Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Радио һөйләргә, гәзит яҙырға тейеш, тик хаталар булмаһын!
Радио һөйләргә, гәзит яҙырға тейеш,  тик хаталар булмаһын! Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетында Мәғлүмәт сәйәсәте, Мәғариф һәм фән комиссиялары “Башҡорт телендәге киң мәғлүмәт сараларында әҙәби тел ҡағиҙәләрен һаҡлау” темаһына киңәйтелгән ултырыш үткәрҙе. Сараны комиссия рәйесе Артур Дәүләтбәков алып барҙы.

Көн тәртибе һәм сығыш яһаусылар ме­нән таныш­тырғандан һуң, Артур Хәсән улы: “Бер-беребеҙҙе ғәйепләмәй генә, матбуғат баҫмаларында тел йәһәтенән кит­кән хаталар тураһында һөйләгән док­лад­сыларҙы тыңлайыҡ. Доклад яһау­сы­лар килтергән миҫалдарға иғтибар итеп, баш­ҡаса хаталарға юл ҡуймайыҡ тип, күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеүгә саҡырам”, – тине.
“Юлдаш” радиоһының теле” тип аталған сығышында гәзитебеҙҙең үҙ хәбәрсеһе Ансар Нуретдинов дикторҙар тарафынан йыш ебәрелгән хаталарҙы миҫалдар менән нигеҙләп һанап үтте. “Гәзит һәм журнал­дарҙа әҙәби тел нормаларын һаҡлау” тураһында БДУ-ның башҡорт филоло­гияһы һәм журналистика факультетының журналистика кафед­раһы профессоры, филология фәндәре докторы Фәнил Күзбәков сығыш яһаны. БДУ-ның Бөрө филиалы доценты Гөлнур Ҡасҡынова алты район баҫмаларын берләштергән “Йәнтөйәк” тип исемләнгән гәзиттең һуңғы һандарына, Нефтекамала нәшер ителгән “Ҡурай” гәзитенең стиленә байҡау яһаны.
Матбуғат һәм киң мәғлүмәт агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов, сығыш яһағандарҙы тыңлағандан һуң, үҙ фекере менән уртаҡлашты.
– Күтәргән мәсьәләләрҙең тамыры, нисек кенә булмаһын, кадрҙар әҙерләүгә барып тоташа. Матбуғат саралары, юғары уҡыу йорттары араһында тығыҙ бәйләнеш булдырыу мөһим. Бөгөн ҡайһы гәзиттең генә баш мөхәррирен тотоп һорама, юғары уҡыу йортонан сейле-бешле кадрҙар килә, тип әйтәсәк. Уларҙы эшкә өйрәтеп алыу күп ваҡыт талап итә. Бер-ике йылда йәш белгес ҡәләмен шымартып ала ла аҡсалыраҡ ергә эшкә китә. Бөгөн күтәрелгән проблема шул тиклем етди икән, әйҙәгеҙ журналистарҙы йыйып семинар, конференциялар үткә­рәйек. Агентлыҡ йыл әйләнәһенә район һәм ҡала гәзиттәренең хеҙмәткәрҙәре менән берлектә тиҫтәләгән семинар ойоштора. Шулай ҙа, бөгөнгө саранан һуң, БДУ-ның журналистика кафедраһы нигеҙендә киңәйтелгән фәнни-ғәмәли конференция уҙғарыуҙың кәрәклегенә инандым, – тине Марат Әсҡәт улы.
Сарала утыҙҙан ашыу кеше ҡатнашты. Уларҙың һәр береһе – башҡорт теленең киләсәге өсөн янып-көйгән шәхестәр. Әлеге ултырышта күтәрелгән мәсьәлә­ләрҙе хәл итеү, киләсәктә ошондай хаталарҙы бөтөрөү юлдарын да һәр кем үҙенсә күрә. Вәкил Хажин, Гүзәл Хәсә­нова, Нурислам Ҡалмантаев, Фәнзил Санъяров, Сәлмән Ярмуллин, Луиза Сәмситова, Вельмир Аҙнаев, Миң­дебай Юлмөхәмәтов, Мөнир Ҡунафин, Рөстәм Нурыев, Әхмәр Үтәбай тос фекерҙәре менән сығыш яһаны. Улар нигеҙендә комиссия ҡарар сығарҙы. Был йүнәлештәге артабанғы эш тап ошо ҡарарға нигеҙләнеп атҡарыласаҡ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Кәмәлек буйҙарында ҡунаҡта

Кәмәлек буйҙарында ҡунаҡта 31.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Һарытау башҡорттары хаҡында һөйләгән һайын һөйләге килә... “Функционально-структуральный метод П.Г....

Тотош уҡырға 145

Бөрйән балы – башҡорт даны!

Бөрйән балы – башҡорт даны! 24.08.2018 // Йәмғиәт / Башҡорт донъяһы

Бар донъяға танылыу яулаған Бөрйән балын кем генә белмәй икән? Һуңғы йылдарҙа ул райондың ғына...

Тотош уҡырға 126

“Салауат рухы беҙҙе ҡурсаланы”

“Салауат рухы беҙҙе ҡурсаланы” 24.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Батырыбыҙҙың һуңғы төйәге – Эстониялағы Палдиски ҡалаһына милләттәштәребеҙҙең юлы өҙөлмәй. Йәй...

Тотош уҡырға 149

ХӘТЕР ҘӘ, ХӨРМӘТ ТӘ, ӨМӨТ ТӘ

ХӘТЕР ҘӘ, ХӨРМӘТ ТӘ, ӨМӨТ ТӘ 16.08.2018 // Башҡорт донъяһы

...Кем машинала, кем йәйәүләп Бүжә тауы яғына ашыға. Ғүмәрҙәр өсөн бөгөн бында ҙур мәғәнәгә эйә...

Тотош уҡырға 510

100 йыллыҡҡа – 100 ҡурайсы

100 йыллыҡҡа – 100 ҡурайсы 10.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Күптән түгел йәмле Ирәндек буйында урынлашҡан “Йәйләү” лагерында Ҡурай байрамы булды. Уның нәҡ...

Тотош уҡырға 127

Ҡурай иленең өлгөһө

Ҡурай иленең өлгөһө 08.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Баймаҡ – таланттар төйәге, ҡурай иле, йырсылар, йыраусылар, сәсәндәр, шағирҙар, яҙыусылар үҫтергән...

Тотош уҡырға 158

Ҡомалаҡ икмәге тәмле!

Ҡомалаҡ икмәге тәмле! 03.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Икмәк – бөтәһенә лә баш, ти халыҡ әйтеме. Ысынлап та, ҡабарып бешкән хуш еҫле әпәкәй – һәр табындың...

Тотош уҡырға 127

Буҙаның үҙ яйы бар...

Буҙаның үҙ яйы бар... 03.08.2018 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” гәзитенең 75-се һанында (2018 йыл, 29 июнь) “Инйәр ағинәйҙәренән өйрәнегеҙ” тигән...

Тотош уҡырға 115

Йылы усаҡ янында

Йылы усаҡ янында 27.07.2018 // Башҡорт донъяһы

Был ғаилә барыһына ла кәңәш бирә, ярҙам итә Улар күрше Ҡоръятмаҫ ауы­лынан. Ишетеп-күреп белһәм дә,...

Тотош уҡырға 168

“Мин – аҫаба башҡорт”

“Мин – аҫаба башҡорт” 27.07.2018 // Башҡорт донъяһы

Һамар өлкәһе уҙаманы Сынтимер Ғарифов шулай ти Икһеҙ-сикһеҙ даланы иңләп һалмаҡ ҡына аҡҡан Ырғыҙ...

Тотош уҡырға 164

Кинолағы мажара

Кинолағы мажара 27.07.2018 // Башҡорт донъяһы

Бала саҡ, йәшлек йылдарында ауылда кино күрһәткән миҙгелдәрҙе кем генә хәтерләмәй икән?! Хәҙер...

Тотош уҡырға 137

Ашҡынып барҙым Егән буйына – нәҫелдәрҙең рухи туйына

Ашҡынып барҙым Егән буйына – нәҫелдәрҙең рухи туйына 27.07.2018 // Башҡорт донъяһы

...Кемдеңдер йөҙөн сырамытам һымаҡ та, тик та­ный алмайым. Туҡта-туҡта. Был бит бер нисә класҡа...

Тотош уҡырға 149