Ҡатын-ҡыҙ ҡөҙрәте нимәлә?

9-02-2018, 00:03 // Башҡорт донъяһы // Баҫып сығарырға
Ҡатын-ҡыҙ ҡөҙрәте нимәлә?Кешелек тарихында иң аяуһыҙ һаналған һуғыштың хәтәр ваҡиғалары әле бик оҙаҡ хәтерҙә һаҡланыр. Хәтер — үткәнде киләсәк менән бәйләй торған оло көс. Уның менән кеше – шәхескә, халыҡ – милләткә, ил дәүләткә әйләнә. Ер йөҙөндәге ҡара көстө – немец фашистарын тар-мар итеүҙә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың да өлөшө ҙур булыуы тураһында һөйләге килә.


Улар һуғыштың тәүге көндәренән үк тылда фронтҡа киткән ир-егеттәр урынына баҫты. Быға әҙер инеләр: илебеҙҙә социалистик ҡоролоштоң, нигеҙҙә, еңеүе, партияның милли программаһының уңышлы хәл ителеүе ҡатын-ҡыҙҙарға мәҙәни һәм белем кимәлен күтәрергә, төрлө һөнәргә эйә булырға, ил тормошонда әүҙем ҡатнашырға мөмкинлек бирҙе.
Быны ошондай миҫалдар менән иҫбатларға мөмкин: 1940 йылда халыҡ хужалығында эшләгәндәр араһында ҡатын-ҡыҙҙар — 39 процент, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендә – 59, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 76 процент тәшкил итте. 1937 йылда СССР-ҙың Юғары Советына 189 (16,5 процент) ҡатын-ҡыҙ депутат итеп һайланды.
Ирҙәр менән бер рәттән фронт яуҙарында меңәрләгән ҡатын-ҡыҙ ҡатнашты. 1942 йылда комсомол саҡырыуы буйынса ғына ла 550 мең ҡыҙ фронтҡа юлланды һәм 300 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ (бөтә яугирҙәрҙең дүрттән бер өлөшө) Һауа оборонаһы (ПВО) ғәскәренә саҡырыл­ды, меңәрләгәне Совет Армияһының хәрби-медицина учреждениеларына, элемтә өлкәһенә эшкә килде.
Дәүләт оборона комитеты 1942 йылдың майында 25 мең ҡатын-ҡыҙҙы Хәрби-диңгеҙ флотына хеҙмәткә йәлеп итеү тураһында ҡарар сығарҙы. Ҡыҙыл Тәре ойошмаһы нигеҙендә 300 мең ҡатын-ҡыҙ медицина шәфҡәт туташы, тағы шунсаһы санитарка һөнәренә эйә булды. Ә Дөйөм хәрби уҡыу бүлектәрендә 222 мең ҡыҙ снайпер, элемтәсе һәм башҡа һөнәрҙәр үҙләштерҙе. Мәҫәлән, 1942 йылдың апрелендә Илеш районынан рус теле уҡытыусыһы Зәйтүнә Тимерханова етәкселе­гендә 32 ҡыҙ комсомол юлламаһы буйынса Сталинград эргәһендәге Хәрби-уҡытыу базаһына ебәрелә. Өс ай эсендә улар радист һөнәренә уҡып сыға.
Зәйтүнә Тимерханова патруль-пост начальнигы итеп тәғәйенләнә. Йәш ҡыҙҙар 62-се армияның 14-се батальоны составында ҡулбаштарына рация аҫып, автомат, противогаз һәм башҡа кәрәк-яраҡ йөкмәп, меңәр­ләгән километр фронт юлы үтә. Сталинградты азат иткәндән һуң улар Польша һәм Белоруссия биләмәләрен азат итеүҙә ҡатнаша. Зәйтүнә Тимерханова Еңеү көнөн Польша ерендә ҡаршылай. Тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡас, уҡытыусылыҡ эшен дауам итә.
Советтар Союзы Геройы Марина Раскова (1912–1943) летчик-штурман ҡатын-ҡыҙҙарҙан ойошторолған авиаполк менән етәкселек итә. Уны немецтар “төнгө ҡарасҡы” тип атай. Полкта Өфө аэроклубында тәрбиә­ләнгән, үҙ теләктәре менән фронтҡа китеп, дошманға ҡаршы аяуһыҙ һуғышҡан егерменән ашыу летчик ҡатын-ҡыҙ була. Улар араһында яҡташтарыбыҙ – Советтар Союзы Геройҙары Клавдия Серебрякова һәм Мәғүбә Сыртланова ла.
1944 йылдың мартында 550-се осош яһаған ваҡы­тында К. Серебрякованың самолеты бәреп төшөрөлә, ул бик ҡаты яралана. 1945 йылда ул икенсе Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Ә Мәғүбә Сыртланова һуғыш юлын Төньяҡ Кавказ, 4-се Украина һәм 2-се Белоруссия фронттарында үтә, 780 тапҡыр яуаплы хәрби осош яһап, дошман объекттарын бомбаға тота. Ул һуғыштан һуң Ҡазан ҡалаһында йәшәп, 1971 йылдың октябрендә мәрхүмә була.
Тағы ла бер Советтар Союзы Геройы – гел ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған һәм тулыһынса тиерлек һәләк булған автоматсылар бригадаһында хеҙмәт иткән Илеш районы Үрге Йәркәй ауылы ҡыҙы Рәхимә Булатова. Ул фронтта Александр Матросов батырлығын ҡабатлап, фашистар­ҙың пулемет нөктәһенә ташлана һәм ҡаты яралана. Ул ырғытҡан граната дошман дзотын юҡ итә, беҙҙең һалдаттар яуға күтәрелә. Был батыр ҡыҙыбыҙ тураһында уның яҡташы — күренекле ғалим һәм яҙыусы Суфиян Поварисов “Еңеүсе” исемле повесть-эссе яҙҙы.
Фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән батырлыҡтары өсөн 150 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ хәрби орден һәм миҙалдар менән бүләкләнде. Шуларҙан 200-ө Дан ордендарына лайыҡ булды, 86-һына Советтар Союзы Геройы исеме бирелде. Ошо батырҙар араһында ике яҡташыбыҙ ҙа бар. Улар — Наталья Ковшова (1920 – 1942) һәм үрҙә әйтелгән Мәғүбә Сыртланова.
Һуғыш дәүерендә совет халҡының фронттағы һәм тылдағы уңыштары миллионлаған ҡатын-ҡыҙыбыҙҙың хеҙмәтенә бәйле булды. Был дәүерҙә тылда төп эшсе көстө улар тәшкил итте, тиһәк, һис арттырыу булмаҫ. Ҡорос ҡойҙолар, нефть сығарҙылар, диңгеҙҙә йөҙҙөләр, һауа караптарын йөрөттөләр, иген үҫтерҙеләр һәм аҙыҡ-түлек етештерҙеләр. Мәҫәлән, етештереү предприятиеларында фронтҡа киткән ир-атты 500 мең хужабикә, хаҡлы ялдағылар, юғары класс уҡыусылары алмаштырҙы. 1941 – 1945 йылдарҙа эшсе һәм хеҙмәткәрҙәрҙең 15 миллионын (56 процент) ҡатын-ҡыҙ тәшкил итте.
Башҡортостан­да эш тармаҡтарын эшсе көстәр менән тәьмин итеү бигерәк тә ауырлаша, сөнки республикаға үҙебеҙҙең эшселәрһеҙ бушап ҡалған предприятие­ларыбыҙға өҫтәп, 172 завод-фабрика, цехтар, айырым ҡоролмалар эвакуацияланып килде. Улар ҙа эшсе ҡулдар талап итте.
Бында ла ярҙамға ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ дәррәү ҡуҙғалды. Мәҫәлән, Ишембай быраулау контораһында ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә 110 ҡатын-ҡыҙ ир-ат һөнәрен үҙләштерһә, Өфө кабель заводында – 400, Өфө нефть эшкәртеү заводында 163 хужабикә эш башланы. Артабан нефть, металлургия, машиналар эшләү, башҡа сәнәғәт предприятиеларында эшселәрҙең 50-60 процентын улар тәшкил итте, ҡайһы берҙәрендә уларҙың нисбәте 60-90 процентҡа етте.
Юғары квалификациялы эшселәрҙең яртыһы ҡатын-ҡыҙ булды. Ауыл хужалығындағы эштәрҙе, нигеҙҙә, ҡатын-ҡыҙҙар башҡарҙы. Был өлкәлә барлыҡ эшсән­дәрҙең 75 процентын улар тәшкил итте. Ил күләмендәге башланғысҡа эйәреп, беҙҙең республикала ла ҡатын-ҡыҙҙарҙан трактор бригадалары төҙөлдө. 1941 йылда уҡ беҙҙә 13 мең тракторсы һәм комбайнсы ҡатын-ҡыҙ эшләй ине. Бының күпме-аҙмы икәнен күҙ алдына килтереү өсөн шундай сағыштырыу ҙа етә: 1940 йылда бөтә тракторсыларҙың, комбайнсыларҙың 12 проценты ҡатын-ҡыҙ булһа, 1944 йылда инде был нисбәт 59 һәм 48 булды (ил буйынса 56 һәм 62).
Иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар етәксе урындарға үрләтелде. Әйтәйек, республикала һуғыш алдынан 12 ҡатын-ҡыҙ колхоз рәйесе булһа, 1942 йылда улар һаны 193-кә етте. Ә бригада, ферма етәкселәренең яртыһы самаһын ҡатын-ҡыҙ тәшкил итте. Улар үҙҙәрен оҫта ойоштороусы, хәстәрлекле хужа итеп танытты.
Ҡатын-ҡыҙҙар әүҙем хеҙмәттән тыш, хәрби осор талап иткәнсә, бөтә йәмәғәт эштәрен дә башҡарҙы. Фронт өсөн ҡан биргән, йылы кейем, төрлө бүләктәр әҙерләгән дә улар булды. Республикала Совет Армияһы өсөн бөтәһе 500 мең дана йылы кейем, бер миллиард һумдан артыҡ аҡса йыйылды. Хеҙмәтсәндәрҙең бүләктәре генә лә 362 вагонға тейәлеп, фронтҡа оҙатылды.
Еңеүҙе тиҙерәк яулау хаҡына ҡатын-ҡыҙҙарҙың фиҙакәрлеген ошондай миҫал да раҫлай. Стәрлетамаҡ районының “Комбайн” колхозынан Гөлниса Солтанова Коммунистар партияһына һәм Совет хөкүмәтенә шундай хат менән мөрәжәғәт итә: “Мин фронтҡа дүрт улымды оҙаттым. Үҙемә 61 йәш. Дошманды тиҙерәк еңеп, алда­ғы көндә уландарым менән бәхетле йәшәү өсөн ихлас күңелдән бөтә булған аҡсамды самолет төҙөүгә бирәм. Минең 30 мең һум аҡсам Еңеү сәғәтен яҡынайтыуға өлөш булһын”. Бындай миҫалдар күп була ул саҡта.
Ошо дәүерҙә мәктәптәрҙә, башҡа уҡыу йоттарында, мәҙәни-ағартыу өлкәһендә эшләгәндәрҙең дә күпселеген ҡатын-ҡыҙҙар тәшкил итте. Бигерәк тә был хәл ауыл ерҙәрендә күҙәтелде. Уҡытыусыларҙың — 80-90, табиптарҙың 70-80 проценты ҡатын-ҡыҙҙар булды. Ә бына мәҙәниәт усаҡтарында кадрҙар буйынса киҫкен хәл килеп тыуғас, унан сығыу юлы ла табылды. Китап­ханаларға, клубтарға уҡытыусылар ярҙамға килде. Улар унда үҙҙәренең төп эштәренән һуң барҙы. Уҡытыу­сылар, ауылдарҙағы йорттарҙы бүлешеп алып, уларға китап таратыу, гәзиттәр уҡыу эшен ойошторҙо, был бурысҡа мәктәп балалары ла йәлеп ителде. Хәҙер ҙә ауылдарҙа, минеңсә, ошо яҡшы өлгөгә эйәрергә мөмкиндер.
Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары, республикабыҙҙан тыш, илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә лә тырышты. 1942 йылдың урталарында яғыулыҡ өсөн торф эшкәртеүгә эшсе көстәр кәрәк булды. Республиканың 20-гә яҡын районынан 6485 ҡатын-ҡыҙ был эшкә йәлеп ителде. Улар Мәскәү, Ленинград, Свердловск, Силәбе, Пермь, Горький өлкәләрендә һәм үҙебеҙҙә лә яғыулыҡ әҙерләүҙә ҡатнашты. Ә күпме йәш-елкенсәк ҡыҙҙарыбыҙ комсомол юлламаһы буйынса Сталинград ҡалаһын тергеҙеүҙә ҡатнашты. Улар төҙөкләндергән бер урамға Өфө, төҙөгән мәктәпкә Салауат Юлаев исеме бирелде.
Ҡыҫҡаһы, Совет иленең мәкерле дошманын еңеп сығыуҙа ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ индергән өлөш баһалап бөткөһөҙ.