Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ҡуңыр буға” милләтте берләштерә
“Ҡуңыр буға” милләтте берләштерә“Ҡуңыр буға” төбәк йәмәғәт ойошмаһы ошо көндәрҙә үҙенең тәүге юбилейын билдәләй. Шул уңайҙан уға нигеҙ һалған күренекле яҙыусы, шағир, сәсәндәр традицияһын дауам иткән әҙип Мәүлит ЯМАЛЕТДИНОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Һүҙебеҙ күберәк әҙәби берекмә хаҡында булыр, шуға күрә әҙиптең ижади мөхит, уның ағзалары тураһында әсенеп әйткән бер һөйләмен дә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаҫҡа тырыштым. Әҙәбиәтселәрҙе генә түгел, милләттәштәребеҙҙе лә берҙәмлеккә саҡыра Мәүлит ағай.

– Урал аръяғы ижади көстәренең “Ҡуңыр буға” төбәк йәмәғәт ойошма­һын булдырыу уйы кемдә тыуҙы?
– Һәр бер күренештең нигеҙендә ниндәйҙер етди сәбәп ятыусан. 2010 – 2012 йылдарҙа Учалы яҙыусылар ойошмаһы яғынан Әбйәлил, Белорет райондарында йәшәгән ижади интеллиген­цияға иғтибарһыҙлыҡ уғата көсәйгәс, миңә унан да, бынан да “Ни эшләйбеҙ?” тигән һорауҙар, мөрәжәғәттәр йышайҙы. Хатта эш шуға барып етте: Силәбеләге “Аҡ­мулла” әҙәби берләшмәһенең Магнитогорск ҡалаһындағы филиалын асыу тантанаһында ҡатнашҡанда Айһылыу Йәғәфәрованың: “Әллә беҙ ҙә ошо “Урал ынйылары” составына инәбеҙ ҙә ҡуя­быҙмы?” – тип әсенгәне хәтерҙә.
Ҡәләм тирбәтеүселәр өсөн арала­шыуҙың, ижади лабораторияның ни икәнен яҡшы аңлағанға күрә, бер нисә абруйлы кеше менән кәңәшләшеп, яҙыусылар менән һәүәҫкәр композиторҙарҙы берләш­терер ижади ойошма булдырырға ҡарар иттек. Ойоштороу йыйылышы 2013 йылдың 30 майында Белорет ҡалаһында уҙҙы. Унда яңы ойошманың устав проекты раҫланды, идара органдары һайланды, киләсәккә пландар билдәләнде.
Был хаҡта тәфсирләп һөйләүемдең сәбәбе – “Ҡуңыр буға” төбәк йәмәғәт ойош­маһына ҡарата әлегәсә йәшәп килгән ҡырын ҡараш һәм тауҙай башҡарған эштәребеҙҙе күрмәҫкә тырышыу. Минең был борсолоуҙарыма күренекле яҙыусы Иҙрис Ноғмановтың фекерҙәре лә ауаздаш: “...Ойошма кемдеңдер шәхси мән­фәғәтен ҡайғыртыу файҙаһына барлыҡҡа килмәне... Минеңсә, уға ҡаршы сығыу­сылар уның маҡсаттарын, сәбәбен дә аңлап еткермәйҙер... Ойошманы һанға һуҡмай маташҡан яҡташтарыма: “Ул кемдеңдер араһын болғап, ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ тығыуҙы, “бүл дә етәкселек ит” тигән маҡсатты алдына ҡуймай. “Ҡуңыр буға” әҙәбиәт өсөн йәшәй һәм ижад итә. Уның киләсәге бар...” (“Башҡортостан”, 2017 йыл, 18 август).

– Ойошманың атамаһы ниңә тап “Ҡуңыр буға”?
– Был исемде ойоштороу йыйылышында тәҡдим иткәйнем. Уны тулыһынса килтерәйем: “Беренсенән, был исемдәге эпос беҙҙең ошо Урал буйы башҡорттары йәшәгән ерҙәрҙә ижад ителгән, ваҡиғалар ҙа Оло Урал арҡаһы буйлап һуҙылған Ҡуңыр буға юлы тирәләй әйләнә. Быны әҫәрҙәге топонимика ла раҫлап тора. Унда Учалы районына ҡараған Ҡурташ (Ҡор­таш), Белорет районы биләмәһендәге Ямантау, Ирәмәл, Рәз, Ҡағыташ, Әбйәлил районының ғорурлығы булған Ҡырҡты тауҙары иҫкә алына.
Икенсенән, был мәшһүр эпостың иң сағыу һәм шиғри варианты Әбйәлил сәсәне Мөғәллим Мирхәйҙәровтан яҙып алынған. Ә уның йыр формаһындағы варианты Белорет районының Исмаҡай ауылында йыраусы Ноғман Тайбановтан Ғ. Сәләм тара­фынан яҙып алынған. Ҡайһылай ғына булһа ла, был әҫәр, Ҡуңыр буға юлы кеүек, беҙҙең боронғо ата-баба­ла­рыбыҙҙы берләштергән символ кимәлендә булған. Ошо исемдәге ижади берләш­мәнең беҙҙе бер тупҡа берләштереүсе, артабанғы ижадҡа рухландырыусы ойошма булырына иманым камил.

– Ойошманың аныҡ эштәрен атап киткәндә?
– Был һорауға яуап бирерҙән алда, “Башҡортостан. Ҡыҫҡаса энциклопедия” китабынан бер мәғлүмәт килтерге килә. Унда аҡҡа ҡара менән “Яҙыусылар сою­зының төп эш формаһы – яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен тикшереү” тип яҙылған (172-се бит). Был билдәләмә Яҙыусылар сою­зының терәк пункттарының эшенә лә ҡағыла. Ә “Ҡуңыр буға” төбәк йәмәғәт ойошмаһы нәҡ ана шундай терәк пункттарҙың береһе булараҡ барлыҡҡа килде лә инде, сөнки беҙ ниндәйҙер икенсе ил йәки республика мәнфәғәтендә түгел, ә башҡорт әҙәбиәте өсөн кадрҙар әҙерләү менән мәшғүлбеҙ.
Ә аныҡ һорауға килгәндә, башҡарылған эштәребеҙҙе бәйнә-бәйнә һанап сығыр өсөн “Башҡортостан” гәзитенең “Йома һайын ошо урында” рубрикаһында ярты йыл буйы мәғлүмәт баҫтырырға тура килер ине. Шуға күрә башҡарылған эштәрҙе, уҙғарылған сараларҙы барлағанда, ҡыҫҡаса дөйөм һандар менән генә сикләнергә тура килер.
Төп эштән башлайыҡ. Мәҫәлән, 2013 йылда уҡ (биш ай эсендә) беҙҙең ойош­маға 21 авторҙан ҡулъяҙма килеп ингән. Улар араһында ете поэма, 270 шиғыр, 79 йыр (ноталары менән), ике ғилми эш бар. 2014 йылда – 34, 2015 йылда – 56, 2016 йылда иһә 76 ҡулъяҙма тапшырылған. Был йылдарҙағы сәсмә әҫәрҙәр йөҙәрләп, шиғри ҡулъяҙмалар меңәрләп иҫәпләнә. Ә бит һәр шиғырҙы, һәр сәсмә әҫәрҙе иғтибарлап уҡып сығырға, бойҙайҙы кәбәктән айырырға кәрәк: бәғзеләрен тикшереүгә ҡуйырға, ҡайһыларын матбуғатҡа, китапҡа тәҡдим итергә һ. б.
Эш бының менән генә бөтмәй – һәр бер авторға тигәндәй телдән йә иһә яҙма рецензия бирергә кәрәк. Ошолай баш баҫып эшләгәнгә күрә, бәлки, кемдәргәлер эшмәкәрлегебеҙ бик күренеп тә, ишетелеп тә бармайҙыр. Ғәмәлдә беҙ әҙәби процестың шоуға, күрәләтә тышҡы эффектҡа ҡоролған юлын түгел, ә асыл-мәғәнәһенә тоғро юлын һайланыҡ. Буш арба ғына ныҡ шалтырай бит ул.

– Бик ҡаты әйтәһегеҙ. Ярай, һәр кем үҙенсә башҡарһын эшен. Иң мөһиме – “Ҡуңыр буға”ның аныҡ эштәре күп!
– Эйе, беҙ тик ижад тип янабыҙ. Мәҫәлән, һәр ҡулъяҙма тикшереүҙең бик юғары кимәлдә уҙыуын айырым билдә­ләргә кәрәк. Ундай сараларҙа ысын мәғәнәһендә ижади мөхит, дуҫтарса мөнәсәбәт булдырылды. Йәш һәм башлап ҡәләм тирбәтеүселәргә Зөһрә Кашапо­ваның ғилми тикшеренеүҙәргә торошло баһаламалары, Фәнүзә Биктимерованың аныҡ кәңәштәре, Иҙрис Ноғмановтың проза өлкәһендәге олпат фекерҙәре, Мәрйәм Сәлмәнованың юғары кимәлдәге ентекле анализдары, моғайын, артабанғы ижад юлдарында фәһемле ҡулланма булып хеҙмәт иткәндер. Ә һуң Радик Өмөтҡу­жиндың үҙе бер мәктәпкә тиң булырлыҡ ғәмәли кәңәштәре? Мәүлит Кәримовтың, Әнисә Аҫылғужинаның хәстәрлекле ҡараштары? Был исемлекте әллә күпме дауам итергә мөмкин. Ғөмүмән, күсмә семинарҙар, йылына бер нисә тапҡыр уҙғарылған идара ултырыштары, “Йәйғор”, “Белорет шишмәләре”, “Урал йәшмәләре” әҙәби берләшмәләренең дөйөм йыйылыштары менән бергә иҫәпләгәндә, ижад лабораторияһына ҡағылышлы саралар һаны биш йыл эсендә утыҙҙан ашып китә.
Быларҙан тыш, райондарҙа мәҙәни саралар ҙа планлы рәүештә алып барылды. Мәҫәлән, уҙған быуаттың мәшһүр йырау­сыһы Бибикамал Мәһәҙиеваның тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған төбәк йырсылар (Әбйәлил), Абдулла Хәлфет­динов призына ике тапҡыр (2014, 2015 йылдар) һәүәҫкәр композиторҙарҙың “Алтын ҡәмәр” исемле төбәк (Белорет), Ислам Моратов һәм Лоҡман Кәлимуллин приздарына ҡурай­сылар араһында район-ҡала (Учалы), Мөхәррәм Сәлимов призына уҡыусы балалар араһында төбәк-ара йыр башҡа­рыусылар конкурстары, Яныбай Хамма­товтың, Талха Ғиниәтул­линдың, Муса Мортазиндың, Ишмөхәмәт Ғәләүет­диновтың юбилейҙары уңайынан уҡыу­сылар араһында фәнни-ғәмәли конференциялар, “Төҫтәр балҡышы” төбәк конкурсы (Учалы), балалар араһында Мәсғүт Билалов призына Ҡөрьән сүрә­ләрен ғәрәп, башҡорт, урыҫ телдәрендә яттан һөйләү буйынса төбәк-ара конкурс (Учалы), әҙәбиәт һөйөүселәр менән күп һанлы осрашыуҙар һ. б. Уларға өс районда уҙғарылған ижад кисәләрен, китаптарҙың исем туйҙарын, хәтер һәм ҡәҙер кисәләрен, Флүзә Әхмәҙиева исемендәге әҙәби премия булдырыуға өлгәшеүҙе (уның тәүге лауреаттары – Урания Вахитова менән Мөнир Иҡсанов) өҫтәһәң, байтаҡ булып китә. Ошо уңайҙан Әхмәр Үтәбайҙың фекерҙәрен килтереп үтке килә: “Быйыл әҙәбиәт йылында республика райондары, ҡалалары буйлап күп йөрөргә тура килде. Республиканың әҙәби түңәрәктәре, берекмәләре араһында иң әүҙем эшләгәне “Ҡуңыр буға” ойош­маһы. Ул хатта әҙәби ойошма сиктәренә генә һыймай, төбәктең мәҙәниәт, мәғариф донъяһында ла йәнле үҙәккә әүерелә бара. Армыт-армыт Урал тауҙары аша, быуаттарҙан быуаттарға һуҙылған Ҡуңыр буға юлы халҡыбыҙ өсөн тоғро хеҙмәт итә”.
Ойошманың иң ҙур ҡаҙанышы, моғайын, уҡыусы балалар менән системалы эш алып барыуҙыр. Мәғариф бүлектәре менән берлектә уҙғарылған “Минең беренсе китабым” ижади конкурсы хәҙер инде матур традицияға әүерелде. Уның һөҙөмтәләре буйынса өс йыл рәттән сығарылған кескәй китапсыҡтар Белорет, Учалы, Әбйәлил районы уҡыусыларының шиғырҙарынан һәм хикәйәләренән төҙөлөп, уларҙың үҙҙәренә һәм мәктәп китапханаларына бүләк итеп бирелде (йәмғеһе йөҙгә яҡын йәш автор). 2017 йылда “Умырзая” балалар ижады антологияһын нәшер итеүгә өлгәштек (“Өлкәр” һәләтле балаларҙы күтәрмәләү хәйриә фонды менән берлектә), унда әлеге авторҙарҙың иң яҡшы әҫәрҙәре урын алды (барлығы 71 кеше).
Был конкурстың логик дауамы булараҡ, 2017 һәм 2018 йылдарҙа “Илһам” балалар ижады төбәк конкурс-фестивале уҙға­рылды. Унда хәҙер дүрт район – Белорет, Әбйәлил, Учалы һәм Бөрйән мәктәптә­ренән уҡыусы балалар ҡатнаша. Был сара һөҙөмтәләре буйынса йыл һайын “Өлкәр” исемле альманах нәшер итергә ниәтләй­беҙ. Ә, дөйөм алғанда, ойошма һәм уның авторҙары тарафынан биш йыл эсендә 48 китап донъяға сығарылған. Шуны айырыуса һыҙыҡ өҫтөнә алам: ул китаптарҙың барыһы ла тейешле мөхәррирлек эшкәртеүе үтеп, дәүләт нәшриәттәрендә сығарылды. Бының менән мин, уларҙы дуҫтарға, таныштарға бүләк итергә лә оят түгел, тимәксемен.

– “Ҡуңыр буға” төбәк йәмәғәт ойошмаһынан кемдәр үҫеп сыҡты?
– Учалынан бер туған Урания менән Светлана Вахитовалар, Мөнир Иҡсанов, Әбйәлилдән Зөлфирә Ҡарағужина, Хәким Алсынбаев (хәҙер Күгәрсен районында), Илсиә Ҡасимова, Илдар Исламов (мәрхүм), Әлфиә Әбдрафиҡова, Гөлфирә Вәлиева, Нәркәс Ҡәйепҡолова, Зөһрә Бәшәрова, Лилиә Солтанова, Динара Ғәлләмова, Белореттан Мәүлит Кәримов, Наилә Кималова, Нәркәс Йомағужина, Айгөл Рәжәпова (Муллағәлләмова). Офоҡ­та Марс Сәйетғәлин, Әнисә Мәхийәнова, Мөхәмәтйәр Мәғәсүмов (Әбйәлил), Айгөл Сөләймәнова, Ҡәҙриә Ҡасимова (Бөрйән), Алина Ғәлина, Аделина Хамматова (Учалы) пәйҙә булды. Әлегә уларҙың ижади тәжрибәләре бөрөлә генә, әммә һәр беребеҙҙең юлы ла тап шундай бөрөләрҙән башланды түгелме? Тимәк, ижади күсәгилешлек дауам итә. Ошо иң оло хеҙмәт һәм мөҡәддәс бурыс түгелме ни? Бер ыңғайҙан шуны әйтеп үтәйек: беҙ берәүҙе лә “Ҡуңыр буға” төбәк йәмәғәт ойошмаһына бәйләп ҡуймайбыҙ, һәм был мөмкин дә түгел. Йәштәр үҫә, мәктәп тамамлай, белем алыр өсөн Өфөгә юллана. Һәм, әлбиттә, әлеге шул башҡорт әҙәбиәтенең буҫағаһына аяҡ баҫа, әҙиптәребеҙ сафын тулыландыра.

– Ниндәй маҡсаттар менән яна бөгөн ойошма?
– Күреүегеҙсә, “Ҡуңыр буға” төбәк йәмәғәт ойошмаһының төп эш принцибы – профессионаллек. Һәр хәлдә, шуға ынтылыу. Быны аңлатыу өсөн музыка сәнғә­тендәге үҫеш юлын күҙ алдына килтерәйек. Донъя мәҙәниәте юғарылығындағы композитор йәки виртуоз музыкант булыр өсөн иң тәүҙә бала музыка мәктәбендә бе­лем алып, уның нигеҙҙәрен ныҡлап өйрәнергә тейеш. Артабан – урта махсус музыка училищеһы һәм сәнғәт академия­һы йә иһә консерватория баҫҡысы. Шу­ларҙы үтмәй тороп, бер кем дә бөйөк композитор һәм мәшһүр музыкант була алмай – ул, ниндәй генә талант эйәһе булмаһын, һәүәҫкәрлек кимәлендә тороп ҡала. Са­ғыштырып әйткәндә, беҙ уҡыусы балаларға музыка мәктәбе кимәлендәге, ә урта быуын ҡәләм тирбәтеүселәргә музыка училищеһы юғарылығындағы оҫта­лыҡ дәрестәре бирергә тырышабыҙ. Һәр хәлдә, семи­нар­ҙарыбыҙҙы, ултырыштарҙы ошоларҙы күҙ уңында тотоп алып барабыҙ. Маҡса­тыбыҙ – әлеге профессионаллек юҫығында эшмәкәрлектең өр-яңы юлдарын эҙләү һәм уларҙы артабан камиллаштырыу. Киләсәктә һәүәҫкәр компо­зитор­ҙар һәм йәш музыканттар менән эште йәнлән­дерергә ниәтләйбеҙ. Бының өсөн дәртебеҙ ҙә, дарманыбыҙ ҙа етерлек.

– Төбәктәге ижадсыларға нимә етмәй?
– “Ҡуңыр буға” төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзаларын Яҙыусылар союзына алыу эше әүҙемләшеүен теләйем. Ойошмабыҙҙың төп көсөн тәшкил иткән Мәүлит Кәримов, Зөһрә Кашапова, Әнисә Аҫылғужина, Урания Вахитова, мәҫәлән, күптән лайыҡ түгелме ни? Улар артынан килгән Айһылыу Хәсәнова, Мәҙинә Йәғәфәрова, Радик Өмөтҡужин, Хәҙис Ниғмәтуллин, Мәрйәм Сәлмәноваларҙы ла Союзға ағзалыҡҡа тәҡдим итә алам. Әҙәбиәтебеҙҙең кимәлен тейешле юғарылыҡта тотоу, уны артабан үҫтереү өсөн берләшкән ижадсыларға аяҡ салырға түгел, ә һәр яҡлап ярҙам итергә, күтәрмәләргә тейешбеҙ.

– Шул уҡ ваҡытта үҙәктән ситтә тороп ижад итеү уларға ниндәй өҫтөн­лөк бирә?
– Берҙән-бер өҫтөнлөк – халыҡҡа яҡынлыҡ. Тимәк, ябай кешеләр менән көн дә осрашыу, уларҙың шатлыҡ-көйөнөсөн, аһ-зарын тойоп йәшәү һәм шулар тәьҫирендә ижад итеү. Бәхеткә күрә, был – һис кем аяҡ та сала алмай, тартып та ала алмай торған өҫтөнлөк.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 203

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 86

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 80

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 600

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 686

“Беҙ булмаһаҡ, кем?”

“Беҙ булмаһаҡ, кем?” 22.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Силәбе башҡорттарының эшмәкәрлегенә һоҡланып бөтөрлөк түгел....

Тотош уҡырға 442

Мәскәү башҡорттары.  Улар ниндәй?
Мәскәү башҡорттары.  Улар ниндәй?

Мәскәү башҡорттары. Улар ниндәй? 11.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Мәскәүҙән ҡайтҡас, “Ашҡаҙар”ға һөйләшеүгә саҡырған яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатова миңә ошо һорауҙы бирҙе....

Тотош уҡырға 208

Свердловск башҡорттары йылды барлай

Свердловск башҡорттары йылды барлай 31.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Йылдың һуңғы көндәрендә Екатеринбургта йәшәгән милләттәштәребеҙ Свердловск өлкәһе милләт-ара...

Тотош уҡырға 166

Бөтә донъя башҡорттары йыйыласаҡ

Бөтә донъя башҡорттары йыйыласаҡ 22.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин Башҡортостандың 100...

Тотош уҡырға 224