Ә ҡурай уйнай ҙа уйнай...

19-12-2017, 00:03 // Башҡорт донъяһы // Баҫып сығарырға
Ә ҡурай уйнай ҙа уйнай...Кем тәҡдим иткәндер, бынан утыҙ биш йыл элек Зәйни ағай мине эҙләп “Башҡортостан пионеры” гәзите редакцияһына килеп инде. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исемен йөрөткән, танылған олпат Зәйни Иғдәүләтовтың миндә ниндәй йомошо бар икән тип башта аптырабыраҡ ҡалдым. Ә ул хәбәрен оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай, алдыма бер ҡулъяҙма килтереп һалды ла:
– Был – яҡын дуҫым, театрҙа эшләгән мәшһүр ҡурайсы, һуғыштың тәүге көндәренән үк фронтҡа китеп һәләк булған Ғәлиастан Шәмсетдинов хаҡында яҙған иҫтәлектәрем. Мин барынса сыймаҡланым, хәҙер ошоно ҡараштырып, төҙәткеләп берәй матбуғат сараһына тәҡдим итергә ине. Ярҙам итмәҫһегеҙме икән, һылыу, – тине.

Мин ул яҙмаларҙы тетрәнеп уҡыным һәм, эшкәртеп, баҫмаға әҙерләнем. Ләкин, үкенес, Зәйни ағай уның гәзиттә баҫылып сыҡҡанын уҡый алманы... Хәтирәләр төрлө сәбәптәр арҡаһында дүрт йылдан һуң ғына “Ленинсы” гәзитендә донъя күрҙе. Шул иҫтәлектәрҙе тулыландырып, яңынан баҫмаға тәҡдим итеүемдең сәбәптәре бер нисә. Иң тәүгеһе: Зәйни Иғдәүләтовтың яҙмалары Бөйөк Ватан һуғышы башланыуы хаҡында ҡот осҡос аяуһыҙ хәбәрҙең артистар тормошон нисек үҙгәртеүе, театрҙың шул осорҙағы эшмәкәрлеге тураһында тарихи мәғлүмәттәр килтереүе менән ҙур әһәмиәткә эйә. Был хәтирәләр Башҡорт дәүләт академия драма театрының 2019 йылда билдәләйәсәк 100 йыллыҡ юбилейына иң ҡәҙерле мәғлүмәт булараҡ һаҡланырға тейештер.
Икенсенән, Ғәлиастан Шәмсетдиновтың ете йәшлек ҡыҙы Сәлимәнең артабанғы яҙмышы нисек булды икән – шул ҡыҙыҡһындыра. Ул 1937 йылғы булырға тейеш. Бәлки, бөгөн иҫән-һауҙыр. Һуғыш башланып, атаһы фронтҡа киткәс, улар әсәһе менән элек Ғәлиастан Шәмсетдинов эшләгән Баймаҡ районының Түбә ҡасабаһына күсеп киткән. Иҫтәлектәрҙә атаһының ҡайһы ауылдан икәнлеге яҙылмаған. Етем һәм өләсәһе тәрбиәһендә үҫеүе телгә алынған. Бәлки, мәшһүр ҡурайсы тураһында тыуған яғы Баймаҡ районында яҡшы белгәндәр барҙыр. Улар асыҡлыҡ индерер...
Зәйни ағайҙың тағы ла бер мөһим нәмә хаҡында борсолоп яҙыуы бөгөн дә уйландыра. Йыр һәм көйҙәрен дәфтәргә теркәп барған. 1937 йылда башланған эш һуғыш арҡаһында өҙөлә. Өс дәфтәрҙең икеһе – Ғәлиастанда, береһе Зәйни ағайҙа ҡала. Бөтәһе өс йөҙгә яҡын ижади ҡомартҡы теркәлә. Үҙендәге дәфтәрҙе Зәйни ағай Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына, шулай уҡ сәнғәт институтының фольклор бүлегенә тапшыра. Ә бына ҡалған ике дәфтәрҙәге яҙма мәғлүмәттәр – халҡыбыҙҙың рухи байлығы – ҡайҙа булған? Был турала Зәйни ағай ҙа белмәй ине. Әйткәндәй, ҡатыны Һәҙиә, ҡыҙы менән Түбәгә күсеп киткәндә, моғайын, дәфтәрҙәрҙе үҙе менән алғандыр... Бәлки, ниндәйҙер мөғжизә менән улар ҡайҙалыр, кемдәлер һаҡланғандыр...
Ошо һорауҙарға яуап табылыр тигән ниәттән әлеге хәтирәләрҙе киң ҡатлам уҡыусыға тәҡдим итеүем. Тағы ла: мәшһүр ҡурайсы Ғәлиастан Шәмсетдиновтың исеме сәнғәт донъяһында бер ҙә телгә алынғаны юҡ. Ул онотолорға тейеш түгел – исеме Башҡортостан ҡурайсылары тарихында алтын хәрефтәр менән яҙылырға хаҡлы. Ә бит ул яу ҡырында ҡурай моңо менән Башҡортостан егеттәрен генә түгел, башҡа милләт яугирҙәрен дә ҡыҫҡа ғына ял ваҡыттарында еңеүгә дәртләндергән. Көс биргән, тыуған яҡҡа, яҡындарына булған һағышын баҫҡан, ҡурҡыу белмәй дошман менән алышҡа әйҙәгән! Ә уның ҡатынына яҙған хаттарын тыныс ҡына уҡып булмай. Үҙе бер әҙәби әҫәр кеүек. Яҙыу грамотаһы булмағас, күрәһең, янындағы теркәп барған иптәшенә һөйләгәндер. Хәйер, әҫәр түгел, ә документаль хроника кадрҙары кеүек – барыһы ла күҙ алдынан үтә...

Ҡурайсылар ҡурай, ай, уйнамаҫ,
Башҡорт ҡурайҙары булмаһа,
Егет тә генә кеше йыр йырламаҫ,
Йөрәгендә дәрттәр булмаһа.
Ҡурай... Уны бер ҡасан да тыныс ҡына тыңлап булмай. Һәр ваҡыт үткәндәрҙе иҫкә төшөрә, хәтирәләрҙе яңырта. Ҡурай уйнай башлаһа, гел генә дуҫым Ғәлиастан Шәмсетдинов күҙ алдына килеп баҫа. Мин яңынан күңелем менән 1941 йылға әйләнеп ҡайтам.
Театр Мәскәүҙә буласаҡ Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте ун көнлөгөнә әҙерләнә. Был декаданың буласағы хаҡында 1940 йылдың башында уҡ билдәле ине, шуға күрә бөтә сәнғәт кешеләре, әҙәбиәтселәр – яҙыусылар, шағирҙар, журналистар ошо уй-фекер менән рухланып йәшәне. Башҡорт дәүләт академия театры коллективы ла дәртләнеп эшкә тотондо.
Театрыбыҙҙың талантлы ҡурайсыһы Ғәлиастан Шәмсетдинов етәкселегендәге дүрт кеше Башҡортостан райондарына һәм Силәбе өлкәһенә декадала ҡатнашырға ҡурайсылар, өзләүселәр, йырсылар, бейеүселәр эҙләп алып ҡайтыр өсөн командировкаға ебәрелде. Улар ике ай йөрөп ҡайтты. Шәмсетдиновтың ҡурайсылар төркөмө репетициялар үткәрә башланы. Май айы тотош сараға әҙерлек менән үтте. Театр декада көндәрен Б. Бикбайҙың “Салауат”ы, В. Шекспирҙың “Ромео һәм Джульетта”һы менән асып ебәрәсәк.
Репетициялар хәҙерге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының фойеһында бара. Әле лә хәтеремдә, фойеға 22 июнь иртәһендә бөтә коллектив йыйылды. Художество етәксеһе Виктор Семенович Витт алдағы эш планы тураһында һөйләргә тейеш. Шул саҡ фойела директор Дмитрий Алексеевич Дмитриев менән парторг Сабир Мөхәмәтйәнов күренде. Парторг: “Иптәштәр, репетицияны туҡтатып тороғоҙ, бер кем бер ҡайҙа китмәһен, хәҙер хөкүмәт белдереүе буласаҡ”, – тине лә гармунсы һәм режиссер ярҙамсыһы Мөхәммәт Фазыловҡа техник цехтағы барлыҡ кешеләрҙе лә бында йыйып килтерергә ҡушты.
Салт аяҙ көн. Фойеның урам яҡтағы балкон ишеге асыҡ. Байтаҡ ҡына тынлыҡ булып торҙо. Бына радио һөйләй башланы. Ул һуғыш башланыуы тураһында ҡот осҡос аяуһыҙ хәбәр тапшыра ине. Һәр кемдең ҡобараһы осоп, күҙенә йәш тығылды, тауыш-тынһыҙ, һүҙһеҙ ҡалды. Радионан был хәбәр ҡабатлап әйтелде. “Еңеү беҙҙеке булыр!” – ошо һуңғы һүҙҙәрҙән һуң да бер кем ауыҙ асып ни ҙә булһа әйтергә ҡыйманы...
Ҡурай уйнай... Кем уйнай һуң унда? Һуғышҡа китеүселәр алдында сығыш яһаған Ғәлиастан Шәмсетдиновмы әллә?..
Һуғыш башланғандың икенсе көнө ине. Ул ваҡиғалар хәтерҙә бик ныҡ ҡалған. Фронтҡа китеүселәр алдында концерт ҡуябыҙ. Уны Мәхмүт Хәбибуллин алып бара. Бәҙәр Йосопованың бейеүе, Әмин Зөбәйеровтың ниндәйҙер пьесанан өҙөк уҡыуы, Рәхимә Һәүбәнованың йырлауы, Миңлехан Тимерхановтың үҙенән ҙур тальян гармунда уйнауы һалдаттарҙың күңелен күтәрергә тырышты. Артистарҙан йәнә Ғабдулла Шамуҡов, Таңһылыу Рәшитова, мин һәм ҡурайсы Ғәлиастан Шәмсетдинов ҡатнашты.
Концертты бик яраттылар, ләкин ауыр ҡайғы һәр кемдең йөҙөнә сыҡҡан. Тамашасылар күҙ-йәш аралаш ҡул саба. Ихтыярһыҙлыҡтан беҙҙең дә күңел тула. Үҙебеҙ сығыш яһайбыҙ, үҙебеҙ халыҡ менән бергә илайбыҙ.
Икенсе көндө театрыбыҙҙың талантлы артистарының береһе режиссер Әхмәт Садиҡов үҙ теләге менән һуғышҡа китергә яҙылған. Йәш артистар һәм сәхнә эшселәренән Нажар Абдрахманов, Хәбиб Туҡтамышев, Ғариф Ваһапов, Әсләм Чанышев, Сәғит Солтанов, Валентин Зубков, Мөхәммәҙи Ғилманов һәм башҡаларҙы ла фронтҡа оҙаттыҡ.
Һуғыштың тәүге көндәренән үк театрҙа ҡыҙыу эш башланды. Артистар репетицияларға йөрөй, йыр, бейеү өйрәнә. Бер кем дә буш түгел.
Көндәр үтә тора. Артистарға ла берәм-берәм повесткалар килә. 12 августа ундай повесткаларҙы Лотфулла Сәйфуллин менән Ғәлиастан Шәмсетдинов та алды. Шул уҡ көндә юлға аҙыҡ алып саҡырыу пунктына килергә ҡушылғайны.
Ғәлиастан Шәмсетдинов Башҡорт дәүләт академия театрына 1937 йылдың көҙөндә Баймаҡ районынан килгәйне. Заһир Исмәғилев (ул театрҙа ҡурайсы ине) Мәскәү консерваторияһына киткәс, уның урынына Шәмсетдинов ҡалды. Көлөп-йылмайып һөйләшкән Ғәлиастан төҫкә матур, мыҡты кәүҙәле башҡорт егете ине. Үҙенең һөйләүе буйынса, ул бәләкәйҙән үк ата-әсәһеҙ ҡалып, өләсәһендә тәрбиәләнгән. Өләсәһе бик ҡарт булыу сәбәпле, Ғәлиастанды ун ике йәшендә үк өйләндергән. Шул арҡала Шәмсетдинов белем ала алмай ҡалған. Ун алты йәшендә алтын йыуыусы булып эшләгән, ун етелә шахтала ауыр эштәрҙе башҡарған, ун һигеҙҙә Түбә руднигында мастер-слесарь булған. Уҡый-яҙа белмәһә лә, Ғәлиастандың шулай халыҡ менән аралашып, юғары мәҙәниәтле булып китеүенә беҙ һәр ваҡыт һоҡлана торғайныҡ. Әйтерһең, тормош институтын тамамлаған.
Театрға килеү менән Ғәлиастан эшкә сумды. Уға мәрхүм композитор Мәсәлим Вәлиев концерттарҙа йырлар өсөн артистарға башҡорт халыҡ йырҙарын өйрәтергә ҡушты. Был эшкә ул ваҡытта республикабыҙҙағы иң танылған ҡурайсы бик ихлас һәм теләп тотондо. Шәмсетдиновтың уйнаған көйҙәре өс йөҙгә яҡын булыуын бик яҡшы беләм, сөнки, уның һорауы буйынса, һәр уйналған көйҙө мин айырым бер дәфтәргә яҙып барҙым. Йырҙың исемен ул үҙе әйтә торғайны. 1938 йылда Ҡазандағы йәйге гастролдәр ваҡытында башланған был эш тамамланмайынса ҡалды. Һуңғы ике дәфтәр Шәмсетдиновтың үҙендә ине. Һәҙиә ханым (Ғәлиастандың ҡатыны) Түбәгә күсеп ҡайтҡас, ул дәфтәрҙең ҡайҙа булғанын белмәнем. Миндәге дәфтәр сәнғәт институты менән Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклор кабинеттарында һаҡлана.
Ғәлиастан спортсы ла ине. Ҡала ярышында атыу буйынса ул беренселекте алғайны. Һуғышҡа ла снайпер булып китте.
Һалдаттарҙың йыйылыу урыны хәҙерге Дуҫлыҡ монументы урынындағы ҙур сиркәү янындағы майҙанда ине. (Был сиркәүҙе халыҡ Салауат Юлаев ятҡан сиркәү тип тә йөрөтә ине.) Ошо һәйкәл урынынан алып Октябрь революцияһы урамына тиклем көн һайын һуғышҡа китеүселәр йыйыла.
Сәғәт унынсы ярты. Шәмсетдинов юлға кәрәк-яраҡ тултырылған тоҡто биштәрләп алып, һул ҡулына ҡурай тотоп, уң ҡулына ете йәшлек ҡыҙы Сәлимәне етәкләп өйҙән сыҡты ла тупһала туҡтап ҡалды. Янында фанера сумаҙан тотҡан ҡатыны Һәҙиә баҫып тора. Ғәлиастан үҙенә генә хас юмор менән: “Йә, иптәштәр, хәҙергә иҫән-һау булығыҙ. Хәҙергә тип әйтәм, сөнки беҙ тиҙ әйләнеп ҡайтырбыҙ, самауырығыҙ ҡайнап, ҡаҙандарығыҙҙа аш бешеп торһон”, – тине. Һәм шундай ныҡ, гел мәрәкәләп һөйләшкән кеше ҡапыл һүҙһеҙ туҡтап ҡалды. Тупһанан төштө, ҡапҡаға табан атлап, ишек алдының уртаһына еткәс, артына әйләнеп йортто байҡаны, яй ғына ихатаға күҙ йөрөтөп сыҡты. Ҡарашы алма баҡсаһына төбәлгәндә рәшәткә мөйөшөндә башын терәп һыҡтап торған ҡатынын күргәс, ул йәнә туҡтап ҡалды.
– Ҡуй, һыҡтама, Һәҙиә, әйҙә киттек. Хуш-һау булығыҙ, иптәштәр, – тип хушлашты ла ҡапҡаға ҡарай атланы. Ишек алдындағы барса кеше Ғәлиастанды күҙ йәше менән оҙатып ҡалды. Беҙ Октябрь революцияһы урамына тиклем барҙыҡ та эшкә киттек.
Эш бөткәс тә, кире улар янына йүгерҙек. Беҙ барғанда, майҙан тулы халыҡ ине. Берәүҙәр ергә, икенселәр бүрәнә өҫтөнә теҙелешеп ултырған. Повесткала күрһәтелгән ваҡытҡа килеп еткән кешеләр, военкомат алдына сафҡа теҙелә. Исемлекте барлап сыҡҡас, ҡайҙа урын бар, шунда урынлаша тора. Йыйылыусылар төркөм-төркөм булып өйкөлөшөп төрлөсә ваҡыт үткәрә. Бер ерҙә гармун уйнайҙар, йырлашалар, икенсе ерҙә халыҡ ашап-эсеп, ҡапҡылап ултыра. Ғәлиастан да ҡурай һалынған һауытын алды. Шул саҡ уның ҡаршыһына хәрби кеше килеп туҡтаны ла Шәмсетдиновтан ҡурай ҡынын биреүен һораны. Ғәлиастан ҡындан ике ҡурайын алды ла “рәхим итегеҙ” тип хәрби кешегә буш ҡынды һондо. Таҡтанан яһалған был ҡынды әйләндереп ҡараны ла хәрби кеше Шәмсетдинов ҡулындағы ике ҡурайҙы һораны. Ғәлиастан бер ҡурайын тотторҙо ла: “Был ябай ғына бер үлән, урман ҡырҙарында, тау битләүҙәрендә үҫә. Үҙе йырлай ҙа, тыңлап ҡарайһығыҙмы?” – тип “Хәтирә” көйөн уйнап ебәрҙе.
Башҡалар йылмайғас, хәрби кеше лә йылмайып, быныһы ла шулай уйнаймы тигәндәй, ҡулындағы ҡурайын Ғәлиастанға бирҙе. Шәмсетдинов уныһын алды ла башҡорт халыҡ йыры “Ғайса ахун”ды уйнап ебәрҙе.
Бейек кенә бейек, ай, тау барҙа
Ыласын-шоңҡар тормай ояла.
Нимә әйтһәң дә, дуҫтар, ир арыҫланы
Оҙаҡ йәшәй алмай донъяла.
Хәрби кеше ошо ябай ғына бер үләндән шул сама иҫ киткес моң түгелеүенә ғәжәпләнеп тыңлап торғандан һуң: “Уйнағыҙ, уйнағыҙ”, – тип ары китте.
Шәмсетдинов был көйҙө уғата моңло итеп башҡарҙы. Уның янына йыйылған кешеләр торған һайын күбәйә барҙы. Ҡурай уйнаны ла уйнаны. Әйтерһең, ул ил өҫтөнә төшкән оло ҡайғыны моң телендә иңрәй-һыҡтай тарата, дошманға булған үс-нәфрәттән бергә йыйылған был кешеләрҙе ғәҙел көрәшкә саҡыра, уларҙы оҙата килгән әсәләрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, бала-сағаларҙы түҙем, сабыр һәм ныҡ булырға саҡыра.
Бына бер саҡ Ғәлиастан дәртле бейеү көйөн уйнап ебәрҙе. Уның бөтә торошо: “Ебеп төшмәйек, туғандар, йырлы-моңло халыҡ бер ҡасан да үлмәйәсәк. Ундай халыҡты еңеү мөмкин түгел, шуны белһен дошмандар”, – тигән кеүек ине.
Түңәрәк уртаһына башта һикереп йәш егеттәр төштө. Араларында бик оҫта бейеүселәр ҙә бар. Халыҡ – талант шишмәһе, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр шул. Онотолоп бейей улар, әйтерһең дә, бында һуғышҡа китер өсөн түгел, ә бейеүселәр бәйгеһенә йыйылғандар. Кем белә, бәлки, ошо кешеләрҙең ҡайһы берәүҙәре өсөн был һуңғы тапҡыр бейеүҙәрелер. Ләкин берәү ҙә ул хаҡта уйланмай кеүек. Ил яҙмышына төшкән ошо ауыр ҡайғы, халыҡ иңенә төшкән оло һынау мәлендә бер кешенең дә үҙе тураһында ғына айырым уйларға хаҡы юҡ. Ил яҙмышы – һәр кемдең яҙмышы. Бер теләк, бер тойғо – дошманды тиҙерәк еңеү – уларҙы бында килтергән.
Ғәлиастан арыу-талыу белмәй уйнай. Бына олораҡ ағайҙар ҙа бейергә дәртләнеп китте. “Ҡана булмаһа, ҡустым, “Перовский”ҙы һыҙҙырт!” – тип йәнә берәм-берәм уртаға төшә торҙолар. Өлкәнерәк бер ағай ҙа оҫта бейеүсегә хас хәрәкәттәр менән майҙан уртаһына килеп төшкәйне лә, әллә башы әйләнеп китте, булмаҫ, ахыры, тигәндәй ҡулын һелтәп кире уйланы. Үҙе Ғәлиастан янына килеп: “Ай, рәхмәт, ҡустым, ир икәнһең, Шәмсетдинов мырҙа!” – тип уның арҡаһынан ҡағып ҡуйҙы.
Шул саҡ артистар килгән, концерт була тип иғлан иттеләр. Диана Нурмөхәмәтова менән Рәхимә Һәүбәнованың йырлауын, һүҙ оҫтаһы Ғабдулла Шамуҡовтың сығышын, Ғилемхан Тимерхановтың өҙҙөрөп гармунда уйнауын халыҡ яратып тыңланы. Улар сығыш яһап бөткәс, йәнә Шәмсетдиновтың ҡурай уйнауын һоранылар. Ғәлиастан ике көй уйнағас, уны тағы ла ике тапҡыр һорап уйнаттылар.
Артистар йөк машинаһына ултырҙы ла вокзалға, фронтҡа китеүселәр алдында концерт бирергә киттеләр. Ғәлиастан Шәмсетдинов быға тиклем булған концерттарҙа бер ҙә ҡатнашмайынса тороп ҡалмай торғайны. Ә бөгөн үҙе фронтҡа китә. Мин дә уны оҙатыу өсөн һорап ҡалдым. Ҡурайын ҡынына һалды ла, уйсан көрһөнөп, йыр башланы. Һис нәмәгә бойоҡмай торған ир әкрен генә, ишетелер-ишетелмәҫ эске тойғо менән былай тип йырланы:
Ала сыбар тигән, ай, ҡыр өйрәк
Бала уйната түңәрәк күлдәрҙә.
Ышанмағыҙ фани был донъяға,
Ҡан илата бәғзе көндәрҙә.
Ниһайәт, теҙелергә команда булды. Шәмсетдинов алдан һанағанда дүртенсе командала ине. Дүрт рәт булып теҙелгән был командаларҙың бер осо Цюрупа урамында. Команда аҙағы беҙгә күренмәй. Беҙ дүртенсе командала Демьян Бедный урамына (хәҙерге Яңы Күпер) етеп киләбеҙ. Команда уртала, ике яҡ тротуарҙа һәр бер фронтовиктың туғандары бара. Шәмсетдинов уң яҡ ситтән килә. Ҡыҙы Сәлимәне етәкләгән. Бына Сталин урамын (хәҙерге Коммунистик) үттек, Чернышевский урамынан һулға – К. Марксҡа боролғас, күтәреп килгән фанера сумаҙанды Ғәлиастандың ҡатыны Һәҙиәгә бирҙем дә Шәмсетдинов менән йәш аралаш хушлашып тороп ҡалдым.
...Мин был моңдо әле лә ишетәм һымаҡ. Ҡайҙа ғына тыңлаһам да, кем башҡарыуында ғына ишетһәм дә, ҡурай мине һәр саҡ үткәндәргә алып ҡайта.
Бына дуҫымдың ҡатынына яҙған тәүге хаты. Уның беренсе һүҙҙәрен уҡый башлау менән үк ҡурай моңо сыңлап киткәндәй булды: “Алыҫ Көнсығышҡа килеп етеп, Иркутскиҙың хәрби барагында ятабыҙ. Һалдаттарҙың һаны юҡ. Көн һайын учение. Яҡташтарымды яҙа-йоҙа ғына күреп иҫәнләшеп ҡалдым. Улар икенсе бер взводтан. Ҡурайым юҡ. Теге юлы алып киткән ҡурайымды бер егет алған да, мин булып уйнайым тип, һалдаттар алдына сығып баҫҡан. “Ҡуй, булышма, ҡайтһа, кәрәгеңде бирер” тиһәләр ҙә, тыңламаған, ауыҙына ҡабып өрөргә тотонған. Шунда ашхананан ҡайтып килеүемде күреп, береһе “Ана, үҙе!” тип әйтеүе булған, теге артҡа сигенгән ыңғайға ҡурай ишеккә бәрелеп урталай һынған. Һалдаттар теге егеткә арыу ғына биргеләп алған, күрәһең. Мин килгәндә, беҙҙең командир уларҙы аралай ине.
Командир: “Ни булды?” – тип һорағас, бер егет бөтәһен дә һөйләп бирҙе. Шунан командир миңә боролдо ла ҡурайға күрһәтеп:
– Рядовой Шәмсетдинов, был һеҙҙекеме? – тине.
– Эйе, – тинем.
– Мин беләм, был үлән ҡурай тип атала, – тине иптәш командир.
– Эйе, – тинем йәнә, – тик ул Уралда ғына үҫә.
Теге егетте минең алдымда ғәфү үтендер­ҙеләр.
Шулай итеп, мин ҡурайһыҙ – тере ҡулһыҙ тороп ҡалдым. Зәйнигә әйт, мөмкин булһа, тиҙ арала тәмәке менән ҡурай табып һалырға тырышығыҙ. Сәлимә ҡыҙымды, Һәҙиә, һине һағынам. Иптәштәр ни хәлдә? Хат яҙығыҙ”.
22 сентябрь иртәһе ине. Һәҙиә ханым тәмәке алырға тип баҙарға сығып китте, ләкин күп тә үтмәне: “Бына һин әле тәмәкенең тәмәкеһен таба алма инде!” – тип буш ҡайтты. Ул саҡта баҙарға сығып ҡына кәрәк нәмәңде тиҙ генә алып ҡайтыу бик ҡыйын ине шул. Килтерелгән тәмәке Өфөгә еткәнсе, Сиған аҡланында уҡ һатылып бөтә ине, шуға күрә бер көн иртәрәк тороп Ағиҙел аръяғына сыҡтыҡ. “Тәмәкегеҙ бармы?” – тип юлдан килгәндәрҙән һорайбыҙ. Оҙаҡ ҡына йөрөгәс, ҙур ауырлыҡтар менән булһа ла, бер аҙ тәмәке тапҡанға, йомошобоҙ йомошланғанға шатланып ҡайтып киттек.
Ике-өс көндән бер метр оҙонлоғондағы фанеранан яһалған һауытҡа ете ҡурай һәм тәмәке һалып Ғәлиастанға ебәрҙек.
Октябрҙә яуап хаты килде: “Һәҙиә, ҡыҙым Сәлимә, дуҫым Зәйни! Рәхмәт һеҙгә. Посылкағыҙҙы алдым. Мин генә түгел, ә Башҡортостандан килгән егеттәрҙең барыһы ла һеҙгә бөтмәҫ-төкәнмәҫ рәхмәт уҡый. Хатты Ейәнсура егете яҙҙы. Ҡурай өсөн тағы ла бер тапҡыр айырым рәхмәтемде әйтәм. Бына әле егеттәр менән тәмәке тартып бөттөк тә яһаған ҡурайымды алып сыҡтым. Теге ҡурайҙы һындырған егет мине эҙләп йөрөй икән. Минең ҡурай тотоп сығып килеүемде күргәс, аптырап шаҡ ҡатты һәм:
– Был ҡураймы? Ҡайҙан алдың? Теге ҡурай кеүек уйнаймы? – тип бер-бер артлы һорауҙар яуҙырып алып китте.
– Эйе, – мин әйтәм, – ҡурай. Өфөнән посылка килде. Тегеһенән артыҡ булмаһа, кәм уйнамаясаҡ. Мә, күстәнәстән рәхим ит, – тип тәмәке янсығын биргәс:
– Рәхмәт, рәхмәт! – тип тәмәке төрә башланы.
Мин ҡурай уйнап ебәрҙем. Яҡташтарым: “Һай, афарин, ир икәнһең, Урал, Ағиҙел, Һаҡмар, Эйек буйҙары, урман-туғайҙар иҫкә төшөп китте”, – тип күтәреп алды.
Теге егет ураған тәмәкеһен ауыҙына ҡапмай, ҡурайҙың уйнағанына хайран ҡалып торҙо ла: “Ур-ра! Ҡурай уйнай! Ур-ра! Рәхмәт!” – ти. “Нимәгә миңә рәхмәт?” – тим, аптырап.
– Һин мине нарядтан ҡотҡарҙың. Юҡһа теге ҡурай өсөн эләгә ине. Хәтереңдәме, һин командирға: “Егетте ҡурай өсөн ғәйепләмәгеҙ. Һәйбәт егет ул. Үтенеп һорайым һеҙҙән, иптәш командир!” – тигәйнең. Шуның өсөн рәхмәт. Асыу тотманың. Яҡташтарың да мине ситкә ҡаҡмай үҙ итте. Шуның өсөн барығыҙға ла рәхмәт, – ти был һәм артабан һүҙен дауам итә, – мин үҙем дә бит ул яҡтан. Башҡортостан менән сиктәш Ырымбур аръяғындағы бер ауылдан. Эй, әйткәндәй, мин дә бит посылка алдым. Папирос һалғандар, бына тартығыҙ. – Ул беҙгә ике ҡап тәмәке һуҙҙы ла, – туҡтағыҙ, иптәштәр, иң элек мин Галистан (мине шулай тип йөрөтә ул) ағайға бүләгемде тапшырайым, – тип ике ҡыҙғылт аҡса һондо.
– Ниңә миңә аҡса? – тим, ғәжәпләнеүемдең сигенә етеп.
– Һеҙҙең ҡурайҙы һындырып, бик уңайһыҙ хәлдә ҡалыуым, әммә уның өсөн командирҙан мине ғәйепләтмәүегеҙ хаҡында атайымдарға яҙғайным, улар ошо аҡсаны: “Үҙең әйткән ҡурайсыға бүләк итеп бир, ризалатып ҡуй”, – тип ебәргән. Мә, ал инде, – ти ул.
– Рәхмәт! – тинем дә аҡсаны алдым. – Ысын, алсаҡ, кешелекле егет булғаның өсөн бүләгеңде алам. Ләкин алғандан да ҙурыраҡ рәхмәт әйтеп, был бүләкте һинең кеҫәңә кире һалам, ҡаршы килмә, ҡустым! – тип аҡсаны дүрткә бөкләп, уның кеҫәһенә һалдым. – Һин әле йәш, һинең үҙеңә аҡса нығыраҡ кәрәк. – Егеттең ихласлығынан күҙҙәрем йәшләнде. Ҡарайым, уның да күҙҙәре йылтырай. Ул арала булмай, иптәштәр ҙә:
– Маладис, Ғәлиастан ҡусты!
– Дөрөҫ эшләнең, – тигән һүҙҙәр менән мине хупланы.
– Ярай, улайһа, килештек. Тик папиростан барыбер баш тарта алмаҫһығыҙ, моғайын. Миндә сало ла бар. Һеҙ сало ашайһығыҙмы? – ти теге егет.
– Ашайбыҙ!.. Муллалар ғына сало ашамай ул, ә беҙ бит һалдаттар, – тип урыҫсалай биреп яуапланы бер башҡорт егете!..”
Ошо хатты уҡығанда мин Ғәлиастан дуҫымдың, уның ғына түгел, хатта бөтә Башҡортостан егеттәренең, шулай уҡ башҡа милләт һалдаттарының да ҡурай өсөн нисек шатланғанын күҙ алдыма килтерҙем. Ҡурай күп тапҡыр уларҙың ҡыуанысы ла, йыуанысы ла булғандыр. Мин йәнә Ғәлиастан ҡурайының тауышын ишетәм һымаҡ.
1941 йылдың декабрендә Башҡорт дәүләт академия драма театры коллективы, икегә бүленеп, райондарға гастролгә сығып киттек. Кушнаренко, Дүртөйлө, Илеш, Саҡмағош райондары ауылдарында булып, март айында Өфөгә ҡайттыҡ.
Ул арала Ғәлиастандан Һәҙиә ханыма ике хат килеп торғайны. Береһе Иркутскиҙан: “Барығыҙға ла бик күп һалдат сәләме... Бында көндәр һыуытты. Һалдаттар әҙәйҙе. Башҡортостандан булған иптәштәр ҙә күп ҡалманы. Көн һайын оҙаталар. Төрлө яҡҡа. Күҙ алдыңа килтер, Һәҙиә. Башымда, иҫкерәк булһа ла, йондоҙло ҡолаҡсын бүрек. Өҫтөмдә шинель, ҡайыш быуғанмын. Галифе салбар, сылғау урап ҙур ғына итек кейгәнмен. Ҡайышҡа, һыу йөрөтөргә, фляга таҡҡанмын. Ысын һалдат! Тиҙерәк һуғышты бөтөрөп, ошо кейемдә иҫән-һау ҡайтып, һине һәм Сәлимә ҡыҙымды күрһәм ине. Был һүҙҙәрҙе шуға яҙҙырҙым: һағындым, Һәҙиә, ҡыҙымды, иптәштәремде һағындым. Ярай, Һәҙиә, сәләмем тамам. Хат һал. Һалдат Ғәлиастан”.
Икенсеһе 1942 йылдың мартында Өфөнө үтеп киткәс яҙҙыртҡан хат: “...Һай, белмәнем бит, Һәҙиә, белмәнем! Поездың Өфө аша китерен белмәнем. Ниндәй үкенес!.. Белһәм, хат яҙып белдерер инем, йә иһә телеграмма һуғыр инем. Һис юғында, һине, ҡыҙым Сәлимәне күреп китер инем. Иркутскиҙа поезға ултырғас та, һалдаттар, поезд Свердлау, Ҡаҙан аша Мәскәүгә китә икән, тигән хәбәр таратты. Свердлауға киске сәғәт һигеҙҙә килдек. Унан ҡуҙғалып киткәс, Өфөнө күреүҙән өмөттө өҙөп йоҡларға яттыҡ. Мин уянып байтаҡ уйланып яттым. Беҙҙе оҙатып барған командирҙан һалдаттарҙың береһе: “Ҡасан Ҡаҙанға етәбеҙ?” – тип һораны. “Беҙ Ҡаҙанға етмәйбеҙ, әле генә Силәбене үттек. Алда – Мейәс, Златоуст, унан – Өфө!” – тине командир. Ай, уҡымағанлыҡ! Юҡ бит, юҡ! Хат яҙыусы кеше табып булмай. Икенсе вагонға барып индем. Хат яҙыусы таптым. Ләкин ул: “Өфөнө үткәс яҙырбыҙ, ағай”, – тине лә ябынды ла ятты. Өфөнө үткәс, ошо хатты ул яҙҙы.
Поезд разъездарҙа, бәләкәй станцияларҙа туҡтап та тормай. Өфөгә яҡынлашҡан һайын йөрәгем ярһыбыраҡ тибә. Күп иптәштәрем мине ҡаршыларҙар, һәр береһе менән ҡосаҡлашып күрешермен. Һине, йәнем, Сәлимә ҡыҙымды һөйөрмөн, шунан, тынысланып, ҡабат поезға ултырырмын, тигән хыял менән ашҡындым. Бына Өфөгә килеп еттек! Поезд туҡтаны. Станция бинаһы ла, кешеләр ҙә күренмәй, сөнки беҙҙең арала бер состав тора. Бөтә көткән хыялдарым юҡҡа сыҡты. Күңелем тулды. Ирекһеҙҙән күҙҙәр йәшләнде. Һыҡтап алдым. Эргәмдәге бер иптәш:
– Ни булды, иптәш Шәмсетдинов, ниңә улай йомшарып киттең? Ниңә илайһың? – тип һорай.
– Мин бит ошо Өфөнән, ҡатыным, ете йәшлек ҡыҙым бар. Шуларҙы һағындым. Күрә алмай китәм, шуға күңелем тулды, – тим.
Һалдаттар һирәк-һаяҡ инеп-сығып йөрөй. Түҙмәнем, асыҡ ишеккә ҡарап ҡурай уйнап ебәрҙем. Үҙемсә, ҡурай тауышын ишетеп, берәйһе килмәҫме икән, тип уйлайым. Шул саҡ беҙҙең вагон тәңгәленә ике йәш кенә һалдат килеп туҡтаны. Икеһе лә ҡыҫҡа тун өҫтөнән ҡайыш быуып, ҡылыс таҡҡан. Ҡолаҡсын бүректәрендә – йондоҙҙар. Был егеттәр беҙҙең кешеләрҙер, ҡурайҙы бик ихлас тыңлайҙар, уйнап бөтәм дә һүҙ ҡушам, ҡайҙан икәнлектәрен һорайым, тип уйлап та бөттөм, вагон ҡапыл бик ныҡ һелкетеп алға китте... Көй бөтөр-бөтмәҫ ҡурайҙы алдым. Мине тыңлап торған ике егет артта ҡалды. Шулай итеп, Өфөлә бер кем менән дә һөйләшә алманым. Элегерәк хат яҙҙырып белдерһәм ни була! Поезд Башҡортостан ерен артҡа ҡалдырып һаман алға, Мәскәүгә ҡарай сапты. Иҫән-һау булығыҙ! Һеҙҙең Ғәлиастан”.
...Ҡолағымда ҡурай моңо яңғырай. Ғәлиастандың Өфө станцияһында туҡтап та, иң яҡын кешеләрен – ҡатынын, ҡыҙын, дуҫтарын күрә алмағанына йәне әсеп, һағышынан үҙәктәрҙе өҙҙөрөп уйнаған ҡурай моңон ишетәм.
Был моңдо мин һағынып, юҡһынып бик күп тапҡыр ишеткәнемде һәм дуҫым Ғәлиастандың үҙе уйнауында башҡа бер ҡасан да ишетә алмаясағымды ул саҡта белмәй инем әле. Эйе, шундай ауыр хәбәр ҙә килде: “Һәҙиә Шәмсетдиноваға. Һеҙҙең ирегеҙ, ҡыҙылармеец Ғәлиастан Ғәбделмән улы Шәмсетдинов 1943 йылдың 14 октябрендә батырҙарса һәләк булды. Ул Гомель өлкәһенең Байки районындағы Юркович ауылының көньяҡ-көнсығышында ерләнде”.
...Ҡапыл шартлап уртаға һындымы ни ҡурай. Өҙҙөрөп уйнаған моң яртылыҡта өҙөлдө. Мәңгелеккә тынды. Ләкин был ҡайғылы хәбәр күңелдәребеҙҙәге Ғәлиастан моңон алып китә алманы.
...1945 йылдың июне. Башҡорт дәүләт академия театрының бер бригадаһы Магнитогорскиҙа гастролдә. Ҡурайсы Мөхәммәт Рәхмәтуллиндың ауылдашы ҡорос иретеүсе Әүхәҙи ағай сәйгә саҡырҙы. Ҡурай уйналды, күңелле итеп бейелде, йырҙар йырланды. Бер мәлде Рәхмәтуллин “Шәмсетдинов Ғәлиастан көйө” тип ҡурайҙа бер көй уйнап ебәрҙе. Беҙҙең арала ултырған бер ағай (Таштимер ауылынан икәнлеге генә хәтерҙә ҡалған, исем-фамилияһы онотолғайны):
– Мин бит, иптәштәр, Шәмсетдинов ҡусты менән осраштым, – тип һөйләп алып китте. – 1941 йылдың сентябре ине. Иркутскиҙа булды был хәл. Аяҙ матур көн. Походтан занятиеларҙы бөтөп ҡайтып киләбеҙ. Һөҙәк кенә тау битләүе. Юлдың уң яғында ла, һул яғында ла һалдаттар. Беҙҙән алда туҡталған һалдаттарға илле таяҡ етмәҫтән, командир беҙгә лә туҡтарға һәм ял итергә команда бирҙе. Ултырҙыҡ. Тәмәке төрә башланыҡ. Шул саҡ ни ишетәм: әкрен генә ҡурай тауышы яңғырай. Эргәмдәге райондаш егеттәр ҙә һағайып ҡалды. “Ағай, ҡурай тауышы бит был! Эйе, ҡурай шул! Ана, тегендә уйнайҙар, буғай, бейейҙәр ҙә”, – тип егеттәр арыуын да онотоп һикереп торҙо ла командирға барып үҙҙәрен дә шунда ебәреүен һораны. Мин дә яҡташтарыма эйәрҙем.
– Унда ни бар? – ти командир.
– Ҡурай уйнай, иптәш командир, ҡурай. Беҙҙең Башҡортостандан улар. Ана, ниндәй күңелле бейейҙәр.
– Связной! Бар әле барып белеп кил, ниндәй ҡурай ул, ниндәй бейеү?
Командир тәмәкеһенең яртыһын да тартып өлгөрмәне, связной шәп йүгергән, күрәһең, йыш-йыш тын алып килеп тә етте:
– Иптәш командир, унда бер һалдат һыбыҙғыла уйнай. Башҡалары бейей, ҡул саба. Һыбыҙғыла уйнағанын башҡорт тинеләр. Бик күңелле унда. “Камаринский”ҙы уйнаһа, мин дә бейер инем. Иптәш командир, тик мин һеҙ әйткән ҡурайҙы күрмәнем.
– Связной, был һалдаттар һинең ҡарамаҡта. Бөтәһенә лә яуап бирәсәкһең. Оҙаҡ йөрөмәгеҙ, ярты сәғәттән ошо урында булығыҙ.
Командирҙың бойороғонан һуң, теҙелдек тә киттек. Беҙ барып еткәндә, бер егет бейеп бөткән, ҡурай уйнауҙан туҡтағайны. Майҙан кеүек өйөрөлөп дүңгәләк булып ултырған һалдаттар ҡул саба. Ҡурай уйнаусы янына килдек. Беҙҙең менән барған егет: “Ғәлиастан ағай, һаумы!” – тип күрешә лә һалды. Барыбыҙ ҙа күрешеп бөткәс, Шәмсетдинов:
– Һеҙ кемдәр, ҡайһы яҡтыҡылар? – тип һораны.
– Беҙ – Башҡортостандан. Мин – Әбйәлилдән, ҡурайсы Рәхмәтуллиндың ағаһы, был егеттәр – Баймаҡ, Ейәнсура, Мәләүез, Матрай, Йомағужа яҡтарынан. Ҡурай тауышын ишеттек тә тыуған яҡтар иҫкә төшөп китте. Егеттәр бейергә тип килде.
Шәмсетдинов инәлтеп торманы, шунда уҡ уйнап та ебәрҙе. Егеттәр береһе артынан икенсеһе бейергә төшөп кенә торҙо. Мин дә бейеп алдым. Ҡул саптылар. Шәмсетдинов бүреген һалды ла тирен һөрттө.
– Егеттәр, яҡташтарҙы башҡа бер ни менән дә һыйлай алмайым. Бына тәмәке, Өфөнән килгән күстәнәс, таратығыҙ, – тип беҙгә янсығын һондо. Янсыҡ ҡулдан-ҡулға күсеп, Шәмсетдиновҡа кире ҡайтҡанда уның төбөндә бер-ике урарлыҡ ҡына тәмәке ҡалғайны. Бөтөрҙөләр бит тигәнде аңлатҡандай Шәмсетдиновҡа ымланым. “Ул, минең күп әле, тип янсығын кеҫәһенә һалды. Шул арала теҙелергә команда яңғыраны. Шәмсетдинов бик ыҡсым итеп таҡтанан яһалған ҡынына ҡурайын һалды. “Һау бул, иҫән-һау тыуған яҡтарҙа осрашырға яҙһын”, – тип хушлаштыҡ беҙ уның менән. Уға тиклем Шәмсетдиновты Мөхәммәт ҡустының һөйләүе буйынса ғына белә инем. Үҙен күргәнем юҡ ине. Бына бит яҙмыш ҡайҙа осраштырҙы. Унан октябрь аҙаҡтарында беҙҙе фронтҡа оҙаттылар. Шәмсетдинов Иркутскиҙа ҡалғайны әле. Һай, аҫыл ир ине. Әрәм булған. Был аяуһыҙ һуғыш, ҡәһәр һуҡҡан фашист күпме аҫыл ир-егеттең ғүмерен өҙҙө. Ҡайта алмаған икән шул, һай, әрәм булған...
Эйе, дуҫым Ғәлиастан яу ҡырынан ҡайта алманы, ләкин мин ышанам: ул фронтта ла элеккесә ихлас, дәртле, ҡурҡыу белмәҫ, ҡыйыу булғандыр, дошмандарына ҡаршы мылтыҡ менән генә түгел, йыр-моңо, ҡурайы менән дә көрәшкәндер.
...Ҡурай уйнай. Һуғыштың бер аҙға ғына тынып торған мәле. Берәүҙәре мылтыҡтарын ҡосаҡлаған да ошо һағышлы моңдо тыңлап тәрән уйға талған, икенселәр, буш ваҡыттан файҙаланып, әсәйҙәренә, ҡатындарына, һөйгән йәрҙәренә сәләм хаттары яҙа. Ҡурай моңо уларҙы тыныс, матур көндәргә, тыуған яҡтарына алып ҡайта. Кемдәрҙер, ҡурайға ҡушылып, әкрен генә көйләй. Моғайын, шундай саҡта Ғәлиастан дуҫым үҙе, һуғыш бөткәс, ошо һалдаттарҙы хәлдән тайҙыртҡансы ҡурайға бейетеү хаҡында хыялланғандыр.
...Ҡурай уйнай. Халҡыбыҙ шулай яңынан ҡурай уйнап, бәхетле йәшәһен өсөн, Сәлимә ҡыҙы кеүек бик күп балаларҙың яҡты киләсәге өсөн мәңгелеккә ятып ҡалды Ғәлиастан дуҫым.
Ә ҡурай һаман да, үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп, уйнай ҙа уйнай...

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы
Зәйни Иғдәүләтовтың хәтирәләрен
әҙәби яҡтан эшкәртеп, баҫмаға
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА әҙерләне.