Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Салауат тоҡомонан икәнеңде онотма!” – тине офицерҙар
 “Салауат тоҡомонан икәнеңде онотма!” – тине офицерҙарҺәр башҡорт өсөн Салауат Юлаев –бала саҡтан билдәле легендаға әйләнгән шәхес. Исеме милли символыбыҙға әүерелгән. Салауат тигәнде ишетеү менән элекке СССР дәүләте биләмәһендә йәшәгән бар халыҡтар шунда уҡ башҡортто күҙ алдына килтерәлер, моғайын. Бының шулай икәненә үҙем күп тапҡыр шаһит булдым.

...1972 йылдың май төнө. Мине Ярославль ҡалаһының тимер юл вокзалында төшөрөп ҡалдырып, республикабыҙҙан армияға алынған егеттәрҙе тейәгән оҙон эшелон ары китте. Перронда үҙемде көтөп торған офицер һәм ике һалдат эргәһенә килеп туҡтаным. Миңә оҙаҡ ҡына һөҙөп ҡарап торғас, офицер исем-шәрифемде, милләтемде һорашты. Башҡорт икәнле­гемде ишеткәс, йылмайып ебәрҙе: “Тимәк, Салауат тоҡомонанһың инде! Былай булғас, яҡшы хеҙмәт итергә тейешһең. Ҡара уны, Салауаттың исеменә тап төшөрмә!”
Украин милләтенән булған был офицер мине ике йыл дауамында күҙ уңынан ысҡындырманы, гел уның иғтибарын тойҙом. Йәш саҡ – шаян саҡ: тәүҙәрәк берәй шуҡлыҡ ҡылһаҡ, минең менән матур итеп айырым һөйләшер ине. Һөҙөмтәлә, ышанысты аҡларға тырышып, үҙемдең хәрби һөнәрем буйынса иң яҡшы белгескә әйләндем, хеҙмәтемдә бер тапҡыр ҙа шелтә алманым. Шулай итеп, милли батырыбыҙ Салауат һалдат яҙмышымды билдәләне, мине ҡурсаланы, дөрөҫ юл күрһәтте.
Хәтеремдә, хеҙмәт итергә тейешле гар­низонға төн уртаһында килтереп, казар­маға урынлаштырҙылар. Иртән уятҡан саҡта ишетмәй ятып, оятҡа ҡалмаһам ғына ярар ине тигәнерәк борсоулы уй ме­нән йоҡлап киткәнемде әле көлөп иҫкә алам. Таң һарыһынан “Подъем!” тип һөрән­ләүгә күҙеңде асып өлгөр­мәҫтән ырғып торорһоң! Теге саҡ ошо команданы ишетеү менән аяҡҡа баҫҡайным, миңә һипкелле, ерән сәсле бер егет тексәйеп баҡты. “Ниндәй милләттәнһең? Ҡайҙан килдең?” – ти. Башҡорт икәнлегемде ишеткәс, йөҙө балҡып китте. “Ә, беләм, һеҙҙең Салауат Юлаев тигән батырығыҙ бар, йәнә бал ашайһығыҙ...” – тип үҙенең белгәндәрен һөйләп алып китте, милли геройыбыҙға сикһеҙ һоҡланыуын белдерҙе.
Шул уҡ көндә канцелярияға документ мәсьәләһе буйынса саҡырҙылар. Унда бер подполковник ниндәйҙер ҡағыҙҙар тултыра ине. Аҫҡа төбәлгән килеш исем-шәрифемде, милләтемде һораша башланы ла, башҡорт икәнемде ишеткәс, башын күтәреп, миңә өтөп алырҙай етди, һынаулы ҡараш ташланы. Унан, һәр һүҙенә баҫып яһап, бойорғандай әйтте: “Салауат Юлаев тоҡомонан икәнеңде онотма. Аңланыңмы? Милләтеңә тап төшөрәһе булма!”
Эйе, Салауаттың данлы рухы мине хеҙмәтемдең тәүге көндәрендә үк үҙ ҡанаты аҫтына алды. Уның милләттәше булғаным өсөн генә, тәү күреүҙәренә ҡарамаҫтан, хатта офицерҙар ышаныс белдерҙе!
Ике йыллыҡ хәрби хеҙмәт осоронда Салауатыбыҙ тураһында тик ыңғай һүҙҙәр ишеттем, уға ҡарата сикһеҙ хөрмәт, һоҡланыу тойҙом. Башҡорт тиеү менән ҡаһарманыбыҙҙы иҫкә алырҙар ине. Милләтте шәхестәре күтәрә шул.
Армиянан ҡайтып, университет тамамлап, прокуратурала хеҙмәт иткәндә, төрлө урынға командировкаға күп йөрөргә насип итте. Бындай сәфәрҙәрҙә лә башҡорт икәнемде ишетеү менән шунда уҡ Салауат батырыбыҙҙы һоҡланып телгә ала торғай­нылар. Хәтеремдә, Харьков ҡалаһындағы ҡунаҡхананың фойеһында ултырғанымда Зульпикар исемле ҡаҙаҡ һәм украин милләтле Петро танышырға килде. Башҡортлоғомдо белгәс, икеһе бер юлы: “О-һо! – тип ихлас шатлығын бел­дерҙе. – Данлы Салауат Юлаев тоҡомонан булғас, һис шикһеҙ, шәп егетһең”. Улар милләтебеҙгә юғары баһа бирҙе, шул уҡ ваҡытта миңә лә, башҡортлоғома бәйле, ҙур ышаныс белдерҙе.
СССР дәүләте тарҡалды. Бөгөнгө Рәсәй составындағы милләттәрҙең күбеһе борон-борондан үҙ ерендә йәшәй. Һәр береһенең данлы үткәне бар һәм уны һис кемдең оноторға хаҡы юҡ: юҡһа, бының үҙ-үҙеңде юҡҡа сығарыу буласағын барыһы ла яҡшы аңлай. Тимәк, һәммә халыҡтың ошо ихтыяждарын тормошҡа ашырырға теләүҙән тыуған мәнфәғәттәре бар. Уларҙың күп милләтле дәүләттәрҙә хатта бер-береһенә ҡаршы килеүе лә ихтимал. Бындай осраҡтарҙа төрлө ихтыяж-мәнфәғәттәрҙе үҙ-ара яраштыра, килеш­терә белеү талап ителә.
Үҙебеҙгә килгәндә, Рәсәйгә ҡушы­лыуыбыҙға дүрт быуаттан ашыу ваҡыт уҙҙы. Бер илдә йәшәгәс, дәүләт структура­ларының һәр халыҡтың ихтыяж-мәнфәғәт­тәренә зыян килтермәйенсә, уларҙы иҫәпкә алып эш итеүе мөһим. Ошо маҡсатта Рәсәйҙә Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡ булдырылды. Тимәк, дәүләтебеҙ үҙ эсендәге халыҡтарҙың татыу йәшәүен тәьмин итергә ынтыла. Яңы ойошманың сайтына илдәге милләттәр тураһында ыңғай, файҙалы мәғлүмәттәр ҡуйыла бара. Артабан был эш киңерәк ҡолас алыр тигән ышаныстабыҙ. Минеңсә, милләттәрҙең мәнфәғәттәрен дә сағыл­дырыу, кәрәк саҡта яҡлап сығыш яһау мөһим. Ниндәй ҙә булһа халыҡтың исе­менә, үткәненә, бөгөнгөһөнә, билдәле шәхестәренә бысраҡ ташлана ҡалһа, дәүләт структуралары, яҡлап сығып, ғәйеплеләрҙе законға ярашлы яуаплы­лыҡҡа тарттырырға тейеш.
Был мәсьәлә тураһында һүҙ йөрөткәндә, милли батырҙарыбыҙҙың ғәмәлдәрен, ҡаһарманлығын шул уҡ ихтыяж-мәнфәғәт­тәр күҙлегенән сығып ҡарайым. Улар бит фиҙакәрлекте үҙ башҡортон уйлап ҡылған. Тарихыбыҙҙа ошондай тәрән эҙ ҡалдыр­ған, юғары маяҡ булған шәхестәр тураһында уйлағанда, иң беренсе Салауат Юлаев күҙ алдына баҫа. Батырыбыҙҙың образы милләтебеҙ өсөн шундай бейеклеккә күтәрелгән, шуға уның исеменә тап төшөрөү, халҡына хилафлыҡ ҡылыу осрағы булыу ихтималлығы беребеҙҙең дә башына инеп сыҡмағандыр.
Беҙ үҙебеҙ, ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, ниндәй генә вазифа биләһәк тә, халҡыбыҙ алдында оло яуаплылыҡ тойорға, Салауат рухына тап төшөрмәй, уның данын арттырып йәшәргә бурыслыбыҙ. Батырҙа­рыбыҙға бысраҡ ташлаған бәндәләрҙе ваҡытында урынына ҡуйып өйрәнергә кәрәк беҙгә.
Рәсәй Генераль прокуратураһы мил­ләттәр араһындағы татыулыҡты тәьмин иткән ҡанундарҙың теүәл үтәлешен тикшереп торорға бурыслы. Был – закон талабы. Шулай булғас, дәүләт структураларынан башлап айырым граждандарға тиклем һәр кем Рәсәй Генераль прокурорына милләттәр араһындағы татыулыҡҡа зыян килтергәндәрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы һорап мөрәжәғәт итергә, һөҙөмтәлә күрелгән сара тураһында унан яуап көтөргә хаҡлы. Берәү ҙә быны тыймай. Тимәк, барыһы ла үҙебеҙҙән тора. Һүҙ бутҡаһы бешереп, шыңшып ултырмайынса, күмәкләп дәррәү тотонһаҡ, булдыра алырбыҙ. Мәҫәлән, Совет осоронда бер Мәскәү ғалимы әрмәндәрҙең бөйөк улы Месроп Маштоцҡа бысраҡ ташлай. Быны ишетеү менән, ғәйепле кешене яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы талап итеп, донъяның бар тарафынан баш ҡалаға хаттар яуа башлай. Һөҙөмтәлә сара күрелә, әрмәндәрҙән ғәфү үтенелә. Беҙгә лә үҙебеҙҙе яҡлап өйрәнергә кәрәк.

Закирйән ӘМИНЕВ,
юрист.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 51

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 584

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 661

“Беҙ булмаһаҡ, кем?”

“Беҙ булмаһаҡ, кем?” 22.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Силәбе башҡорттарының эшмәкәрлегенә һоҡланып бөтөрлөк түгел....

Тотош уҡырға 422

Мәскәү башҡорттары.  Улар ниндәй?
Мәскәү башҡорттары.  Улар ниндәй?

Мәскәү башҡорттары. Улар ниндәй? 11.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Мәскәүҙән ҡайтҡас, “Ашҡаҙар”ға һөйләшеүгә саҡырған яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатова миңә ошо һорауҙы бирҙе....

Тотош уҡырға 194

Свердловск башҡорттары йылды барлай

Свердловск башҡорттары йылды барлай 31.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Йылдың һуңғы көндәрендә Екатеринбургта йәшәгән милләттәштәребеҙ Свердловск өлкәһе милләт-ара...

Тотош уҡырға 151

Бөтә донъя башҡорттары йыйыласаҡ

Бөтә донъя башҡорттары йыйыласаҡ 22.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин Башҡортостандың 100...

Тотош уҡырға 214

Илһам төбәге – интернат

Илһам төбәге – интернат 21.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында асылған Сибай гимназия-интернатында осрашыуға байтаҡ халыҡ...

Тотош уҡырға 229

Бөткән ауылымды һағынам
Телебеҙгә, динебеҙгә тоғро ҡалайыҡ!

Телебеҙгә, динебеҙгә тоғро ҡалайыҡ! 18.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Мәҡәләмде әңгәмәсем, Ҡырҡөйлө-мең ырыуы башҡорттарының ҡор башы, ошо көндәрҙә 50 йәшлек ғүмер...

Тотош уҡырға 165