Диңгеҙ аръяғына илткән мөхәббәт

11-08-2017, 00:03 // Башҡорт донъяһы // Баҫып сығарырға
Диңгеҙ аръяғына илткән мөхәббәтКемдер сит тарафтарға сәйәхәт ҡылырға, кемдер “оҙон” аҡса өсөн юллана. Ә бына Баймаҡ районының Шүлкә ауылы һылыуы Гөлназ Ғәҙелбаеваны Төркиә иленә оло мөхәббәт йүнәлтә. Әйткәндәй, бала саҡтан уҡ ҡыҙыҡай төрөк йырҙары менән ҡыҙыҡһынып үҫә.

Йәштәр осраҡлы осраша. Уртаҡ дуҫтары таныштыра уларҙы. Гөлназ ул ваҡытта Башҡорт дәүләт университетында уҡып йөрөгән.
– Хашимға тәү күреүҙән ғашиҡ булдым. Шулай дуҫлашып киттек. Ул бик баҫалҡы ине, – тип хәтерләй Гөлназ.
Өс ай тирәһе дуҫлашҡандан һуң Хашим эшләгән фирма ябыла, ә эшселәрен ҡайтарып ебәрергә мәжбүр булалар. Гөлназдың һөйгәне лә Төркиәнең Амасия ҡалаһына оса.
– Ул ҡайтып киткәс, миңә бик ҡыйын булды. Үҙемә урын таба алмай яфаландым. Өҙлөкһөҙ телефон аша һөйләшеүҙәр, йоҡоһоҙ төндәр… Кейәүгә сығырға ла тәҡдимде ул телефон аша яһаны. Риза булдым, – ти Гөлназ.
Һөйгәнен күреү теләге ҡыҙҙа бик көслө була. Документтарын әҙерләп, хатта бер кемгә лә әйтеп тормайынса, алыҫ Төркиәгә юллана. Хашимға депортация янау сәбәпле, ул Башҡортостанға килә алмай.
Йәштәр Истанбул аэропортында осраша. Егеттең әсәләренең йортона баралар. Уларҙы өй тулы туғандары ҡаршы ала. Баҡһаң, буласаҡ киленде күрергә йыйылғандар.
– Мин бер кемде лә аңламайым. Үҙем оялам, – тип хәтерләй Гөлназ. – Барыһы ла мине ҡосаҡлай, үбә, “hoş geldin” тип йылмая. Әле булһа ла хәтеремдә, дүрт көн буйы ҡунаҡҡа алып йөрөнөләр.
Гөлназдың Төркиәгә килеүенә биш көн тигәндә, Хашимды армия хеҙмәтенә саҡыралар. Кейәүгә сығып та өлгөрмәгән тәүәккәл ҡыҙ телде өйрәнә башлай. Һөйгәненә төрөксә хаттар ебәрә.
Ҡорбан байрамына бер нисә көнгә ҡайтып киткән Хашимды күреү Гөлназ өсөн ҙур шатлыҡ була. Шулай көндәр үтә тора. Тиҙҙән йәш кәләш әсәй буласағын аңлай. Ҡыҙҙары Севдаға 40 көн тигәндә, Хашим армия бурысын үтәп, тыуған йортона ҡайта.
– Бер ғаилә булып йәшәй башланыҡ, әммә мин визаһыҙ инем, етмәһә, рәсми никахта ла түгелмен. Ҡыҙыбыҙға ике йәш тигәндә, ҡустымдың туйына ҡайтырға булдым. Байрам үткәс, Төркиәгә остоҡ. Ике йыл ярым визаһыҙ йәшәгәнгә, аэропортта биш йылға тыйыу һалып, мине Өфөгә кире ебәрҙеләр. Хашимға ла беҙгә килергә рөхсәт юҡ. Беҙ ике йылдан ғына осраштыҡ, – тип хәтерләй Гөлназ.
Өфөлә өйләнешәләр. Гөлназ иренең фамилияһын ала. Төркиәгә ҡайтып, Мерзифон ҡалаһында йәшәй башлайҙар. Икенсе ҡыҙҙары Мелиса тыуа.
Әңгәмәсем, һораулы ҡарашымды тойоп, һүҙен дауам итә:
– Тормош иптәшемдән уңдым. Ошонда йәшәгәндән алып эскеселәрҙе күргәнем юҡ. Ир-егеттәр ата-әсәһенә, ҡатынына, балаларына оло ихтирам менән ҡарай. Ҡатын-ҡыҙға мөнәсәбәт яҡшы. Хашим – хәстәрлекле ир, өлгөлө атай. Ғаиләһе өсөн янып-көйә. Буш ваҡытын миңә бүлә. Ғөмүмән, Төркиәлә ир-егеттәр ғаиләһен тулыһынса ҡараһа ла, ҡатын-ҡыҙҙар эшләй. Быны өйҙә ултырыу күңелһеҙ тип аңлаталар.
Гөлназ һөйләүенсә, төрөк ҡатын-ҡыҙҙары ҡунаҡҡа йөрөргә ярата. Айына бер тапҡыр кемдә булһа ла йыйылалар. Ҡунаҡ саҡырған ҡатын мул итеп табын әҙерләй. Улар шулай кискә тиклем ашап, сәй эсеп ултыра. Был көн Алтын (тәңкә) көнө тип атала, сөнки килгән һәр кем үҙе менән алтын тотоп килә. Шулай сират буйынса 15-16 әхирәт бер береһенә йөрөп сыға. Ғөмүмән, Гөлназ әйтеүенсә, төрөктәр сәй эсергә ярата.
– Киске аштан һуң ял итеп ултырһаҡ, берәү шылтыратып, “хәҙер сәйгә киләбеҙ” тигән осраҡтар йыш була. Шуға күрә һәр өйҙә сәйгә тәмлекәстәр әҙерләп ҡуйыла, – ти Гөлназ.
Әңгәмәсемдән табынды нисек әҙерләүе тураһында ҡыҙыҡһынам. Гөлназ төрөк ризыҡтарын да, башҡорт милли аш-һыу өлгөләрен дә бешерә икән. “Айырыуса итле былауҙы, манты, билмән, бәлештәрҙе ғаиләм яратып ашай”, – ти ул.
Тыуған яҡ тураһында һүҙ сыҡҡас, Гөлназ Башҡортостанды, ауылын, атай йортон, туғандарын һағынып йәшәүе хаҡында әйтте. Әйткәндәй, бынан өс йыл элек ғаиләһе менән Башҡортостанға ҡайталар.
– Ҡыҙҙарыма бик оҡшаны. Бигерәк тә ағас өйҙәргә ҡарап һоҡландылар. Кукуруз таяҡсаларын, ҡуйыртылған һөттө ашап кинәнделәр, сөнки Төркиәлә улар юҡ. Башҡорт, төрөк, рус, инглиз телдәрен өйрәнәбеҙ, бәләкәс ҡыҙым Мелиса “Маша һәм айыу” мультфильмын ҡарарға ярата.
Әйткәндәй, Гөлназдың әсәһе лә өс айға ҡыҙына ҡунаҡҡа барған.
Гөлназ Төркиәлә хәҙер инде 12 йыл йәшәй. Киләсәктә үҙ эшен булдырырға уйлай. Иң мөһиме, уны нисек бар, шулай ҡабул итәләр. Шуның менән бәхетле ул.