Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Күмер үртәүБөгөн бәләкәй генә ҡағыҙ тоҡтарҙа күмер һатылыуына аптырайһы түгел. Кемгә кәрәк — рәхим ит: шашлыҡ бешер, күмерҙә башҡа ризыҡ әҙерлә. Шуныһы ҡыуаныслы: бер-ике урында Башҡортостанда ла етештерелә ул. Революцияға саҡлы был тотош төбәкте тиерлек солғап алған эш, кәсеп булған. Мирза Муллағоловтың мәҡәләһен тәҡдим итеүебеҙ ҙә юҡҡа түгел. Бәлки, ата-баба һөнәрен тергеҙеүселәр табылыр. Һораусылар булғанда тәҡдим итеүселәр һәр саҡ табыла бит. Кем әйтмешләй, был йәһәттән “баҙар төбө”н сит-яттар алғансы, үҙебеҙҙекеләрҙе эш менән тәьмин итеү яҡшыраҡтыр. Әйткәндәй, хәҙер күмер үртәү өсөн заманса технологиялар ҡулланыла, ҡорамалдар бар. Эйе, улар ҡиммәт. Ләкин ни генә эшләһәң дә, тәүәккәлләп тотонорға ғына кәрәк. Авторҙың мәҡәләһе этәргес булып, тарих төпкөлөнән ата-бабаның сәмен еткерһен ине. Сәм, теләк булғанда, барыһы ла тормошҡа аша.

Башҡортостанда, бигерәк тә уның урманлы төбәктәрендә, күмер үртәү, ыҫмала, дегет етештереү кәсептәре таралыш ала. “Ыҫмала ҡыуыу һәм дегет ҡайнатыу, — тип әйтелә революцияға тиклемге статистика сығанаҡтарының береһендә, — Өфө, Бөрө, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй өйәҙҙәренең урманлы ерҙәрендә нығыраҡ үҫешкән”. Күмер үртәү эшен был документ “ошо маҡсатта тау заводтарына яҡын урынлашҡан ауылдар халҡының кәсебе ул” тип хәбәр итә. Ләкин завод эшселәре менән бер рәттән күмер үртәү эшендә шулай уҡ урындағы халыҡ та шөғөлләнә. Мәҫәлән, Бәләбәй өйәҙенең Буранғол ауылында йөҙҙән ашыу йорт хужаһы ағас күмере етештереү менән мәшғүл була.
Дим йылғаһы бассейнындағы күп кенә башҡорт ауылдарында ла теркәлгән. Стәрлетамаҡ өйәҙендә күмер үртәү менән Гәрәй-Ҡыпсаҡ, Илсек-Тимер һәм Маҡар улыстарына ҡараған күп кенә ауылдар халҡы шөғөлләнгән. Күмер үртәүселәр Ҡатай, Бөрйән, Тамъян һәм Үҫәргән ырыуҙары башҡорттары араһында ла булған.
Әгәр тау сәнәғәте ауылдары тирә­һендәге эшселәр башлыса күмерҙе урындағы заводтар өсөн етештерһә, башҡорт һөнәрмәндәре иһә яғыулыҡ менән күбеһенсә дала яҡтарында йәшәүсе халыҡтарҙы тәьмин иткән. Бындағы тимерселәр оҫтаханаларының күбеһе күмер үртәүсе башҡорттар алып килгән ауыл күмерендә эшләгән, тип әйтһәк тә, хата булмаҫ.
Күмер үртәүТыуған төйәгебеҙҙә күмер етештереү һөнәрҙәренең таралыуына, беренсенән, тау заводтары, икенсенән, халыҡтың бер өлөшөнөң аҙыҡ-түлеккә ныҡ мохтаж булыуы булышлыҡ итә. Күмер үртәү эше­нең үҫешендә дала яҡтарында йәшәүсе халыҡтарҙың күмергә даими ихтыяждары ҙур ғына роль уйнай. Шулай итеп, ауыл ерендә ағас күмере етеш­тереү башҡорттарҙың фәҡәт көнкүреш ихтыяждары нигеҙендә барлыҡҡа килә һәм кәсептең таралышы шул ихтыяж­дарҙың үҫешенә бәйле була. Шуға ниндәй ҙә булһа күмер етештереү үҙәктәре булмай. Ғәҙәттә, күмер үртәү тимерселәр оҫтаханалары эшләп торған ерҙәрҙә осрай. Һуңғылары булмаған осраҡта күмер үртәүсе йә баҙар өсөн, йә яҡындағы завод өсөн эшләй.
Дегет һәм ыҫмала етештереүҙә, киреһенсә, икенсе күренеш күҙәтелә. Тыуған төйәгебеҙҙә уның үҫешенә XIX быуат аҙағына сауҙа мөнәсәбәттәренең көсәйеүенә бәйле рәүештә тәгәрмәсле транспорттың әһәмиәте артыу сәбәп була. Был кәсеп күп төбәктәрҙе биләп ала. Ыҫмала һәм дегет урындағы һөнәрселәр тарафынан үҙ ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн генә түгел, ә күбеһенсә һатыу өсөн етештерелә. Бына шуға ла башҡорттарҙа дегет һәм ыҫмаланы алыҫ араларға ташыуға тәғәйенләнгән оҙон мискәләр барлыҡҡа килеүе осраҡлы түгел. Башҡорттарҙың дегетте, бигерәк тә ыҫмаланы көнкүреш ихтыяждары өсөн әҙ файҙаланыуы, башҡа күсмә халыҡтар һымаҡ уҡ, тәгәрмәстәре майланмаған арбаларҙа йөрөргә ғәҙәтләнеүҙәре менән аңлатыла.
Техник яҡтан ҡарағанда, дегет ҡайнатыу һәм ыҫмала ҡыуыу кәсептәре бер-береһенә оҡшаш. Кәрәк саҡта дегет ҡайнатыусы ыҫмала ҡыуыу эшенә тотоноп китһә, ә ыҫмала ҡыуыу оҫтаһы, киреһенсә, дегет етештереүсе эшсегә әйләнә. Тик уның тәүгеһе туҙ менән, ә икенсеһе сайыр менән эш итә.
Күрһәтелгән кәсептәр араһында күмер үртәү килеп сығышы буйынса, һис шикһеҙ, боронғо һөнәр. Тыуған төйәгебеҙҙә ағас күмерен ябай ысул менән үртәү эше әллә ҡасандан бирле, һәр хәлдә, был тирәлә мәғдән эшкәртә башлаған ваҡыттарҙан алып йәшәп килә. Мәҫәлән, танылған археолог Е.Н. Черныхтың ғилми хеҙмәттәренә ҡарағанда, был тирәлә әле 3000 – 4000 йылдар самаһы элек үк боронғо һунарсылар, малсылар ер өҫтөнә сығып ятҡан йәшел һәм күк төҫтәге баҡырға тап булған, уларҙан саф баҡыр иретеп алырға тырышҡан.
Ябай ысул менән мәғдән эшкәртеү осраҡтарының башҡорттарҙа ла булыуын иҫәпкә алһаҡ, күмер үртәү эшенең ошондағы ерлектә барлыҡҡа килеүенә һәм бында башҡорттарҙың шаҡтай ҙур роль уйнауына шик юҡ. Күмер үртәү буйынса урыҫ терминологияһында “майдан”, “кабан”, “казан” һымаҡ сығышы менән дөйөм төркисә булған башҡорт һүҙҙәренең булыуы һис тә осраҡлы түгел.
Тыуған төйәгебеҙҙә урыҫтарҙың тау заводтары барлыҡҡа килеү менән күмер үртәү эше киң ҡолас ала. Ысынлап әйт­кән­дә, заводтар бындай яғыулыҡһыҙ эшләй алмай. Был эш төрө тау заводтарына яҡын урынлашҡан ауылдарҙа айырыуса киң тарала. “Уралдағы тау заводтары, — тип билдәләй үҙенең док­ладында тәбиғәт фәне һәүәҫкәре Урал йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы В.Е. Боков 1897 йылдың 14 мартында, — барлыҡҡа килеү ваҡытынан алып бөгөнгә тиклем күбеһенсә ауыл кешеләре завод дачаларында етештергән күмер менән эшләне”.
Күмер үртәү — күп көс һалып эшләй торған шаҡтай ауыр хеҙмәт. Шуға ла был кәсеп менән күбеһенсә ир-ат шөғөлләнгән. Бындай эшкә тик айырым осраҡтарҙа ғына 14-15 йәшлек үҫмерҙәр йәлеп ителгән. Ул эшсенән профессиональ оҫталыҡ һәм байтаҡ физик көс талап иткән. Эш барышында уттың самалап яныуын яйға һалып тороу ғына түгел, яндырыу өсөн утындарҙы дөрөҫ һалыу оҫталығы ла кәрәк була. Ғаиләлә башҡа оло кеше булмаған осраҡта күмер үртәүсе ауылдаштары араһынан үҙенә яраҡлы бер иптәш һайлап алған.
Ағастың төрлө төрҙәрен, күберәк ҡарағайҙы үртәп, күмер етештергәндәр. Утындарҙы яҙҙан уҡ әҙерләп ҡуйып, йәй буйы шул урынында ҡалдырғандар һәм күмер үртәү соҡорҙарына көҙ еткәс кенә ташығандар, ә һуңғыларын күбеһенсә урманға яҡын ерҙәрҙә ҡаҙырға тырышҡандар. Ләкин был электән килгән ғәҙәттән ситләшеүҙәр ҙә булған. Мәҫәлән, Дим ырыуы башҡорттарының күмер үртәй торған ерҙәре үҙҙәре йәшәгән йорттарға яҡын — ырҙын артында урынлашҡан була. Күмер үртәү соҡорҙары эргәһенә ваҡытлыса йәшәп торор өсөн ерҙе соҡоп торлаҡ яһағандар.
Тыуған төйәгебеҙҙә ағас күмерен әҙерләгәндә төрлө ысулдар ҡулланған­дар: иң ябай юлдар һәм сағыштырмаса камиллашҡан ысулдар менән күмер яһағандар. Күмер үртәү менән шөғөлләнгән башҡорттарҙа баҙ яғыу тип аталған ысул бөтә ерҙә лә тарала. Ул күмер үртәү эшенең боронғо формаһына ҡарай. Башҡорттарға утынды кәбән һымаҡ итеп өйөп һәм мейескә һалып күмер үртәү ысулдары билдәле була. Атап әйткәндә, күмер үртәүҙең баҙ яғыу формаһын беҙ Белорет районының Өмөтбай ауылы, ә икенсе һәм өсөнсө ысулдарҙы Ағиҙел һәм Һаҡмар йылғаларының үрге ағышы буйындағы башҡорт ауылдарында яҙып алдыҡ.
Күмер үртәүБаҙ яғыу ысулы менән күмер үртәгәндә эш түбәндәгесә башҡарылған: ҡоро тупраҡлы ҡырыныраҡ торған ҡалҡыулыҡта диаметры 2 һәм 2,5 метр, тәрәнлеге бер метр ҙурлығында баҙ ҡаҙғандар. Баҙҙың төбөнә бүрәнәләрҙән нигеҙ ҡороп, уның өҫтөнә утын һалғандар. Бер үк ваҡытта утын аҫтында баҙҙың уртаһынан үтә сыҡҡан төнлөк ҡалдырғандар. Артабан уның уртаһына ҡоро-һары сыбыҡтар һалғандар. Унан һуң бөтә был ҡоролма өҫтөнә үлән һәм япраҡлы ағас ботаҡтары түшәп һалып, уны тупраҡ, кәҫ менән тотошлай ҡаплағандар.
Кипкән сыбыҡ-сабыҡ утты тиҙ яндырып ебәргән. Утынды самалап яндырып, утты ҡараштырып тороу эшсенән тейешле иғтибар һәм оҫталыҡ талап иткән. Ул күмерләнеү бер тигеҙ генә барһын өсөн яныу барышын иғтибар менән әленән-әле күҙәтеп торған. Шуға күмер үртәүселәр утты көндөҙ ҙә, төндә лә ҡарауылсыһыҙ ҡалдырмағандар.
Ағастың күмерләнеү барышы сама менән ике-өс тәүлектән артығыраҡ ваҡыт талап иткән. Әйткәндәй, ул баҙҙағы утындың күләменә һәм уны нисегерәк итеп һалыуға ла бәйле булған. Баҙҙағы үҙағас тулыһынса янып бөткәс, уның өҫтөн асып, кәҫ һәм тупраҡтан таҙартҡандар. Унда-бында янып ятҡан торонбаштарҙы һыу һибеп һүндергәндәр. Артабан әҙер күмерҙе таҙартып, баҙҙан сығараһы ғына ҡалған.
Кәбәнләү ысулы менән күмер үртәгәндә соҡор ҡаҙып тормағандар. Утын менән йәнәш уңайлы урын, йәғни майҙан һайлап алып, ҡоро утындарҙан мөрйә яһағандар. Уның бейеклеге ике метр булған. Мөрйә тирәләй ярҡалар һалып, уның тирә-яғына үртәргә тәғәйенләнгән утындарҙы урынлаштырып сыҡҡандар. Был эш бик күп көс һалыуҙы талап иткән. “Кәбәндәрҙе урынлаштырыуҙың бөтә ҡыйынлыҡтары тураһында фекер йөрөтөү өсөн, — тип билдәләй Урал эшселәренең күмер үртәүҙәрен бер нисә мәртәбә күҙәткән В.Е. Боков, — тотош ғаиләнең тирләп-бешеп, һаулығын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, ҡайһы ваҡыт бер сәғәт буйы 20 ботлоҡ бер ағас эргәһендә ни тиклем ыҙа сигеүен күрергә кәрәк. Был эштә ғүмерҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыу шунан килеп сыға: йыуан-йыуан ағастарҙы арҡандар менән күтәргән саҡта улар ҡайһы ваҡыт көтмәгәндә шыуып ысҡынып китә һәм бүрәнә килеп төшкән саҡта эшсе өсөн ҙур ҡурҡыныс тыуҙыра; шуға ла ҡайһы бер осраҡтарҙа “кәбән өйөүселәр”ҙе күмер үртәгән ерҙән имгәнгән килеш алып китеүҙәре ғәжәп түгел”.
Кәбән өҫтөнә ваҡ утын һалғандан һуң, уны тығыҙ ғына кәҫ киҫәктәре менән ентекләп ҡаплап сыҡҡандар. Унан һуң уның өҫтөнә, торбаһын асыҡ ҡалдырып, тупраҡ һалғандар. Шул тәртиптә теҙеп ҡуйылған утын өйөмө тышҡы күренеше менән кәбәнгә оҡшап торған. Күмер үртәү ысулының атамаһы шунан алынған булһа кәрәк. Кәбәнде, ғәҙәттә, өҫтән уның төбөнә торбаһы буйлап ҡыҙыу ҡуҙ менән туҙ төшөрөп яндырғандар. Яғыулыҡ итеп алдан әҙерләнгән ҡоро, шартлап янған ярҡалар файҙаланылған. Улар менән торбаны әкренләп кенә өҫкә саҡлы тултырғандар.
Ярҡалар бер сәғәт янғас, торбаның тишектәрен бөтөнләй томалап сыҡҡан­дар. Ут менән төнлөктәр ярҙамында идара иткәндәр. Ут бер тигеҙ генә янһын һәм кәбән бер яҡҡа ла ишелеп төшмәһен өсөн, көслө янған ерҙәргә утын өҫтәп тор­ғандар. Утын яндырыу өс-дүрт тәүлеккә, ҡайһы ваҡыт унан да оҙағыраҡҡа һуҙылған.
Башҡорттарҙа күмерҙе кирбестән һалынған мейестәрҙә лә яндырғандар. Әммә был ысул башҡа халыҡтарҙа дөйөм таралған ысулдан әллә ни айырылмаған.
Хәҙер өйөмдәге күмерҙе таҙартып һәйбәт күмер алыу тураһында бер нисә һүҙ. Артабан эште дауам итер өсөн өйөм әҙер булғанлығына ышанғас, уның өҫтөнә кәртәләрҙән эшләнгән өс таған килтереп ҡуялар һәм, уға ҡурыстан эре күҙле итеп яһалған күмер иләге беркетеп, күмерҙе иләй башлайҙар. Был эште башҡарғанда, һөнәрселәрҙең ҡатындары һәм балалары ҡатнаша. Әҙер күмерҙәрҙе ҡурыптарға йәки ҡаптарға һала барғандар. Күмер етештерелгән урындан шул тирәләге заводтарға, күбеһенсә яғыулыҡ менән етерлек кимәлдә тәьмин ителмәгән далалы төбәктәргә оҙатылған.
Күмер үртәүсенең эше ауыр булыуға ҡарамаҫтан, күмерҙең хаҡы арзан булған. Мәҫәлән, Бөрө ҡалаһында һәм унан ситтә бер ҡап күмер өсөн ни бары 20 тин түләгәндәр. Элек урман хужалары булған башҡорттар күмер үртәү өсөн, нигеҙҙә, бер нәмәгә яраҡһыҙ алама ағастарҙы файҙаланған.

Автор: Т. МУСИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Каруанһарайҙың яҡлаусылары

Каруанһарайҙың яҡлаусылары 14.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Улар изге ҡомартҡыны башҡортҡа ҡайтарҙы....

Тотош уҡырға 68

“Тормошта әүҙемлек кәрәк”

“Тормошта әүҙемлек кәрәк” 05.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Сығымдар үҙен аҡлай. Рәсәй һәм Азия илдәре араһында мөнәсәбәттәр яҡшырған һуңғы осорҙа экзотик...

Тотош уҡырға 149

“Юлымды табыуыма шатмын”

“Юлымды табыуыма шатмын” 05.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Тыуған илен донъяға күрһәтмәксе. Айнур Асҡаров – йәш режиссер, “Өфөнән һөйөү менән”, “Еңмеш”,...

Тотош уҡырға 88

“Яҡташтарым менән тик үҙебеҙҙең телдә һөйләшәм”

“Яҡташтарым менән тик үҙебеҙҙең телдә һөйләшәм” 05.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Геройҙары ижадҡа этәргес бирә. – Әгәр үҙебеҙҙең телдә үҙебеҙ һөйләшмәһәк, кемгә кәрәк ул? – тип...

Тотош уҡырға 106

Башҡорттар хаҡында – “Bashkort 2.0”

Башҡорттар хаҡында – “Bashkort 2.0” 05.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Күптән түгел башҡорт йәмәғәтселеге ҡыуаныслы хәл кисерҙе: өр-яңы форматтағы “BASHKORT 2.0”...

Тотош уҡырға 90

Башҡорттар – тау эшенә нигеҙ һалыусылар

Башҡорттар – тау эшенә нигеҙ һалыусылар 20.11.2018 // Башҡорт донъяһы

Свердловск өлкәһе башҡорттары аҫаба халыҡ булыуын иҫбатлап, төрлө саралар ойоштора. Свердловск...

Тотош уҡырға 107

“Башҡорт халҡы – ул бит  бал ҡорто һымаҡ”

“Башҡорт халҡы – ул бит бал ҡорто һымаҡ” 16.11.2018 // Башҡорт донъяһы

Уртаҡ ғәмәлдәрҙе тормошҡа ашырабыҙ. Тап ошо һүҙҙәр менән башланы сығышын Түбәнге Кама ҡалаһының...

Тотош уҡырға 277

Мәркәздә лә башҡорт булып ҡалыу еңелме?!.

Мәркәздә лә башҡорт булып ҡалыу еңелме?!. 30.10.2018 // Башҡорт донъяһы

Мәскәүҙәге милләттәштәребеҙҙең зиһен байлығы – Башҡортостанға бүләк. Мәскәү ҡалаларын матур тиҙәр,...

Тотош уҡырға 1289

Башҡорт балы – халҡыбыҙ һағы

Башҡорт балы – халҡыбыҙ һағы 19.10.2018 // Башҡорт донъяһы

Милли байлығыбыҙҙы үҙ мәнфәғәтебеҙҙә файҙалана беләбеҙме? Белеүебеҙсә, 2021 йылда беҙҙә ХLVII...

Тотош уҡырға 142

Кәмәлек буйҙарында ҡунаҡта

Кәмәлек буйҙарында ҡунаҡта 31.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Һарытау башҡорттары хаҡында һөйләгән һайын һөйләге килә... “Функционально-структуральный метод П.Г....

Тотош уҡырға 288

Бөрйән балы – башҡорт даны!

Бөрйән балы – башҡорт даны! 24.08.2018 // Йәмғиәт / Башҡорт донъяһы

Бар донъяға танылыу яулаған Бөрйән балын кем генә белмәй икән? Һуңғы йылдарҙа ул райондың ғына...

Тотош уҡырға 265

“Салауат рухы беҙҙе ҡурсаланы”

“Салауат рухы беҙҙе ҡурсаланы” 24.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Батырыбыҙҙың һуңғы төйәге – Эстониялағы Палдиски ҡалаһына милләттәштәребеҙҙең юлы өҙөлмәй. Йәй...

Тотош уҡырға 275