Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ынйыҡай” ынйылары
“Ынйыҡай” ынйыларыБейеү тамашаһын ҡарарға яратабыҙ. Шулай булмай ни! Күңелдәрҙе елкендергес ялҡынлы, дәртле, шаян сығыштар менән рухланабыҙ. Сибай йәштәр үҙәгенең “Ынйыҡай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле, мәҫәлән, был сәнғәт төрөндә халҡыбыҙ хазиналарын һаҡлап ҡалыу, боронғоларын тергеҙеп, уларҙы яңы төҫтәр менән баҙыҡландырып, байытыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ә коллектив етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Эльвира Вәкил ҡыҙы Аҡназарованың (Ғөбәйҙуллинаның) оҙаҡ йылдар Сибай мәҙәниәте тормошонда ҡайнағанын ситтән күҙәтеп, уның башҡарған эштәренә һоҡланам. Егәрле, ижади булмышлы Эльвира төрлө урындарҙа хореография дәрестәрен алып барырға өлгөрә. Шулай ҙа уны, нигеҙҙә, Сибай филармонияһы асылған көндәрҙән эшләй башлаған бейеүсе, солист тип беләбеҙ.

“Ынйыҡай” – балаларҙы, үҫмерҙәрҙе, йәштәрҙе туплаған, бай репертуарлы, тотороҡло ижади коллектив. Ул Сибай балалар сәнғәт мәктәбенең “Осҡон” өлгөлө ансамблендә шөғөлләнгән, сығарылыш һынауҙарын үткән һәләтле ҡыҙ һәм малайҙарҙан ойошторолған. Ә етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сания Хәйбуллина үҙенең оҫтарған сығарылыш бейеүселәренең артабанғы яҙмышы өсөн борсолған мәлдә Эльвира Вәкил ҡыҙы ошо таланттарҙы үҙенең яңы ансамбле ҡанаты аҫтына ала. Әмилә Ғөбәйҙуллина, Ләйсән Мөртәй­ләкова, Элмира Ишҡыуатова, Гөлиә Харрасова, Роза Ҡолмөхәмәтовалар, мәҫәлән, элекке “осҡон”дар.
“Ынйыҡай”ҙың ҡаҙаныштары, уңыш­тары хаҡында оҙаҡ һөйләргә була. Ун йыл эсендә ҡайҙа ғына булмаған үҙҙәре. Халыҡ-ара кимәлдә ҡала намыҫын яҡлап, әллә күпме өлкә һәм ҡала тамашасыларын һоҡландырғыс бейеүҙәре менән таң ҡалдырған. Күп кенә Рәсәй, халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашып, “Ынйыҡай” бер кимәлдә генә ҡалмай, артабан да яңы үрҙәр, уңыштар яулауҙы маҡсат итеп ҡуя. Әле, мәҫәлән, Ҡазанда үтәсәк мәртәбәле ҙур конкурсҡа әҙерләнәләр.
Яңыраҡ “Ынйыҡай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле ун йыллыҡ юбилейын билдә­ләне. Туған телдә алып барылған был ма­тур, рухи тамаша йәшлек байрамы кәйефен бирҙе. Әлеге кисәлә лә коллектив тамашасыларға сағыу, бай программа бүләк итте. Репертуарҙағы “Тол ҡатындар”, “Уяныу”, “Киндер туҡмау” кеүек халыҡсан бейеүҙәрҙе Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Аҡназарова һалған. Шулай уҡ Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәйзулла Ғөбәйҙуллин һалған дағстан халыҡ бейеүе лә көслө алҡыштарға күмелде.
Шәхсән үҙемә килгәндә, айырыуса ир-егеттәр башҡарыуындағы бейеүҙәр оҡшай. Мәҫәлән, “Еҙ үксә”. Уны кем генә башҡар­маһын, үҙенсә төҫ, характер бирә. Әле лә элекке “ынйыҡай”ҙар Фәнис Үтәбаев, Байрас Ғәниев ансамблдә һалынған дәрт, оҫталыҡтары менән сәхнәне дер һелкетте. Шулай уҡ Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы, “Өфөнән һөйөү менән” фильмында уйнаған актриса Зөлхизә Ғәликәева, “Красноусол” шифаханаһының мәҙәниәт үҙәгендә эшләп йөрөгән Арыҫлан Сәғәҙәтов, Хәйбулла район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәре Артур Алсыновтар ҙа кисәлә сәхнә биҙәге булды.
Ошо урында йәнә Эльвира Вәкил ҡыҙының талантлы уҡыусыларының ҡайһы берҙәрен телгә алайыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, “Мираҫ” халыҡ бейеүҙәре ансам­блен­дә эшләгән Иҙрис Таҡалов, Азамат Мул­лағәлләмов, Динә Дәүләтшиналар гастрол­дә йөрөп, ә бейеүселәр Эльвира Хөсәйенова, Динә Мөстәҡимова, Лерида Ишморатова, Элвина Абдуллина, юғары уҡыу йортонда уҡып йөрөү сәбәпле, байрам кисәһенә килә алманы.
Ансамблдең әлеге ҡыҙҙары башҡары­уындағы “Киндер туҡмау” бейеүе мине студент йылдарыма алып ҡайтты. Уларға һоҡланып ҡарап туймаҫлыҡ: гүзәлдәр, һомғолдар. Бейеү генә кешене шулай матур, нәфис һынлы итәлер! Башҡорт дәүләт университетының “Ирәндек” ансамбле ҡыҙҙары башҡарыуындағы ошо бейеүҙе яратып ҡарай инек. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Аҡназарова һалған был бейеү хәҙер инде Сибайҙа ғына түгел, башҡа төбәктәрҙә лә популяр һәм ул йәш быуынға тапшырыла килә.
Ансамбль сығыштарын күреп, ҡыҙығып, әллә күпме ҡыҙ-егет килә. Бейеү нескәлектәренә төшөнөү, һәр хәрәкәтте еренә еткереп башҡарыу байтаҡ көс талап итә. Бигерәк тә бер ниндәй әҙерлекһеҙ килгәндәр өсөн төрлө классик позициялар, комбинациялар ят. Бейеүгә һөйөүең сикһеҙ икән, өйрәнәһең, тырышаһың, хореограф­тың талаптарына буйһонаһың, ҡатылы­ғына күҙ йомаһың. Етмәһә, көндән-көн хәрәкәттәр ҙә ҡатмарлаша бара. Шулай итеп, төркөмдә иң тырыштар, егәрлеләр генә тороп ҡала. Һүҙ юҡ, ошондай өлгөр, ныҡышмал, маҡсатлы йәштәр студент саҡтарын файҙалы, ҡыҙыҡлы итеп үткәрә. Ғүмеренең бер мәлендә сәхнәлә балҡып алыу бәхетенә өлгәшә. Шулай ҙа, артабан да бейеүҙән айырылғың килмәһә, ансамблдә алған оҫталыҡ, һөнәр менән ҡыйыу рәүештә сәхнә юлына аяҡ баҫырға ла мөмкин.
Эйе, “Ынйыҡай”ға башлыса уҡыу йорттарында белем алған ҡыҙ һәм егеттәр килә. Эльвира Вәкил ҡыҙы уларҙы сыныҡтырып, ысын бейеү оҫтаһы итеп үҫтерә. Ансамблдә нигеҙ һалынған оҫталыҡ, тәжрибә Фәнис Үтәбаев, Артур Алсынов, Айнур Ишмөхәмәтов, Нияз Дәүләтбирҙингә Сибай дәүләт театр-концерт берекмәһенең бейеү ансамбленә ҡыйыу рәүештә эшкә барырға ярҙам иткәндер.
Ошондай күркәм юбилей концертын ансамблдең элекке талантлы бейеүсеһе Рушан Атанбаевтың күрә алмауы үкенесле хәл – рухлы, талантлы йәш бейеүсенең ғүмере бик иртә өҙөлдө...
Эльвира – Баймаҡ районының ғына түгел, республиканың данлыҡлы сәхнә оҫталары, халыҡ бейеүселәре Рәйсә менән Вәкил Аҡназаровтарҙың кесе ҡыҙы. Хәйер, уларҙың өс балаһына ла — Фәнилгә, Гөлназға, Эльвираға — нәҫелдән бейеү һәләте күскән, уларҙың һәр береһе – сәнғәт донъяһында ҡабынған йондоҙ, һөнәр оҫталары, яҡшы ойоштороусылар, булдыҡлы етәкселәр, изге күңелле, рухлы шәхестәр.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Вәкил ҡыҙы Сибай филармо­нияһында бейеү ансамблен булдырыу өсөн ҙур тырышлыҡ һалған. Ғөмүмән, ҡаланың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашыусы, оҙаҡ йылдар дауамында күп яҡшы эштәрҙең башланғысында торған ижади күңелле, рухлы кеше ул.
Фәнил Вәкил улы иһә оҙаҡ йылдар эшҡыуарлыҡ юлында булһа ла, сәнғәттән айырылмай, бейеү, театр сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөшөн индерә. Былтыр Ф. Бүләковтың “Әүхәҙигә дүрт әбей” комедияһын сәхнәләштерҙе, әҫәр бер нисә театрҙа ҡуйылды.
Өс бер туғандың бер-береһенә терәк-таяныс булып, бәрәкәттә ғүмер итеүе күптәргә өлгө. Эльвира Вәкил ҡыҙы тормош юлдашы Фәйзулла Хөрмәт улы менән ҡулға-ҡул тотоношоп, матур эштәр башҡара. “Ынйыҡай”ҙың уңыштары — икеһенең фиҙакәр, ныҡышмал хеҙмәте. Ижади ғаиләлә Айсыуаҡ һәм Әмилә исемле талантлы балалар үҫә. Уларҙың икеһе лә быуындар сылбырын дауам итә, “Осҡон” ансамбленә йөрөп, танылыу яулаған. Бейеү сәнғәтенең нескәлеген кескәй генә саҡтарынан аңлаған Әмилә менән Айсыуаҡ та киләсәктә оло сәнғәт юлынан китмәҫ, тимә...

Сибай ҡалаһы.

Фәнис ҮТӘБАЕВ, Бөрйән район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәре, бейеү ансамблдәре етәксеһе:
– “Ынйыҡай”ҙағы биш йылым – иң матур мәлем. Ансамбль ағзалары менән гел аралашып торабыҙ, дуҫлыҡ – мәңгелек. Коллектив эсендә үҙенә күрә бер айырым тормош бар һымаҡ, әйтерһең, үҙе бер ғаилә. Етәксебеҙ Эльвира Вәкил ҡыҙы шул тиклем тырыш, талапсан – был уның ҡаҙанышы. Әсәй кеүек ул беҙгә. Бына әле лә оло ихтирам менән ҙур бер ғаиләнең балалары кеүек килдек бөгөнгө юбилейға.

Артур АЛСЫНОВ, Хәйбулла район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәре:
– Был ансамблдә биш йыл бейенем. Студент саҡта иптәш егеттәр менән “Сармат” бейеү ансамбленә йөрөгәйнек. Етәксебеҙ Фәйзулла Хөрмәт улы бер мәл “Ынйыҡай”ға ла йүнәлтеп ебәрҙе, был беҙҙең өсөн өҫтәмә шөғөл булды. Ни өсөн тигәндә, уҡырға ла, башҡа эштәргә лә өлгөрөргә кәрәк. “Ынйыҡай” — беҙҙең өсөн туған ансамбль.
Фәйзулла Хөрмәт улы менән Эльвира Вәкил ҡыҙы — үҙ эшенең оҫталары, йәштәрҙең таянысы, кәңәшселәре. Уларҙан алған һабаҡтарҙы, тәжрибәмде ҡулланып, хәҙер инде үҙемдең ансамблемде үҫтерәм, йәштәр менән эшләйем. Остаздарыма ғаилә именлеге, артабан да ижадтарының ныҡлы, сағыу булыуын теләйем.

Зөлхизә ҒӘЛИКӘЕВА, Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы:
— “Ынйыҡай” – ул минең йәшлегем, иң матур мәлем. Бейеү үҙеңде тормошта ышаныслы тоторға, тәртипкә өйрәтә. Эльвира Вәкил ҡыҙының тырышлығы менән “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында уңышлы сығыш яһаным. Әле юбилей концертына ашҡынып ҡайттым. Бергә бейегән дуҫтарым менән осраштыҡ. Тағы бер тапҡыр сәхнәләш дуҫым Байрас Ғәниев менән “Ҡоҙаса” бейеүен башҡарып, ләззәт алдым.

Гөлиә СОЛТАНОВА, Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының ХI класс уҡыусыһы:
– Ансамблдә бер йыл ғына бейенем, әммә ул шул тиклем ваҡиғаларға бай булды. Ҡыҫҡа осор эсендә төрлө бейеүҙәрҙе сәхнәгә сығарҙыҡ, ҡайһы берҙәрендә солист та булдым. Шулай ҙа күңелемдә иң ныҡ уйылып ҡалғаны – “Тол ҡатындар” исемле театр тамашаһы. Мин унда төп ролде башҡарҙым. Һуғышта һөйгәнен юғалтҡан ҡатындың эске кисерештәрен, ҡайғыһын бейеү аша күрһәтергә кәрәк ине миңә. Профессионал етәкселәремдең оҫталығы менән был эште еренә еткереп, тамаша залындағыларҙың күңеленә үтә алдым.
Ансамблдең һәр бейеүе – бай йөкмәткеле, оло мәғәнә һалынған тамаша. Эльвира Вәкил ҡыҙы менән Фәйзулла Хөрмәт улы һәр халыҡ бейеүенең характерын, үҙенсәлеген асыуға өлгәшә. “Ынйыҡай”ҙағы бәхетле осорома, етәкселәремә бейеү сәнғәтенә һөйөү уятҡандарына һәм бар изгелектәре өсөн ҙур рәхмәт.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә

  1. Ильбакова Мамдуда
    Ильбакова Мамдуда от 02.06.2018, 08:17
    Кайhылай матур статья саф кунелдэн язылган! Афарин!






Каруанһарайҙың яҡлаусылары

Каруанһарайҙың яҡлаусылары 14.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Улар изге ҡомартҡыны башҡортҡа ҡайтарҙы....

Тотош уҡырға 68

“Тормошта әүҙемлек кәрәк”

“Тормошта әүҙемлек кәрәк” 05.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Сығымдар үҙен аҡлай. Рәсәй һәм Азия илдәре араһында мөнәсәбәттәр яҡшырған һуңғы осорҙа экзотик...

Тотош уҡырға 149

“Юлымды табыуыма шатмын”

“Юлымды табыуыма шатмын” 05.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Тыуған илен донъяға күрһәтмәксе. Айнур Асҡаров – йәш режиссер, “Өфөнән һөйөү менән”, “Еңмеш”,...

Тотош уҡырға 88

“Яҡташтарым менән тик үҙебеҙҙең телдә һөйләшәм”

“Яҡташтарым менән тик үҙебеҙҙең телдә һөйләшәм” 05.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Геройҙары ижадҡа этәргес бирә. – Әгәр үҙебеҙҙең телдә үҙебеҙ һөйләшмәһәк, кемгә кәрәк ул? – тип...

Тотош уҡырға 106

Башҡорттар хаҡында – “Bashkort 2.0”

Башҡорттар хаҡында – “Bashkort 2.0” 05.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Күптән түгел башҡорт йәмәғәтселеге ҡыуаныслы хәл кисерҙе: өр-яңы форматтағы “BASHKORT 2.0”...

Тотош уҡырға 90

Башҡорттар – тау эшенә нигеҙ һалыусылар

Башҡорттар – тау эшенә нигеҙ һалыусылар 20.11.2018 // Башҡорт донъяһы

Свердловск өлкәһе башҡорттары аҫаба халыҡ булыуын иҫбатлап, төрлө саралар ойоштора. Свердловск...

Тотош уҡырға 107

“Башҡорт халҡы – ул бит  бал ҡорто һымаҡ”

“Башҡорт халҡы – ул бит бал ҡорто һымаҡ” 16.11.2018 // Башҡорт донъяһы

Уртаҡ ғәмәлдәрҙе тормошҡа ашырабыҙ. Тап ошо һүҙҙәр менән башланы сығышын Түбәнге Кама ҡалаһының...

Тотош уҡырға 277

Мәркәздә лә башҡорт булып ҡалыу еңелме?!.

Мәркәздә лә башҡорт булып ҡалыу еңелме?!. 30.10.2018 // Башҡорт донъяһы

Мәскәүҙәге милләттәштәребеҙҙең зиһен байлығы – Башҡортостанға бүләк. Мәскәү ҡалаларын матур тиҙәр,...

Тотош уҡырға 1289

Башҡорт балы – халҡыбыҙ һағы

Башҡорт балы – халҡыбыҙ һағы 19.10.2018 // Башҡорт донъяһы

Милли байлығыбыҙҙы үҙ мәнфәғәтебеҙҙә файҙалана беләбеҙме? Белеүебеҙсә, 2021 йылда беҙҙә ХLVII...

Тотош уҡырға 142

Кәмәлек буйҙарында ҡунаҡта

Кәмәлек буйҙарында ҡунаҡта 31.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Һарытау башҡорттары хаҡында һөйләгән һайын һөйләге килә... “Функционально-структуральный метод П.Г....

Тотош уҡырға 288

Бөрйән балы – башҡорт даны!

Бөрйән балы – башҡорт даны! 24.08.2018 // Йәмғиәт / Башҡорт донъяһы

Бар донъяға танылыу яулаған Бөрйән балын кем генә белмәй икән? Һуңғы йылдарҙа ул райондың ғына...

Тотош уҡырға 265

“Салауат рухы беҙҙе ҡурсаланы”

“Салауат рухы беҙҙе ҡурсаланы” 24.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Батырыбыҙҙың һуңғы төйәге – Эстониялағы Палдиски ҡалаһына милләттәштәребеҙҙең юлы өҙөлмәй. Йәй...

Тотош уҡырға 275