Әҙип һүҙе танһыҡ һәр кемгә

24-03-2017, 03:51 // Башҡорт донъяһы // Баҫып сығарырға
Әҙип һүҙе танһыҡ һәр кемгә “Мәктәп директоры үҙе машина ебәрә, Совет майҙанында осрашабыҙ”, тигәс, билдәләнгән урында Салауат Дауытов беҙҙе, яҡын туғанылай күреп, ихлас ҡаршы алды. Быға тиклем дә ул үҙенең “тимер аты”нда оҙата йөрөгәс, дуҫлашып бөткәнбеҙ. Һәр кем менән уртаҡ тел табыр, ихлас, өлгөр кеше ул. Район спорт мәктәбенең Абҙаҡтағы филиалы тренеры. Йәш быуынға милли көрәш серҙәрен өйрәтә. Республика, Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа йыш ҡына еңеү яулайҙар.
Әҙип һүҙе. Замандың һәр дәүерендә мөһимлеген юғалтмай был төшөнсә. Ул шул осорҙоң мөһим проблемаларын күтәреп, уны халыҡтың, киләсәк быуындың күңеленә һеңдереүе, уйландырыуы менән ҡиммәтле. Һәр әҫәрҙе уҡыған һайын уҡыусының күңелендә авторҙың үҙен яҡындан күргеһе килә, уның бала сағы, ижадҡа килгән юлы, геройҙарының яҙмышы менән ҡыҙыҡһына.
Әҙип һүҙе танһыҡ һәр кемгәОшо йәһәттән Әхмәт Лотфуллин исе­мендәге Абҙаҡ урта мәктәбе уҡыусы­лары ифрат бәхетле. Бында танылған әҙәбиәт һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙар үткәреү, улар менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеү матур йолаға әүерел­гән. Был юлы улар ҡунаҡҡа Башҡортос­тандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, яҙыусы, БДУ профессоры Тимерғәле Килмөхәмәтов, яҙыусы, драматург Таңсулпан Ғарипова, йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов, “Башҡортостан” гәзите хәбәрсеһе Венер Исхаҡовты саҡырҙы.
Әҙип һүҙе танһыҡ һәр кемгәЙыр-моң менән үрелеп барған кисә тәүге көндә мәҙәниәт йортонда булһа, иртәгәһенә аралашыу белем усағында дауам итте. Сараға райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ла саҡы­рылғайны. Тәүҙә улар мәктәп, тыуған яҡты өйрәнеү музейындағы бай күргәҙмәләр менән танышты.
Әйткәндәй, Абҙаҡ республикала ғына түгел, Рәсәйҙә алдынғы мәктәптәрҙең береһе булараҡ билдәле. Районда тәүгеләрҙән булып роботтар йыйыу эше уларҙа башлана. Технология уҡытыусыһы Хәлит Ишмырҙин алып барған үҙенсәлекле дәрескә балалар ихлас йөрөй. Былтырҙан ғына шөғөлләнеүҙәренә ҡарамаҫтан, уңыштар ҙа бар. Был юҫыҡта уҡытыусы­лары Руслан Йомағужин, Илназ Ишмырҙин, Айҙар Зыкрин, Сармат Буранбаевты маҡтап телгә алды. Өфөлә, Стәрлетамаҡта үткән ярыштарҙа улар тәүге урындарҙы яулаған.
Матур байрамды уҙғарыуға ҙур көс һалған Гөлшат Рауил ҡыҙы Йомағужина ошо ауылда уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып үҫкән. Белорет педагогия учили­щеһын уңышлы тамамлаған тырыш ҡыҙ тыуған ауылы мәктәбенә эшкә ҡайта. Бәләкәй балалар менән уртаҡ тел табыу, уҡыу-уҡытыу эшен ойоштороу әллә ни ауыр бирелмәй йәш белгескә. Ул артабан һөнәри белемен камиллаштырырға ҡарар итә – Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына ситтән тороп уҡырға инә.
Шул мәлдә Гөлшат Йомағужинаны мәктәп директоры вазифаһына үрләтәләр. Етәкселек итеү менән юғары белем алыуҙы бергә алып барыуы еңелдән булмай. Әммә тырышлыҡ ерҙә ятып ҡалмай: ул университетты уңышлы тамамлай. Уҡыу-уҡытыу процесын тейешле кимәлдә ойоштороу, уҡытыусылар коллективында яҡшы мөхит булдырыу, уҡыусыларға белем биреү, рухи йәһәттән үҫтереп, төрлө сараларға йәлеп итеү һәм башҡа хәстәрҙәр уның иңенә һалына. Абҙаҡта яңы мәктәп төҙө­лөүе лә йәш етәксенән ныҡыш­малылыҡ, көс талап итә. Уның бәҫен үҫтереү өсөн төрлө саралар уҙғарыла: тәжрибә майҙансыҡтары, практик семинар, конференциялар үткәрелә. Төрлө кимәлдәге конкурстарҙа яулаған еңеүҙәре һанап бөткөһөҙ.
Рәсәйҙең маҡтаулы мәғариф хеҙмәткәре Гөлшат Йомағужина талапсан етәксе, оҫта педагог булыу менән бер рәттән сәмле, дәртле ойоштороусы ла. Ул 2003 йылда уҙғарылған “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында коллективтан иң тәүгеләрҙән булып ҡатнашып, башҡаларға өлгө күрһәтә. Уның һәм уҡытыусыларҙың тырышлығы менән Абҙаҡ мәктәбе 2008 йылда “Мәғариф” милли проектына ярашлы уҙғарылған конкурс­та еңеп, грантҡа лайыҡ булған. Тиҙҙән мәктәпкә СССР-ҙың халыҡ рәссамы, күренекле шәхес Әхмәт Лотфуллиндың исеме бирелә.
Линейкала ул һуңғы осорҙағы яңылыҡ­тарҙы, алда торған бурыстарҙы бәйән итте, шатлыҡлы яңылыҡтарҙы ишеттерҙе. Кисә генә сноуборд буйынса Өфөлә үткән республика ярышында икенсе урынды яулаған Булат Ғайсинды, билбаулы көрәш буйынса район ярышында тәүге урындарға лайыҡ булған Эльвина Ғәҙелшинаны, Зилиә Ирғәлинаны, математиканан ҙур уңышҡа өлгәшкән Зариф Зариповты ҡотланы, уларға дипломдар тапшырҙы.
Әйткәндәй, Абҙаҡта балаларҙы сәләмәт йәшәү өлгөһөндә тәрбиәләүгә етди иғтибар бирелә. Бында эшләп килгән хоккей командаһына күптән түгел 40 йыл тулған. Салауат Дауытов етәкселегендәге милли көрәш секцияһы ла үҙ емештәрен бирә. Йәнә Белорет төбәге донъя кимәлендә Лилиә Шобухова, Галина Богомолова, Егор Николаев, Гөлшат Фазлетдинова, Олег Марусин кеүек танылған спортсылары менән дан тотоуын иҫкә төшөрһәк, киләсәктә ауылдан тағы шөһрәтле шәхестәр үҫеп сығыр әле, тип өмөтләнәйек.
Бына барыһы тулҡынланып көткән минуттар һуҡты – дәрес башланыуын белдереп ҡыңғырау шылтыраны. Был көндә һабаҡты ҡунаҡтар бирҙе. Башланғыс кластарҙа Венер Исхаҡов, Айгиз Баймөхә­мәтов, Айтуған Ғәйзуллин үҙенсәлекле дәрес бирһә, Ҡәҙим Аралбай менән Таңсулпан Ғарипова “Урал батыр эҙҙәре буйлап” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” ойошторҙо, Тимерғәле Килмөхәмәтов иһә хеҙмәт, һөнәр хаҡында уҡыусылар менән ихлас аралашты.
Тамаша залындағы осрашыу ҙа фәһемле һәм йәнле барҙы. Шағир Ҡәҙим Аралбай Абҙаҡ халҡын күптән яҡшы белә. Тәүге тапҡыр бынан утыҙ йыл самаһы элек килгән ул.
– Был ауылда мәшһүр ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтың улы Сәлихйән ағай йәшәй ине, – тип хәтирәләргә бирелде шағир. – Уның менән осрашырға оҙаҡ ҡына ниәт итеп йөрөнөм, әммә ваҡыттың наҡыҫлығы был эште һуҙҙы. Мин килгәндә ағай гүр эйәһе булғайны. Шулай ҙа уның ғаиләһе, ҡатыны менән танышып, иркенләп һөйләшеп ултырҙыҡ. Уларҙан бихисап халыҡ йырҙары яҙып алдым, аҙаҡ был хаҡта матбуғатта очерк донъя күрҙе. Бына ошоларҙы һеҙгә тапшырам, – тип китапты бүләк итте, шиғырҙарын уҡыны.
С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова – башҡорт әҙәбиәтенең сағыу бер вәкиле. Әҙибәнең “Бөйрәкәй” пенталогияһы башҡорт әҙәбиәтен байытты, яңы кимәлгә күтәрҙе. Уның бер нисә тапҡыр нәшер ителеп тә кәштәләрҙә саң йыйып ятмауы халыҡтың иң яратып ҡабул иткән әҫәре булыуы хаҡында һөйләй. Сәхнәлә әҙибәнең исеме яңғырағас, тамашасылар гөрләтеп ҡул сапты.
– Мәктәп директоры Гөлшат Рауил ҡыҙына балаларға, уҡытыусыларға, беҙгә лә ошондай илаһи байрам бүләк иткәне өсөн ҙур рәхмәт, – тине ул. – Бындай осрашыуҙар үҙенсәлекле тәрбиә сараһына эйә, ул балалар күңеленә матурлыҡ, изгелек, туған телгә, әҙәбиәткә һөйөү тойғоһо һала. Үҙем шағир Батыр Вәлид менән осрашҡан мәлде бөгөнгөләй хәтерләйем, аҙаҡ уның һуҡыр икәнлеген белгәс, иламай түҙә алманым. Бер мәл беҙ йәшәгән Баймаҡ районының Ҡолсора ауылына мәшһүр яҙыусы Зәйнәб Биишева килеп киткәнен ишеткәс, ниңә яҙыусы килмәй торған ауылда тыуҙым икән, тип үкендем.
Таңсулпан апай халыҡ йырҙарын оҫта итеп башҡарыуы менән уҡыусыларҙы йәнә һоҡландырҙы.
Тимерғәле Килмөхәмәтов ошо районда тыуып үҫкән сәнғәтебеҙҙең аҫыл шәхестәре Заһир Исмәғилев, Арыҫлан Мөбәрәков хаҡында тәьҫораттары менән дә уртаҡ­лашты.
– Ауыр замандарҙа йылғала һал менән ағып, Өфөгә килеп уҡып, иҫ киткес юғарылыҡҡа өлгәшкән уҙамандар ине. Бәһлеүән кәүҙәле ағайҙар ижадтары менән дә олпат ине. Һеҙ ҙә ошо таланттар өлгөһөндә халҡыбыҙ өсөн файҙалы кеше булып үҫергә тырышығыҙ, – тине ул.
– Тыуған ауылыма талпынып ҡайтам, был үҙе бер байрам кеүек, – тип һүҙ башланы Айгиз Ғиззәт улы. – Ошо ерҙән бөйөк рәссам Әхмәт Лотфуллин, халыҡ артисы Роза Аҡкучукова, шағир Әхмәҙин Әфтәх кеүек шәхестәр сыҡҡан. Киләсәктә лә беҙҙең Абҙаҡ халҡыбыҙға ошондай аҫыл ул-ҡыҙҙарҙы бирер тип ышанам. Ә бының өсөн әҙиптәр менән осрашыу, күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеү бик тә әһәмиәтле.
Шуныһы һөйөнөслө: Айгиз Баймө­хәмә­тов мәктәп уҡыусыларында сәнғәткә, әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләүҙең үҙенсәлекле алымын тапҡан. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уның “Хыялға ҡаршы” спектакле ҙур уңыш менән барғанын яҡшы беләбеҙ. Айгиз ағайҙары, һәр сирек тамамланғас, мәктәптең иң яҡшы егерме уҡыусыһына ошо тамашаға саҡырыу ҡағыҙы бүләк итә. Бынан тыш, улар килгәндә Өфөлә билдә­ле әҙиптәр менән осрашыу ойоштора, музей­ҙарға алып бара. Әлбиттә, бындай ма­тур сара балаларҙа сәм, дәрт уята. Бүтән­дәр ҙә баш ҡалаға барыу өсөн тырышып уҡый.
Х класс уҡыусыһы Азамат Төхвәтуллин театрҙы күреп ҡайтҡандан һуң артист булыу хыялы менән йәшәй. Уның был талантын яҙыусы ағайҙар үҙҙәре күреп һоҡланды. Ауыл клубындағы тамашаны оҫта итеп алып барҙы ул. Әйткәндәй, үҙҙәре лә Айгиз Баймөхәмәтовтың “Һөйәк” хикәйәһе буйынса спектакль әҙерләп, ифрат килештереп уйнаны. Популяр йырсы, “Башҡорт йыры” телевизион фестивале еңеүсеһе, Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыһы Айтуған Ғәйзуллин да яҡташ­тарын йыр-моңо менән һыйланы.
Белорет районы хакимиәте башлы­ғының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләү­баев Гөлшат Йомағужинаға – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының, Фирүзә Фәттәхова, Сәлиә Мәхмүтоваға район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Әҙип һүҙе. Матур әҙәбиәт. Һәр кем үҙ төбәгенең күркәм, халҡының изге күңелле булыуын, йәш быуындың матурлыҡты аңлап, күңеленә һеңдереп йәшәүен теләй. Әммә бәғзеләр арҡыры ятҡанды матурлап һалырға ла иренеп, һәр ваҡыт кемделер ғәйепләп, зарланыуҙан ары китмәһә, икенселәр тыуған яғының күркәмлеге өсөн бөтә күңелен, дәртен һалып эшләй. Ауылдаштары, йәш быуын күңелен әҙиптәр һүҙе менән имләргә тырышҡан Гөлшат Йомағужинаның хеҙмәте маҡтауға лайыҡ. Әҙип һүҙе һәр кемгә танһыҡ бит ул.
Автор: И. ХАҠОВ.