер. Башҡа ирекмәндәрҙең дә был шәп өлгөгә эйәреүе үҙен оҙаҡ көттөрмәһен ине.
Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыу­сылар һәм Журналистар союздары ағзаһы Лилиә Һаҡмар, үҙенең ижад емештәрен татып өлгөргән уҡытыусы Лилиә Мусина ла виртауаль энцик­лопедияға тос өлөш индереү маҡсаты менән был шөғөлгә тотонған.


Йомғаҡлау урынына

Башҡорт Википедияһы ирекмән­дәре менән яҡындан танышып-аралашыу тик ыңғай тойғолар ғына уятты. Уларҙың телебеҙҙе һәм халҡыбыҙҙы донъя кимәлендә ныҡлап танытыуға йүнәлтелгән йәмәғәт башлан­ғы­сындағы эшмәкәрлеге ысын мәғәнәлә һоҡландыра. “Әгәр мин дә эшләмәһәм, кем эшләр” тигәндән сығып башҡарған шөғөлдәре, бер яҡтан, маҡтауға, икенсе яҡтан, оло иғтибарға лайыҡ тип уйлайым. Ил төкөрһә, күл була тигән тапҡыр һүҙҙәрҙе ижад ҡомары булған төрлө йәштәге ир-ат һәм гүзәл зат йышыраҡ иҫкә төшөрһөн ине. Бәлки, был уларға бөгөн һан йәһәтенән бигүк күкрәк һуға алмаған Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре янына илткән киң юлды булмаһа ла, инде арыу уҡ тапалған һуҡмаҡты күрһәтер ине.
 

Яҙҙы: zUFAr

29 июль 2016 17:31 // цитировать
Тыуған теленә, тыуған иленә битараф булмаған википедиясылар булғанға Википедия үҫеш юлында. Артабан да викины байытайыҡ, матур-матур саралар үткәрәйек.

Беҙҙең төркөмгә ҡушылырға теләүселәр булһа, беҙгә яҙығыҙ, үҙегеҙ тураһында белдерегеҙ.

Яҙҙы: Көнһылыу

30 июль 2016 13:02 // цитировать
Алда төркөмөбеҙ ҙурайып, тос, ырамлы итеп эшләргә яҙһын!Башҡортостаныбыҙ балҡып торорлоҡ итеп. Именлек-сәләмәтлек насип булһын һәммәбеҙгә лә. Ошолай ныҡлы таяныс булып, өйрәтеп, әйҙәп тороусы ир-егеттәребеҙ тағы ла күберәк булһын!

Яҙҙы: Минсулу Абдуллина

3 август 2016 21:02 // цитировать
Ансарға рәхмәт! Милләтебеҙҙе донъяла танытыу буйынса, ысынлап та, бик файҙалы эш башҡара викимедиясылар менән википедиясылар. Был эштә ҡатнашҡандар күңел ҡушыуы буйынса яҙалар, тырышлыҡ һалалар! Википедист исеменә лайыҡ булыр өсөн грамоталы яҙыу ғына түгел, күп белергә, уҡырға кәрәк! Йәш егет-ҡыҙҙар, теркәлегеҙ беҙҙең сафтарға, бик мөһим эшкә егелегеҙ!

Яҙҙы: Кинйә

18 август 2016 13:46 // цитировать
Әлбиттә шәп эш. Бында бит ирекмәндәр эшләй! Башҡорт теленең киләсәктә лә йәшәүен теләгән һәр кем ярҙам итә ала. Шуға күрә лә, милләттәштәр, битараф булмайыҡ. Күп кенә һүҙҙәр онотола бара. Ҡала мөхитендә йәшәгән милләтәштәр телебеҙҙең ун прцентын ғына үҙләштерә ала. Әйҙгеҙ, ала ине тиәйек. Сөнки, ошондай ирекмәндәр барҙа, моғайын, телде өйрәнеү тәрәнәйер. Иншаллаһ.