Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аралар алыҫ булһа ла…
Аралар алыҫ булһа ла…Ташкент ҡалаһының иң гүзәл биналарынан һаналған Төркөстан һарайында яңыраҡ З. Вәлиди исемендәге Башҡорт милли-мәҙәни үҙәгенең 25 йыллығы айҡанлы байрам үткәрелде.
Был сараға Үзбәкстандағы Рәсәй илсеһе В.П. Тюрденев, Рәсәй менән хеҙмәттәшлек вәкиллеге етәксеһе В.Н. Шулика, Үзбәкстандың Мәҙәниәт министрлығына ҡараған сит илдәр менән бәйләнештәр комитеты рәйесе урынбаҫары К.Н. Ишанходжаев, башҡорттарҙың аҡһаҡалы Р.А. Ғиниәтуллин һәм башҡа милли үҙәктәрҙән рәсми вәкилдәр саҡырылды.



Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Башҡортостандың Фәндәр академияһы ағзаһы, профессор Фирҙәүес Хисамитдинова Башҡортостан наградаларын тапшырҙы һәм ҡотлау телмәре менән байрамыбыҙҙың мәртәбә­һен күтәрҙе. З. Вәлиди исемендәге милли-мәҙәни үҙәк рәйесе Илшат Хәсәнов Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды.
“Дуҫлыҡ” ансамбле етәксеһе Р.А. Бай­мырҙинаға “Башҡортостандың атҡаҙан­ған сәнғәт эшмәкәре” тигән маҡтаулы исем бирелде. Рәйес урынбаҫары Р.Т. Кә­римова, Р.З. Солтанова, Р.А. Гуляев, А.Р. Сә­лихова, Р.С. Шарапов һәм Х.Р. Ша­фиҡова Хөкүмәттең һәм Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаттарына һәм маҡтау грамоталарына, бер төркөм йәштәр ҡоролтайҙың маҡтау грамоталарына лайыҡ булды.
Беҙ бик ҙур тулҡынланыу менән был наградаларҙы ҡабул иттек һәм башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә, тарихын, туған телде өйрәнеүгә, милли ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе тергеҙеүгә тағы ла күберәк көсөбөҙҙө сарыф итербеҙ тип өмөтләнәбеҙ.
Башҡортостан Мәҙәниәт министр­лығына, айырыуса Ә. И. Шафиҡоваға ошо сараға Нефтекама дәүләт филармо­нияһынан Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, йырсы Раян Алтыншинды һәм ҡурайсы Иҙел Исҡужинды ебәргәндәре өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Улар сығыштары менән концертҡа йәм өҫтәне. Байрам шул тиклем күтәренке кәйефтә үтте. Артистарҙың тойғолары, йөрәк хистәре тамашасы күңеленә үтеп инеп, иң изге ҡылдарын тирбәтте. Улар көлдө лә, иланы ла, рәхәтләнеп бейене лә…
Аралар алыҫ булһа ла…Ташкент тамашасылары өсөн “Салауат” драма түңәрәгенең “Аты барҙың – дәрте бар” пьесаһынан өҙөктәрҙе сәхнәгә сығарыуы шатлыҡлы ваҡиға булды. 60 –80 йәшлек ил ағалары һәм инәйҙәре әҙәби башҡорт телендә оҫта итеп үҙ ролдәрен башҡарҙы.
2015 йылдың 15 декабрендә Башҡорт­остан ҡыҙы Гөлнур Зарипова туған телде өйрәнеү өсөн түңәрәк ойошторғайны. Башта башҡорт телендә уҡырға, яҙырға өйрәндек. Ә шунан инде пьеса сәхнә­ләштереү! Гөлнур ханыма шундай ҙур эште башлап, етәкләп, аҙағына еткергәне һәм ваҡытын йәлләмәй башҡорттар тип йән атып йөрөгәне өсөн мең-мең рәхмәттәр яуһын. Ҡиммәте баһалап бөтмәҫлек эштәр башҡараһығыҙ, Хоҙайҙан ҡайтһын!
Йәнә бер матур хәбәр менән уртаҡлашмай булмай. Быйыл августа дүрт бала менән Шәмсетдин күле буйында ойошторолған “Йәй. Дуҫлыҡ. Мөмкин­лектәр йәйғоро” исемле йәйге палаткалы этнолагерҙа булып, “Бөрйән ҡыҙҙары” һәм “Тыпырҙаҡ” бейеүҙәрен өйрәнеп ҡайттыҡ. Ошо ике бейеүгә “Ләйсән” ансамбле ҡыҙҙары үҙ көсө менән сағыу костюмдар тегеп кейеп, оло сәхнәлә сығыш яһаны. Афарин, һынатманылар! Киләсәктәре уңышлы булһын дәртле ҡыҙҙарҙың!
“Башҡорттар” этнотүңәрәге ағзалары фойела башҡорт халҡының көнкүреш тарихын, милли кейемдәрен, уйын ҡорал­дарын сағылдырған бай йөкмәткеле матур күргәҙмә әҙерләне. Экспонаттарҙы урынлаштырыу өсөн реквизиттарҙы Үзбәкстан экспо-үҙәге биреп торҙо.
Концертҡа килгән бар халыҡ быны ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тамаша ҡылды. Башҡорттар дуҫ-иштәре, туған-тыумасаһы менән күргәҙмә янында иҫтәлеккә фотоға төштө. Бөтә киң мәғлүмәт саралары күргәҙмә янында телерепортаждарын төшөрҙө, интервьюлар алды.
Күргәҙмәне әҙерләгән Ҡәриповтар ғаиләһенә дан яуһын! Бер матур этәргес булһын, башҡа милли үҙәктәр беҙҙән күреп, яҡшыраҡ күргәҙмәләр үткәрергә тырышһын! Амин!
Аралар алыҫ булһа ла…Йыл буйы көтөп алынғаны – гала-концерт. Һәр коллектив үҙенең сығышын күрһәтер өсөн ҙур көс түгә, йыр-бейеү өйрәнә. Быйыл сценарий режиссеры Р.А. Баймырҙина урыҫ һәм башҡорт ансамбле­нән иң аҫыл сығыштарҙы һайлаған. Концертта ҡатнашҡан “Ағиҙел”, “Һандуғастар”, “Ләйсән”, “Дуҫлыҡ” үҙеш­мәкәр сәнғәт түңәрәктәренең сығыштарын тамашасылар ҙур алҡыштар менән оҙатты.
Башҡортостанға бүләк итеп башҡа милләт вәкилдәре лә концерт әҙерләгән. Үзбәкстандың атҡаҙанған артисы М. Хә­кимовтың, Башҡортостандың һәм Татар­стандың атҡаҙанған артисы Ф. Хал­дарованың, “Дуҫлыҡ” каналы мөхәррире, Татарстандың атҡаҙанған артисы Р. Ман­нарованың һәм Башҡорт­остандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Г. Зарипованың сығыштары юйылмаҫлыҡ иҫтәлек булып ҡалыр.
130-ҙан ашыу милләт вәкиле йәшәгән Үзбәкстан ерендә беҙҙең үҙәк алдынғы­ларҙан һанала. Ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы өйрәнеү өсөн бөтә мөмкинлектәр асылған. “Дуҫлыҡ” йортонда оло, яҡты бер бүлмә бирелде. Ошо изге урын бар башҡорттарҙы үҙенә һыйҙыра. Аҙна буйы унда сиратлап ансамблдәр һәм түңәрәк вәкилдәре гөр килеп эшләй. Совет ағзаларының ултырыштары ла ошонда үтә.
Ә Башҡортостаныбыҙҙың ҡушҡуллап ҡеүәтләүе беҙгә дәрт өҫтәй һәм офоҡтарҙы киңәйтә. Аралар алыҫ булһа ла, йөрәктәр бергә типһен.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Кәмәлек буйҙарында ҡунаҡта

Кәмәлек буйҙарында ҡунаҡта 31.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Һарытау башҡорттары хаҡында һөйләгән һайын һөйләге килә... “Функционально-структуральный метод П.Г....

Тотош уҡырға 145

Бөрйән балы – башҡорт даны!

Бөрйән балы – башҡорт даны! 24.08.2018 // Йәмғиәт / Башҡорт донъяһы

Бар донъяға танылыу яулаған Бөрйән балын кем генә белмәй икән? Һуңғы йылдарҙа ул райондың ғына...

Тотош уҡырға 126

“Салауат рухы беҙҙе ҡурсаланы”

“Салауат рухы беҙҙе ҡурсаланы” 24.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Батырыбыҙҙың һуңғы төйәге – Эстониялағы Палдиски ҡалаһына милләттәштәребеҙҙең юлы өҙөлмәй. Йәй...

Тотош уҡырға 149

ХӘТЕР ҘӘ, ХӨРМӘТ ТӘ, ӨМӨТ ТӘ

ХӘТЕР ҘӘ, ХӨРМӘТ ТӘ, ӨМӨТ ТӘ 16.08.2018 // Башҡорт донъяһы

...Кем машинала, кем йәйәүләп Бүжә тауы яғына ашыға. Ғүмәрҙәр өсөн бөгөн бында ҙур мәғәнәгә эйә...

Тотош уҡырға 510

100 йыллыҡҡа – 100 ҡурайсы

100 йыллыҡҡа – 100 ҡурайсы 10.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Күптән түгел йәмле Ирәндек буйында урынлашҡан “Йәйләү” лагерында Ҡурай байрамы булды. Уның нәҡ...

Тотош уҡырға 127

Ҡурай иленең өлгөһө

Ҡурай иленең өлгөһө 08.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Баймаҡ – таланттар төйәге, ҡурай иле, йырсылар, йыраусылар, сәсәндәр, шағирҙар, яҙыусылар үҫтергән...

Тотош уҡырға 158

Ҡомалаҡ икмәге тәмле!

Ҡомалаҡ икмәге тәмле! 03.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Икмәк – бөтәһенә лә баш, ти халыҡ әйтеме. Ысынлап та, ҡабарып бешкән хуш еҫле әпәкәй – һәр табындың...

Тотош уҡырға 127

Буҙаның үҙ яйы бар...

Буҙаның үҙ яйы бар... 03.08.2018 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” гәзитенең 75-се һанында (2018 йыл, 29 июнь) “Инйәр ағинәйҙәренән өйрәнегеҙ” тигән...

Тотош уҡырға 115

Йылы усаҡ янында

Йылы усаҡ янында 27.07.2018 // Башҡорт донъяһы

Был ғаилә барыһына ла кәңәш бирә, ярҙам итә Улар күрше Ҡоръятмаҫ ауы­лынан. Ишетеп-күреп белһәм дә,...

Тотош уҡырға 168

“Мин – аҫаба башҡорт”

“Мин – аҫаба башҡорт” 27.07.2018 // Башҡорт донъяһы

Һамар өлкәһе уҙаманы Сынтимер Ғарифов шулай ти Икһеҙ-сикһеҙ даланы иңләп һалмаҡ ҡына аҡҡан Ырғыҙ...

Тотош уҡырға 164

Кинолағы мажара

Кинолағы мажара 27.07.2018 // Башҡорт донъяһы

Бала саҡ, йәшлек йылдарында ауылда кино күрһәткән миҙгелдәрҙе кем генә хәтерләмәй икән?! Хәҙер...

Тотош уҡырға 137

Ашҡынып барҙым Егән буйына – нәҫелдәрҙең рухи туйына

Ашҡынып барҙым Егән буйына – нәҫелдәрҙең рухи туйына 27.07.2018 // Башҡорт донъяһы

...Кемдеңдер йөҙөн сырамытам һымаҡ та, тик та­ный алмайым. Туҡта-туҡта. Был бит бер нисә класҡа...

Тотош уҡырға 149