Әмирлекте яулаған уҙаман

9-12-2016, 02:37 // Башҡорт донъяһы // Баҫып сығарырға
Әмирлекте яулаған уҙаман
Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә йәшәгән милләттәшебеҙ, йәмәғәт эшмәкәре, эшҡыуар, 11 бала атаһы Исмәғил Шәңгәрәев хаҡында һүҙебеҙ.
Был ғәжәп көслө, тәүәккәл ир-егет тураһында һөйләмәү мөмкин түгел. Ул Ырымбур өлкәһенең Әсәкәй ауылында тыуып үҫкән. Ғаиләһе менән Дондағы Ростов, Пермь ҡалаларында, Һамар өлкәһенең Ғәли ауылында йәшәгән. Атаһы Ҡәләметдин хәҙрәт бик уҡымышлы, зирәк аҡыллы, туған йәнле кеше була. Әсәһе Хәжәр иһә ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған. Ғаиләлә 12 сабый үҫкән.
“Ни өсөн Берләшкән Ғәрәп Әмирлек­тәрен һайланығыҙ, ә башҡа илде түгел?” тигән һорауға ул:
– Тәү сиратта йылы яҡта йәшәргә теләк булғандыр, шунан инде мосолман иле булыуы мөһим ине. Атайым дини кеше булғас, мин дә балаларыма дини тәрбиә бирергә тырышам, – тип аңлатты.
Исмәғил Шәңгәрәевтең Ғәрәп Әмирлектәренә килеп төпләнеүенә лә ун йыл булып киткән. Булдыҡлы, һис бер эштән ҡурҡмаған тәүәккәлдәр ҡайҙа ла юғалып ҡалмай, теләһә ниндәй шарттарҙа ла үҙенә юл яра. Исмәғил Ҡәләметдин улын да үҙен төрлө яҡлап асҡан көслө шәхес тип һис икеләнмәй атарға мөмкин.
– Бында килгәс, эшҡыуарлыҡҡа тотонорға йөрьәт иттем. Илдә үҙ эшен асҡан кеше һалым түләмәй. Шулай итеп, 2006 йылда “Дан” күсемһеҙ милек агентлығы, 2008 йылда “Шан Турс” турист агентлығы асып ебәрҙем, – ти ул.
Башҡортостан һәм Татарстандан килгән туристарҙы милли ризыҡтар менән һыйлау маҡсатында бер нисә урында “Ҡазан” рестораны асып ебәрә. Унда милли аш-һыу менән һыйланырға була. Эше, шөкөр, гөрләп бара. Эшҡыуарлыҡҡа, ғәҙәттә, үҙенә маҡсат ҡуйған кеше тотона. Ә алға ынтылыу теләге һәр кемдә лә була, тип иҫәпләй ул.
Исмәғил Шәңгәрәев эшҡыуар ғына түгел, бына тигән ғаилә башлығы ла – 11 бала атаһы, һигеҙ ейән-ейәнсәргә олатай ҙа. “Эштең һөҙөмтәһен күрһәң, хеҙмәт ҙур ҡәнәғәтлек килтерә. Ә балалар – ул ғәйәт ҙур бәхет, улар менән булыу шатлыҡ ҡына. Балалар – тормош биҙәге, Аллаһ Тәғәләнең бүләге”, – тип һанай атай кеше.
Балалары дүрт телдә аралаша. Мәктәптә ғәрәп, инглиз телдәрен өйрәнәләр. Шуны әйтергә кәрәк, Исмәғил Ҡәләметдин улы үҙ ғаиләһе, сабыйҙары менән аралашырға һәр саҡ ваҡыт таба. Көн һайын ишек алдындағы бассейнда һыу инәләр, балыҡҡа йөрөйҙәр, уйындар ойошторалар. Балалар атай наҙын тойоп үҫә.
Ғөмүмән, Исмәғил Шәңгәрәев өсөн ғаилә – ысын мәғәнәһендә ҡәлғә. Ул – ғаилә башлығы өсөн илһам сығанағы, ҙур эштәргә ҡанатлан­дырыусы. Ҡатыны Мәрйәмде уң ҡулы тип иҫәпләй. Дүрт балалары сит мөхиттә тыуһа ла, туған телен, халыҡтың милли ғөрөф-ғәҙәтен белеп үҫә.