Биҙәккә биҙәк һалынаҠаланың боронғо тарихын һаҡлаған йорттар байтаҡ Бөрөлә. Уларҙың бер төркөмө сауҙагәрҙәрҙең йортон, магазиндарын тәшкил итә. Ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, үҙҙәренең элекке ғорурлығын юғалтмағандар. Ҡалаға йәм өҫтәп, һынмай-бөгөлмәй ултыра бирәләр. Шундай тарихи архитектура ҡомартҡыларының береһе – ҡасандыр сауҙагәр Сергей Петрович Горохов йәшәгән өйгә йүнәләм. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың күңелле тауыштары, тыҡ-тыҡ эшләп торған станоктар үткән быуатҡа әйләнеп ҡайтырға мәжбүр итә. Хужаһы һөргөнгә ебәрелгәндән һуң етемһерәп ҡалған йортҡа ла ҡабат нур өҫтәлгәндәй, ҡот ҡайтҡандай.

Бөрө ҡалаһында өсөнсө йыл инде тарих музейы эргәһендә “Ебәк юлы” (“Шелковый путь”) туҡыма туҡыу үҙәге эшләп килә. Оҫталар ҡул станоктары ярҙамын­да үҙенсәлекле һөнәрҙе тергеҙә­ләр бында. Маҡсаттары – боронғо халыҡ кәсебен пропагандалау, үҙҙәре белгәнде киләсәк быуынға еткереү.
— Туҡыма туҡыу – төбө күрен­мәгән, юғары потенциал менән һу­ға­рылған үҙенсәлекле һөнәр ул. Уны тыуҙырыу һәм халыҡ ижады сәнғәте кимәленә күтәреү бик күп көс талап итә, – ти “Ебәк юлы” туҡыма туҡыу етәк­сеһе Рәзилә Вәкил ҡыҙы Ға­рифуллина.
Рәзилә апайҙың тыуған яғы Әл­шәй яҡтарында туҡыма туҡы­ма­ған, шәл бәйләмәгән кеше юҡтыр. Әсәһе көнө-төнө эштә булғас, бәләкәйҙән нәнәһе итәгендә – станок араһында үҫкән ул.
Үҙ эшенең оҫтаһы Рәзилә Вә­кил ҡыҙы бөгөн 60-лаған ҡатын-ҡыҙ­ҙы туҡыма туҡыу серҙәренә төшөндөрә. Халыҡ ижадын терге­ҙеү­селәр бер ҡайҙа ла махсус белем алмаған, ә үҙҙәренең йөрәк ҡушыуы буйынса килгән. Ҡаланан һәм Бөрө районы ауылдарынан ғына түгел, күрше райондарҙан, хатта Өфөнән йыйылғандар. Ыжғыр бурандар ҙа, ҡойма ямғыр­ҙар ҙа ҡурҡытмай уларҙы.
Туҡыусылар араһында пенсио­нерҙар, инвалидтар, уҡытыусы­лар, студенттар һәм мәктәп уҡыу­сылары бар. “Пенсияға сыҡҡас, ҡа­пыл күңел бушап ҡалғандай була. Бына шул бушлыҡты беҙ ошонда тултырабыҙ, ҡайғыбыҙҙы ла, шатлығыбыҙҙы ла ошонда уртаҡлашабыҙ”, – ти Борайҙан Әлбинә Нафиҡова. IV кластан Ангелина Яндуғанова ла бында теләп йөрөй. Студенттар иһә туҡыуҙың асылын теоретик яҡтан өйрәнә. Уның тарихын, орнамент­тарҙың мәғәнәһен, ошо шөғөлдөң балалар психология­һына һәм моторикаһы үҫешенә мөнәсәбәтен тикшерәләр. Филология фәндәре кандидаты, хәҙер инде үҙәктең етәксеһе Рәзилә Вәкил ҡыҙының ғилми етәкселегендә лә сығары­лыш квалификация эштәре яҙыл­ған. Был йәһәттән байтаҡ йылдар Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһында декандың уҡыу-уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләгән остаздың студенттарға рәхмәте айырыуса ҙур.
Ҡыҙҙар боронғо шөғөлдө үҙал­лы өйрәнә. Нескәлектәрен иһә халыҡ тәжрибәһенә нигеҙләнеп үҙ­ләштерәләр. Ҡайҙа барһалар ҙа – күрше өлкәләрҙән, Мәсетле, Дыуан, Балаҡатай, Ҡариҙел, Ас­ҡын, Балтас, Борай райондарынан – орнаменттарҙы үҙҙәре өйрәнеп ҡайталар. “Һәр райондың үҙенә генә хас биҙәктәре бар. Әлшәй һәм Ейәнсура шәлдәре, Ғафури йә Әбйәлилдең аҫалы балаҫтары бер-береһенән айырыла”, – ти улар.
Һәр халыҡтың үҙ биҙәктәре бар­лығын да оноторға ярамай, шуға күрә улар һуҡҡан балаҫтар, билбауҙар һәм шәлдәр төньяҡ-көнбайыш башҡорт­тарына хас орнаменттарҙан тора. Рус, татар, мари, сыуаш халыҡтары биҙәктә­ренән торған ҡул эштәре лә бар. Улар халыҡтар дуҫлығы биҙәге булып балҡый.
Үҙәкте асыуға музейҙа һаҡлан­ған иҫке станок сәбәпсе булған. Музей хеҙмәткәрҙәре билдәлә­үен­сә, ул 150 – 200 йыл элекке бу­лырға тейеш. Бер дананан хәҙер улар 25-кә тулған. Иҫке станок­тар­ҙы реставрациялау, көйләү эше Андрей Викторович Кырчиков иңендә. Оҫта станоктарҙың телен яҡшы аңлай. Боҙолған ҡорамалды тиҙ арала көйләп ебәрә, яңыларын да эшләй. Бушаған арала боронғо хәрбиҙәрҙең билбауҙарын, янсы­ҡ­тарын һуға.
Бына шулай хәрәкәтһеҙ ултыр­ған станок эшкә егелгән. Епкә еп ҡушылып, биҙәккә биҙәк һалынып бынамын тигән шәлдәр, балаҫтар, таҫтамалдар, һөлгөләр килеп сыҡ­ҡан. Улар кәзә дебетенән, төрлө ептәрҙән, иҫке яулыҡтарҙан, ҡора­ма тауарҙарҙан туҡылған. Өс йыл дәүерендә ҡыҙҙар байтаҡ коллекция туплап өлгөргән. “Орловка” фестивалендә ҡатнашып, лауреат булғандар. Әлшәйҙә үткән “Баш­ҡорт шәле-2017” республика фес­тиваль-конкурсында, “Быуат­тарҙы бәйләгән еп” фестивалендә диплом менән бүләкләнгәндәр. Ҡул ҡаушырып ултырыуҙы ярат­ма­ған коллектив әле Бөрө ҡалаһы музейына күргәҙмәгә йыйына. Ә апрелгә иһә Өфөлә “Урал” республика сәнғәт галереяһында ҡу­наҡҡа көтәләр. Һәр килгән кешегә оҫталыҡ дәресе күрһәтә­сәктәр. Киләсәктә туҡыма туҡыу йортон тағы ла киңәйтеп, “Һөнәрселәр йорто”н булдырмаҡсылар. Бына шулай бер быуын алда онотола яҙған һөнәрҙе балаларға, ейән-ейәнсәрҙәргә өйрәтеп ҡалдырыу өсөн яңы маҡсаттар, уй-ниәттәр менән йәшәй улар.
“Ебәк юлы” туҡыма туҡыу үҙәге үҙенсәлекле ҡул эшенә өйрәнергә теләгәндәрҙе һәр шишәмбе һәм кесе йома сәғәт икенән алып биш­кә тиклем көтә. Ә Рәсәйҙә 2018 йыл Ирекмән йылы тип иғлан ителеү уңайынан һәр теләгән кеше үҙ ирке менән үҙәккә ҡушыла һәм халыҡ һөнәрен тергеҙеү эшендә ҡатнаша аласаҡ.