Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙ бәхетебеҙ – үҙ ҡулыбыҙҙа
Һүҙемде үҙем менән таныштырыуҙан башлайым. Мин – Малаяҙ башҡорт гимназияһының XI класс уҡыусыһы, сәнғәт мәктәбенең баян һәм ҡурай класын тамамланым. Баян буйынса йәш музыканттарҙың Бөтә Рәсәй конкурсында өсөнсө урынды алдым, ә Вәкил Шөғәйепов исемендәге ҡурайсылар бәйгеһендә еңеүсе булдым. Унан тағы республика ҡурайсылар байрамында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Башҡортомдоң “Азамат”, “Иҫке Урал”, “Гөлнәзирә”, “Ҡарабай” кеүек халыҡ көйҙәрен уйнап, Аҡмулла, Байыҡ сәсән кеүек шәхестәребеҙ менән ғорурланып, рухтарына тап төшөрмәй тыуған еремдә йәшәү – минең өсөн оло бәхет.
Аҡмулла, Байыҡ, Салауат рухы халҡымдың моңло оҙон көйҙәре аша күңелемә һеңә. Ҡурай тартҡан һайын, күҙ алдыма атай-олатайҙарымдың шәжәрәһе килеп баҫа. Үҙем иһә – шәжәрәмдең егерме өсөнсө быуыны. Ун туғыҙ быуынын белгәндәрҙе борон “хан” тип ҙурлағандар. Тимәк, мин – хан. Шәжәрәмдә Ашыҡ хан, Төмән хан, Майҡы бей, Инсә бей, Әбүталип мулла, Хәйерзаман әүлиә булыуҙарын белеү, беренсенән, ғорурлыҡ тойғоһо уятһа, икенсенән, оло яуаплылыҡ та өҫтәй. Мин һәм Илдар ағайым – шәжәрәмдең дауамы (башҡаса ир туғандар юҡ), тимәк, уйланаһы урын бар.
Йыш ҡына үҙемә һорау бирәм: ошо йәшемдә тыуған еремә нисек ярҙам итә, әлеге мәлдә нимәне үҙгәртә алам һуң? Минеңсә, бөтә нәмә кешенең үҙенән тора: күктән төшкәнде көтөп ятмай, үҙ ереңә, үҙ яҙмышыңа хужа булырға кәрәк. Шуға ла бының өсөн ең һыҙғанып уҡырға, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашырға тырышам, тормошта, мәктәптә барған хәл-ваҡиғаларға битараф ҡалмайым. Кешегә япһармай, эште үҙ ҡулыңа алып атҡарыуҙы дөрөҫ тип уйлайым. Хәҙерге заманды ауыр тип зарланғандар күп, уны еңеләйтеү өсөн үҙ өҫтөмдә эшләйем.
Бөгөн гимназияла ватансылыҡ тойғоһон тәрбиәләү маҡсатында мәктәп үҙидаралығы менән уҙғарылған “Ҡайҙа һин, ветеран?”, “Бүләккә – китап”, “Таҙа урман”, “Таҙа шишмә” акцияларында әүҙем ҡатнашам. Ауылыбыҙҙың билдәле кешеләре, депутаттар, шағирҙар, яҙыусылар менән осрашыу, әсәйҙәр һәм төрлө һөнәр эйәләре менән “түңәрәк өҫтәл”дәр ойоштороу оҡшай.
Тик шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер күренештәргә, “заман башҡа – заң башҡа” тигәндәй, әсенәм. Мәҫәлән, еремде эскелек, наркомания, аҙғынлыҡ, фәхишәлек баҫа. Ялағайҙар, ришүәтселәр, алдаҡ­сылар арта. Ҡайҙа һуң һеҙ, аҡ муллалар?! Белеүемсә, мулламын тигән кеше иң элек ғилемле аҡыл эйәһе булған һәм йәш быуынды шул рухта тәрбиәләгән. Ә беҙҙә... Был хәлде Аҡмулла күрһә, нимә әйтер ине икән?
Кеше был донъяла ҡунаҡ ҡына, тиҙәр. Ҡыҫҡа ғүмерҙе һәр кем мөмкин тиклем мәғәнәлерәк үткәрһен ине. Тик бына тиҫтерҙәремдең тәмәке тартып, шарап эсеп йөрөүе күңелемде борсой. Киләсәгебеҙ матур булыуын теләйбеҙ икән, насар ҡылыҡтарҙан йыраҡ тороу, сәләмәт тормош рәүешен алып барыу мөһим. Шуны беләм: нурлы киләсәк беҙҙең ҡулда. Был йәһәттән “Ятма, тор, уян, башҡортом!” – тип һөрән һалғы килә.
Уйлаһаң, әүҙем, һәләтле балалар тәрбиәләү ғаиләлә башлана һәм мәктәптә дауам итә. Баланы табыу ғына етмәй, ә матур исем, туған тел, тәрбиә биреүҙең мөһим булыуын һәр йәш ғаилә белергә тейеш. Тыуған илгә, телгә, халҡыңа, уның ғөрөф-ғәҙәттәренә һөйөү ғаиләнән башланыуын барыһы ла аңлаһын ине. Баланың һәләтен үҫтереү өсөн шарттар ҙа булдырылған бит.
Йәнә шуныһы борсой: бөгөн Интернет селтәре, телевидение, кино мәҙәниәт һарайҙарын буш ҡалдырҙы. Хатта баш ҡаланан килгән концерттар ҙа ярым буш залдарҙа үтә. Аҡса юҡлыҡтан түгел, ә халыҡтың рухи аҙыҡҡа ҡыҙыҡһыныуы кәмеүҙән киләлер был, тип уйлайым. Өҫтәүенә, ҡулайлаштырыу тип ауылдарҙа мәктәптәр ябылды. Мәктәп бөткәс, тиҙҙән ауыл да бөтә тигән һүҙ. Замана елдәре үтер ҙә китер, ә тыуған нигеҙҙең юҡҡа сығыуы ифрат ҙур юғалтыу булыр.
Тағы ла Бөрйән урмандары буйлап мәктәпкә йөрөгән балталы уҡыусылар күҙ алдымдан китмәй. Әйтерһең, улар – XXI быуат батырҙары. Бөтә халыҡты шаҡ ҡатырҙылар. Минең иптәштәрем дә ауыл урамдары буйлап күкрәк кирә баҫып мәктәпкә бара алмай. Улар таң һарыһынан тороп, автобусҡа һуңламаҫ өсөн ашыға-ашыға йүгерергә мәжбүр. Тик автобус бөгөн булырмы икән, әллә бензин юҡмы, йәки ватылманымы икән, тип яфа­ланыуҙары һис тә оҡшамай. Закондарҙы төҙөгәндә бала күңеле, бала психологияһы иҫәпкә алынамы икән?..
Әйтер һүҙем былар менән генә тамамланмай әле. Борон-борондан ата-бабаларыбыҙ үҙ ерҙәренә хужа булған, тыныслыҡ, бәхет яулар өсөн көрәшкән. Ниңә уларҙан ҡалған аманат боҙола? Башҡорт халҡы нисәмә быуат үҙ ерен, илен һаҡлап ҡан ҡойған, ғәзиз Ватанын һаҡлап ҡалған. Ә хәҙер килеп тарихи Башҡортостандың күпме ерҙәре сит өлкәләргә ҡарай. Үкенесле... Унда ла бит йөҙәр мең башҡорт йәшәй. Уларҙың хәле нисек икән? Эш урындары бармы? Туған телен өйрәнергә күрше өлкә хужалары шарттар тыуҙырамы? Юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү мөмкинлеге нисек? Ваҡыт үтеү менән улар ассимиляцияға бирелеп, башҡа милләт кешеләре булып китмәҫме икән?
Үҙебеҙҙәге ер мәсьәләһен дә оноторға ярамайҙыр. Мәҫәлән, ғариза яҙып та йылдар буйы өй һалырға ер ала алмай йөрөгән йәштәрҙе беләм. Етмәһә, башҡорт халҡы ғына түгел, ә ҡалған халыҡтар ҙа ерҙәрҙе һатып ала. Илемдә меңәр гектар ер буш ятҡанда, ни өсөн һатыла ул? Рәсәй бөтә яҡтан иҡтисади санкция менән уратылып алынған саҡта, минеңсә, халыҡҡа ерҙе бушлай биреп файҙаһын күрергә кәрәк. Был импорт тауарҙарын үҙебеҙҙеке менән алмаштырырға булышлыҡ итер ине.
Бөтә нәмә үҙеңдән тора. Ереңдең хужаһы булғың килһә, барыһы ла үҙ ҡулыңда. Беренсенән, мәктәптә алдынғы бул, йәмәғәт эштәрен ойоштор, халҡың менән туған телеңдә аралаш, гәзит-журналдарын уҡы, башҡа милләт халҡын хөрмәт ит, итәғәтле бул.
Аҡмулла, Байыҡ, Салауат, Рәми, Сафуан рухы... Улар мине тормошта янып йәшәргә илһамландыра. Бөйөк Аҡмулла­ның “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!” тигән һүҙҙәре – тормош девизым. Минеңсә, сәсәндең хаҡ һүҙҙәре беҙҙе, яңы осор балаларын, ҙур еңеүҙәргә саҡыра. Халҡымдың шәхестәре менән ғорурланыу һәм матур, яҡты киләсәк төҙөү – беҙҙең бурыс. Ватанымдың үткәне менән ғорурланам, бөгөнгөһөн яратам, киләсәге тураһында уйлайым.
Батырһыҙ халыҡ – бахыр. Ә беҙ бахыр түгел. Мин көслө, үҙ еремдең хужаһы. Халҡым киләсәге – минең ҡулда. Уны бәхетле итер өсөн бар булған белемемде, көсөмдө, тырышлығымды файҙаланырға тейешмен. Ойошайыҡ, берләшәйек, замандаштар, әлегә һуң түгел.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 33

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 61

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 59

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 586

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 672

“Беҙ булмаһаҡ, кем?”

“Беҙ булмаһаҡ, кем?” 22.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Силәбе башҡорттарының эшмәкәрлегенә һоҡланып бөтөрлөк түгел....

Тотош уҡырға 424

Мәскәү башҡорттары.  Улар ниндәй?
Мәскәү башҡорттары.  Улар ниндәй?

Мәскәү башҡорттары. Улар ниндәй? 11.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Мәскәүҙән ҡайтҡас, “Ашҡаҙар”ға һөйләшеүгә саҡырған яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатова миңә ошо һорауҙы бирҙе....

Тотош уҡырға 200

Свердловск башҡорттары йылды барлай

Свердловск башҡорттары йылды барлай 31.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Йылдың һуңғы көндәрендә Екатеринбургта йәшәгән милләттәштәребеҙ Свердловск өлкәһе милләт-ара...

Тотош уҡырға 158

Бөтә донъя башҡорттары йыйыласаҡ

Бөтә донъя башҡорттары йыйыласаҡ 22.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин Башҡортостандың 100...

Тотош уҡырға 215