Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Илһөйәр ИрекНи өсөн башҡорт халҡының донъя кимәленә күтәрелерҙәй әҙәбиәте, сәнғәте милли сиктәрҙә генә ҡалып килә? Ғәмәлдә тәржемәселәр, халыҡтың рухи хазинаһын донъяға таратырға ынтылып торған илһөйәрҙәр юҡ кимәлендә. Германияла йәшәп тә башҡорт өсөн бихисап изге эштәр атҡарған күренекле яҡташыбыҙ Ирек Фәннүр улы Байышев менән оҙаҡ ҡына ошо хаҡта һөйләшеп ултырҙыҡ.
— Халҡыбыҙ өсөн нисек тә күберәк эшләп ҡалырға ине, — тине көрһөнөп Ирек. — Башҡорт донъя кимәлендә танылыуға лайыҡ. Тарихи үткәнебеҙҙе генә алайыҡ. Ысын мәғәнәһендә бөйөк халҡыбыҙҙың көсө ҡаһарман шәхестәребеҙ менән билдәләнә.

Өфөлә тыуып үҫеп, Мәскәүҙә юғары белем алған, немец ҡыҙына ғашиҡ булып, бөтөнләйгә ситкә сығып киткән, инде оҙаҡ йылдар Германияның Лейпциг ҡалаһында эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән, сит телдәрҙе һыу кеүек эскән Ирек Байышевтың күңеленә ысын илһөйәрлек, ата-бабаларының үткәне, әсә теле менән ғорурлыҡ тойғоһо бәләкәй сағынан һалына.
— 1812—1814 йылдарҙағы француз яуы хаҡында һүҙ сыҡ­ҡанда, Наполеонды еңеүҙең 190, 200 йыллыҡтарын билдәләгәндә, ни өсөн үҙенең 28 полкын илба­ҫарҙарға ҡаршы көрәшкә ташла­ған башҡортто берәү ҙә телгә алмай, белмәй?! Ғәр­ләндем, — ти Ирек. — Үҙ халҡымдың данлы үткәнен донъяға күрһәтеү хыялы шунда тыуҙы. Артабан инде дуҫым, журналист Нәсүр Йөрөш­баев менән һөйләштек-кәңәш­ләштек тә немец властарына ярҙам һорап мөрәжәғәт иттек...
Һөҙөмтәлә бөгөн Лейпциг, Дрезден ҡалаларында француз­дарға ҡаршы йән аямай һуғыш­ҡан башҡорт яугирҙәре хөрмәтенә һәйкәл ҡуйылған, Шварцала ҡасандыр мәргән башҡорт көмбә­ҙенә уҡ атҡан сиркәүҙә иҫтәлекле таҡтаташ асылған, ағас уҡ серегәнлектән, немецтар уны тимергә алмаштырған. Ирек иһә иптәштәре менән уны алтын ялатылғанына алмаштырып ҡуйған.
Ә Лейпцигтағы “Сидиҡа йорто”н (“Haus Zidika”) кем генә белмәй Германияла! Әсәһе Сидиҡа Шәйхетдин ҡыҙы Өфө дауаханаларының береһендә терапевт булып эшләгән. Архангел районының Тәүәкәс ауылында донъяға килеп, ҙур ауырлыҡтар менән медицина институтын тамамлаған Сидиҡа нескә хисле, бай рухлы кеше була, шиғырҙар яҙа. Ул яҡты донъяларҙан китеп барғас, бына нисәмә йыл инде Иректең күңелендә бөткөһөҙ һағыш йәшәй.
Германияла үҙ эшен асып, матди йәһәттән ныҡлап аяҡҡа баҫҡас та, егеттә ғәзиз әсәһенең исемен мәңгеләштереү уйы уяна. Үҙенең офисынан тыш йәнә ун ябай немец ғаиләһе йәшәгән матур, ыҡсым йортҡа Ирек Фәннүр улы “Haus Zidika” исемен бирә. Йорттоң фасадын милли кейем­дәге башҡорт һыбайлы­ларының һындары биҙәй. Улар араһында мәрхүмә Сидиҡа Шәйхетдин ҡыҙының, шулай уҡ Иректең атаһы Фәннүр Әйүп улының төҫтәрен тоҫмалларға мөмкин. “Сидиҡа йорто”н биҙәүгә ситтә йәшәгән яҡташыбыҙ, рәссам Азат Ҡужин ҙур көс һалған.
Әйткәндәй, Фәннүр Әйүп улы, күптән түгел улы Иректең ярты быуатлыҡ юбилейында, ейәндә­рен, Мәскәү эргәһендәге Пушкин ҡалаһында йәшәгән ҡыҙы Гөлнур менән кейәүе Жәлилдә лә ҡунаҡ булып, ил гиҙеп ҡайтҡан. Фәннүр ағай хаҡлы ялға тиклем баш ҡалалағы ҙур төҙөлөш ойош­маһында баш бухгалтер булып эшләгән. Тыумышы менән ул Дыуан районының Иҫке Хәлил ауылынан, затлы Байышевтар нәҫеленән.
Балаларынан ситтә йәшәһә лә, Фәннүр Әйүп улы — ҡыҙы ме­нән улы, ейәндәре өсөн оло терәк һәм кәңәшсе. Уның ил тарихына һәм бөгөнгөһөнә, баш­ҡорттоң данлы көрәш юлына арналған китаптар, журнал-гәзиттәр менән тулы китапха­наһына, һәр төрлө тарихи материалдар, фото һәм экспонаттар һаҡлаған шәхси архивына ҡарайым да уйлап ҡуям: юҡ, Иректә илһөйәрлек тойғоһо Бородино көндәрен үткәргәндә генә уянмаған, был тойғо уға төпсөр, ныҡышмал атаһынан һәм шиғри күңелле әсәһенән күскән.
Тағы бер хәҡиҡәтте танымау мөмкин түгел: нәҫелдәрендә һәр кем халҡы өсөн оло, изге эштәр атҡарып, милләттең данын арттырған. Ә бит уйлап ҡараһаң, ниндәй генә милләт вәкиле юҡ бында! Әммә Байышевтарға тамыры килеп ҡушылған бөтәһе лә башҡорт рухлы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 203

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 86

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 80

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 600

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 686

“Беҙ булмаһаҡ, кем?”

“Беҙ булмаһаҡ, кем?” 22.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Силәбе башҡорттарының эшмәкәрлегенә һоҡланып бөтөрлөк түгел....

Тотош уҡырға 442

Мәскәү башҡорттары.  Улар ниндәй?
Мәскәү башҡорттары.  Улар ниндәй?

Мәскәү башҡорттары. Улар ниндәй? 11.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Мәскәүҙән ҡайтҡас, “Ашҡаҙар”ға һөйләшеүгә саҡырған яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатова миңә ошо һорауҙы бирҙе....

Тотош уҡырға 208

Свердловск башҡорттары йылды барлай

Свердловск башҡорттары йылды барлай 31.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Йылдың һуңғы көндәрендә Екатеринбургта йәшәгән милләттәштәребеҙ Свердловск өлкәһе милләт-ара...

Тотош уҡырға 166

Бөтә донъя башҡорттары йыйыласаҡ

Бөтә донъя башҡорттары йыйыласаҡ 22.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин Башҡортостандың 100...

Тотош уҡырға 224