Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Табындарҙың табынырлыҡ эштәре бар
Табындарҙың табынырлыҡ эштәре барБашҡорт халҡы борон-борондан ырыуы менән берләшеп, йыйын йыйыр булған. Унда килгән һәр кем төплө фекер йөрөткән, борсоған һорауын ирекле белдереп, кәңәшләшеп ҡайтҡан. Олуғ шәхесебеҙ Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев: “Аҫаба башҡортҡа өс нәмәне белеү мотлаҡ: беренсенән, үҙеңдең сығышыңды йәки ырыуыңды; икенсенән, йондоҙҙарҙы исемләп аңлатыу; өсөнсөнән, өләңдәрҙе һәм риүәйәттәрҙе белеү”, – тигән. Мәшһүр мәғрифәтсенең аманатына тоғро ҡалып, ошо көндәрҙә Ҡырмыҫҡалы районының йәмле Ташлыкүл буйында II “Табын-фест” йыйыны үтте.

Бер табынға йыйылдыҡ,
Салауат оранына табындыҡ.
Табындарҙың иркен иле
Ҡитғаларға һуҙылған,
Тарих биттәрендә ҡалған,
Данлы юлдар уҙылған.
Халыҡ хаҡлы, һоҡланырлыҡ
Уҙған оло юлдары
Табынырлыҡ эш күрһәтер
Һәр саҡ Табын улдары.
Һәр саҡ Табын улдары, –
тигән шиғыр юлдары менән башланып китте сара.
Фестивалдә Өфөнән һәм туғыҙ райондан, Рәсәйҙең Силәбе, Ҡурған, Ырымбур, Һамар өлкәләренән делегаттар ҡатнашты. Мәртәбәле йыйынды ойоштороуға “Табын ырыу­ҙары берләшмәһе” төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҙур көс һалған.
Табын ырыуының II йәштәр фес­тивале Башҡортостанға 100 йыл тулыуға һәм Ғаилә йылына арналды. Сараны Табын ырыуҙары бер­ләшмәһе рәйесе, Башҡортостан Милли архивы директоры урынба­ҫары Ниязбай Сәлимов асып, ҡу­наҡтарҙы байрам менән тәбрикләне:
– Былтыр Архангел районының йәмле Инйәр буйында Табын ырыуының беренсе йәштәр фестивале булды. Район хакимиәте һәм урындағы башҡорт ҡоролтайы ярҙамында ойошторолған байрам юғары кимәлдә үтте. Архангелдә Табын йәштәре ойошторған “Табын- фест”тың күсмә вымпелы Ҡырмыҫ­ҡалы районы делегацияһы башлы­ғы, урындағы ырыуҙаштар ойошма­һы рәйесе Фәрғәт Ҡотлобаевҡа тапшырылды. Йәштәр байрамын уҙғарыуға күп көс һалған район хакимиәтенә ҙур рәхмәт белдерәм.
Әйткәндәй, сираттағы йәштәр ҡорон һөйөнөслө яңылыҡтар менән ҡаршыланыҡ. Юстиция министрлы­ғында Табын ырыуҙары берләш­мәһе төбәк-йәмәғәт ойошмаһы рәсми теркәлеү үткән. Хәҙер Табын ырыуының үҙ эмблемаһы, гимны бар. Байрамда беренсе тапҡыр Табын ырыуының әләме күтәрелде. Ул киләсәктә ата-бабаларыбыҙҙың рухын хәтерләтеп, барыбыҙҙы ла аҫаба еребеҙҙә ысын хужа булып йәшәргә әйҙәп торор.
Ҡор башы Фәрғәт Ҡотлобаев үҙенең сығышында: “Табын-фест” йәштәрҙе берләштереү, уларҙа ил­һөйәрлек рухы, туған телгә, тари­хыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә, йола­ларыбыҙға ихтирам хисе тәрбиәләү, үҙ-ара татыулыҡты һаҡлау өсөн бик мөһим, әһәмиәтле сара”, – тине һәм ҡыҫҡаса район тормошо менән таныштырҙы.
Башҡортостанда быйыл – Ғаилә йылы. Ғаилә – ырыуыңды дауам итеү генә түгел, үҙ йолаларың миҫалында киләсәк быуынды тәр­биәләү ҙә. Байрамда Табын ыры­уының иң яҡшы ғаиләләре бил­дәләнде Ҡырмыҫҡалы районының Ибраһим ауылынан Әлфиә һәм Заһит Дәүләтбаевтар өлгөлө ғаилә тип билдәләнде. Күп балалы йәш ғаилә тип Алайғыр ауылынан Айһылыу менән Данис Шайморатовтар табылды. Ә Иҫке Бәпес ауылынан Альбина Алимбә­кова менән Фидан Хоҙайғо­ловтарҙың йорто иң яҡшыһы тип танылды.
Ошо көндәрҙә бер-береһен оҡша­тып табышҡан, яратып ҡауышҡан, мөхәббәтле пар – Табын ырыуы идараһы ағзаһы, йәштәр эштәре буйынса яуаплы белгесе, Ҡырмыҫҡа­лы районының Бишауыл-Уңғар һылыуы Юлиә Вәлиева менән Белорет районының Мәхмүт ауылынан Хәйҙәр Мостафинды ла ҡотлап үттеләр. Әйткәндәй, улар икеһе лә Табын ырыуынан.
Халҡыбыҙҙың бай тарихы йола­лары­быҙ­ҙа, милли уйын-ярыштарҙа, ырыу шәжәрәлә­рендә, ғаилә ҡомарт­ҡыларында, оҫталары­быҙ кәсепсе­легендә асыҡ сағыла. Ҡоролған тирмә эстәрендә ата-бабала­ры­быҙҙың боронғо көнкүреше менән танышырға, ҡымыҙ, сәй менән һыуһынды ҡандырырға, шәжәрә менән танышырға була ине. Тирмә ҡороу буйынса Архангел районы вәкилдәре беренсе урынды, ҡыр­мыҫ­ҡалылар – икенсе, дәүләкәндәр өсөнсө урынды яуланы. Шәжәрә төҙөү буйынса Тәтешле районына етеүсе булманы. Ә инде Ауырғазы районы икенсе баҫҡысты биләне, Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар ауылынан Абдрафиҡовтар ғаиләһе өсөнсө урынға сыҡты.
Байрамда күргәҙмәләр менән танышып, табындарҙың матур, бай йөкмәткеле эштәренә тағы бер ҡат шаһит булдыҡ. Беренсе урын Ҡыр­мыҫҡалы районынан Әхәт Нуры­шевҡа, икенсе урын – Ауырғазы районынан Роза Аҙнабаеваға, шулай уҡ Ҡамышлы ауылы вәкил­дәренә, өсөнсө урын Ҡырмыҫҡалы районының Яңы Ҡыйышҡы ауылы вәкилдәренә бирелде. Ә байрамда иң тәмле милли ризыҡ оҫтаһы тип Ҡырмыҫҡалы районынан Фәниә Заманова танылды. Еңеүселәрҙе “Табын ырыуҙары берләшмәһе” рәйесе урынбаҫары Фәнил Ҡоҙаҡаев һәм “Табын ырыуҙары берләшмәһе” идараһы ағзаһы Әлфиә Әсәҙуллина ҡотланы.
“Табын-фест” фестивалендә “Ауыл­да йәш эшҡыуар”, “Балаларҙы тәрбиәләүҙә халыҡ педагогикаһы”, “Һау мөхит – һаулыҡ мөхите”, “Йәш лидер” һәм башҡа белем май­ҙан­сыҡ­тары эшләне. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша алды. Архангел райо­нының Ҡыҫынды ауылынан килгән Айһылыу Мөхәмәтова “Йәш лидер” проектын алып килгән. Ул төрлө йәштәр йыйындарында ҡатнаша һәм йәштәрҙе лә әйҙәй. Гөлнар Иҫән­гилдина иһә Иҫке Бәпес ауылында бөҙрәхана асырға теләүен белдерҙе.
Ата-бабаларыбыҙ эштә лә, яуҙа ла, ялда ла һыр бирмәгән. Табын ырыуы арҙаҡлы шәхестәре, мәргән уҡсылары, көслө батырҙары менән тирә-яҡта дан ҡаҙанған. Байрамда шулай уҡ спорт майҙансыҡтары әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып торҙо. Волейбол, гер күтәреү, шахмат, шашка буйынса ярыштар, уҡтан атыу, милли көрәш халыҡты тағы ла дәртләндереп ебәрҙе.
Сара матур конкурстарға бай булды. “Табын батыры”, “Табын һы­лыуҡайы” айырым урын алып торҙо. Егеттәр-ҡыҙҙар үҙҙәренең һөнәрҙәре менән ҡыуандырҙы. “Табын батыры” бәйгеһе башланыу менән халыҡ сәхнәгә яҡыныраҡ килде. Тантаналы көй оҙатыуында йәш егеттәр сәхнәгә күтәрелде. “Табын батырының визит карточкаһы” бәйгеһендә улар тап­ҡыр, үткер телдәренә һынау үтһә, “Көрәш” бәйгеһендә көсөн, таһыл­лығын күрһәтте, ҡул көрәшендә һынау тотто. Егеттәр шулай уҡ ижади конкурста үҙҙәрен һынап ҡараны. “Табын һылыуҡайы” конкурсы ла бик көсөргәнешле барҙы. Бәйгелә Табын ырыуының 18 – 30 йәшлек сибәркәйҙәре ҡатнашты.
Байрам ижади коллективтарҙың дәртле сығышы менән үрелеп бар­ҙы. Ҡурған, Силәбе, Һамар өлкәләре һәүәҫкәрҙәре сығыштарын айырыуса яратып, дәррәү алҡышҡа күмделәр.
Байрамды йомғаҡлап, Мөхәм­мәт­сәлим Өмөтбаев исемендәге район премияһы лауреаты, йәмәғәт эшмә­кәре, Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, Рәсәйҙең һәм Баш­ҡортостандың атҡаҙанған уҡытыу­сыһы Рим Исхаҡов йәш быуынға мөрәжәғәт менән сығыш яһаны:
– Табын ырыуы йәштәренең бө­гөнгө фестивале матур ваҡиға булып тарихҡа инеп ҡала. Был сараның үҙ-ара татыулыҡҡа, дуҫ­лыҡҡа, бер­ҙәмлеккә, рухи донъяны байытыуға йүнәлтелеүе баһалап бөткөһөҙ. Ырыуҙаш­тарыбыҙ бәйлә­нештәрҙе йылдан-йыл нығыта икән, киләсәккә лә өмөт, ышаныс бар. Йәштәребеҙ үткер, йүнсел, уңған икән, киләсә­гебеҙ ҙә ышаныслы ҡулдарҙа.
Киләһе байрамды үткәреү хоҡуғын раҫлаған күсмә вымпелды Тәтешле районы делегацияһы ҡабул итеп алды. Был йола киләсәктә лә башҡа ырыуҙар тарафынан хуплау табыр.

Ҡырмыҫҡалы районы.

Рәйлә ВАХИТОВА, Башҡортостан Республикаһы “Мин – илһөйәр” гражданлыҡ-патриотик тәрбиәләү төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе урынбаҫары, “Табын-фест” фестиваленең ойоштороу комитеты рәйесе:
– Ҡырмыҫҡалыла – данлыҡлы шәхестәребеҙ сыҡҡан ерҙә – “Табын-фест” фестивале – рух байрамы, тел, һәләтлелек, кәсепселек, милли йолалар йыйыны. “Тел ҡәҙерен белмәгән – илен юғалтҡан, ер ҡәҙерен белмәгән – башын юғалтҡан”, ти халыҡ мәҡәле. Беҙ шулай туған телен, илен һаҡлаған шәхестәр булып үҫәйек, балаларыбыҙға йолаларыбыҙҙы күрһәтеп, аңлатып ҡалайыҡ. Улар беҙҙең оло быуын апай-ағайҙарыбыҙҙың аҡыллы кәңәштәрен тыңлап, артабан да телебеҙҙе, рухыбыҙҙы, илебеҙҙе һаҡлар өсөн эшләһендәр, йәшәһендәр.

Тимерғәле КИЛМӨХӘМӘТОВ, филология фәндәре докторы, профессор, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев исемендәге район премияһы лауреаты:
– Был байрам ғәҙәти түгел. Ул барыһынан элек йәштәр өсөн, өлкәндәр менән аралашып, һабаҡ алыу сәғәттәре. Ысын кеше булыу өсөн беҙҙең өлгө алырлыҡ шәхестәребеҙ бик күп. М. Өмөтбаев, М. Ға­фури, Ғ. Хөсәйенов бар. Улар – үҙҙәре йәштәргә юл күрһәтеүсе маяҡ. Шул тиклем матур ерҙә йәшәйбеҙ. Ташлыкүл, аҙыраҡ барһаң, Ағиҙел йәйрәп ята. Тәбиғәттән дә күп нәмәгә өйрәнергә кәрәк. Ул беҙгә һәр ваҡыт һабаҡ бирә. Бөгөнгө йыйын – ысын мәғәнәһендә халыҡ байрамы. Өлкәндәр менән үҫеп килгән быуындың ошолай бергә аралашыуы – үҙе ҙур бәхет.

Салауат ХӘМИҘУЛЛИН, тарих фәндәре кандидаты, журналист, продюсер, телепроекттар авторы:
– Табын – иң ҙур ырыуҙарҙың береһе. Табындарҙы йыйып, беҙ бөтә башҡорт халҡын да берләштерәбеҙ. Мәҫәлән, төп тармағының береһе булған Силәбе өлкәһенең Арғаяш башҡорттарын да бында күрергә теләгәйнем. Алдағы йылдарҙа ырыуҙаштарҙың ҡатнашыу географияһын тағы ла киңәйтергә кәрәк.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Кәмәлек буйҙарында ҡунаҡта

Кәмәлек буйҙарында ҡунаҡта 31.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Һарытау башҡорттары хаҡында һөйләгән һайын һөйләге килә... “Функционально-структуральный метод П.Г....

Тотош уҡырға 145

Бөрйән балы – башҡорт даны!

Бөрйән балы – башҡорт даны! 24.08.2018 // Йәмғиәт / Башҡорт донъяһы

Бар донъяға танылыу яулаған Бөрйән балын кем генә белмәй икән? Һуңғы йылдарҙа ул райондың ғына...

Тотош уҡырға 126

“Салауат рухы беҙҙе ҡурсаланы”

“Салауат рухы беҙҙе ҡурсаланы” 24.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Батырыбыҙҙың һуңғы төйәге – Эстониялағы Палдиски ҡалаһына милләттәштәребеҙҙең юлы өҙөлмәй. Йәй...

Тотош уҡырға 149

ХӘТЕР ҘӘ, ХӨРМӘТ ТӘ, ӨМӨТ ТӘ

ХӘТЕР ҘӘ, ХӨРМӘТ ТӘ, ӨМӨТ ТӘ 16.08.2018 // Башҡорт донъяһы

...Кем машинала, кем йәйәүләп Бүжә тауы яғына ашыға. Ғүмәрҙәр өсөн бөгөн бында ҙур мәғәнәгә эйә...

Тотош уҡырға 509

100 йыллыҡҡа – 100 ҡурайсы

100 йыллыҡҡа – 100 ҡурайсы 10.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Күптән түгел йәмле Ирәндек буйында урынлашҡан “Йәйләү” лагерында Ҡурай байрамы булды. Уның нәҡ...

Тотош уҡырға 127

Ҡурай иленең өлгөһө

Ҡурай иленең өлгөһө 08.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Баймаҡ – таланттар төйәге, ҡурай иле, йырсылар, йыраусылар, сәсәндәр, шағирҙар, яҙыусылар үҫтергән...

Тотош уҡырға 158

Ҡомалаҡ икмәге тәмле!

Ҡомалаҡ икмәге тәмле! 03.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Икмәк – бөтәһенә лә баш, ти халыҡ әйтеме. Ысынлап та, ҡабарып бешкән хуш еҫле әпәкәй – һәр табындың...

Тотош уҡырға 127

Буҙаның үҙ яйы бар...

Буҙаның үҙ яйы бар... 03.08.2018 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” гәзитенең 75-се һанында (2018 йыл, 29 июнь) “Инйәр ағинәйҙәренән өйрәнегеҙ” тигән...

Тотош уҡырға 115

Йылы усаҡ янында

Йылы усаҡ янында 27.07.2018 // Башҡорт донъяһы

Был ғаилә барыһына ла кәңәш бирә, ярҙам итә Улар күрше Ҡоръятмаҫ ауы­лынан. Ишетеп-күреп белһәм дә,...

Тотош уҡырға 168

“Мин – аҫаба башҡорт”

“Мин – аҫаба башҡорт” 27.07.2018 // Башҡорт донъяһы

Һамар өлкәһе уҙаманы Сынтимер Ғарифов шулай ти Икһеҙ-сикһеҙ даланы иңләп һалмаҡ ҡына аҡҡан Ырғыҙ...

Тотош уҡырға 164

Кинолағы мажара

Кинолағы мажара 27.07.2018 // Башҡорт донъяһы

Бала саҡ, йәшлек йылдарында ауылда кино күрһәткән миҙгелдәрҙе кем генә хәтерләмәй икән?! Хәҙер...

Тотош уҡырға 137

Ашҡынып барҙым Егән буйына – нәҫелдәрҙең рухи туйына

Ашҡынып барҙым Егән буйына – нәҫелдәрҙең рухи туйына 27.07.2018 // Башҡорт донъяһы

...Кемдеңдер йөҙөн сырамытам һымаҡ та, тик та­ный алмайым. Туҡта-туҡта. Был бит бер нисә класҡа...

Тотош уҡырға 149