Тағы ла Салауат хаҡында…

8-12-2017, 15:39 // Башҡорт донъяһы // Баҫып сығарырға
Тағы ла Салауат хаҡында… Был исемде йөрөткән кешеләр, һәр хәлдә мин белгәндәре, һәләтле һәм үҙенсәлекле була. Бер туған ҡустыма әсәйем тәүҙә Сурағол тигән исемде ҡуштырырға теләй, ләкин яҡындарым ҡаршы төшә: ят, ҡолаҡҡа ятышһыҙ, йәнәһе. Туғанымды Салауат тип атайҙар. Бик матур шиғырҙар яҙҙы, баянсы, иҫ китмәле шәп бейеүсе булды, ләкин үҙ баһаһын ғына белеп еткермәне. Яҙмышы фажиғәле барып бөттө… Былары һүҙ араһында ғына.
Ә һөйләргә теләгәнем – икенсе Салауат хаҡында. Салауат Низаметдинов. Мәшһүр композитор. Бик үҙенсәлекле шәхес.


Киң яҡлы һөнәр эйәһе. Яҙмыш уны тыу­мыш­тан уҡ яҡты сырағынан мәхрүм иткән, ләкин Салауат тәбиғи һәләтен үҫтереп, баш­ҡорт сәнғәте күгенең иң юғары бейек­легенә күтәрелә алды.
Хәҙер хәтерләмәйем, беҙҙе ниндәйҙер концерт ваҡытында таныштырҙылар. Ул танышыу тора-бара дуҫлыҡҡа әүерелде. Сала­уат менән аралашыу бик ҡыҙыҡлы, мауыҡ­тыр­ғыс ине. Һүҙ уның ижады тура­һын­да башлана, унан минең яңы шиғыр­ҙарҙы тыңлай­быҙ. “Шәп шиғыр, – тип ҡуя композитор. – Әммә йырға бармай. Йыр өсөн ябайыраҡ кә­рәк, аңлайһыңмы? Яҙа алаһың да инде…” Шу­лай ҙа ул минең ши­ғыр­ҙарға биш-алты көй яҙҙы, уларҙы Әлмира Солтанова менән Лилиә Букееваға минең күҙ алдында тап­шыр­ҙы. Һуңғараҡ Иҙрис Ғәзиев башҡары­уын­дағы йырҙы ла ишетергә насип булды. Рәхмәт уларға. Ә бына арабыҙҙан бик иртә киткән Радик Гә­рәев сәхнәгә “Туҡтаны моң” йырын сығар­ғас, үҙем тетрәндем. Композитор күңел кисерештәремде, ни әйтергә теләүемде шул хәтлем һиҙгер тойған, әйтерһең, көйө лә, һүҙҙәре лә уныҡы. “Аҡман-тоҡман” исем­ле бик матур, моңло йыр ҙа ижад ит­кәй­нек, бер йырсы ла алманы, ахыры. Ул йырҙың яҙмышы билдәһеҙ.
“Гөлшат, миңә либретто яҙ әле, ултырып һөйләшәйек”, – тип шылтыратты Салауат “Мементо” операһы премьераһынан һуң. Ваҡыт тапманым. Минең ғүмер баҡый дауам иткән ығы-зығылы тормошом ижадыма һәр саҡ ҡамасаулай килде. Ә был операға ул миңә саҡырыу ҡағыҙы тапшыр­ҙы. Әҫәрҙе тың­лау ғүмеремдең иң сағыу бер мәле булып ҡалды. Милли классик му­зыкала ғына түгел, ғөмүмән, музыка донъяһында үҙенсәлекле, тиңе юҡ күренеш булғандыр ул, тиергә баҙнат итәм. Шуға ҡыуанам, үҙе иҫән сағында Сала­уат менән гәзит өсөн бер әңгәмә ойошто­рор­ға, ижады хаҡында ҙур бер мәҡәлә яҙырға өл­гөрҙөм. Бөгөн бына хәтирәләргә мөрәжәғәт итәм.
1984 йылдың һыуыҡ ҡышы. Өфөнән Ас­ҡар­ға Салауат шылтыратып: “Һеҙгә барып сығырға йыйынам, райком менән транспорт тураһында һөйләш әле”, – тине. Ниәте – Әб­йә­лил ауылдары буйлап үтеү. “Көндәр йы­лын­ғанын көтмәйекме?” – тим. “Ә ул ваҡыт­ҡа минең башҡа пландар, – ти Салауат. – Унан, Северный ҡасаба­һын­да минең бер ту­ған апайым йәшәй бит, Тәслимә. Апай менән еҙнәне лә һағын­дым”. Салауаттың икенсе бер талант эйә­һе, актер, йырсы, һәүәҫкәр ком­позитор Аза­мат Усмановтың ҡоҙаһы булы­уын, әлбиттә, белмәй инем. Тәслимәнең ире Марс – Азаматтың бер туған ағаһы, имеш.
Килеп төштө Салауат. Мин, әлеге лә баяғы, ра­йон гәзитендә яуап­лы секретарь. Ул саҡтағы мөхәр­риребеҙ Әхмәҙи Хәсән улы Хәсә­нов ҡыйынһынып ҡына булһа ла ми­не өс көнгә, фай­ҙа­ла­нып бөтмәгән ялым иҫәбенә эштән бушатты, Вәкил За­куан улы урындағы радионы алып бара ине, уны ебәр­мәне. Урындағы радио тапшырыу­ҙары өҙө­лөр­гә тейеш тә түгел инде, бер уй­ла­һаң. “Ре­дакция машинаһын биреп тора алмайым, райкомдан һорап ҡара”, – тине ул да.
Партияның район комитетына килдем. “Кем ул? Беҙ ундай композиторҙы бел­мәй­беҙ”, – ти ҙур ғына түрәбеҙ. Салауат Ни­за­мет­диновтың бик шәп композитор икәнлеген иҫбат итеп маташам. “Шәп бул­һа, белер инем. Бына Рафиҡ Сәлмәновты беләм”, – ти был. Был хәлдән һуң байтаҡ йылдар үткәс, Рафиҡ ағай Сәлмәнов районға йәшәргә ҡайтты, ә һаман шул тирәлә эшләп йөрөгән әлеге түрә был композиторҙы ла “таныманы”...
– Ҡуй, Гөлшат, машина эҙләп йонсома, – ти Салауат. – Беҙ иң шәп транспортта бөгөн Ҡаҙмашҡа барып етәбеҙ.
Күп тә үтмәй, “Урал” мотоциклында еҙ­нә­һе Марс килеп туҡтаны. Сығып киттек аҡ ҡар туҙҙырып тау-урман яҡтарына. Клубта ха­лыҡ шығырым тулы, “гөж” килеп, ҡул сабып ҡаршыланылар. Кешеләрҙең ихласлы­ғынан­мы, бик тиҙ йылындыҡ. Осрашыу һуңынан бишбармаҡ ашап, сәй эсеп алғас, кәйеф тә шәбәйҙе.
Ә төнөн буран сыҡты. Ҡырҙасҡа бара тор­ған юлды тотош көрт күмеп китте. Ул саҡтарҙа бөгөнгө һәйбәт юлдар юҡ ине әле. Беҙҙе ауылда көтәләр, ә машина үтерлек түгел. Бригадир “ДТ-75” тракторын биреп ҡуйҙы. Үҙе: “Хәҙер һеҙгә бер ниндәй буран да ҡурҡы­ныс түгел”, – тип көлә. Механизатор, рәхмәт төшкөрө, беҙҙе тура клуб алдына алып барып төшөрҙө. Солярка еҫе аңҡытып барып индек. Кисә барышын­да беҙгә урындағы шағирәләр Мәүҙиға Рәхмәтова менән Фәнүзә Биктимерова ҡушылып китте. Иҫ киткес матур үтте осрашыу. Салауатҡа һорауҙар ҙа күп булды.
Иртәгәһенә Хәлил ауылына юлландыҡ. Бында беҙҙе бала саҡ әхирәтем Һәҙиәнең ғаиләһе бик йылы ҡаршыланы. Артабан инде – тыуған ауылым Юлдаш. Бында беҙгә йәнә Фәнүзә Биктимерова килеп ҡушылды. Ул саҡ­тағы бригадир Тимербулат ағай Сәйетғә­лин үҙенең машинаһында Асҡарға оҙатып ҡуйҙы.
Хәтерҙә йәнә бер күренеш уйылып ҡалған: белмәгән кеше уны күрә тип уйлай торғайны. Ят урында ул алдан уҡ сәхнәне өйрәнә: ҡайҙа нисә аҙым, тамашасылар ҡайһы яҡта ултыра, нисек сығырға кәрәк, фортепьяно эргәһендәге ултырғысҡа ҡайһылайтып эләгеп йығылмаҫҡа һ.б.
Иртә китте композитор. Әллә күпме ижад итә алыр ине әле ул, етди музыкаға ла ихласлап тотонғайны.

Әбйәлил районы.