Сит ерҙең гөлөнән үҙ ереңдең дегәнәге артыҡ

8-12-2017, 00:03 // Башҡорт донъяһы // Баҫып сығарырға
Сит ерҙең гөлөнән үҙ ереңдең дегәнәге артыҡБөгөн ир-егеттәребеҙҙең ғаиләһен ҡарау, йорт һалыу, балаларын уҡытыу өсөн ер аяғы, ер башына аҡса эшләргә сығып китеүенә өйрәнеп тә бөткәнбеҙ. Был хәлгә ҡарата ике төрлө ҡараш йәшәй. Берәүҙәр, булмағанды көтөп, ҡул ҡаушырып эшһеҙ өйҙә ятҡансы, ситтә бәхетеңде эҙләп ҡарау яҡшыраҡ, тиһә, икенселәр иһә үҙ еренә берегеп, хужа булып йәшәй алмай, ситкә китергә мәжбүр булғандарға йәлләп тә, борсолоп та ҡарай. Ә бит ирҙәр генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ араһында ла эш эҙләп сит илгә сығып киткәндәр һаны ишәйә бара. Кешене эсәр һыуы, ейәр ризығы йөрөтә, тиһәләр ҙә, яҙған ризығыңдың ситкә сәселмәүе барыбер ҙә яҡшыраҡтыр ул.
Тормош мәшәҡәттәрен йырып сығыу өсөн ғаиләһен ҡалдырып, Себер тарафтарында эшләп ҡайтҡан бер ағай менән ошо хаҡта әңгәмәләштек.


– Яҙмыш ҡушыуы шулай булдымы икән, уйламағанда ғына алыҫ Себер, тундра яҡтарында дүрт ай йөрөп ҡайтырға тура килде, – тип башлап китте ағай. – Әлбиттә, сит-ят ерҙә эшләү теләге шулай ҙур бул­ған­лыҡтан түгел, ә донъя мәшәҡәте мәж­бүр иткәнлектән оҙон юлға сығырға ниәт иттем. Интернет аша эш белешеп, уның шарттары менән танышып сығыу бер ҙә ҡыйын булманы. Үҙемә яраҡлыһын тапҡас, электрон почта аша генераль директор менән бәйләнешкә инеп, документ­та­рым­дың күсермәһен ебәрҙем. Бер-ике көн үтеүгә мине эшкә алыуҙары тураһында хә­бәр килде. Инде иллене үтһәм дә, ыңғай хәбәрҙән ҡанатланып, йәш саҡтағылай дәрт­ләнеп, ҙур сумкалар күтәреп Ямал яҡ­тарына сығып киттем. Шулай итеп, Яңы йыл байрамы алдынан ғына Силәбе – Урен­гой поезы менән килеп, Пурпе ҡаса­баһына аяҡ баҫтым. Сит-ят ерҙәрҙең еле лә әсе, ҡары ла һыуығыраҡ, йәнде өшөт­кән­дәй тойолдо. Эш урынының ҡайһы ерҙә икәнен алдан уҡ белешеп ҡуйғас, такси менән тура шунда юл тоттом. Шул көндә үк урынлаштым.
Тәүҙә, эш хаҡынан тотоп алып ҡалыу шарты менән, баштан-аяҡ кейен­дерҙеләр, түшәк кәрәк-ярағы бирҙеләр. Был яҡтан барыһы ла көйлө барҙы, зар­ланырлыҡ булманы. Көнөнә өс тапҡыр ашатыу, аҙнаһына ике тапҡыр мунса инеү ҡаралғайны. Дүрт кеше бер вагонда йә­шәй­беҙ. Вагон йылы, аш һәм йоҡо бүлмә­ләре, телевизоры бар.
Шулай итеп, элек төшкә лә инмәгән сит ерҙә электромонтер булып эш башла­ным. Әлбиттә, башта еңелдән булманы. Һалҡын Себерҙең үҙәккә үткән еле аҫтын­да бейек мачтаға менеп яҡтыртҡыстар ҡу­йырға, электр сымдары һуҙырға кәрәк. Ғаиләне ҡалдырып, аҡса эшләйем тип сығып киткәс, бәлә һалып ултырып булмай. Шәхси фирма булғанлыҡтан, һәр аҙымың­ды ҡарап, минут-секундыңды тикшереп кенә торалар. Ауыҙыңды асып, йоҡлап йөрөһәң, юҡ бәлә тағып, штраф һалырға ғына әҙерҙәр. Эшселәр араһында Баш­ҡорт­остандан тыш, Ҡаҙағстандан, Ырымбур, Силәбе өлкәһенән, Кубань, Став­ро­пол­дән килгәндәр күп. Бер яҡтан, сит ерҙә үҙебеҙҙең яҡташтарҙың күплеге ҡыуан­дырһа, икенсенән, уларҙың тыуған төйәген, яҡындарын ҡалдырып, ошондай шарттар­ҙа эшләп йөрөүе күңелһеҙ уйҙар тыуҙырҙы. Күбеһе 40-ты уҙған, 60 йәшкә тиклемге ир-егеттәр йыйылған. Береһе – тракторсы, икенсеһе шофер йә иретеп йәбештереүсе булып, балаларын уҡытыу, ғаиләһен ҡарау, өсөнсөһө кредитын түләү өсөн аҡса йүнәтергә тырыша.
Бер ай эшләп, минең ниндәйерәк хеҙ­мәткәр булыуымды күҙәткәс, икенсе урынға – нефть һәм газ ятҡылығына ебәрҙеләр. Тәүҙә бетон, шунан ҡарҙы тапап, волокуша менән нығытылған юлдан 200 саҡ­рым­дан ашыу ер уҙҙыҡ. Йәйгеһен был араны вертолет менән генә үтәләр. Аҙыҡ-түлекте лә аҙнаһына бер тапҡыр вертолет килтерә. Бында телевизор күрһәтмәй, радио һөйләмәй, кеҫә телефонының да МТС бәйләнеше генә тота. Ҡалған өс айҙы ошон­да эшләп, килешеү ваҡытын тултыр­ҙым. Эргәгә ҡаргиҙәрҙәрҙә болан тире­һе­нән тегелгән тундарын кейеп урындағы халыҡ килеп китә. Улар эшселәр эргәһендә йылынып, беҙҙең менән аралашырға ярата. Ҡайһы берҙә болан ите һатып алырға ла тәҡдим итәләр.
Ғәҙәттә, ситтә эшләгәндәрҙең күбеһе эш хаҡының ваҡытында түләнмәүенә, эш биреүселәрҙең намыҫһыҙлығына зарлана. Мин эшләгән ерҙә был йәһәттән күңелһеҙ­лектәр булманы. Алдан килешелгәнсә, һәр кем үҙенә тәғәйен хеҙмәт хаҡын алды. Ашнаҡсылар, төрлө һөнәрҙә эшләгәндәр айына яҡынса 35-әр мең, тракторсы, шоферҙар – 50-60 мең, экскаваторсылар 70-әр мең һум аҡса ала. Әммә талап бик ҡаты. Базала эсеп тотолһаң – 35 мең, нефть һәм газ ятҡылығында тотолһаң, 200 мең һум штраф түләргә тура килә.
Үкенескә ҡаршы, эсергә яратҡандар бында ла етерлек. Шәхсән үҙем белгәндәр араһынан ғына бер нисә тапҡыр 35-әр мең штраф түләгәндәр булды. Улар, ғә­ҙәт­тә, аҡсаһыҙ ҡайтыуының сәбәбен эш биреүселәрҙең намыҫһыҙлығына, түләмә­үе­нә япһара. Аҡса эшләйем тип яҡын­да­рын ышандырып, Себер сығып киткәндәр­ҙең эсеп, эш хаҡынан ҡалыуы ҡыҙғаныс. Өс-дүрт ай ваҡытын ошонда уҙғарып, эш­ләгән генә аҡсаһын эскегә, штраф түләүгә тығып ҡайтыр юлға аҡса таба алмағандар ҙа бар. Ундайҙарға, киреһенсә, өйҙән аҡса ебәреп, ҡайтарып алалар.
Мин эшләгән ерҙә башҡорттарҙы бик хөр­мәт итәләр. Уларҙы икенсе срокка ла те­ләп саҡырып торалар. Етәкселәрҙең: “Башҡорт егеттәре эшкә бигерәк талым­һыҙ”, – тип маҡтап тороуын үҙемә бер нисә тапҡыр ишетергә насип итте. Ысынлап та, милләттәштәремдең яуаплы булы­уы ғорурлыҡ хисе уята. Улар эш айырып тормай, тәүлектең ниндәй генә ваҡыты булыуына ҡарамаҫтан, бурысын бынамын итеп башҡарып ҡуя. Мәҫәлән, минең менән эшләгән экскаваторсы – Әбйәлил райо­ны­нан, шоферҙар – Учалы егеттәре етәк­селәрҙән бары тик маҡтау һүҙҙәре генә ишетте. Ҙур техника менән Себерҙе арҡы­рыға ла, буйға ла йөрөп сыҡҡан был уңған­дар бер эштә лә һынатманы. Беҙҙең бригадала 43 кеше эшләне. Төрлө ерҙән кил­гән туғыҙ милләт вәкиле бергә йыйылыуға ҡарамаҫтан, үҙ-ара уртаҡ тел табып, мил­ләт айырмай, бик дуҫ, татыу йәшәнек. Тик ситтә эшләүҙе күпме генә маҡтаһаң да, үҙ ереңдә булыуға етмәй. Ситкә киткән­дәрҙең 90 процентын тиерлек нужа йөрөтә. Кемеһелер уңып, икенсеһе туңып ҡайта. Ирекһеҙҙән, тормош матурайып, ир-егет­тә­ребеҙ үҙ һауаһын һулап, үҙ ерендә ныҡ­лы баҫып торһон, балалар үҫтерһен, ғаилә­һен ҡараһын, көс-ғәйрәтен, уңғанлы­ғын тыуған ерендә күрһәтһен ине, тигән теләк тыуа.
Шулай итеп, ситтә аҡса эшләүгә ҡа­ра­та бына ошондайыраҡ фекерен бел­дерҙе ағай. Уның һөйләгәндәренән сығып, бе­рәү­гә лә бер ҡайҙа ла майлы ҡалъя әҙер­ләп ҡуймауҙарына инанаһың. Үҙеңә те­йеш­леһен алыу өсөн дә бар көсөңдө, кәреңде һалып, ете ҡат тиреңде сығарырға тура килә. Бары тик алдыңа ҡуйғаныңдан тайпылмай, рухыңды тө­шөр­мәй тырыш­ҡанда ғына ниәтеңә өлгәшергә була. Йырҙа йырланғанса, ситтә үҫкән әфлисун менән бананға иҫебеҙ китмәй, үҙ еребеҙҙә хеҙмә­тебеҙҙең файҙаһын күреп йәшәргә лә йәшәргә ине...