Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йөрөгән таш шымара...
Йөрөгән таш шымара...
Атай-олатайҙарыбыҙ бер ҙә юҡҡа ғына шулай тимәгән икән: бер урында ултырып мүкләнеп кителгәнен кеше үҙе тоймай шикелле. Быйыл, Башҡорт Википедияһы ирекмәне булараҡ, Янғантауҙа үткән семинарҙа, йәйгеһен Бөрйән районында Шүлгәнташта “Йәйләү-2016” сараһында, Ижевскиҙағы вики-семинарҙа ҡатнашыу күңелдә ятҡан осҡондо дөрләтеп, яңы офоҡтар асты, тиер инем. Ә Рәсәйҙең төньяҡ баш ҡалаһы Санкт-Петербург ҡалаһында
10-сы юбилей конференцияһында ҡатнашыу яңы проекттар өсөн этәргес булыуы менән дә айырылып торҙо.

Creative Commons – ирекле лицензия
Уның ни өсөн тап Питерҙа үтеүе лә үҙенсәлекле, сөнки Википедияның Рәсәйгә килеп инеүе лә тап ошо ҡалала башланғыс ала.
Хәйер, яңылыҡтарҙың Петербургта башланыуы бер кемгә лә сер түгел – унан Европаға тәҙрә лә уйыла, батша ла шунда ҡолатыла, Рәсәйҙәге беренсе тау учи­лищеһы ла шунда асыла. Тел төбөн аңлағанһығыҙҙыр – был ҡала башҡорттар өсөн сит түгел. Ә инде википедистарға бөтөнләй сиктәр юҡ, шуға ла юбилей сараһына Рәсәй халыҡтары телдәрендәге википедияларҙан (шул иҫәптән Башҡортос­тандан Зөфәр Сәлихов, Ләйсән Аралбаева, Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова) ғына түгел, Әрмәнстандан, Польшанан, Молдованан, Украинанан вәкилдәр килеүе юҡҡа түгел. Аҡыл бит бүлешкәндән арта ғына.
Һуңғы ваҡытта википедистар телмәрен­дә ирекле лицензия тураһындағы фекер йыш ҡабатлана. Был семинарҙа ла ошо хаҡта һүҙ булды. Ирекле лицензияның төрҙәре күп, әммә Creative Commons илебеҙ ҡануниәтенә тап килә, һәм уны ҡулланыу мөмкин булыуын Рәсәй Президенты хаки­миәтенең рәсми сайтындағы билдә лә раҫлай. Ошо көндәрҙә Урал тау-металлургия комбинатының рәсми сайты ла ирекле лицензияға күсте. Был – Интернет-баҫмалар ассоциацияһының “Общественное достояние” ойошмаһын булдырып, йәмғиәт милке, байлығы һәм авторлыҡ хоҡуғы өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен үҙгәртергә тырышыуы һәм РФ Дәүләт Думаһы депутаттары менән кәңәшләшеү һөҙөмтәһендә ҡануниәттә ирекле лицензия һәм ирекле панорама билдәләмәләре ҡулланыла башлауҙың дәлилдәре.
Интернет баҫмалары һәм авторҙар өсөн был нимә бирә? Беренсенән, баҫма менән мәҡәләңде йәки әҫәреңде ҡулланыу өсөн килешеү төҙөгәндә уны ирекле ҡулланыуға рөхсәт итәһең. Әммә был һинең авторлыҡ хоҡуғың юҡҡа сыға тигәнде аңлатмай, ә бары тик ҡулланыусылар уны үҙҙәренең эштәрендә файҙалана, үҙгәрештәр, өҫтә­мәләр индереп, артабан ҡуллана ала. Бында саҡ ҡына теманан ситләшеп, шуны белдерге килә, матбуғат сараларында эшләү­селәр һәр саҡ мәғлүмәтте башҡаларҙан алдараҡ эләктереп ҡалырға тырыша. Шуны уйлап, фән менән шөғөлләнгән бер танышыма, китабың сыҡҡансы, өҙөктәрен гәзиткә бирәйек, тигәс, ул: “Юҡ, китап сыҡҡансы бер кемгә лә күрһәтмәү хәйерле, юҡһа башҡалар, шунда уҡ урлап, үҙҙәренеке итеп күрһәтеп тә ҡуя”, – тигәйне. Ә Питерҙа М. В. Ломоносов исемендәге МДУ-ның Журналистика факультетының яңы медиа һәм коммуникация теориялары кафедраһы мөдире, филология фәндәре кандидаты Иван Засурский килтергән миҫал бөтөнләй бының киреһен һөйләне. Баҡ­тиһәң, донъя нәшриәтселәре мәғлүмәт асыҡлығы яҡлы икән. Хатта халыҡ-ара ойошма ла булдырылған һәм Берлин Декларацияһы ҡабул ителгән, Бөйөк Британия сәйәсәтендә лә үҙгәрештәр бар, ғалимдарының 52 проценты ғилми публикацияларының ирекле файҙаланыу, үҙҙәрендә булған ғилемде башҡаларҙың да белеүе яҡлы. Шулай уҡ Германияла күптән түгел дәүләт гранты иҫәбенә яҙылған мәҡәләләрҙең ябыҡ подписка баҫмаларында баҫылыуы тыйылған. Донъя фәне лә мәғлүмәттең асыҡ булыуын теләй.
Әрмән Википедияһы тәжрибәһе
Быйыл августа БашВикиҙың ике вәкиле Дилижан ҡалаһында үткән СЕЕ конферен­цияһында булып ҡайтыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Бөгөн, ысынлап та, был илдең вики-ойошмаһынан күп нәмә өйрәнергә, уларҙың тәжрибәһен үҙебеҙҙә ҡулланырға була. Була ғына түгел, хатта кәрәк. Әрмән Википедияһының мөхәррире булыу был илдә дәүләт идеологияһы кимәленә күтәрелгән, тиергә мөмкин. “Бер әрмән – бер мәҡәлә” тигән мәғлүмәт кампанияһы һөҙөмтәһендә уға министрҙар дәрәжәһендәге дәүләт хеҙмәткәрҙәре, ғалимдар һәм уҡытыусылар, студенттар, уҡыусылар һ.б. ҡушыла.
Бөгөн илдең күп ҡалаларында вики-клубтар, вики-лагерҙар ойошторола. Улар балалар, үҫмерҙәр, йәштәр өсөн генә түгел, ололар өсөн дә үҙ-үҙеңде камиллаш­тырыуға, белем алыуға стимул булып тора. Вики-лагерҙарҙа балалар һәм уҡыусылар ҡатнаша, улар ял итеү менән бер рәттән, википедияла эшләү серҙәренә төшөнә, үҙ мәҡәләләрен яҙырға өйрәнә. Бындай лагерҙар Әрмәнстанда ғына түгел, әрмән диаспораһы күпләп йәшәгән башҡа илдәргә лә сыға. Бында шуны ла билдәләргә кәрәк: иң тәүге лагерҙы ойошторғанда уҡ дәүләт һәм киң мәғлүмәт саралары ҙур ярҙам күрһәтә. Бынан тыш, әрмәндәр вики-клубтар ҙа ойошторған. Улар ҡалаларҙа ғына түгел, хатта ауылдарҙа ла бар.
Әйткәндәй, бындай сәфәрҙәр ни яғы менән отошло, ситкә сығып, фәһем алып, башҡаларҙың тәжрибәһен күреп ҡайтҡас, уларҙы үҙебеҙҙең форматҡа күсереү теләге уяна. Бөгөн БашВики ирекмәндәре Бөрйән районында, Сибай ҡалаһында, Белоретта, Нефтекамала, Өфөлә шундай вики-клубтар төҙөү өсөн тәүге аҙымдар яһай башланы ла инде.
Әлбиттә, Әрмән Википедияһы менән Башҡорт Википедияһын сағыштырыу мөмкин дә түгел, сөнки беҙ айырым чаптер түгел, ә ни бары юзер-төркөм генә булып һаналабыҙ. Әммә был да ҙур ҡаҙаныш, ни тиһәң дә Рәсәй халыҡтары араһында БашВики – берҙән-бер юзер-төркөм. Шулай ҙа маҡсаттар һәм хыялдар мөмкинлектәрҙе ашып китә: бына, Әрмән Википедияһына дәүләт, ярҙам күрһәтеп, былтыр Еревандың ҡап уртаһында, Матбуғат йортонда, 15 йыл­ға үҙенә айырым офис биреп ҡуя. Ә беҙҙә... Ә беҙҙә дәүләт структуралары, быйыл ниндәй эш башҡарҙығыҙ, тип отчет һорай... Әйткәндәй, БашВики ирекмән­дәренең эшмәкәрлеге тураһында отчет менән ҡыҙыҡһыныусылар булһа, ba.wikipedia.org һылтанмаһы буйынса инеп, “Ағымдағы ваҡиғалар” бүлеген һәм Баш биттә мәҡәләләр һанын ҡарап, күҙәтеп бара ала – барлыҡ мәғлүмәт ирекле ҡулланыуҙа!
Аҡ тирәк, күк тирәк...
Әгәр вики-конференция уйын рәүешендә барһа, унда ҡатнашыусылар башҡорт­тарҙан нимә һорар ине, тип уйлайһығыҙ? Белмәһәгеҙ, ошо һылтанма буйынса инеп, яуап табырға мөмкин: https://ru.­wikinews.org/wiki/10-я_юбилейная_международная_Вики-конферен­ция_в_Санкт-Петербурге. Эйе, бал да, ҡурай ҙа, бренд булып торған башҡа нәмә лә түгел, ә әлегә Рәсәй википедиялары араһында бренд кимәленә күтәрелгән Вики-өләсәйҙәр проекты тураһында мәғлүмәт кәрәк! Сөнки башҡа википедияларҙа өләсәйҙәр генә түгел, хатта ҡатын-ҡыҙҙар бик әҙ. Шуға ла хаҡлы ялдағы апай-инәйҙәрҙең википедия ирекмәне булыуы барыһында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
Ә инде беҙгә ошо проектты артабан дауам итергә, үҫтерергә, тотош Башҡортос­танға таратырға һәм Рәсәй, донъя кимәленә сығарырға кәрәк. Бының өсөн артыҡ нәмә талап ителмәй, бары тик әүҙем вики-өләсәй булыуы шарт. Юҡҡа ғына, теләк булһа, мөмкинлектәр табыла тимәйҙәр. Быға миҫал итеп Бөрйән районы википедистарын килтерергә була. Улар бер ҙә Өфө алыҫ, Интернет насар эшләй, ноутбуктар юҡ, тип ҡарап торманы, тотто ла үҙҙәре вики-клубҡа ойоша башланы. Яңы ирекмәндәргә тәүге аҙымдарҙы аңлатыу өсөн тәжрибәлерәктәрҙән ярҙам һорап, ике көн вики-дәрес алдылар.
Был күренеш хатта Википедия бүлек­тәренең эшмәкәрлеген күҙәтеп барған стюарттарҙы ла аптыратты: ни өсөн вики-клуб һәм вики-өләсәйҙәр баш ҡалала йәки яҡын районда түгел, ә Бөрйән районынан ойошторола башланы. Яуабы ябай: унда иң әүҙем өләсәйҙәр һәм ирекмәндәр йәшәй. Афарин! Ә инде иң әүҙемдәрҙе киләһе йылда Дербент, Йошкар-Ола, Польша, Монреаль (Канада), Берлин (Германия), Вена (Австрия) тарафтарына сәфәр ҡылып, тупланған тәжрибә, аң-белем менән уртаҡлашыу мөмкинлеге көтә. Кем алыҡ?
Тормош – ул марафон
Бик аҡыллы кеше: “Тормош – ул сәйәхәт”, – тиһә, википедистар тормошто марафон менән сағыштыра, сөнки әленән-әле тематик аҙналыҡтар, айлыҡтар, конкурс-марафондар уҙғарылып тора. Башҡорт Википедияһы Республика көнөнә арнап Башҡортостан айлығы иғлан иткәйне. Ул Башҡортостан Хөкүмәте менән Рәсәй Эшсе-крәҫтиәндәр хөкүмәте араһында Башҡорт­остан совет автономияһын төҙөү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыуҙың 100 йыллығына арналып һәм 100-әр көнлөк биш этаптан тороп, 2019 йылда тамамланасаҡ супер-марафонға әүерелде. Бында Санкт-Петербург конференцияһы­ның ниндәй ҡыҫылышы бар, тип аптырар, моғайын, ҡайһы берәүҙәр. Туранан-тура, сөнки бындай ҙур масштаблы сара әлегә бер википедияла ла ойошторолғаны юҡ. Ә инде БашВики хакимы Зөфәр Сәлихов проект хаҡында бөтөн ғәм алдында иғлан иткәс, марафонды ошо конференциянан һуң рус, мари, удмурт, лезгин, украин, бүрәт википедиялары ирекмәндәре күтәреп алды һәм үҙҙәренең тел бүлектәрендә Башҡортостан тураһында мәҡәләләр яҙа башланы. Бөгөн ҡатнашыусылар һаны өс тиҫтәнән артып китте, һәм был һуңғы сик түгел. Ни өсөн тигәндә, декабрҙә уның саҡ беренсе этабы тамамлана һәм супер-марафонға бер ваҡытта ла ҡушылырға һуң түгел. Тимәк, АЛҒА!

Автор: З. ӘЙЛЕ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. ZUFAr
    ZUFAr от 25.11.2016, 11:36
    Creative Commons лицензияһы "авторлыҡ хоҡуҡтары һаҡлана, мәғлүмәтте башҡа сайттарға күсергән ваҡытта авторын һәм сығанағын күрһәтеү мотлаҡ" тигәнде аңлата. Был мәғлүмәттең тотҡарлыҡһыҙ таралыуына булышлыҡ итә.
    Копирайт (©) лицензияһы ҡулланған беҙҙең матбуғатҡа ла Creative Commons лицензияһына күсергә ваҡыт.






Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 53

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 584

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 661

“Беҙ булмаһаҡ, кем?”

“Беҙ булмаһаҡ, кем?” 22.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Силәбе башҡорттарының эшмәкәрлегенә һоҡланып бөтөрлөк түгел....

Тотош уҡырға 422

Мәскәү башҡорттары.  Улар ниндәй?
Мәскәү башҡорттары.  Улар ниндәй?

Мәскәү башҡорттары. Улар ниндәй? 11.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Мәскәүҙән ҡайтҡас, “Ашҡаҙар”ға һөйләшеүгә саҡырған яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатова миңә ошо һорауҙы бирҙе....

Тотош уҡырға 194

Свердловск башҡорттары йылды барлай

Свердловск башҡорттары йылды барлай 31.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Йылдың һуңғы көндәрендә Екатеринбургта йәшәгән милләттәштәребеҙ Свердловск өлкәһе милләт-ара...

Тотош уҡырға 153

Бөтә донъя башҡорттары йыйыласаҡ

Бөтә донъя башҡорттары йыйыласаҡ 22.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин Башҡортостандың 100...

Тотош уҡырға 214

Илһам төбәге – интернат

Илһам төбәге – интернат 21.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында асылған Сибай гимназия-интернатында осрашыуға байтаҡ халыҡ...

Тотош уҡырға 230

Бөткән ауылымды һағынам
Телебеҙгә, динебеҙгә тоғро ҡалайыҡ!

Телебеҙгә, динебеҙгә тоғро ҡалайыҡ! 18.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Мәҡәләмде әңгәмәсем, Ҡырҡөйлө-мең ырыуы башҡорттарының ҡор башы, ошо көндәрҙә 50 йәшлек ғүмер...

Тотош уҡырға 166