Силәбегә хәҙер бармайым мин, Силәбегә хәҙер мин ҡайтам

27-04-2018, 00:03 // Башҡорт донъяһы // Баҫып сығарырға
Силәбегә хәҙер бармайым мин, Силәбегә хәҙер мин ҡайтамБашҡорт милләте вәкилдәре йәшәмәгән төбәк бармы икән Ер шарында, тип уйлап ҡуяһың ҡайһы саҡ! Ә инде Башҡортостанға сиктәш өлкә, край, республикаларҙа милләттәштәребеҙ күпләп көн итә. Был аңлашыла ла, сөнки ул ерҙәр – боронғо башҡорт ерҙәре. Ана бит Силәбе өлкәһенә аяҡ баҫыуыбыҙ һиҙелмәне лә хатта: һәр топонимик атама, һәр ер-һыу исеме башҡортсалап тороп өндәште. Тауыш, Уҡ, Эҫем йылғалары тарихи ваҡиғалар һөйләне, юлда осраған ауыл, ҡала исемдәре һирпелеп баҡҡандай булды.

Силәбелә – Зәйнулланың эҙе,
Аҡмулланың һуңғы һулышы!

Силәбе өлкәһенең М. Аҡмулла исемен­дәге әҙәби берекмәһе ойошторолоуға – 55, Башҡортостан автономияһы төҙөлөүгә 100 йыл тулыуға арналған сара ҡаланың “Төҙөүсе” мәҙәниәт йортонда “түңәрәк өҫтәл” менән башланып китте. “Силәбе өлкәһенең М. Аҡмулла исемендәге әҙәби ойошмаһы: тарихы, эшмәкәрлеге һәм ижади үҫеш перспективалары” тип аталған һөйләшеүгә төбәктә ижад иткән авторҙар саҡы­рылғайны.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, шағир, ғалим Ҡамса Мортазиндың исеме Башҡортостанда ла киң билдәле. Әҙәби берекмәнең юбилейын ойоштороуға ул күп көс һалған. Бөгөн үҙе етәкләй ҙә. “Түңәрәк өҫтәл”де асып: “Хөрмәтле ҡәләм­дәштәр, барығыҙҙы ла күркәм байрам менән тәбрикләйем. Мәшһүр Аҡмул­лабыҙҙың исемен йөрөткән ижади ойошма киләсәктә лә ошо төбәктә, ошо ерҙә милләттәштәребеҙҙе туплар, бер уйлы, бер ғәмле итер”, – тине.
Башҡортостан Республикаһының Силә­бе өлкәһендәге вәкиле Амур Хәбибуллин сарала ҡатнашыусыларҙы байрам менән тәбрик итте. “Төбәктә ижади ҡомар һаҡла­на икән, беҙ уларҙың эшенә ярҙам итәсәк­беҙ. Киләсәктә лә авторҙарҙың йыйынты­ғын сығарыуға булышлыҡ итербеҙ”, – тине.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, тәнҡитсе Зәки Әлибаев сарала ҡатнашыусыларға дөйөм әҙәби процесс, башҡорт яҙыусыларының ошо юҫыҡтағы эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне.
– Беҙ Силәбе өлкәһенән йәштәрҙе лә үҙебеҙҙең студенттар итеп күрергә теләр инек. Шулай уҡ Яҙыусылар союзына төбәктәрҙә яҙышҡандарҙы ла ҡабул итеү мөһим, сөнки тап улар бөгөн әҙәбиәт кенә түгел, тел һағында ла тора, – тине Зәки Арыҫлан улы.
Яҙыусы, “Ағиҙел” журналы хеҙмәткәре Әхмәр Үтәбаев милләттәштәребеҙҙең күрше өлкәлә булһа ла, үҙ телебеҙҙә, ошо заман хаҡында һүҙ әйтеүҙәрен хупланы. Ул шулай уҡ: “Был ерҙәр ҙә тарихи Баш­ҡорт­останға ҡарай, шуға күрә, ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, башҡорт милләте вәкилдәре үҙенең ижади потенциалын аса. Хатта ситтә йәшәгәндәр, тарпан һымаҡ, ижади үҫешкә, үҙен асыуға нығыраҡ һәләтле булыусан”, – тине.
Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Наил Шәйҙуллин да милләттәштәрен байрам менән тәбрик­ләне. Ш. Бабич исемендәге башҡорт һәм татар китапханаһы мөдире Наталья Быкова башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре менән йыш таныштырыуҙарын билдәләне.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Урал Ҡолошовты беҙ данлыҡлы Ғәлимов Сәләмдең туғаны тип тә беләбеҙ. Ул Сосновка районында “Камин янында” тип аталған әҙәби берекмәне лә етәкләй. Урал үҙҙәрендәге эшмәкәрлек, йыйынтыҡ­тарҙы тикшереүҙәре хаҡында һөйләне. Улар Башҡортостан автономияһының 100 йыллығына арнап ике телдә китап әҙер­ләгән. Бына мәслихәт! Байрамға был ҙур бүләк буласаҡ!
Сәфинә Хәкимова Магнитогорск ҡала­һындағы әҙәби ойошманы етәкләй. Ул Башҡортостан әҙиптәре менән осра­шыу­ҙар йышыраҡ булыуын теләне. “Ижад­сының яҙыуы бер, ә бына ентекле анализ, тәнҡит һүҙҙәре лә ишетке килә. Үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнамаһаҡ ине!” – тине Сәфинә Нуриәхмәт ҡыҙы.
Арғаяш әҙәби берекмәһе етәксеһе Гөлъямал Нәжмиева шулай уҡ төбәктәге яҙышыусылар тураһында һөйләне. Ә Ҡоншаҡ китапханаһы мөдире Дамира Нәжметдинова киләсәктә яҙыусылар менән бергә хеҙмәттәшлекте киңерәк йәйелдереп ебәреү теләген белдерҙе.
Башҡорт теленә ҡағылышлы һорау би­реү­селәр ҙә булды. Шуныһы ҡыҙыҡлы, бында башҡорт телен өйрәнергә теләгән­дәр өсөн юл асыҡ кеүек тәьҫир ҡалды. Сөнки, Башҡортостандың Силәбе өлкәһен­дәге вәкиле Амур Хәбибуллиндың әйте­үенә ҡарағанда, губернатор менән был хаҡ­та һөйләшеү булған һәм өйрәнергә теләгәндәргә бары ғариза яҙырға ғына кәрәк. Иң ҡыуаныслыһы – халыҡ үҙе өйрә­нергә теләй! Ата-әсәләр араһынан ҡаршы сығыусы, урыҫ булырға теләйбеҙ, тип оран һалыусы юҡ. Әллә башҡортҡа башҡорт булып йәшәү өсөн ситкә китергә кәрәкме икән, әллә үҙ республикаһында ул үҙенең хоҡуҡтарын тормошҡа ашыра алмаймы икән, тип уйлап ҡуяһың. Күрәһең, тәбиғилеген һаҡлап алып ҡалған халыҡҡа ана шулай тәбиғи көрәштә йәшәү рәүеше – иң ҡулайы. Ә бында тотош республика булып йәшәгәндә, ул ҡәҙерен белмәй башлаймы әллә? Ҡәләмдәшем Әхмәр Үтәбаев әйтмешләй, башҡортҡа көрәшеп йәшәү си­фаты хас, ул бындағы тыуҙырылған шарттарҙа үҙен юғалта башлай, ирәүән булып китә.
Аҡмулла исемен йөрөткән әҙәби ойошманың юбилейына М. Аҡмулла исе­мендәге Башҡорт дәүләт педагогия универ­ситетының иң алдынғы студенттарының береһе Ислам Төхвәтуллин да барҙы. Ул шиғыр уҡып ебәргәйне, әйтерһең, залға Аҡмулланың, Бабичтың, Рәми ағайҙың рухы тулды. Юлдан арып килгәндәр һиҫкә­неп китте, ойоп ултырғандар уянды, күңелдәр рухи моңға сорналды. Бирһә бирә бит Аллаһ Тәғәлә һәләтте: Ислам туғаным, һин шиғыр уҡығанда тауышыңа авторҙарҙың да ауазы ҡушылғандай була. Моғайын, шуға ла һин байтаҡ шиғри конкурстар еңеүсеһе тип танылғанһыңдыр!
Сарала “Йәйғор” өлгөлө башҡорт фольк­лор төркөмө етәксеһе Ғәҙелниса Мансурова, “Маяҡ батырҙары” ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Хабрахман Мансуров, Ҡоншаҡтан, Арғаяштан килгән ҡәләм тирбәтеүселәр ҡатнашты.
“Уралым” Силәбе өлкәһе гәзите мөхәррире Нурия Иҡсанова был байрамға ла ваҡытлы матбуғат баҫмаларын алып килгәйне. Ул мөхәррирлек иткән баҫмалағы бер мәғлүмәткә иғтибар иттем. 3 мартта Силәбелә Башҡортостандың Силәбе өлкә­һендәге вәкиллеге, урындағы ҡоролтай ярҙамы менән 500-гә яҡын кеше, башҡорт теленән үҙенең белемен тикшереп, башҡортса диктант яҙған. Идеяны педагог, филолог Әлиә Ноғоманова тәҡдим иткән. Әйткәндәй, быға тиклем Златоуста ла башҡорт теленән диктант яҙғандар. Был проектты Силәбе өлкәһе ҡоролтайы етәксеһе урынбаҫары, йәмәғәт палатаһы ағзаһы Наилә Шәйҙуллина ярҙамында өлкә кимәленә күтәргәндәр икән. Ә хәҙер статистикаға күҙ һалайыҡ: Арғаяш районындағы Арғаяш, Яраткүл, Ҡуянбай, Бағазы, Дербиш, Ҡуйсары, Күҙәш, Ҡолой, Березовка, Аҡбаш ауылдарында йәшәгән 332 кеше диктант яҙған. Златоуста белемен тикшереүселәр һаны – 42. Сарала ҡатнашырға килгәндәр алдында ижади коллективтар сығыш яһаған, күргәҙ­мәләр эшләнгән. Нәғимә Ғәлимованың ҡул эштәре тәҡдим ителгән.
Магнитогорскиҙа – 38, Сыбаркүлдә – 30, Силәбелә 16 кеше диктант яҙған. Диктант тексына Урал Ҡолошовтың “Бәхет хаҡын­да әкиәт” әҫәре һайлап алынған булған. Еңеүселәргә Айгиз Баймөхә­мә­товтың китаптарын бүләк иткәндәр. Киләһе диктант яҙыуҙы силәбеләр көҙгә ойош­торорға уйлай һәм Халыҡтар берҙәмлегенә бағышлай. Бына бит – теләһәң ҡайҙа ла халҡыңа, телеңә һөйөүеңде, ихтирамыңды күрһәтергә була. Һәр һүҙебеҙҙе эш менән, яҡты ғәмәл менән иҫбатларға өйрәнергә ваҡыт шул беҙгә!

Уралтауға ҡарап бер йырлайыҡ,
Уйҙарҙы ла алыҫ ебәреп

– Башҡортостан Республикаһы ойошто­ро­лоуға теүәл 100 йыл тула. “Атам да һин, Урал, Әсәм дә, һин” тигән ата-баба­ла­рыбыҙ изге атайсалыбыҙ хаҡында. Бөгөнгө әҙәби-музыкаль кисәлә яңғырая­саҡ моңло йырҙарыбыҙ һөйөклө Ватаны­быҙға – бүләгебеҙ, – тип башлап ебәрҙе сығы­шын сараны ойоштороусы, үҙе сцена­рий яҙған, алып барыусы булған шағир Ҡамса Мортазин. Яҡташтары уны ҙурлап, айырым рәхмәт әйтеп, бүләкләп тә киттеләр.
Сарала Башҡортостандың Силәбе ҡалаһындағы вәкиле Амур Хәбибуллин әҙәби ойошма ағазаларына маҡтау ҡағыҙ­ҙарын тапшырҙы. Башҡортостан Яҙыусы­лар союзынан, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты исеменән Рәхмәт хаттары ла үҙ хужаларын тапты. Башҡортостан делегацияһы үҙ сәләмен шиғри моңдар аша еткерҙе.
Ҡазан ҡалаһында уҙған йәш йырсы­ларҙың халыҡ-ара телевизион конкурсы лауреаты, 2017 йылда Башҡортос­тандың Туймазы ҡалаһында үткән Фәриҙә Ҡудашева исемендәге ”Дуҫлыҡ моңо” халыҡ-ара вокалистар конкурсы дипломанты Гөлли Фәхриева “Сыңрау торна”, “Күҙ нурым”, “Ромашкалар” йырҙары менән тамашасынан бигерәк беҙҙе әсир итте. Их, бына ошо тауышты “Урал моңо”нда яңғыратырға ине, тип ултырҙыҡ.
Милена Мәхмүтова етәкселегендәге бейеү төркөмө, “Сәскә ат, Башҡортостан” бейеүен башҡарып, беҙҙе таң ҡалдырҙы. Бына кемдәр ҡатнашырға тейеш ул “Балалар Байығы”нда! Афарин, ҡыҙҙар, ма­лай­ҙар! Милена үҙе лә һәләк матур бейей икән дә, силәбеләрсә итеп әйткәндә! Уның үҙенә лә “Байыҡ”та ҡатнашырға ине ул!
Байрамда моңһоу ноталарға бирелеп, аранан киткән ойошма ағзаларын да иҫкә алдылар – Рамаҙан Шәғәлиев, Алевтина Вәлиева, Булат Батталов, Дарвин Таһиров, Рафаэль Мөхәмәтйәнов.
Берекмә исеменән Ҡоншаҡ районы әҙә­би берекмә ағзаһы, Ҡадир Даян исемен­дәге премия лауреаты Мәүлиҙә Ибраһи­мова, шағир ғына түгел, рәссам да Урал Ҡолошов яҡташтарын, ҡунаҡтарҙы тәбрик­лә­не. Уралдың һүрәттәренән торған күргәҙмә лә эшләне залда. Уларҙы күреп, талантлы кеше һәр яҡлап талантлы инде, тигән һүҙҙәр үҙенән-үҙе телгә килде.
Төбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың “Ирәндек моңдары”, 2007 йылда Туймазы ҡалаһында уҙған “Оҙон көй” конкурстары лауреаты Венера Шәймөхәмәтова башҡарыуында йырҙарҙы тыңлап, уны “Юлдаш йыры” кеүек халыҡ­сан конкурста күрһәң ине ул, тип ҡуйҙым. “Зөләйха”, “Йөрәгем бит һаман йәш әле”, “Һандуғас” йырҙары, һәр ваҡыттағыса, Өфөләге академик йырҙарҙан арындырып, халҡыбыҙ моңона сорнаны. Бына, исма­һам, кеше йырлай: интектермәй ул йырҙы, моң эсенән ағыла ла ағыла.
Арғаяштың музыкаль бүләген Гөлъямал Нәжмиева шиғырына Гүзәл Фазылова яҙған йыр аша ҡабул иттек: Бәжекәй урта мәктәбе уҡытыусыһы, “Уралым” музыка фестивале лауреаты Гүзәл Фазылова үҙе башҡарҙы. Сараны Ҡамса Мортазиндың шиғырҙары ла биҙәне. Ана шулай дүрт кеше кинәнеп ҡарарлыҡ иҫ китмәле концерт бирҙе лә ҡуйҙы. Рәхмәт яуһын Силәбе таланттарына!
Һәр осрашҡан ерҙә яҡташтарыбыҙға милли баҫмаларыбыҙҙы – “Ағиҙел”, “Ватандаш”, “Шоңҡар” журналдарын, “Башҡортос­тан”, “Киске Өфө” гәзиттәрен, башҡортса, башҡорт тарихы хаҡында китаптар тараттыҡ.
Р.S. Ҡайтышлай халҡыбыҙҙың атаҡлы шағиры Мифтахетдин Аҡмулланың мәҡа­мына инеп доғалар уҡыныҡ. Һәр кем ҡулынан килгәнсә уның кеүек халҡы мәнфәғәтендә эшләһә, мәшһүрҙәренең юлын дауам итһә, иншаллаһ, халҡыбыҙ алға атлар. Силәбе башҡорттары әҙәби яҡтан, спорт өлкәһендә беҙгә өлгө күрһәтә!


Силәбе башҡорттары

Оло Башҡортостан – мәмләкәтем!
Эҙләп табырлыҡмы сигеңде?!.
Әле ҡасан ғына батшаларҙы
Башҡорт ҡалҡыр тигән шик еңде...
Берҙәм булһа, улар ҙур көс тиеп,
Аямаған улар халыҡты.
Күпме башҡорт ябай фарман менән
Ябай түгел хәлгә юлыҡты.
Күпме милләттәшем ситтә ҡалды,
Төшөп ҡалған кеүек караптан.
Ярай әле Күктәр ҡәүемемде
Рухи сәмле итеп яратҡан!
Бер йөрәкте телгеләгән кеүек,
Унан-бынан ерҙәр бысылған:
Миңзәләнең йылғалары һыҡтай,
Ырымбурҙа илай сал ҡылған.
Баш йортоңда башҡорт булыу – бер хәл,
Башҡорт булып ҡара һин ситтә!
Силәбенең башҡорттары беҙгә
Ысын башҡорт рухын күрһәтә!
Силәбенең башҡорттары беҙгә
Алып килә яугир ҡомарын.
Үҙ ниәте менән ватып инде
Улар Рәсәй сиге диуарын.
Милләт ҡаны ҡайнап торғас, ана,
Һөйләшәләр гүзәл һөйләштә!
Силәбенең батырҙарын донъя
Еңә алғаны юҡ көрәштә!
Силәбенең башҡортона, гүйә,
Һис булмаған илдең сиктәре.
Ҡан хәтере менән асты улар
Рәсәй киңлегенең биктәрен.
Силәбегә хәҙер бармайым мин,
Силәбегә хәҙер мин ҡайтам.
Ата-бабам ҡаны тамған ерҙә
Башҡорт ҡәғбәһе тип яратам!
Силәбелә – Зәйнулланың эҙе!
Аҡмулланың һуңғы һулышы.
Оло Башҡортостан берҙәмлеге –
Киләсәккә беҙҙең юл ошо!

Силәбе өлкәһе.