Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Владивостокты биҙәй башҡорт тирмәһе
Владивостокты биҙәй башҡорт тирмәһе Ҡоролтайға дәртле баҫып, ихлас йылмайып килеп ингән ир-егет шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итте. Ул Владивос­ток ҡалаһында йәшәгән “Дуҫлыҡ” башҡорт-татар йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Таһир Ибашев булып сыҡты. Уртаҡ тел тиҙ табылды, замандашыбыҙ үҙенең тормошо һәм бөгөн ниндәй уйҙар менән янып йөрөүе тураһында һөйләп бирҙе.

Алыҫ Көнсығышта оҙаҡ йылдар йәшәй икән Таһир уҙаман. Үҙе сығышы менән Кушнаренко районының Мәмәк ауылынан. Юғары белем алырға, мөмкин тиклем күберәк уҡырға тигән маҡсат ҡуйған егет Эске эштәр министрлығы институтының юридик факультетын тамамлай. Хеҙмәт юлын йүнәлтмә буйынса Салауат ҡалаһында башлай. Тынғыһыҙ эшенән тыш ваҡыт табып төрлө спорт ярыштарында ҡатнаша, күп тапҡыр республика һәм ил кимәлендә призер була, үҙе артынан хеҙмәттәштәрен дә эйәртә. Күп тә үтмәй Таһир Ибашевты баш ҡалаға эшкә күсерәләр. Ил ҡайҙа ҡуша, шунда тир түгә ине бит элек барыһы ла. 2000 йылдар башында Ибашевтар ғаиләһе Владивос­токка күсеп китә һәм Таһир Әнүәр улы хаҡлы ялға сыҡҡансы үҙ һөнәре буйынса Эске эштәр министрлығы системаһында хеҙмәт итә.
Рухлы яҡташыбыҙ сит яҡтарҙа ла йәне менән һәр ваҡыт тыуған илендә була. Телен, мәҙәниәтен бер ҡасан да онотмай. Башҡорт-татарҙарҙың милли-мәҙәни үҙәге барлығы тураһында ишетеп ҡалғас, шунда уҡ уларҙы эҙләп таба.
Әңгәмәсем һөйләүенсә, Владивосток – милли тормош үҙәге ул. Ниндәй генә халыҡ йәшәмәй бында: ҡытай, үзбәк, азербайжан, япон һәм башҡалар. Беҙҙең милләттәштәребеҙҙең дә күп булыуына хайран ҡалырлыҡ. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, ҡалала 20 меңгә яҡын башҡорт-татар иҫәпләнә. Улар берҙәм ғаилә кеүек, үҙ-ара дуҫ, татыу йәшәй. Тыуған яҡты һа­ғыныу, йыр-моңға, туған телдә ара­лашыуға һыуһау тойғоларын бергәләп баҫалар. 1992 йылда уҡ “Туған тел” тип аталған мәҙәни үҙәк ойошторола. Шул уҡ йылда Вольно-Надеждинский ҡасаба­һында Һабантуй уҙғарыла башлай, был күркәм йола инде 24 йыл буйы дауам итә.
Был яҡтарҙа беҙҙең башҡорт-татар халҡының рухи күтәрелеше егерме йылдар элек башланһа ла, милләтебеҙҙең ысын мәғәнәһендә рухланып, көсәйеп китеүе һуңыраҡ булды, ти әңгәмәсем. Бының беренсе сәбәбе 2005 йыл аҙағында Камил Исхаҡовтың Алыҫ Көнсығышҡа тулы вәкәләтле вәкил итеп билдәләнеүе булһа, икенсе сәбәп – федераль Һабантуй уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул итеү. Был эштәрҙән Бөтә донъя татар конгресы ла ситтә ҡалмай.
– Милли рух һүнмәһен өсөн беҙгә лә ярҙам кәрәк – йышыраҡ аралашыу, Башҡортостан ғалимдарының, яҙыусы­ларҙың беҙгә барып, сығыш яһап тороуы мөһим. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ла беҙгә иғтибарын арттырһа, бик ҙур ярҙам булыр ине, – тип үҙ фекерен еткерҙе ҡунағыбыҙ. Ҡалала бер генә булһа ла башҡорт теле уҡытылған мәктәп юҡ, татар-башҡорт телендә сыҡҡан гәзит-журнал юҡлығы тураһында әйтергә лә түгел. Китапханаларҙа ла шул уҡ хәл. Башҡорттар менән эшләүсе “Дуҫлыҡ” ойошмаһы ағзалары иңенә бик мөһим яуаплылыҡ һалынған, әммә Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамынан тыш был эштәрҙе атҡарып сығыу мөмкин түгел.
2012 йылда федераль Һабантуй алдынан Владивостоктың филармония залында ҙур байрам концерты булған. Татарстандан һабантуйға ҙур делегация барған. Филармония бинаһы фойеһында тамашасыларға китап-журналдар, видео һәм аудиояҙмалар таратылған. Милли кейемдәр, музыка ҡоралдары алып килгәндәр. Татарстан президенты Рөстәм Миңнеханов та килеп, халыҡ менән осрашҡан. Беҙҙең Башҡортостандан да шулай күмәк килһәләр ине тигән теләк тыуған яҡташтарыбыҙ күңелендә. Һабантуй бит ул байрам, уйын-көлкө генә түгел, ул беҙҙең ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлай торған ҙур сара ла.
Тағы ла Таһир уҙаманды тыңлайым:
– Мин йәйге айҙарҙа тыуған Баш­ҡортостаныма ҡайтып әйләнәм. Форсаттан файҙаланып, Мәҙәниәт министрлығына, Ҡоролтайға, хөкүмәт органдарына ла барам, ситтә йәшәгән башҡорттарҙың проблемалары, пландары тураһында һөйлә­йем, хаттар ҡалдырам. Һибелеп йәшәгән милләттәштәребеҙҙе сит илдәрҙән генә эҙләргә түгел, үҙ илебеҙҙә лә барларға, йыйырға кәрәк. Был инде беҙҙең рухыбыҙ бер булырға тейеш, тигән һүҙ. Берҙәмлек өсөн беҙ осрашырға, аралашырға, тарихыбыҙҙы белергә тейешбеҙ. Ситтә йәшәгән халыҡ ғөрөф-ғәҙәттәргә, сәнғәткә, мәҙәниәтебеҙгә һыуһаған.
Владивосток ҡалаһында һабантуй быйыл да булған. Матур итеп биҙәлгән сәхнәнән башҡорт һәм татар йыр-моңдары яңғыраған. Шулай уҡ милли сувенирҙар, аш-һыу һатыу ойошторолған. Байрамға килеүселәр башҡорт балын да тәмләп ҡараған, сәк-сәктән дә ауыҙ иткән. Башҡорт ритайымы ла ойошторолған. Артистарҙың сығыштары, өлкәндәр һәм балалар өсөн спорт ярыштары, халыҡ уйындары, ҡул эштәре күргәҙмәләре стадиондың бер нисә майҙанында барған.
Әммә байрамдың иң ҙур сюрпризы башҡорт тирмәһен ҡороп ултыртыу булған. Беренсе тапҡыр ҡуйылған башҡорт тирмәһе янынан кеше өҙөлмәгән, халыҡ геү килеп ғаиләләре менән фотоға төшкән, башҡорт көнкүреше экспонаттары менән танышҡан һәм милли аштарҙан ауыҙ иткән.
– Ҡала хакимиәте төрлө социаль проекттар буйынса конкурс үткәргәйне. Беҙҙең “Дуҫлыҡ” ойошмаһы ла унда ҡатнашты һәм “Милләттәр араһындағы мөнәсәбәтте үҫтереү һәм нығытыу” номинацияһында грант алыуға өлгәште. Беҙгә бирелгән аҡсаға башҡорт тирмәһе эшләргә булдыҡ, – тип йылмайып иҫкә ала ойошма етәксеһе. – Әлбиттә, грант аҡсаһы тирмә хәтле тирмәгә етмәй ине. Бағыусы таптыҡ, рәхмәт яҡташтарға. Эшләгәс, еренә еткереп, ҙур һәм матур итеп эшләйек тип ең һыҙғанып тотондоҡ. Дуҫ-иш, ғаиләләребеҙ көн-төн эскиздар менән булышты, материалдар эҙләне, корпусын яһаны, ҡатындар тирмәнең тышлығын текте. Типографияла эшләгән егетебеҙ 18 метрлы таҫмаға орнамент баҫты. Һандыҡ, самауыр, таҫтамалдар һәм башҡа атрибуттар таптыҡ. Һабантуй көнө тирмәбеҙ байрамыбыҙҙың иң матур биҙәге булды.
Дуҫтары менән көслө был ойошма. Булдыҡлы етәксе Камчатка, Хабаровск, Сахалин, Комсомольск-на-Амуре ерлеген­дәге төрлө йәмғиәт берлектәре, уның етәкселәре менән эшлекле мөнәсәбәт булдырған. “Хәбиб” йәмғиәтенең генераль директоры Александр Хәбибуллин, “Азиатско-тихоокеанский” банкы президенты Анна Талызина һәм башҡалар гел ярҙам ҡулы һуҙалар.
– Ҡала хакимиәте лә биргән һүҙебеҙгә тоғро ҡалыуыбыҙға инанды һәм беҙҙең ойошмаға ихтирам менән ҡарай, – ти Таһир Әнүәр улы. – Хәҙер бер байрам сараһы ла беҙҙән башҡа үтмәй. Ҡала көнө булһынмы, 9 Май, фестивалдәр, концерттар… Хәрби пенсионер Илдар Әғләметдин улы Камалетдинов, табип, Ишембай ҡыҙы Рәүиә Сәғиҙуллина, Өфө егете, ҡасандыр опера һәм балет театрында эшләгән Дмитрий Акимов, Сибайҙан, Баймаҡтан, Салауаттан һәм республикабыҙҙың башҡа район-ҡалаларынан рухлы, милләтем тип янған яҡташтарыбыҙ бар, улар – беҙҙең ярҙамсыбыҙ һәм кәңәшсебеҙ.
Эйе, сит тарафтарҙа милләттәштәребеҙ үҙҙәрен тәрән фекерле, мәҙәниәтле, белемле башҡорт икәнен таныта алған, ихтирам яулаған, бай тарихлы халҡыбыҙға һоҡланыу уятҡан.
Ҡоролтай үткәрергә лә иҫәптәре бар яҡташтарыбыҙҙың. Республика флагы, ҡурай, милли кейемдәр эҙләп Өфөлә юғарыла ултырған бер хужаға барған Таһир Әнүәр улы былтыр. ”Һиңә нимәгә кәрәк ул?” – тигән һорауҙы ишеткән милләттәшебеҙ һаман аптырай.
Сит тарафтарҙа йәшәгән милләттәш­тәребеҙ аңында, күңелендә ата-бабаларыбыҙҙан килгән изге мираҫ — рухыбыҙҙың һаман йәшәүенә һоҡланырға кәрәк ине лә бит. Ә Таһир Ибашев ике һүҙенең береһендә, беҙ барбыҙ һәм буласаҡбыҙ, тип ҡабатлай. Иманым камил, ошондай замандаштар барҙа, бәлки, беҙ ҙә үҙ мөхитебеҙҙә йәшәп телебеҙҙе, халҡыбыҙҙы, еребеҙҙе һаҡларға һәм яҡларға өйрәнербеҙ.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 53

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 584

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 661

“Беҙ булмаһаҡ, кем?”

“Беҙ булмаһаҡ, кем?” 22.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Силәбе башҡорттарының эшмәкәрлегенә һоҡланып бөтөрлөк түгел....

Тотош уҡырға 422

Мәскәү башҡорттары.  Улар ниндәй?
Мәскәү башҡорттары.  Улар ниндәй?

Мәскәү башҡорттары. Улар ниндәй? 11.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Мәскәүҙән ҡайтҡас, “Ашҡаҙар”ға һөйләшеүгә саҡырған яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатова миңә ошо һорауҙы бирҙе....

Тотош уҡырға 194

Свердловск башҡорттары йылды барлай

Свердловск башҡорттары йылды барлай 31.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Йылдың һуңғы көндәрендә Екатеринбургта йәшәгән милләттәштәребеҙ Свердловск өлкәһе милләт-ара...

Тотош уҡырға 153

Бөтә донъя башҡорттары йыйыласаҡ

Бөтә донъя башҡорттары йыйыласаҡ 22.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин Башҡортостандың 100...

Тотош уҡырға 214

Илһам төбәге – интернат

Илһам төбәге – интернат 21.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында асылған Сибай гимназия-интернатында осрашыуға байтаҡ халыҡ...

Тотош уҡырға 230

Бөткән ауылымды һағынам
Телебеҙгә, динебеҙгә тоғро ҡалайыҡ!

Телебеҙгә, динебеҙгә тоғро ҡалайыҡ! 18.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Мәҡәләмде әңгәмәсем, Ҡырҡөйлө-мең ырыуы башҡорттарының ҡор башы, ошо көндәрҙә 50 йәшлек ғүмер...

Тотош уҡырға 166