Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ТҮР БАШЫНДАМЫ, ГҮР ҠАШЫНДАМЫ?
ТҮР БАШЫНДАМЫ, ГҮР ҠАШЫНДАМЫ?Бөгөнгө башҡорт әҙәбиәте тураһында һүҙ башлағанда, әһелдәребеҙ уны совет осоро менән сағыштыра. Ысынлап та, үҙгәрештәр күп һәм ыңғай һымаҡ. Партия идеологтары, “соцреализм” тигән ҡаты талап ҡалыптары уйлап сығарып, тотош өлкәне шуның ҡанундарына ярашлы ҡора башлағас, илебеҙҙә әҙәбиәт юҡҡа сығыуын танымай булмай, сөнки теләһә ниндәй кәртәләр ижад тигән асылды бикләй, диктатура тыуҙыра.


Ләкин беҙ донъяла реализм тигән төшөнсә лә барлығын, бик борондан күпселек яҙыусыларҙың шул йүнәлештә яҙғанын беләбеҙ. Шуларҙың иң алдынғы­ларының көн ҡаҙағына һуҡҡан әҫәрҙәре “тәнҡит реализмы” тип аталды, шулар буйынса бөгөн тарих өйрәнелә. Ошоға бәйле, беҙ эпос, йылъяҙма тип атаған ҡомарт­ҡыларҙы бөгөн күберәк тарихи сығанаҡ тип ҡарайбыҙ һәм уларҙы әҙәби әҫәр булараҡ та, публицистик мәҡәлә һымаҡ та тикшерәбеҙ, сөнки улар шул замандағы кешеләрҙе, улар араһындағы мөнәсәбәт­тәрҙе дөрөҫ һүрәтләй.
Оҙон һуҙмай, ошо йәһәттән Мәжит Ға­фуриҙың уҙған быуат башында уҡ яҙылған “Фәҡирлектә үткән тереклек йәки араҡы эсеүҙең бәләһе”, “Беҙҙең әйберҙәрҙе һатҡанда”, “Ярлылар, йәки өйҙәш ҡатын” һәм башҡа әҫәрҙәрен иҫкә алыу ҙа етә. Классик тип аталған күп әҫәрҙәрҙең бөтә донъяла реализм стилендә яҙылғанлы­ғына иғтибар итергә мөмкин. Уның да төрҙәре бик күп, әлбиттә, сюрреализмдан натурализмға тиклем, әммә әҙәбиәттең ысынбарлыҡты художестволы сағылды­рыу­ға ҡоролған икәнлегенә шик юҡ.
Бөгөнгө әҙәбиәтебеҙҙең торошон тәф­сирләберәк күҙаллаһаң, уның аяныслы хәлен йәмғиәтебеҙҙә барған үҙгәрештәрҙең көҙгөләге сағылышына тиңләргә мөмкин. Бер тоталитаризм тоҙаҡтарынан ысҡынып, ярым-йорто демократия аша икенсе тоталитаризмға юл алған илдең бәләһе лә был, донъя мәҙәниәтенә юлдар асылыу сәбәпле барлыҡҡа килгән ижад иреклеге һәм шул арҡала киң таралыу алған күп төрлөлөк сыбарлығының күкрәп сәскә атыуы ла, үткәндәрҙән ҡалған “ҡара һаҡалы­быҙ” елберләүе лә. Ҡайһыһы көслөрәк йо­ғон­то яһайҙыр әле. Шулай ҙа, уйлана торғас, һуңғыһы көслөрәктер, тигән һы­ғымтаға киләм.
Берҙән, әҙәбиәтебеҙҙә тарихҡа ынтылыш күбәйҙе. Бының сәбәбе нимәлә? Сәбәптәре, тип әйтәйек.
1. Шәжәрәләрҙә соҡсоноу, аҫыл ата-бабаңды бөгөнгө халыҡҡа күрһәтергә, шуға бәйләп үҙең дә күренеп ҡалырға тырышыу. Быға дөйөм республика һәм ил буйлап “шәжәрәләр парады” гөрләүе лә, ауыл, райондарҙың тарихи энциклопедияларын яҙып китап итеү сығарыу ҙа, тарихи тапшырыуҙар, кинолар, спектакл­дәргә гранттар бүлеү ҙә булышлыҡ итә. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙең бөтә әйләнәбеҙ хәҙер тотош бер тарихҡа әйләнде. Календарь тулы түңәрәк даталар – беҙҙең йәмғиәтебеҙ тик тарих менән генә йәшәй. Киләсәген уйлап, алға ҡарап йәшәргә тейешле ҡоролош гел үҙенең “шанлы” үткәнен данлап йәшәргә мәжбүр. Күҙ алдына килтерәһегеҙме: әҙәби томдарҙы ла хәҙер яҙыусының юбилейына арнап сығаралар, ә шәп әҫәр булғаны өсөн түгел!
Яҙыусылар союзының идара ултырыштарында теге йәки был яҙыусының түңәрәк датаһы айҡанлы күп томлығын йә һайлан­ма әҫәрҙәрен сығарыу тураһындағы ғари­заһын уҡыһалар, ғәжәпкә ҡалаһың: ә ниңә мотлаҡ 75 йәше тулыуы айҡанлы әле, ә уҡымлы һәм ихтыяж булған өсөн түгел? Минеңсә, әллә ҡасан ҡабул ителгән “дәүләт тарафынан аҡса бүленеп ойошторолған һәм рәсми юбилейҙар” практикаһын бөтө­рөргә кәрәк. Мин белгәндәрҙән Әхмәр Үтә­бай, Рәлис Ураҙғолов, Салауат Әбүзәр, мәҫәлән, 50 йәшлек юбилей даталарын билдәләп тә торманы, хатта Яҙыусылар союзы тарафынан буклет та сығарылманы. Ә бит улар – бөгөнгө әҙәбиәтебеҙҙең йөҙөн билдәләгән әҙиптәр!
2. Яҙыусылыҡ фантазияң етмәү сәбәп­ле, әҫәрҙәрең өсөн теманы һәм геройҙарҙы күптән билдәле ваҡиғалар һәм шәхестәр тормошонан алыу. Был тезисҡа аңлатма кәрәк тә түгелдер. Беҙ ҡасандыр бер Муса Мортазин тураһында өс кешенең — Рәшит Солтангәрәевтең, Мәүлит Ямалетдинов­тың һәм Яныбай Хамматовтың әҙәби әҫәрҙәр яҙғанын беләбеҙ. Ундай осраҡтар булып тора, сөнки яҙыусылар күп, ә лайыҡ­лы геройҙар һәм ваҡиғалар иҫәпле генә. Әле, мәҫәлән, Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы тарихи әҫәрҙәр теҙмәһе китте: романдар, повестар, хикәйәләр… әҙәби конкурстарға, гранттарға дәғүәләр. Унан, Бөйөк Еңеүҙең данлы юбилейҙары әйләнгән һайын булып тора, һәр ҡайһы­һына әҙәбиәтселәр ауаз биреп барырға тейеш.
3. Бөгөнгө тоталитар цензура система­һында документаль дәлилләнгән ваҡиға­ларҙы яҙып, үҙ-үҙеңә алдан уҡ аҡланыу кәртәләре ҡороп ҡуйыу. Цензураның тота­литарлығын бөгөн барыһы ла таный. Экстремизм, милләтселек, наркотиктар, хатта һүгенеү ҙә булырға тейеш түгел хәҙерге әҙәбиәттә һәм матбуғатта. Үҙнәшерҙә түгел, әлбиттә, унда автор ғына яуаплы яҙғандары өсөн. Ә бына рәсми нәшриәт­тәрҙә…
“Һин “Китап” нәшриәтенә барып, мөхәр­рирҙәр менән низағлашып йөрөгәнһең икән?” – тип һораным “Ауыл балладаһы” авторы Сәләхетдин Карамовтан, китабы сығып килеүен ишеткәс. “Һеҙҙең әҫәрегеҙҙә элекке етәкселеккә ҡарата етди тәнҡит һүҙҙәре бар, шуны алып ташлайбыҙ, был килеш сығара алмайбыҙ, тинеләр. Мин риза булманым, шуға талаштыҡ“, – тине ул.
Был – сәйәси цензураның бер генә миҫалы, ҡапыл иҫкә төшкәне. “Роспотребнадзор”ҙың Мәскәү аша селектор бәйлә­неше үткәреп, рус телендә дүрт оятһыҙ һүҙ барлығын һәм уларҙы ваҡытлы матбу­ғатта ҡулланған өсөн яуаплылыҡ тура­һында иҫкәрткән кәңәшмәлә үҙем булғай­ным.
4. Хәҙер 85-те уҙған күпселек яҙыусы­ларыбыҙҙың үҙҙәренең үткәне лә бөгөнгө уҡыусы өсөн – сал тарих; башыңдан үткәндәрҙе хәтирә итеп яҙ ҙа ултыр. Улар һуғыш йылдары ауырлыҡтарын кисереп үҫкән, Хрущев тәжрибәләрен, Брежнев тоталитаризмын үҙ елкәләрендә татыған. Һәм, әлбиттә, шундай ҙур тарихи кисереш­тәрҙе уҡыусыға еткереп, әҫәрҙәрендә ҡалдырыуҙы үҙенә маҡсат итеп ҡуйған. Бының өсөн иң ҡулайы – автобиографик әҫәр йә хәтирәләр. Беҙҙә ул Рәми Ғарипов­тың көндәлектәре донъя күреп, бик популяр булып киткәндән һуң модаға керҙе.
Тамара Ғәниеваның “Көндәлектәрҙән өҙөктәр”е “Вечерняя Уфа” гәзитендә баҫылғас, уларҙың ысын көндәлек түгел, ә махсус рәүештә сығарыу өсөн яҙылған икәнлеген әйткәйнем. “Ағиҙел” журналында былтыр Рәшит Шәкүрҙең, Зөфәр Толом­ғужиндың иҫтәлектәре бер нисә һанда баҫылды, аҙаҡ Йыһат Солтанов, Марат Кәримовтың яҙмалары донъя күрҙе һәм китап булып та сыҡты. Былары күҙ ал­дындағылар ғына әле, ә күпме хәтирә әҫәр­ҙәр яҙа белмәгән кешеләр тарафынан журналистарға бәйән ителә йә автор үҙе үлгәндән һуң туғандары тарафынан сығарыла!
5. Етеп торор – һәр кем шунса уҡты өҫтәй алыр ине...
Икенсенән, әҙәбиәтебеҙҙең дөйөм рәүештә нәфислеге (художестволы­лығы) ныҡ түбәнәйҙе.
1. Әйбереңдең документаль һәм тарихи булыуы алдан уҡ уның әҙәбилеккә дәғүә итмәүенә, күберәк журналистикаға тартым­лығына ишаралай. Беллетристик яҙмалар­ҙан документаль тарихтың айырмаһы шун­да: ул иң беренсе нәүбәттә уҡыусыны ышандырырға тейеш. Бының өсөн архив документтарын, тарихи фотоларҙы ҡулла­ныу ҙа отошло. Тап шундайҙар өсөн оҙаҡ йылдар “Китап” нәшриәтендә мөхәррир, аҙаҡ “Ағиҙел” журналында проза бүлеге етәксеһе, Яҙыусылар союзының проза сек­цияһы рәйесе лә булған Сабир Шәри­пов махсус рәүештә “бәйән” тигән айырым жанр уйлап сығарҙы һәм уны етлекмәгән повесть-романдар өсөн бик уңышлы ҡуллана. Уның еңел ҡулы менән барлыҡҡа килгән яңы жанр нисәмә авторға әйберен сығарыу өсөн киң юлдар асты икән?!
2. Тарихсыларҙың яҙыусылыҡ һәләте әллә ни шәптән булмай инде ул, тип тәнҡитселәрҙең дә, нәшерселәрҙең дә ҙур ташлама яһарға әҙер булыуы. Әҫәрҙәрен “тарихи роман”, “автобиографик повесть”, “булған хәл” тип нарыҡлағандар һәр ваҡыт тәнҡитселәрҙең алдынан алыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Йәнәһе, автор һәр йәһәттән ысын­барлыҡҡа хилафлыҡ килтермәү өсөн тырышҡан. Шуға күрә лә ундай әҫәрҙәрҙе терминологизмдар баҫа, әҙәби әҫәр тигән­дәрен журналистик материалдан айырып булмай. Наил Ғәйетбайҙың “Уҙыш” тигән романын уҡығас, әҫәренең әҙәбилеге бик аҡһай икәнлеген әйткәйнем, уның автобиографик роман булыуына һылтанды. Башыңдан үткәнде мотлаҡ теүәл итеп би­рергә тырышыу реализмдан натура­лиз­м­ға күсеүҙе аңлатмаймы ни?
3. Хәтирә рәүешендә бала сағын иҫкә төшөрөп ултырған әбей-бабайҙарҙың “яҙыусылығы” үтә самалы. Самалы ғына түгел, бөтөнләй юҡ, тиеү дөрөҫөрәк булыр бында. Был бигерәк тә шиғриәттә асыҡ күренә. Нисәмә йылдар Яҙыусылар союзы­ның шиғриәт секцияһында ҡулъяҙмалар тикшереп ултырғас, шиғри йыйынтыҡ сығарам тип мөрәжәғәт иткән 70 йәшлек “шағирә”ләрҙең бары үҙҙәренең 20 йәштәге хәтирәләре менән генә йәшәүен аңларға мөмкин. Әҙәбиәттең ҡанундары ҡаты: һин 18 йәштә яҙырға тейешлегеңде 70-тә яҙа алмайһың! Шуға ла йәш саҡта һине өмөт­лө, талантлы тип маҡтауҙары был сифат­тарыңдың илле йылдан һуң да һаҡланасағын аңлатмай.
Шиғриәт ул – өҙлөкһөҙ эҙләнеү, үҫеш, табыштар… һәм юғалтыуҙар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Һуңғылары күберәк була. Әгәр тормош һине йәш сағыңда, һайла, тип юл сатына сығара икән, әҙәби ижадҡа көнкүреш уңайлыҡтарын өҫтөн ҡуйыуың өсөн яуап тотоуың шул булыр – 70 йәштә иҫеңә төшөргән шиғырҙарыңды нәшриәт­тән бороп сығарырҙар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн шиғри йы­йынтыҡтарын тотоп йөрөгән ҡарттар проза яҙыусыларҙан да күберәк. Шиғриәт сек­цияһы, һуңғы өс йылда 20 авторҙың ҡулъяҙ­маһын тикшереп, баҫтырып сыға­рырға нәшриәткә тәҡдим иткән, ә бит кире борғандары, хатта тикшерергә лә алмаған­дары өсләтә күберәк!
4. Булған ҡыҙыҡлы тарихи ваҡиғаларҙы ла тейешле кимәлдә әҙәбиләштереп ултырырға бөгөн нәшриәттәрҙә лайыҡлы мөхәррирҙәр юҡ. Быныһы инде дәүләт нәш­риәттәренең көрсөккә килеп төртөлө­үенә бәйле. Баяғы билдәләүебеҙсә, автор­ҙарҙың “яҙыусылығы” түбәнәйгән һайын, уларҙың китаптарын нәшерләгән мөхәр­рир­ҙәрҙең оҫталығы һәм тәжрибәһе артырға тейеш.
Өсөнсөнән, әҙәбиәттең, йәнәһе, йәм­ғиәтебеҙ һымаҡ уҡ капитализм юлына төшөүе был өлкәлә бик күп “эшҡыуар­ҙар” барлыҡҡа килтерҙе.
1. Улар бығаса баҫыла алмай ятҡан авторҙарҙы таба ла, әйберҙәрен әҙерәк кенә төҙәттереп, донъяға сығарырға ярҙамлашырға тәҡдим итә. Үҙнәшер сәскә атҡан осорҙа теләгән авторҙы сығарырға көтөп торған нәшриәттәр ҙә булыуы тәбиғи. “Һеҙҙең иҫәбегеҙгә – теләһә ниндәй теләк!” тигән әйтем тап беҙҙең заманда барлыҡҡа килде. Бының, әлбиттә, ысын капитализмға бер ҡағылышы юҡ. Унда нәшриәттәр китапты һатасаҡ килем иҫәбенә сығарыуҙы финанслай һәм авторға гонорар түләй. Ә беҙҙә нәшерсе автор иҫәбенә китапты сығара, һатылыу-һатылмауында уның эше юҡ. Шул сәбәпле, мәҫәлән, Өфөләге бер китап магазины кәштәләрендә бер үк авторҙың һигеҙ (!) китабы тора. Ә уның нәшерләүгә ҡайҙан аҡса табыуы бер кемде лә ҡыҙыҡһындырмай. Капитализм, ни әйтәһең!
2. Тәржемәүи әҫәрҙәр һаны арта, сөнки башҡортса яҙғандарын – русса һәм татарса, русса яҙғандарын башҡортса сығарырға йыйынып йөрөгәндәр бихисап. Башҡортса сығарылған татарса яҙыусы­лар­ҙы иһә һанап бөткөһөҙ. Ә тәржемә – ул һынлы сәнғәттә оригиналдан күсермә һымаҡ, һәр ваҡыт яһалма була.
Беҙҙәге тәржемә мәктәбенең хәлен күҙ алдына баҫтырһаң – бигерәк тә. Мин, мәҫәлән, йырҙарҙың яңғырашына ҡарап, уның тәүҙә башҡортсамы, татарсамы яҙылған булыуын шунда уҡ билдәләйем. Был күре­неш бер бөгөн барлыҡҡа килмәгән, беҙҙең әҙәбиәттә ул күптән бар. Мәҫәлән, Әнүәр Бикчәнтәев башҡортса яҙа белмәгән, тиҙәр. Ул әҫәрҙәрен башта русса яҙған, аҙаҡ уны тәржемә иттереп башҡортса сығарған да, һуңынан ғына русса оригиналын “башҡортсанан тәржемә” итеп күрһәтер булған.
Был йәһәттән миңә үҙ ҡулдарым менән Фердинанд Бигашев тигән яҙыусынан “башҡорт әҙибе” яһауҙа ҡатнашырға тура килде. Уның авторлы­ғын­дағы тәр­жемәләрем башҡорт телендә тәрже­мә­сеһен күрһәт­мәй донъя күрҙе, һөҙөмтәлә ул ағай башҡортса ижад иткән автор булып сыҡты. Тәр­жемә ул башҡорт әҙәбиәте өлгөләрен башҡа милләттәргә күрһәтеү ысулы булырға тейеш, ә мәҫәлән, бөтә башҡорт русса белгәндә, рус теленән башҡорт теленә ауҙа­рыу­ҙың мәғәнәһен күрмәйем. Һәр хәлдә, улар баш­ҡорт әҙәбиәте өлгөләре була алмай.
3. Әрһеҙ рекламалау насар яҙылған китаптарҙың да киң таралыуына килтерә. Ә был, үҙ сиратында, уҡыусыла, ысын әҙәбиәт шулай була икән, тигән фекер тыуҙыра. Медицинала шундай әйтем бар: рекламаланған дарыуҙарҙың һаулыҡҡа бер фай­ҙа­һы ла юҡ, улар фармацевтарға табыш ҡына кил­терә. Ошоно әҙәбиәткә ҡағылышлы ла ҡабат­ларға мөм­кин булыр ине, сөнки реклама – ул һәр ваҡыт аҡса эшләү йә шөһрәт-дан яулау ысулы. Был йәһәт­тән социаль селтәрҙәрҙең әһәмиәте ҙур. Һәр хәлдә, рекламаға әүрәп һатып алған үҙнәшер китаптарҙы, аҙаҡ уҡып ҡарағас, бер танышым да оҡшатмағанын беләм.
Үҙем хәҙер килеп Башҡортостанды ла баҫып бар­ған бер авторҙың романын уҡып сығып, бер йүнле ерен дә тапманым, китабының популярлығын уның сикһеҙ әрһеҙлегенән генә күрҙем. Аҙаҡтан бе­лешеүемсә, күккә күтәреп маҡтауға ҡыҙығып был китапты алған бөтә таныштарымдың да фекере шундай булып сыҡты. “Ағиҙел”дә сыҡҡан Сабит Фазлыевтың “Ҡара этап” романы шул уҡ темаға, тик күпкә ҡыҙыҡлыраҡ һәм фәһемлерәк итеп яҙылған.
4. Хәҙерге технологиялар ярҙамында китап сы­ға­рыу бик ябайлашты һәм еңелләште. Бөгөн теләһә кем үҙ аҡсаһына арзанға ғына үҙнәшер китабын сы­ғарып, шулар менән Яҙыусылар союзына ла инә ала. 2015 йылда нәшер ителгән “Писатели Башкортостана” энциклопедия-белешмәһендә әле иҫәндәрҙән ете авторҙың сыҡҡан китаптары күрһә­телмәгән (һуғышта үлгәндәрҙе иҫәпкә алмайым). Тимәк, улар нисектер китаптары булмайынса ла союз ағзаһы булып китә алған!
Ана шул сәбәплелер, бөгөнгө Яҙыусылар союзын­дағы 270 ағзаның уртаса йәше 70-тән артып киткән. Һандарҙың теүәллегенә шикләнгәндәр ҙә та­былыр, уларға шуны әйтер инем: был күрһәт­кес­тәр дауаха­налағы уртаса температура һымаҡ – 90 йәшлек берәү үлгәндә йә 80 йәшлек икенсене яңы ағза итеп алғанда үҙгәреп тора, әммә һис кенә лә түбән төшкәне юҡ. Ә замана һәм тотош йәм­ғиәт үҙгәргәндә, быуындар алмашынғанда һаман үҙенең комсомол йәшлеген һағынып яҙышып ятҡан яҙыусыларҙың күп томлыҡтарға дәғүә итеүе нимәгә килтереүен алдараҡ әйтеп киткәйнем инде.
Был йәһәттән бер осрашыуҙа миҫал итеп кил­тергәнемде ҡабатлағы килә. Типографиянан алып менгәс, бер яҙыусының китабын күрһәтеп: “Беҙ бер кем дә уҡымаған ҡалын китаптарҙы “кирбес” тип йө­рө­тәбеҙ. Ә бына быны ҡарағыҙ – кирбес кенә тү­гел, шлакоблок бит был!” – тигәйнем. Аҙаҡ­тан “Ки­тап” нәшриәтенә барғанда шул һүҙҙәрҙе ҡа­батлап, былай тинем: “Бындай китаптарҙы ғү­ме­рендә өс кеше уҡый: автор үҙе, сығарыусы мө­хәр­рире һәм корректоры…” Тура һүҙем өсөн үке­нәһе түгел, ағайҙың үҙенең алдында әйттем уны, ғәжәбемә, ул көлдө лә ҡуйҙы: “Һин дә сығар, шәп булғас!”
Һандар менән тамғалап, тезис рәүешендәге ошо фекерҙәремә миҫалдарҙы бихисап килтерергә булыр ине. Ләкин, билдәле булыуынса, һыуҙың тәмен белеү өсөн уны биҙрәләп эсергә кәрәкмәй. Гәзит бите лә сикһеҙ түгел.
Дәғүәләре булғандар, был яҙмалар менән килеш­мәгәндәр, әйҙә, ошонда уҡ сығыш яһаһындар. Мә­ҡә­лә, әлбиттә, беҙҙә әҙәби тәнҡиттең юҡлығы тура­һында уйланылғайны. Ләкин мин бер ултырышта Әмир Әминевтең әйткәндәре менән килештем: “Тән­ҡит юҡ, сөнки тәнҡитләрлек әҫәрҙәр ҙә юҡ!” Ысын­лап та, хәҙер “тәнҡит” мәҡәләләре сыҡҡан әҫәр­ҙәр­гә тик маҡтау яуҙырыуға ҡоролғанда, кемдер берәү тотош әҙәбиәттең аяныслы хәленә ышандыра аламы? Ә һеҙ сыҡҡан китаптарҙың тираждарына ҡарағыҙ ҙа матбуғат сараларын уҡыусылар һанына иғтибар итегеҙ. Күпселек халыҡ интернетҡа күсеп бөткән, тип әйткәндәргә лә кәңәшем бар: унда ҡуйылған әҫәрҙәрҙе кереп ҡарап сығыусылар һанын күрегеҙ – башҡорт әҙәбиәтен уҡып ултырыу­сылар күпме?
Мәҡәлә башында әҙәбиәтебеҙ хәлен илдең әхүәленә бәйләгәйнем. Таланттар һәр заманда ла тыуып тора, ләкин уларҙы үҫтерергә теләгәндәр юҡ тип аңларға кәрәк быны. Әҙәбиәтте кеше күңел­дәрен имләгән сара булыуынан туҡтатып, был вазифаға башҡа институттарҙы тәғәйенләгән ваҡыт. Илебеҙ халҡы әлеге ваҡытта тамаша түгел, икмәк көтә. Киләсәк быуындар әҙәбиәтебеҙҙең бөгөнгө осорон ниндәй тип баһалар: алтын, көмөш, баҡырмы, әллә серек ағасмы? Дан артынан уҙыш осоромо ул, әллә шөһрәтле исемдәр таратыу дәүереме?



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Кәмәлек буйҙарында ҡунаҡта

Кәмәлек буйҙарында ҡунаҡта 31.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Һарытау башҡорттары хаҡында һөйләгән һайын һөйләге килә... “Функционально-структуральный метод П.Г....

Тотош уҡырға 149

Бөрйән балы – башҡорт даны!

Бөрйән балы – башҡорт даны! 24.08.2018 // Йәмғиәт / Башҡорт донъяһы

Бар донъяға танылыу яулаған Бөрйән балын кем генә белмәй икән? Һуңғы йылдарҙа ул райондың ғына...

Тотош уҡырға 127

“Салауат рухы беҙҙе ҡурсаланы”

“Салауат рухы беҙҙе ҡурсаланы” 24.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Батырыбыҙҙың һуңғы төйәге – Эстониялағы Палдиски ҡалаһына милләттәштәребеҙҙең юлы өҙөлмәй. Йәй...

Тотош уҡырға 152

ХӘТЕР ҘӘ, ХӨРМӘТ ТӘ, ӨМӨТ ТӘ

ХӘТЕР ҘӘ, ХӨРМӘТ ТӘ, ӨМӨТ ТӘ 16.08.2018 // Башҡорт донъяһы

...Кем машинала, кем йәйәүләп Бүжә тауы яғына ашыға. Ғүмәрҙәр өсөн бөгөн бында ҙур мәғәнәгә эйә...

Тотош уҡырға 515

100 йыллыҡҡа – 100 ҡурайсы

100 йыллыҡҡа – 100 ҡурайсы 10.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Күптән түгел йәмле Ирәндек буйында урынлашҡан “Йәйләү” лагерында Ҡурай байрамы булды. Уның нәҡ...

Тотош уҡырға 132

Ҡурай иленең өлгөһө

Ҡурай иленең өлгөһө 08.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Баймаҡ – таланттар төйәге, ҡурай иле, йырсылар, йыраусылар, сәсәндәр, шағирҙар, яҙыусылар үҫтергән...

Тотош уҡырға 162

Ҡомалаҡ икмәге тәмле!

Ҡомалаҡ икмәге тәмле! 03.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Икмәк – бөтәһенә лә баш, ти халыҡ әйтеме. Ысынлап та, ҡабарып бешкән хуш еҫле әпәкәй – һәр табындың...

Тотош уҡырға 130

Буҙаның үҙ яйы бар...

Буҙаның үҙ яйы бар... 03.08.2018 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” гәзитенең 75-се һанында (2018 йыл, 29 июнь) “Инйәр ағинәйҙәренән өйрәнегеҙ” тигән...

Тотош уҡырға 119

Йылы усаҡ янында

Йылы усаҡ янында 27.07.2018 // Башҡорт донъяһы

Был ғаилә барыһына ла кәңәш бирә, ярҙам итә Улар күрше Ҡоръятмаҫ ауы­лынан. Ишетеп-күреп белһәм дә,...

Тотош уҡырға 173

“Мин – аҫаба башҡорт”

“Мин – аҫаба башҡорт” 27.07.2018 // Башҡорт донъяһы

Һамар өлкәһе уҙаманы Сынтимер Ғарифов шулай ти Икһеҙ-сикһеҙ даланы иңләп һалмаҡ ҡына аҡҡан Ырғыҙ...

Тотош уҡырға 166

Кинолағы мажара

Кинолағы мажара 27.07.2018 // Башҡорт донъяһы

Бала саҡ, йәшлек йылдарында ауылда кино күрһәткән миҙгелдәрҙе кем генә хәтерләмәй икән?! Хәҙер...

Тотош уҡырға 137

Ашҡынып барҙым Егән буйына – нәҫелдәрҙең рухи туйына

Ашҡынып барҙым Егән буйына – нәҫелдәрҙең рухи туйына 27.07.2018 // Башҡорт донъяһы

...Кемдеңдер йөҙөн сырамытам һымаҡ та, тик та­ный алмайым. Туҡта-туҡта. Был бит бер нисә класҡа...

Тотош уҡырға 150