Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәр быуындың үҙ маҡсаты бар
Һәр быуындың үҙ маҡсаты бар Йәшәйеш ҡанундары ғәләмәт тиҙ үҙгәреп торған заманда йәшәйбеҙ. Ашығабыҙ, абынабыҙ, юғалтабыҙ, табабыҙ, әммә замандан артта ҡалмай уның менән тиң атларға тырышабыҙ. Тиҙ әйләнгән тормош ҡуласаһы беҙҙән үҙе үк етеҙлек, йылғырлыҡ талап итә. Саҡ ҡына уяулығыңдан яҙҙыңмы башҡалар араһында баҫылып ҡалыу ғына түгел, үҙ йөҙөңдө, асылыңды юғалтҡаныңды ла һиҙмәй ҡалырһың. Шуға күрә лә үҙебеҙҙең барлығыбыҙҙы белдереү, ныҡлы баҫып тороуыбыҙҙы раҫлау өсөн эргә-тирәлә булып ятҡан хәл-ваҡиғаларҙы ваҡытында үҙләштереп, яңыларына әҙер тороу бурысы ла баҫа алдыбыҙға.

Бурыстар ҙур, ниәттәр изге


Әлбиттә, мотлаҡ башҡарып сығырға тейеш ниндәйҙер бурыстар һәр быуында ла булған. Ата-бабаларыбыҙ беҙгә мөмкинлеге сыҡҡанда яҙып йә иһә телдән-телгә һөйләп булһа ла бай тарих, рухи мираҫ ҡалдырған. Быуаттар төпкө­лөнә барып тоташҡан ошо аманатты һаҡлау, уның бөртөгөн дә юғалтмай киләсәк быуынға тапшырыу беҙҙең бурыстан һанала. Был иһә милләте, теле яҙмышына битараф булма­ғандар иңенә оло яуаплылыҡ та өҫтәй. Сит-яттар ошо байлыҡты файҙа­ланма­һын, исрафламаһын һәм, иң мөһи­ме, тартып алмаһын өсөн дә кәрәк был. Бөгөн тәү ҡара­маҡҡа ябай ғына күренгән ошо бурыстарҙы үтәү өсөн артыҡ баш ватаһы ла түгел, был йәһәттән заман технологияларын, Интернет селтәрен оҫта файҙаланырға мөмкин. Мәҫәлән, 2001 йылда Интернет киңлегендә барлыҡҡа килгән википедия проекты аша ғына ла ошо йүнәлештәге әллә күпме маҡсатҡа ирешеп булыуы бөгөн берәүгә лә сер түгел, сөнки википедияның асыҡ йөкмәткеле, күп телле универсаль Интернет энциклопедия булыуын белмәгән, уның менән файҙаланмаған кеше ҡалма­ғандыр хәҙер. Википедия мәғлү­мәте сығанаҡтарына таянып, һәр кем донъя күләмендә тупланған белем менән үҙ телендә файҙалана алыу һәм туған телен бөтә донъяға танытыу мөмкинлегенә эйә. Был проектта бөгөн бөтәһе 63 миллион ҡатнашыусы теркәлгән. Башҡорт бүлегендә иһә был һан – 15 мең 299. Әлеге ва­ҡыт­та башҡорт телендә 36 меңдән ашыу мәҡәлә әҙер­ләнгән. Ошоларҙан сығып ҡына фекер йөрөткәндә лә, Интернет селтәре аша үҙебеҙҙе донъя кимәленә күтәреү, тари­хы­быҙҙы, географиябыҙҙы, топо­нимикабыҙҙы, ер-һыу атамаларын, легендаларыбыҙҙы, халыҡ ижадын һәм бөтә хал­ҡыбыҙ, арҙаҡлы шәхестәребеҙ тураһындағы мәғлүмәтте бер ергә туплап, ошо мираҫты быуындан быуынға тапшырыу форсатының ни тиклем ҙур булыуын яҡшы аңларға була. Бөгөн телебеҙҙе ихтирам иткән, тарихыбыҙҙы ололаған, йолаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәт­тәребеҙҙе һанлаған һәм мил­ләтебеҙҙе донъя кимәлендә танытырға теләгән илһөйәрҙәр, телһөйәрҙәр башҡорт вики­педияһын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә һәм уны тулыландырыу, камиллаштырыу өсөн етди эш алып бара. Төрлө матбуғат саралары ла ошо хаҡта йыш яҡтыртып, ирек­мәндәрҙең изге эшен башҡа­ларға өлгө итеп ҡуя. Был һис һүҙһеҙ шулай булырға тейеш тә, сөнки милли мәғлүмәт сығанаҡтары үҙ мәнфәғә­тебеҙҙе, хоҡуҡтарыбыҙҙы тәьмин итеүсе һәм заман шарттарына яраҡлаштырыусы мөһим ҡорал булып тора. Ошо ҡоралды маҡсатҡа ярашлы файҙаланып, дөйөм көс менән тупланған бөтә башҡорт донъя­һы тураһындағы мәғлүмәтте глобаль киңлеккә сығарыуға тырышлыҡ һалған ирекмән­дәрҙең энтузиазмын юғары баһаларға ғына ҡала.
Башҡорт википедияһы проектына ҡушылып, Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъя мәғлүмәт киңлегендә үҙебеҙҙе милләт итеп танытыуға һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала. Шуға күрә башҡорт ирекмәндәре яңы ҡатнашыусыларҙы йәлеп итеү, уларҙы эш алымдары менән таныштырыу өсөн йыш ҡына төрлө саралар ҙа уҙғара: балалар, студенттар менән осраша, фәнни-ғәмәли семи­нар­ҙар, конференциялар үткәрә, вики-сәйәхәттәр ойоштора. Яңы килгәндәрҙе эшкә өйрәтеү, дөрөҫ йүнәлеш биреү өсөн башҡорт википедияһының тәжрибәле мөхәррирҙәре үҙ оҫталығы менән бүлешә.

Бөрйән ерендәге эшлекле сара

Халыҡ-ара вики-хәрәкәттең башҡорт ирекмәндәре ошондай сараларҙың береһен — “Вики-Йәйләү-2016”-ны — Бөрйән районында уҙғарҙы. Өс көн барған вики-семинарҙа 28 кеше ҡатнашты. Төшкә тиклем ирекмәндәр райондың иҫтәлекле урындарына сәйәхәт ҡылды: Шүлгәнташ мәмерйә­һенә, Йылҡысыҡҡан күленә барҙы, солоҡсолоҡ музейы ме­нән яҡындан танышты. Төштән һуң барыһы ла ғәмәли-теоретик семинарҙа ҡатнашты, википедия мәҡәләләрен төҙөү һәм урынлаштырыу буйынса фекер алышып, тәжрибә уртаҡ­лашты. Семинар барышында, “Вики-яҙ-2016” халыҡ-ара марафонда ҡатнашҡан еңеүсе­ләрҙе билдәләп, бүләктәр ҙә тапшырылды.
Эшлекле мөхиттә үткән сара Интернет донъяһында заман технологияларын файҙаланып башҡорт теленең ҡулланыу даирәһен арттырырға, ошо телдәге мәҡәләләрҙе тулылан­дырырға һәм республикабыҙ­ҙы донъяға танытыу өсөн мәғлүмәт сығанаҡтарын байытырға ярҙам итте.
Википедия — ирекле энциклопедия, унда теләгән һәр кеше яҙа алһа ла, телебеҙҙең бәҫен, абруйын төшөрмәү, уның һутын юғалтмау өсөн бында ла ҡайһы бер талап­тарҙы үтәү мотлаҡ. Бөтә донъя кимәленә күтәрелеү өсөн тырышабыҙ икән, мәҡәләләр яҙғанда, тәржемәләр эшлә­гәндә лә үтә һаҡ, яуаплы булыу талап ителә. Һүҙ ҙә юҡ, башҡорт телен белеү кимәле, һүҙ байлығы бөтәһенеке лә бер иш түгел, бының өсөн тәжрибә лә, оҫталыҡ та кәрәк. Шулай уҡ википедияға яҙған­дарҙың барыһы ла филология факультетын бөтмәгән, араларында математиктар, дәүләт эшмәкәрҙәре, ябай эшселәр ҙә бар. Әммә бөтә ҡатнашыу­сыларға ла яңы һүҙҙәр уйлап сығармай, үҙ ҡағиҙәләрен булдырмай, уртаҡ ҡабул ителгән дөйөм тел ҡанундарына таянып эш итеү, телде тойоп, уның нескәлектәрен аңлап, мәғ­лүмәттәрҙәге ысынбарлыҡты боҙмай ғына википедия менән файҙаланыусыларға еткереү мөһим. Был талаптың һөҙөм­тәләре үтә етди, сөнки нәҡ ошондағы мәҡәләләрҙән сығып телебеҙ тураһында фекер йөрөтәсәктәр, студенттар, уҡыусылар хаталы мәғлүмәт­тәр үҙләштереп уның артабан таралыуына юл ҡуясаҡ. Һис юғы орфографик, стилистик хаталарҙы ғына яһамағанда ла был проблема яртылаш хәл ителәсәк. Википедияның баш­ҡорт бүлеге мөхәррирҙәре был йәһәттән дә хәлде контролдә тоторға тырыша, бының буйын­са махсус ҡоролтай битендә фекер алыша, тәҡдимдәр индерә һәм иҫкәрмәләр яһай. Бөрйән районында үткән вики-семинарҙа ла википедия мә­ҡәләләренең стиле, яҙылышы тикшерелеп, төрлө миҫалдар килтерелде, йыш ҡабатланған хаталарҙы булдырмау өсөн кәңәштәр бирелде.
Милли мәҙәниәтебеҙҙе, те­лебеҙҙе виртуаль донъяла үҫ­тереү өсөн башҡорт википедия­һының туҡтауһыҙ камиллашып тороуы, әүҙем, тырыш ҡатна­шыусыларҙың күп булыуы талап ителә. Вики-экспедиция ваҡытында ирекмәндәр рәтенә өс, һуңынан дүрт яңы ҡатна­шыусының теркәлеүе, 27 яңы мәҡәлә төҙөлөүе, элек яҙылған туғыҙ мәҡәләнең тулыландырылыуы, википедия киңлегенә фоторәсемдәр һәм республика райондарының муниципаль берәмектәре тураһында ҡа­лып­тар ҡуйырға өйрәнеү сара­ның һөҙөмтәле, маҡсатҡа яраш­лы үтеүе хаҡында һөйләй.
Беҙҙең эште ситтәр башҡармаҫ

Беҙҙән алдағы быуын да үҙ дәүерендәге мөһим хәл-ваҡи­ғалар, мәҙәниәт, сәнғәт өлгө­ләре, арҙаҡлы шәхестәр тура­һындағы мәғлүмәтте хәленән килгәнсә төрлө фондтарҙа, архивтарҙа, китапханаларҙа һаҡлап ҡалдырырға тырыш­ҡан. Ошо хеҙмәттәргә таянып, тарихыбыҙҙы барлайбыҙ, үткәндәр менән яҡынданыраҡ танышабыҙ. Ҡайһыларынан һабаҡ, икенселәренән үрнәк алабыҙ. Шуныһы үкенесле: һанлы технологиялар өҫтөнлөк алған бөгөнгө тормошта был мираҫтың ҡулланылыу даи­рәһе кәмей бара. Интернет һәм башҡа төрлө электрон аралашыу каналдарын оҫта файҙа­ланған йәш быуындың ташҡа баҫылғанға ҡыҙыҡ­һыныуы ла йылдан-йыл юғал­ғанда, заман технологиялары аша милли байлығыбыҙҙың туҙҙырылы­уына юл ҡуймай, уны артабан да мәңгеләштереү беҙҙең иңгә ята ла инде. Быны үҙебеҙ эшләмәһәк, беҙҙең өсөн ситтәр килеп башҡармаясағы ла яҡшы билдәле.
Башҡорттар Рәсәйҙә йәшә­гән урыҫ булмаған милләттәр араһында бик боронғо халыҡ­тарҙың береһе һанала. Шик тә юҡ, быға “Урал батыр” эпо­сының төп дәлил булып тороуын үҙебеҙҙә генә түгел, сит илдә лә күптән танынылар. Мил­ләтебеҙҙең теле лә – төрки телдәр араһында боронғо сифатын һаҡлап ҡалған тел­дәрҙең береһе. Тик шулай ҙа, үткәндәр менән генә ғорур­ланып, ата-бабаларыбыҙ башҡарғандар менән генә күкрәк һуғып йәшәп булмай, беҙҙән һуңғы быуынға ла үҙебеҙ хаҡында һөйләрлек эштәр ҡалдырып, быуындар сылбырын дауам итеү мөһим.
Википедия проектына ҡушылған һәр ирекмән быуындар сылбырын дауам итә һәм үҙебеҙ тураһында мәғ­лүмәт туплап, уны башҡа файҙаланыусыларға, сит мил­ләт вәкилдәренә лә еткерә ала. Ни тиһәң дә, ҡайһы бер халыҡтарҙың хатта әкиәттә­рендә лә иҫәрҙәр, ҡараҡтар, ялҡауҙар төп герой булһа, беҙҙең халыҡ ижады өлгө­ләрендә иһә бары тик ба­тырҙар, хандар тураһында һүҙ бара. Шуға күрә үҙебеҙҙең батырлығыбыҙҙы, өҫтөнлөгө­бөҙҙө башҡаларға ла танытыу бөгөнгө ирекмәндәрҙең төп йүнәлеше һәм маҡсаты ла инде. Бахыр булып та, батыр булып та танылыуыбыҙ бары тик үҙебеҙҙән тора





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә

  1. Сайыр
    Сайыр от 26.08.2016, 18:02
    Автор мәҡәләһен үҙе генә ышанып түгел, хатта башҡаларҙы ла ышандырырлыҡ итеп яҙған. Википедияларын яҡынданыраҡ ҡарарға тура килер ул.

  2. Рөстәм Нурыев
    Рөстәм Нурыев от 26.08.2016, 19:12
    "Башҡортостан" гәзитен даими уҡып барам. "Ҡоролтай тауышы" ҡушымтаһы ла фәһемле мәғлүмәт бирә. Афарин. Бөгөнгө һанда Венгриялағы "Ҡоролтай", Владивостоктағы яҡташтар тураһында уҡып ҡыуандым да, уйландым да. Ниңә шулай икән? Кемдер үҙ иҫәбенә тигәндәй милләт өсөн "юлдар яра", ә "юл ярырға" тейештәр "Был эш һиңә ниңә кәрәк. Һиңә унан ниндәй файҙа?", - тигән һорау биреп аптырата. Башҡорт Википедияһы менән шөғөләнеүемә 10 йыл уҙҙы, әле һаман шул һорауҙы бирәләр. Аңламағандарға аңлатам. Теге донъяға барғанда матди байлыҡ алып барып булмай, аҡсалата ришүәт бирә алмайһың. Халыҡ өсөн эшләгән изге эштәреңде, үҙеңдән һуң килгән быуынға ҡалдырған рухи байлыҡты ғына иҫәпкә аласаҡтар.

  3. zUFAr
    zUFAr от 27.08.2016, 11:16
    Заман технологияларында рухи байлығыбыҙҙы мәңгеләштереп ҡалмаһыҡ, беҙҙең өсөн быны берәү ҙә эшләмәйәсәк. Яҡшы әйтергән.

  4. Ләйсән
    Ләйсән от 27.08.2016, 12:22
    Беҙҙең эшмәкәрлеккә иғтибарлы булғанығыҙ өсөн рәхмәт. Уҡыусыларҙы иһә википедияға ҡушылырға саҡырам!

  5. Айсар
    Айсар от 01.09.2016, 21:23
    Маладис, Эльза Мөхәмәҙиева!"Башҡорт википедияһы проектына ҡушылып, Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъя мәғлүмәт киңлегендә үҙебеҙҙе милләт итеп танытыуға һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала." тип бик тә дөрөҫ яҙғанһың. Күберәк кеше, бигерәк тә уҡытыусылар, журналистар был һүҙҙәргә нығыраҡ иғтибар бирһен ине.






Кәмәлек буйҙарында ҡунаҡта

Кәмәлек буйҙарында ҡунаҡта 31.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Һарытау башҡорттары хаҡында һөйләгән һайын һөйләге килә... “Функционально-структуральный метод П.Г....

Тотош уҡырға 186

Бөрйән балы – башҡорт даны!

Бөрйән балы – башҡорт даны! 24.08.2018 // Йәмғиәт / Башҡорт донъяһы

Бар донъяға танылыу яулаған Бөрйән балын кем генә белмәй икән? Һуңғы йылдарҙа ул райондың ғына...

Тотош уҡырға 151

“Салауат рухы беҙҙе ҡурсаланы”

“Салауат рухы беҙҙе ҡурсаланы” 24.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Батырыбыҙҙың һуңғы төйәге – Эстониялағы Палдиски ҡалаһына милләттәштәребеҙҙең юлы өҙөлмәй. Йәй...

Тотош уҡырға 188

ХӘТЕР ҘӘ, ХӨРМӘТ ТӘ, ӨМӨТ ТӘ

ХӘТЕР ҘӘ, ХӨРМӘТ ТӘ, ӨМӨТ ТӘ 16.08.2018 // Башҡорт донъяһы

...Кем машинала, кем йәйәүләп Бүжә тауы яғына ашыға. Ғүмәрҙәр өсөн бөгөн бында ҙур мәғәнәгә эйә...

Тотош уҡырға 546

100 йыллыҡҡа – 100 ҡурайсы

100 йыллыҡҡа – 100 ҡурайсы 10.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Күптән түгел йәмле Ирәндек буйында урынлашҡан “Йәйләү” лагерында Ҡурай байрамы булды. Уның нәҡ...

Тотош уҡырға 157

Ҡурай иленең өлгөһө

Ҡурай иленең өлгөһө 08.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Баймаҡ – таланттар төйәге, ҡурай иле, йырсылар, йыраусылар, сәсәндәр, шағирҙар, яҙыусылар үҫтергән...

Тотош уҡырға 194

Ҡомалаҡ икмәге тәмле!

Ҡомалаҡ икмәге тәмле! 03.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Икмәк – бөтәһенә лә баш, ти халыҡ әйтеме. Ысынлап та, ҡабарып бешкән хуш еҫле әпәкәй – һәр табындың...

Тотош уҡырға 162

Буҙаның үҙ яйы бар...

Буҙаның үҙ яйы бар... 03.08.2018 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” гәзитенең 75-се һанында (2018 йыл, 29 июнь) “Инйәр ағинәйҙәренән өйрәнегеҙ” тигән...

Тотош уҡырға 148

Йылы усаҡ янында

Йылы усаҡ янында 27.07.2018 // Башҡорт донъяһы

Был ғаилә барыһына ла кәңәш бирә, ярҙам итә Улар күрше Ҡоръятмаҫ ауы­лынан. Ишетеп-күреп белһәм дә,...

Тотош уҡырға 201

“Мин – аҫаба башҡорт”

“Мин – аҫаба башҡорт” 27.07.2018 // Башҡорт донъяһы

Һамар өлкәһе уҙаманы Сынтимер Ғарифов шулай ти Икһеҙ-сикһеҙ даланы иңләп һалмаҡ ҡына аҡҡан Ырғыҙ...

Тотош уҡырға 185

Кинолағы мажара

Кинолағы мажара 27.07.2018 // Башҡорт донъяһы

Бала саҡ, йәшлек йылдарында ауылда кино күрһәткән миҙгелдәрҙе кем генә хәтерләмәй икән?! Хәҙер...

Тотош уҡырға 164

Ашҡынып барҙым Егән буйына – нәҫелдәрҙең рухи туйына

Ашҡынып барҙым Егән буйына – нәҫелдәрҙең рухи туйына 27.07.2018 // Башҡорт донъяһы

...Кемдеңдер йөҙөн сырамытам һымаҡ та, тик та­ный алмайым. Туҡта-туҡта. Был бит бер нисә класҡа...

Тотош уҡырға 175