Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шәп эш башҡарған егеттәр
Яңыраҡ Салауат районының Тәкәй ауылы урынында – халҡыбыҙҙың батыры, шағиры, сардары, хаҡ мосолман Салауат Юлаевтың яндырылған, көлгә ҡалдырылған тыуған төйәге нигеҙендә төҙөлгән таш тирмәлә хәтер ташы асылды.


Ошо уңайҙан “Салауат Юлаев вариҫтары” ойошмаһы исеменән был ташты асыуға үҙ өлөшөн индергән Салауат районы хаки­миәте башлығы Марс Кашаповҡа, рухлы егеттә­ребеҙгә, яҡташта­ры­быҙға олуғ рәх­мәтебеҙҙе белде­рәбеҙ! Ташты эшләгәндә матди ярҙам күрһәткән “Камнеград Уфа” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Ришат Ваһа­повҡа, “Башгра­нит” яуаплылығы сикләнгән йәмғиә­тенең цех начальнигы Павел Кацюбаға, коммерция бүлеге менеджеры Сергей Малкинға шулай уҡ рәхмәтебеҙҙе юллайбыҙ!
Был күренеш – халҡыбыҙ тормошонда ҙур ваҡиға. Бигерәк тә батырҙың исеменә тап төшөрөргә теләгән әҙәмдәрҙең телевидение эфиры аша сығыш яһаған осорҙа. Башҡортостан Республикаһының гербында һынланған, милли азатлыҡ символына әүерелгән бөйөк шәхес Салауат Юлай улының исемен тыуған ауылы нигеҙендә ҡабат ҡайтарыу – үҙе бер батырлыҡ!
Салауат Юлаевтың вариҫы булараҡ, шәхси үҙемдең ҡыуаныс­тарымды һөйләп бөтөрөрлөк түгел. Һәр заман Салауаттың исеме кешеләрҙе диненә, милләтенә ҡарамайынса берләштереп, рухландырып торған. Киләсәктә лә ул халҡыбыҙҙы яңы еңеүҙәргә әйҙәһен!

Виктор ХӘКИМОВ,
“Салауат Юлаев вариҫтары” ойошмаһы рәйесе.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






“Башҡорт халҡы – ул бит  бал ҡорто һымаҡ”

“Башҡорт халҡы – ул бит бал ҡорто һымаҡ” 16.11.2018 // Башҡорт донъяһы

Уртаҡ ғәмәлдәрҙе тормошҡа ашырабыҙ. Тап ошо һүҙҙәр менән башланы сығышын Түбәнге Кама ҡалаһының...

Тотош уҡырға 98

Мәркәздә лә башҡорт булып ҡалыу еңелме?!.

Мәркәздә лә башҡорт булып ҡалыу еңелме?!. 30.10.2018 // Башҡорт донъяһы

Мәскәүҙәге милләттәштәребеҙҙең зиһен байлығы – Башҡортостанға бүләк. Мәскәү ҡалаларын матур тиҙәр,...

Тотош уҡырға 1200

Башҡорт балы – халҡыбыҙ һағы

Башҡорт балы – халҡыбыҙ һағы 19.10.2018 // Башҡорт донъяһы

Милли байлығыбыҙҙы үҙ мәнфәғәтебеҙҙә файҙалана беләбеҙме? Белеүебеҙсә, 2021 йылда беҙҙә ХLVII...

Тотош уҡырға 104

Кәмәлек буйҙарында ҡунаҡта

Кәмәлек буйҙарында ҡунаҡта 31.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Һарытау башҡорттары хаҡында һөйләгән һайын һөйләге килә... “Функционально-структуральный метод П.Г....

Тотош уҡырға 250

Бөрйән балы – башҡорт даны!

Бөрйән балы – башҡорт даны! 24.08.2018 // Йәмғиәт / Башҡорт донъяһы

Бар донъяға танылыу яулаған Бөрйән балын кем генә белмәй икән? Һуңғы йылдарҙа ул райондың ғына...

Тотош уҡырға 207

“Салауат рухы беҙҙе ҡурсаланы”

“Салауат рухы беҙҙе ҡурсаланы” 24.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Батырыбыҙҙың һуңғы төйәге – Эстониялағы Палдиски ҡалаһына милләттәштәребеҙҙең юлы өҙөлмәй. Йәй...

Тотош уҡырға 234

ХӘТЕР ҘӘ, ХӨРМӘТ ТӘ, ӨМӨТ ТӘ

ХӘТЕР ҘӘ, ХӨРМӘТ ТӘ, ӨМӨТ ТӘ 16.08.2018 // Башҡорт донъяһы

...Кем машинала, кем йәйәүләп Бүжә тауы яғына ашыға. Ғүмәрҙәр өсөн бөгөн бында ҙур мәғәнәгә эйә...

Тотош уҡырға 589

100 йыллыҡҡа – 100 ҡурайсы

100 йыллыҡҡа – 100 ҡурайсы 10.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Күптән түгел йәмле Ирәндек буйында урынлашҡан “Йәйләү” лагерында Ҡурай байрамы булды. Уның нәҡ...

Тотош уҡырға 216

Ҡурай иленең өлгөһө

Ҡурай иленең өлгөһө 08.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Баймаҡ – таланттар төйәге, ҡурай иле, йырсылар, йыраусылар, сәсәндәр, шағирҙар, яҙыусылар үҫтергән...

Тотош уҡырға 241

Ҡомалаҡ икмәге тәмле!

Ҡомалаҡ икмәге тәмле! 03.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Икмәк – бөтәһенә лә баш, ти халыҡ әйтеме. Ысынлап та, ҡабарып бешкән хуш еҫле әпәкәй – һәр табындың...

Тотош уҡырға 222

Буҙаның үҙ яйы бар...

Буҙаның үҙ яйы бар... 03.08.2018 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” гәзитенең 75-се һанында (2018 йыл, 29 июнь) “Инйәр ағинәйҙәренән өйрәнегеҙ” тигән...

Тотош уҡырға 195

Йылы усаҡ янында

Йылы усаҡ янында 27.07.2018 // Башҡорт донъяһы

Был ғаилә барыһына ла кәңәш бирә, ярҙам итә Улар күрше Ҡоръятмаҫ ауы­лынан. Ишетеп-күреп белһәм дә,...

Тотош уҡырға 235