Әсән хан иленә сәйәхәт

8-09-2017, 00:37 // Башҡорт донъяһы // Баҫып сығарырға
Әсән хан иленә сәйәхәтБыйыл Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Көнсығыш ҡулъяҙмалар һәм әҙәбиәт бүлектәре хеҙмәткәрҙәре Башҡортостандың Тәтешле районында археографик экспедицияла булды. Институт хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты Светлана Айрат ҡыҙы Искәндәрова етәкселегендәге ошо бүлек хеҙмәткәрҙәренең Рәсәй гуманитар фәндәр фонды менән Башҡортостан Хөкүмәтенең “Көньяҡ Уралдың ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған бәйет һәм мөнәжәттәре: тикшеренеүҙәр һәм материалдар” тигән грантына лайыҡ булыуы сәйәхәтте ғәмәлгә ашырырға мөмкинлек бирҙе.


Тәтешлегә илтә юлдар

Был проектта әҙәбиәт бүлеге мөдире, филология фәндәре кандидаты Миңлеғәли Нәҙерғолов, шул уҡ бүлектә эшләгән филология фәндәре кандидаттары Гөлнара Абдрафиҡова, ғилми хеҙмәткәр Салауат Хөсәйенов, Көнсығыш ҡулъяҙмалар бүлеге мөдире, тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов, филология фәндәре кандидаттары Рәмил Болғаҡов, Рәшит Аҡкөбәков һәм үрҙә телгә алынған грант етәксеһе ҡатнаша.
Ғилми тикшеренеүҙең төп маҡсаты төньяҡ райондарҙың береһе булған Тәтешлеләге боронғо ҡулъяҙма һәм иҫке баҫма китаптарҙы, яҙып ҡалдырылған һәм халыҡ араһында телдән-телгә күсеп килгән бәйет, мөнәжәттәрҙе өйрәнеү ине.
Тәтешле районының күпселек өлөшө элекке Ирәкте, өлөшләтә Урман-Гәрәй, Ҡыр-Танып улыстары ерендә урынлашҡан. Үрге Тәтешле ҡасабаһында экспедиция­быҙҙың беренсе көнөндә үк беҙҙе тыуған яҡты өйрәнеүсе Бәхтегәрәй Арманшин көтә ине. Урынлашҡас та, ваҡытты бушҡа сарыф итмәҫ өсөн, райондың тыуған яҡты өйрәнеү музейына юл тоттоҡ. Бында беҙҙе мөдир Айһылыу Шәрифйәнова ҡаршыланы. Төбәктә йәшәгән халыҡ, уның көнкүреше тураһында тәүге мәғлүмәттәрҙе ошонда алдыҡ. Был яҡтың күп кешеләре үҙҙәренең бик күп быуаттар элек йәшәгән ата-бабаһы Әсән хан (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа уны Иҫән тип тә атайҙар) менән ғорурлана.
Райондан сыҡҡан дүрт Советтар Союзы Геройының өсәүһе (Миңнулла Бәҙретдинов, Әмир Хәйҙәров, Ғәбделхәй Сәйетов) уның ейәне булып сығыуы ла иғтибарға лайыҡ. Ейәндәренең тағы береһе — мәшһүр башҡорт шағиры һәм ғалимы Ғәли Соҡоройҙоң стенды ойошторолған.
Музейҙа шулай уҡ бында тыуған күренекле актриса Зинира Атнабаева, шағир Әнғәм Атнабаев, тальян гармун яһаусы оҫта Рәйеф Сәлимгәрәев һәм башҡаларҙың эшмәкәрлеген яҡтыртҡан мәғлүмәттәр бар. Шул иҫәптән оҙаҡ йылдар “Башҡортостан” гәзитендә республикабыҙҙың төньяҡ төбәге хәбәрҙәрен киң ҡатлам уҡыусыға еткергән хәбәрсе Финат Шакирйәнов тураһында ла мәғлүмәт күреү шатландырҙы.
Бер көн Үрге Тәтешлелә Ибраһим хәҙрәттең иҫке баҫма китаптары менән таныштыҡ.

Соҡор тулы хазина

Иҫке Соҡор ауылы — күренекле башҡорт шағиры Ғәли Соҡоройҙоң тыуған төйәге. 1828 йылда донъяға килгән Ғәли Бөрө һәм Миңзәлә өйәҙенең төрлө мәҙрәсәләрендә белем ала. Стәрлебаш мәҙрәсәһендә күренекле суфый шағир Шәмсетдин Зәки уҡытҡан ваҡыттарҙа бер нисә йыл һабаҡ эстәй. Хәҙерге көндә ауылында уға бағышланған музейҙа тап уҡыу осорона тура килгән шиғыр юлдары яҙып ҡуйылған:
… Китер булдым сығып илдән уҡырға,
Ғилем эстәп, ҡайтайым тип Соҡорға…
Әсән хан иленә сәйәхәтФарсы, ғәрәп, төрки телдәрен яҡшы үҙләштергән Ғ. Соҡорой ун ете йәштән яҙыша башлай. Уның оҫта ҡәләменән бихисап әҫәр сыға. Шағирҙың “Дөрри Ғәли” (“Ғәли гәүһәрҙәре”), “Шәмғ әз-зия” (“Шәм яҡтыһы”), “Зәмми нәзир” (“Оҡшашты өҫтәү”), “Мәдхи Ҡазан” (“Ҡазанға мәҙхиә”) кеүек йыйынтыҡтары, шиғырҙары, “Нәсим әс-саба” (“Таңғы ел”) исемле хаж юлъяҙмаһы, башҡа төрлө ижад емеше әҙәбиәтебеҙҙең ул йәшәгән дәүеренең өлгөһөн тәшкил итә. Тәтешле ерендә булған саҡта был яҡтарҙа уның көслө йоғонтоһо булыуын тойҙоҡ.
Ғәли Соҡоройҙоң: “Беҙ урман башҡорто булабыҙ. Урман әрсеп, бесәнлек вә игенлек яһап, бар ваҡытымды һәм көсөмдө шул шөғөлдәргә сарыф ҡылдым. Мәсет һәм мәҙрәсә араһында хеҙмәт итеп, ирәкте башҡортоноң иң ғәли миннәтле заты булып торамын”, – тип әйткән һүҙҙәре был яҡтың бар халҡына тура килә. Әлеге көндә лә районда бик тырыш, уңған халыҡ йәшәүенә инандыҡ.
Ғ. Соҡорой музейы мөдире Зинфира һәм уның тормош иптәше, ауылдың имам-хатибы Бәхтегәрәй Арманшин музейҙа йыйылған экспонаттар, ауылдары, тирә-яҡтың тарихы менән ихлас таныштырҙылар. Арабыҙҙа был яҡтың тарихын, Ғәли Соҡорой һәм уның улы Ғарифулла Кейековтың ижадтары менән 1985 йылдан башлап өйрәнгән Миңлеғәли Нәҙерғолов та булғанын юғарыла телгә алғайныҡ. Шағирҙың музейын ойошторған ваҡытта концепцияһын әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашҡан ғалимды район халҡы ихтирам итеүенә шаһит булдыҡ. Беҙҙең яҡтарҙы онотмаһындар, Өфө күберәк иғтибар бүлһен, тип милләттәштәрҙең әйтеүе күңелдә уйылып ҡалды.
Музейҙың байлығы хайран итте. Әйтерһең дә, Соҡор тулы ғилем, Соҡор тулы хазина! Ғәли Соҡорой һәм тоҡомоноң, ауылдаштарының күңел байлығы, ғилемлелеге Соҡорҙан ташып сығып, бөтә тирә-яҡҡа сәсрәгән, тотош сал Уралды солғап алған.

Әсән хан риүәйәте

Тәтешленең боронғо дәүерҙә йәшәгән иң күренекле шәхесе тип Әсән ханды атарға була. Урындағы халыҡтың күбеһенеке кеүек, Ғәли Соҡоройҙоң шәжәрәһе уға барып тоташа. Киң ялан уртаһында Әсән хандың ҡәбере тора. Ел-ямғыр аҫтында юйыла башлаған исеме яҙыулы ҡәбер ташы кәртәләп ҡуйылған. Йыл һайын 14 майҙа уның янына иҫкә алыу өсөн халыҡ йыйыла. Бындай хәтер кисәһен Күрҙемдә Ғ. Соҡоройҙоң улы Ғарифулла хәҙрәт Кейеков өсөн үткәрәләр икән, тип һөйләнеләр. Бынан тыш, башҡа ауылдарҙа ла майҙа ошондай матур йола барлығын ишеттек.
Ғәли Соҡорой үҙенең тарихи яҙмаларында Әсән хан тураһында ентекләп яҙып үтә. Уның мәғлүмәттәре буйынса, Әсән хан бик көслө, мыҡты кәүҙәле батыр була. Салауат Юлаев хаҡындағы риүәйәттәрҙәге кеүек, ул да айыуҙы еңгән. Тәүҙә атаһы Дәүләтбай, уның вафатынан һуң үҙе Бөрө өйәҙе ҡороласаҡ ерҙәрҙә баш, хан булыуын теркәгән.
Әсән хан тураһында шундай риүәйәт йәшәп килә: “Хандың йәйләүенә Ҡазан ханының вәкиле Суртмаҡ килә. Ул Әсән хан менән уҡ атышта ярышҡан. Хандың уғы сәпкә тейгән, Суртмаҡтыҡы етмәгән. Суртмаҡ асыуланған. Халыҡтан мал, аҡса, ғәскәргә егеттәр алырға теләгән. Әсән хан бирмәгән. “Хәҙер ҡайтып ғәскәр килтерәм”, – тип ҡунаҡ ҡайтып киткән. Ҡобан исемле егет уның артынан ҡыуалап киткән. Ҡансөйәр тигән ауыл янында ҡыуып етеп уҡтан атып үлтергән. Суртмаҡты атҡа арҡыры һалып алып киткәндәр”. Был ваҡиғаларҙың Рус дәүләтенә ҡушылыр алдынан булғанлығын иҫәпкә алғанда, хәл ХVI быуат урталарынан алдараҡ булған, тип әйтергә була.

Яңғыҙ Нарат

Тәтешле район үҙәк китапханаһында беҙҙең килеүебеҙҙең маҡсатын белгәс, Яңғыҙ Наратта (рәсми исеме — Хәмит) бәйет-мөнәжәттәр байрамы үткәрелеүен әйттеләр. Шуға ла Шәрип Кейековтың улы Хәмиттең исемен йөрөткән ауылға мотлаҡ барырға теләнек. Икенсенән, Яңғыҙ Нараттың хеҙмәттәшем Альберт Сәлимгәрәевтең тыуған ауылы булғаны өсөн уны күргем килә ине.
Ауылдың исеме Шәрип Кейековтың Пугачев ихтилалында ҡатнашҡан улы Хәмиттең исемен йөрөтә. Урындағы мәҙәниәт үҙәге мөдире Нурания Фәйзрахманова быйыл тәүге тапҡыр март айында бәйет һәм мөнәжәт ярышы үткәреүен бәйән итте. Төрлө йәштәге ҡатындар белгән әҫәрҙәре менән ҡатнашҡан. Оло инәйҙәр йәш саҡтарында ишеткән бәйеттәрҙе лә һөйләп ишеттергән. Башҡа ауылдарҙа ла бәйет, мөнәжәт белгәндәр осраны. Тимәк, халҡыбыҙҙың телдән-телгә күсеп килгән музыкаль лиро-эпик жанры һаман да йәшәүен дауам итә.
Ауылда иҫке ғәрәп графикаһындағы китаптары булған кешеләр менән осраштыҡ. Фәрит Дәүләткирәев, Мәнәүи Хәтмуллин, Альбина Адиеваның китаптары булыуын белдек. Оҙаҡ йылдар тарихсы булып эшләгән, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған Өлфәт Хажиәхмәтов ағай менән дә оҙаҡ ҡына һөйләшеп, китаптарын ҡарап ултырҙыҡ. Ул тыуған ауылы тарихы менән дә ҡыҙыҡһыныуын, китап баҫтырырға йыйыныуын һөйләне.
Ҡағыҙҙар араһында хатта Яңғыҙ Наратҡа арналған йыр ҙа осраны.
Яңғыҙ Нарат – тыуған ауылым, тирә-яғы ереклек.
Ауылымдың матурлығын көйгә һалып йырларлыҡ.
Ауылым бик тә матур, уйһыу ерҙә ятҡанға,
Яратам Яңғыҙ Наратты шунда тыуып үҫкәнгә.
Бала саҡта эскән һыуҙың тәмдәре ауыҙымда,
Бик тә эшсән халыҡ йәшәй
минең тыуған ауылымда… —
ошо йөрәгенән сыҡҡан һүҙҙәр менән Өлфәт ағайҙың апаһы Дания тыуған илен данлаған.
Ҡағыҙҙар араһынан бик ҡыҙыҡ ҡына доғалар ҙа килеп сыҡты. Бына күҙ тейгәндә уҡыла торған имләү: “Бисмиллаһир-рахманир- рахим. Төтәс-төтәс ҡатындан, ҡыҙҙан, ҡара күҙҙән, зәңгәр күҙҙән, йәшел күҙҙән, көңгөрт күҙҙән, уҫал күҙҙән, ҡарттарҙан, йәштәрҙән, яттарҙан, дуҫтарҙан, тфү-тфү, бөтөп китһен, етмеш ағас башына, аҙғансы-туҙғансы, дегәнәккә-тупраҡҡа, елгә осҡан япраҡҡа, тфү-тфү, үтһен-китһен. Амин”.
Ауыл имамы Рәсих Латиповтың ҡартатаһы Латиф ҡарт Беренсе донъя һуғышы ваҡытында тотҡонда булған. Австро-Венгрия ерендәге лагерҙа ете йылын үткәргән Латифтың мосолманса ғилем эстәп ҡайтыуын ауылдаштары һаман да хайран ҡалып иҫкә ала.
Сығышы буйынса Тәтешленән булған күрше Пермь крайы Ҡуйыҙа районы үҙәге муллаһы Ғәлихан Ғайсиндан да әсирҙәр тураһында мәғлүмәт алдыҡ. Уның ҡулында тотҡонлоҡтан ҡайтҡан Шәһиҙулла, Баһауетдин һәм Ғәйнетдин исемле Гондор ауылы кешеләре фотокүсермәһе бар ине. Шулай уҡ ул беҙгә билдәле “Ҡисса-и Йософ”, “Рисәлә-и Ғәзизә”, Мифтахетдин Аҡмулла шиғыры йыйынтығы булған китаптарҙы тапшырҙы.

Иҫке Күрҙемде лә күрҙек

Тәтешлегә барып Күрҙем ауылын күрмәйенсә китмәгеҙ. Был ауылдан да күренекле кешеләр сыҡҡан. Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев менән Башҡортостандың халыҡ артисы Зинира Атнабаева ошонда тыуған. Бында беҙ уларҙың туғаны Мәғҙән Ҡасим улы менән осраштыҡ. Ул беҙгә ауылдың тарихын һөйләне. Ауыл Иҫке Соҡорҙан айырылып сыҡҡан. Бер кеше урман араһында матур яланлы, шишмәле урынды күреп ҡайта ла: “Мин ялан күрҙем”, — тип әйтә. Бына шуның өсөн ауылдың исеме тәүҙә Ялан Күрҙем, шунан Күрҙем булып китә.
1833 йылда бында өс ғаилә күсә. Тик улар кире әйләнеп ҡайта. Ике йылдан һуң ун ике ғаилә килеп төпләнә. Шулай итеп, был урында ирәкте башҡорттарының яңы торағы барлыҡҡа килә.
Был ваҡиғаларҙы нәфис тел менән Әнғәм Атнабаев тасуирлай:
Һинең тыуған Соҡороңдан
Килгән күсеп Күрҙемем.
Олатайҙар беҙгә мираҫ иткән
Ҡандар, йәндәр, иман берлеген.
Һеҙҙең Кейековтар заты менән
Атнабайҙар, бәлки, ҡәрҙәштер.
Тарих төпкөлөнә эҙләп төшһәң,
Тирмәләре, бәлки, йәнәштер …
Ғарифулла Кейеков, боронғо риүәйәттәргә таянып, “Ғәйн әр-риза” китабында ауыл исеменең килеп сығыуын ошолай аңлата: “Пугачев яуы һуңында, үлемдән ҡурҡып, күп мосолмандар ғәйеп булып, Күрҙем урманына ҡасҡан. Яуҙар бөтөп, тынысланғас, сәләмәт ҡалғандары һәр ҡайһыһы үҙенең яҡын ҡәрҙәштәрен, бәғзеһе ҡыҙын, бәғзеһе ҡатынын урманға эҙләп сыҡҡан. Шул ваҡыт был Күрҙем ултырасаҡ ерҙә аҡлан булған икән. Был аҡланға килеп, бәғзеләре үлек тапҡан. Әйтештәренсә, тере булһа ла ғәйәт яу ҡурҡынысынан үҙ ҡәрҙәштәрен танымаҫ булып, кешеләрҙән ҡыр кейеге ҡасҡан кеүек ҡасыр булғандар. Ҡайтып, берәм-берәм хәбәр бирешкәндәр. “Фәлән урында мин һинең ҡатыныңды күрҙем”, тимеш, икенселәре “Мин дә күрҙем”, өсөнсөләре: “Мин дә күрҙем” вә башҡалары ла шулай уҡ “Күрҙем” тип ҡайта икән. Бәс, былар ғажиз булып, эҙләүҙән туҡтап, күп йылдар үткәндән һуң, был урында аҙан тауышы ишетер булған бәғзеләре: “Мин нурҙар күрҙем”, – тип әйтә башлаған…
Иҫке Соҡор ауылының зирәгерәк ҡарттары: “Ахыры урын буш булмаһа кәрәк, йә әле, күсәйек”, – тигән һәм исемен “Күрҙем” булһын тиешкәндәр” (Кейеков Ғарифулла, Башҡорт тарихы вә ирәкте нәсәбе/ Төҙ., инеш һүҙ авторы, аңлатмалар биреүсе М.Х. Нәҙерғолов. Өфө, 2011. 69 б.).
Архив документтары буйынса, 1857 йылда бында Иҫке Соҡорҙан 56 кешенән торған 17 ғаилә күсә. Ауылда Ғәли Соҡоройҙоң улы Ғарифулла Кейеков та төпләнә. Башҡортостан ғына түгел, бөтә Рәсәй тарихында ла ҙур эҙ ҡалдырған шәхес күп файҙалы эш башҡара. Ул мәсет, мәҙрәсә, ятаҡ, дарыухана төҙөтә. Ятаҡта хәлһеҙҙәргә бушлай йәшәргә, ашарға рөхсәт итә. Көнөнә бер тапҡыр йылы аш бешертә.
Төрлө фәндәрҙе, телдәрҙе өйрәтеүгә иғтибар иткән Ғарифулла Кейековтың ижады һәм тормошо буйынса әҙәбиәтсе Миңлеғәли Нәҙерғолов тикшеренеүҙәр үткәрҙе. Бер нисә китап авторы булған Ғ. Кейековты 1918 йылда карателдәр отряды ғәскәрҙәре ҡылыс менән сапҡылап үлтерә. Ул ауылдың зыяратында ерләнгән. Бында шулай уҡ Атнабаевтарҙың нәҫелдәре лә дәфен ителгән.
Ауыл янында Хәҙрәт шишмәһе тип аталған ер бар. Уның тураһында Ғарифулла Кейеков 1900 йылда Ҡазанда нәшер ителгән китабында яҙып ҡалдырған. Ете күҙҙән сыҡҡан шишмәгә ингән урында шиғыр юлдары яҙып ҡуйылған:
Тыуған яғым бәллүр шишмәләре
Ағыштары мәңге тынмаһын.
Йәшәргә көс, дәрт һәм илһам биреп,
Бәллүр шишмәләрем йырлаһын.
Халыҡ был урынды изге тип һанай. Бында ла 14 майҙа йыйын үткәрәләр. Риүәйәттәргә ҡарағанда, шишмә янында Ғәли Соҡорой менән Ғарифулла Кейеков сөхбәт үткәргән. Ғ. Соҡорой шул урында бал ҡорттары тотҡан. Риүәйәттәр буйынса, уның атаһының умарталығы ла шунда булған.

Ҡоҙаш ауылдары

Бәләкәй генә йылға буйында урынлашҡан Иҫке һәм Түбәнге Ҡоҙаш ауылдарында ике мәсет бар. Беҙгә олоғайған Жәүи мулла урынына ҡалған Ильяс мулла ярҙам итеп йөрөнө. Флүрә Әхмәтова апай дәү инәләренән ҡалған китаптары менән таныштырҙы. Үҙе ер-һыу атамалары, халыҡ медицинаһы менән дә ҡыҙыҡһына. Тирә яҡтағы алтмыштан артыҡ урындың исемдәрен бер дәфтәргә теркәгән. Дәү инәй нисек дауалағанын да бәйән итте. Мәҫәлән, ул күҙҙе дауалау өсөн киндер орлоғон мейестә ҡыҙҙырған, килелә төйгән, килеп сыҡҡан шыйыҡсаны күҙгә тамыҙған. Көкөрт менән бүҫерҙе дауалағанын да аңлатты.
Унан урындағы диалектта ҡулланылған дарыу үләндәре исемдәрен яҙып алдыҡ. Уларҙың ҡайһы берҙәрен “ҡыҙылхан”, “ислекәй”, “ажара” тип атағандарын аңлатты ул беҙгә. Был яҡ башҡорттарына хас булған тей икмәгенең шыйыҡ ҡамырҙан бешереү рецебын да өйрәндек. Күршеһе Бәһиә Закирова апай ҙа иҫке китабып алып килеп күрһәтте. Рәхимә Зәбдинова инәй ҙур әтәйенән ҡалған китаптарын институтыбыҙ фондына тапшырҙы.
Баҫма аша сығып, Түбәнге Ҡоҙашта Сәүиә Фәтихова апай менән осраштыҡ. 1990 йылдарҙа был ауылға Төркиәнән Рамаҙан айҙарында дин әһелдәре бер нисә тапҡыр килгән икән. Сәүиә апайҙа улар тарафынан төрөксә яҙылған шиғырҙарҙы күсереп алдыҡ.

Йосоптоң бәйеттәре

Сәйәхәттең тәүге көнөндә үк Бәхтегәрәй Арманшин 1970 йылдарҙа уҡытыусы С. Дәүләтбаева етәкселегендә Йосоп һигеҙ йыллыҡ мәктәбе уҡыусылары тарафынан төҙөлгән ҡулъяҙма альбом биргәйне. Унда халыҡ ижадының төрлө үрнәктәре — таҡмаҡтар, йомаҡтар, бәйеттәр яҙылғайны. Араларында “Фәсәхетдин бәйете”, “Мәхәмәтгәрәй бәйете”, “Сәлимова Ания бәйете”, “Зәмзәмиә бәйете” теркәлгәйне. Бәйеттәрҙең күбеһе айырым фажиғәле ваҡиғаларға бағышланып ижад ителгән.
“Фәсәхетдин бәйете” иһә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һалдатҡа арналған. Яҙылыу стиле буйынса ул беренсе юлынан уҡ боронғо үрнәктәргә оҡшап тора. Һуғыш серияһына ҡараған тарихи бәйеттең тексы түбәндәгесә:
Фәсәхетдин тип башланым был
бәйеттең баштарын,
Ватан өсөн һәләк булды минең ғәзиз баштарым.
Киткән саҡта сығып киттем ерән атҡа ултырып.
Балаларым күрә алманым ике күҙем тултырып.
Көрән төтөн бирә икән машинаның торбаһы,
Тәндәремде өҙгөләне дошмандарҙың минаһы.
Мин өйөмдән сыҡҡан саҡта бәхилләшә алманым,
Воронеж урман буйында йәндәрем сығаһын белмәнем.
Яҙҙар етер, ҡоштар һайрар һыу буйында ҡайында,
Минең ғәзиз йәнем сыҡты йәмле август айында.
Минең ҡалған кейемемде төҫөм итеп кейегеҙ.
Кейемемде кейгән саҡта атай төҫө тиегеҙ.
Бәбкәйҙәрем, сәсегеҙҙе ебәк менән үрегеҙ,
Етем ҡалыуығыҙҙы фашистарҙан күрегеҙ.
Минең ҡалған кейемдәрҙе сөйҙән-сөйгә йөрөтөгөҙ,
Ҡайтырлыҡ ергә китмәнем, ҡайтыр тип көтмәгеҙ.
Һуғыштар ҙа туҡтар әле, кешеләре лә ҡайтыр,
Мин ҡайтмағас, иламһырап, балаҡайҙарым көтөр.
Ударниктар булдым, ҙур исемгә эйә булдым мин,
Ваҡыт етмәй донъяларҙы ҡуйҙым мин.
Беҙҙең Ташкент буйында үҫкән егән ҡамышы,
“Балаларым”, – тигән кеүек атайымдың тауышы.
Поездарҙа барған саҡта ниҙәр уйланым икән,
Воронеж урам буйында аҡтыҡ уйҙарым икән.
Аяҡ өҫтөн баҫып сыҡтым урамдарҙы сыҡҡанда,
Балаларым юҡ ҡырымда ғәзиз йәнем сыҡҡанда.
Атаҡайым үлгән ерҙә һандуғастар һайраша,
Үле хәбәре килгәс, бөтөн ауыл илаша.
Һарғылт ҡара бишмәтемде бер ҙә кеймәгән инем,
Тупрағым сит илдә булыр, тип һис уйламаған инем.
Февралдең ун туғыҙы мин айырылдым һеҙҙән,
Һуғыштар туҡталыр әле, ҡайтырмын, тинем,
тиҙҙән.
Урмандағы миләште кемдәр әйтер “Балан” тип,
Минән ҡалған балаларҙы кемдәр әйтер “Балам” тип.
Экспедиция ваҡытында ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған китап, ҡулъяҙмалар, шулай уҡ телдән-телгә күскән фольклор өлгөләре араһында бәйет, мөнәжәттәр барлығын күрҙек. Республикабыҙҙың башҡа төбәктәрендә лә йыш осраған үрнәктәр, шул иҫәптән “Саҡ-Суҡ бәйете”нең баҫма варианттары таралған.
Бүл-Ҡайпан ауылында тыуып үҫкән, Ауыҡ-Бүләктә йәшәгән Мәсҡүрә Харисова инәй менән осрашыуға шатландыҡ. Ул беҙгә ҡайһы бер баҫма мәғлүмәттәрҙе тапшырып ҡына ҡалманы, элекке замандарҙа Волга-Урал буйҙарында киң таралған XV быуат ғосман яҙыусыһы Мөхәммәт Чәләбиҙең “Мөхәммәдиә” исемле әҫәрен көйләп уҡып ишеттерҙе. Хәҙерге ваҡытта бик һирәк осраған күренеш менән танышыу беҙҙе тулҡынландырҙы. Билдәле булыуынса, ошондай уҡ исемле социаль-көнкүреш бәйеттәре лә таралған була. Мәҫәлән, 1993 йылда “Башҡортостан” гәзитендә Ҡариҙел районының Патлуп ауылында табылған, XIX быуат баштарында сығарылған бер бәйет баҫтырғайныҡ.
Ауыҡ-Бүләк имам-хатибы Әхмәтнур Әхмәтдиновтан ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алдыҡ. Уның ҡағыҙҙары араһында “Васыят”, “Мулла бабай” тип шартлы атарлыҡ бәйет тә бар ине. Был ауылдың күркәм генә мәсетен ауылдаштары, отставкалағы полковник Мәхмүт Ҡасимов үҙ тырышлығы менән төҙөттөргән. Хәҙер был ғибәҙәтхана Ауыҡ-Бүләкте биҙәп ултыра.

Мәмәтәй, Еремйе

Бер көндө юл ыңғайында Мәмәтәй ауылына һуғылдыҡ. Бында бәйет, мөнәжәт белгән инәйҙәр бар. Бүл-Ҡайпандан килен булып төшкән Хәжәриә Ғатауллина “Лә Илаһа Илаллаһу” тигән мөнәжәтте көйләп уҡыны.
Еремйе ауылы аҡһаҡалы Әсхәт Ғәлимйәнов аңлаты­уынса, элек ауылдары Яңы Соҡор янында булған. Әсән бабай Еремйелә тыуған, йәшәгән, зыяратында ерләнгән. Сир сыҡҡас, йылға аша сыҡҡандар. Тора-бара Аҡсәйет ауылына яҡын бер ергә күсәләр. Әлеге ултырған урындары өсөнсөһө була. Ауылдың исемен еремде эшкәртергә халыҡ йыйҙым тигәнде аңлата, тинеләр.
Кәүсәриә менән Тәлғәт Әминевтәрҙә үҙҙәренең нәҫел шәжәрәләре бар. Бабайҙарының һөйләгәндәрен архив документтары нигеҙендә дөрөҫләгәндәр. Ауылдың яңы урынға күсеүенә ике йөҙ йыл тирәһе тип әйттеләр. Тирә-яҡтың теле буйынса күҙәтеүҙәре менән дә уртаҡлаштылар. “Беҙҙә “ҙ”, ”ҫ” хәрефтәре юк, еләккә – жиләк, танауға – бо­рон, гайморитҡа – танау тоңолдо”, — тип үҙҙәренең тел үҙенсәлектәрен аңлаттылар. Әммә ҡайһы бер осраҡтарҙа әҙәби телдәге “е” хәрефе урынына “ж” түгел, “з” ҡулланыуҙары ла осраны.
Был яҡтарҙа ҡоҙоҡтарға, яһалыу рәүешенә ҡарап, “сиртмәле ҡойо” йә “сығырлы ҡойо”, башы ҡыйыҡлап ябылған ҙур ҡапҡаларға “ҡала ҡапҡаһы” тип әйтеүҙәренә иғтибар иттек. Ҡылымдарҙа, әҙәби тел менән сағыш­тырғанда “-ығыҙ, -егеҙ” ялғауҙары урынына “-ң” ялғауы ҡулланыла. Мәҫәлән, килегеҙ – килең, барығыҙ – барың. Был яҡ өсөн хас һүҙҙәр ҙә осрай: “ыҫпай” тип килештереп кейенеүгә, “дастин” тип оҙон буйлы кешегә әйтәләр икән. Ҡоҙаштағы Флүрә Әхмәтова: “Беҙҙә “ҡый” ҙа түгел, “ич” тә түгел”, — тип был яҡтың тел үҙенсәлеген белдергәйне. “Үҙекәйем” тип яҡын күреп әйтеү ҙә бар.
Тәтешлелә йыш ҡына ”шөғөлләнеү” мәғәнәһендә “ҡайышыу” һүҙен ишетергә тура килде. Үрнәк өсөн бер һөйләм килтерәм: “Элек башҡорттар тимерселек менән ҡайышмаһын тигәндәр”. Был төрки тамырлы һүҙҙе, синоним булараҡ, әҙәби телгә лә алырға булыр ине, сөнки халыҡтың теле, шул иҫәптән әҙәби теле лә даими рәүештә үҫешә. Уны байытыр өсөн башҡорттарҙың төрлө диалекттарынан һүҙҙәр алырға мөмкин. Үткән быуаттың аҙағында ғына “актив” һүҙе урынына “әүҙем” ҡулланыла башлағайны. Әле был һүҙҙең әүҙем ҡулланылыуын күрәбеҙ.
Тел мәсьәләһе был яҡта ла көнүҙәк. Тимәк, диалект­тарға тейешенсә иғтибар бирелмәй.
Еремйелә йәшәгән Гөлирә Латипова инәйҙең китаптары менән танышҡас, ул таҡмаҡтарын да күрһәтте. Бөйөк Ва­тан һуғышы дәүеренә ҡараған шаян таҡмаҡтарҙы ла әйтте.
Әйтеш кеүек яҙылған таҡмаҡтарҙың беренсеһендә ҡатын иренә шулай тип яҙа:
Стена көҙгөм ватылды,
Ал буҙра яғынғанда.
Алып ҡарайым карточкаңды,
Өҙөлөп һағынғанда.
Фронттағы ире яуап ебәрә:
Стена көҙгөһөн ҡуйып,
Ник буҙра яғынаһың?
Буҙра яғып, гүләт иткәс,
Ник мине һағынаһың?
Икенсе төрөнөң варианттары
башҡа төбәктәрҙә лә осрай.
Ҡатын:
Одеал микән, юрған микән
Һинең ябынғандарың?
Һиңә генә мәғлүм булһын
Минең һағынғандарым.
Ире:
Одеал да юҡ бында,
Юрғандар ҙа юҡ бында.
Ямғыр кеүек пуля яуа,
Һинең ҡайғың юҡ бында.

Рауил Исламшиндың тыуған төйәге

Башҡортса матбуғатты күҙәтеп барғандарға Рауил Исламшиндың исеме яҡшы таныш. Ул да Тәтешле районының танылған кешеһе. Уның тарафынан был төбәктең тарихы, мәҙәниәте, теле өйрәнелгән мәғлүмәттәр республикабыҙ баҫмаларында һәм нәшриәтендә сығарылған. Тикшеренеүсе йәшәгән Бәҙрәш ауылында булып, имам-хатип Нурлығаян Балағетдинов, Флүдә Мөхәмәтдинова, Ришат Балағетдинов менән осраштыҡ. Рауил Исламшиндың ҡыҙы күрше Беләш ауылында торғанын белгәс, уның менән танышырға теләнек.
Гөлназ Рауил ҡыҙы Бәҙрәш мәктәбендә директор урынбаҫары булып эшләй. Тормош иптәше Радик — рәссам, ә ҡыҙҙары — Башҡорт дәүләт университеты студенты. Улар беҙҙе Рауил Исламшин йыйған материалдар менән таныштыр­ҙы. Тыуған яҡ тарихына ҙур әһәмиәт биргән тикшеренеү­сенең мәғлүмәттәре киләһе быуындарҙа ла ҡыҙыҡһыныу уятһын өсөн архивҡа тапшырырға тәҡдим иттек.
Әсән хан иленә сәйәхәтАуыл халҡы менән осраштыҡ. Ауыл муллаһы Нәзмихәт Хазиповтың китаптары менән таныштыҡ. Ғиффәт Хыялетдинова исемле инәй әсирлектә булған Ғариф Низаметдинов тураһында ентекле мәғлүмәт бирҙе. Ул — Беренсе донъя, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашҡан кеше. Үҙенең күргәндәрен көндәлек рәүешендә яҙып ҡалдырған. Мәүлиҙә Ситдиҡова апайға ла һуғылғас, Гөлназ Рауил ҡыҙы менән кире Бәҙрәшкә барып, Рауил Исламшиндың өйөн күрҙек, китаптары менән таныштыҡ. Бында Ришат Балағетдиновтың мәрхүм атаһының китаптарын ҡарап сыҡтыҡ. Ул шиғырҙар яҙған икән. “Хаттар яҙҙым киләсәккә” исемле китабын 2014 йылда үҙҙәре сығарған.
Күп кенә кеше Флүдә Мөхәмәтдиновала боронғо китаптар барлығын әйткәс, уға барҙыҡ. Ул байтаҡ китабын кешегә таратҡан икән. Ҡалғандары араһында 1913 йылда Өфөлә улы Ғарифулла Кейеков тарафынан нәшер ителгән Ғәли Соҡоройҙоң “Әврад-и ғәлиә” исемле китаптың, “Саҡ-Суҡ бәйете”нең биттәре табылды.

Урталағы Уртауыл

Аҡсәйет менән Биҙ ауылдары араһында яңы ауыл ҡоролған. Аҡсәйеттән күскәндәре өсөн уны Аҡсәйет пасинкаһы тип тә йөрөткәндәр. Был ауылда Пермь крайының элекке мөфтөйө Мөхәмәтғәли хәҙрәт йәшәгәнен белгәс, уның менән осрашырға теләнек.
Осрашыуыбыҙ уңышлы булды. Оҙаҡ ҡына ваҡыт һөйләшеп ултырҙыҡ. Төрлө ваҡытта төрлө илдәрҙә йыйған китаптары менән таныштырғаны өсөн уға ҙур рәхмәт. Китаптарын күргәс, мәшһүр ғалим Ризаитдин Фәхретдиновтың Рәсәйҙә йәшәгән мосолмандарҙың китапханалары тураһында яҙғандары иҫкә төштө.
Ҡайтышлай Аҡсәйеткә лә ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа һуғылдыҡ. Заманында мәктәп музейын ҡорған Фиҙәрис Кашаповты күреп киттек. Был тирәлә баһадирҙарҙың ҡәберҙәре бар, нисә йыллыҡ икәне билдәһеҙ, бер “Ҡөрьән Кәрим” ситендә мең йыллыҡ тип яҙылыуын һөйләнеләр. Шулай уҡ районда “ҡала-тау” тигән урындар ҙа йыш осрауына иғтибар иттек. Тик ваҡыт тарлығы сәбәпле, был урындарҙы, ҡалған ауылдарҙы күрергә насип булманы.

***
Әсән хан иленә сәйәхәтСәйәхәтебеҙҙең уңышлы үтеүенә тыуған яғын һөйгән, тарихы, күренекле шәхестәре менән ғорурланып йәшәгән урындағы халыҡ ихлас күңелдән ярҙам итте. Шулар араһынан бер нисә кешене булһа ла билдәләргә теләйбеҙ. Иҫке Соҡорҙоң мәҙәни усаҡ булып йәшәүенә көс һалған ғаилә ағзалары Бәхтегәрәй менән Зинфира Арман­шиндарға, Үрге Тәтешле имамы Риф Ғарифйәновҡа оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Сәйәхәт ваҡытында йыйылған мәғлүмәттәр артабанғы тикшеренеүҙәр өсөн институтыбыҙҙың Ғайса Хөсәйенов исемендәге Ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фондына тапшырылды.

Әхәт СӘЛИХОВ,
тарих фәндәре кандидаты, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Көнсығыш
ҡулъяҙмалар бүлеге мөдире.