Ауыл халҡы милләттәштәребеҙҙе һәм Башҡортостанды белә

Йыраҡтағы Башҡорт“Эй, һеҙ, кешеләр! ...Бер-берегеҙҙе белһен өсөн һеҙҙе халыҡтар һәм ҡәүемдәр итеп яһаныҡ. Арағыҙҙан Аллаһ ҡаршыһында иң хөрмәтлеһе – иң тәҡүәлегеҙ...” – тиелә “Ҡөрьән Кәрим”дең “Бүлмәләр” сүрәһендә. Ошо аятҡа бәйле фекер йөрөткәндә, шуға инанабыҙ: Төркиә менән Башҡортостан араһындағы бәйләнеш быуаттар төпкөлөнә барып тоташһа ла, башҡорттарҙың Төркиәгә эмиграцияһы аҙ өйрәнелгән күренеш булып ҡала килә.


XVIII быуат башында баш­ҡорт ханы Мораттың делегация менән төрөк солтаны Әхмәт Өсөнсөгә барып, үҙ илен Ғосман империяһы составына инде­реүҙе һорағаны хаҡында күптәр­ҙең ишеткәне барҙыр. Шулай уҡ Әхмәтзәки Вәлиди һәм уның арҡаҙаштарының йәки Әбдел-Хәмит Зөбәйер Ҡушай, Әхәт Сәлихов кеүек ғалимдарҙың Төркиәгә эми­грацияһы бары­быҙға мәғлүм. Һәм ошоноң менән милләт­тәштәребеҙ хаҡын­да мәғлүмәт бөтә һымаҡ.
Билдәле булыуынса, баш­ҡорт­тар төрөк солтанына уға тиклем дә делегациялар ебәр­гән, ә инде беҙҙекеләрҙең Төр­киәгә эмиграцияһы Октябрь инҡилабынан күпкә алдараҡ башланған (быға Ғосман и­м­пе­рияһының мөһәжирҙәрҙе ҡа­бул итеү буйынса сәйәсәте бу­лышлыҡ иткән) һәм хатта совет осоронда ла дауам иткән. Советтар Союзы тарҡалғас, башҡорттарҙың Төркиәгә эмиг­рацияһы, уҡыу, эшләү, ваҡыт­лыса йәки даими йәшәү ниә­тендә, ҡайтанан башланған.
“...Золом күргәндән һуң Аллаһ хаҡы өсөн күсеп киткән ке­шеләргә был донъяла бик һәйбәт урындар бүләбеҙ, ә ахирәт көнөнөң әжере ҙуры­раҡ...” – тиелә “Бал ҡорто” сүрәһендә.
Башҡорт эмиграцияһы этаптарына һәм халҡыбыҙ һанына күҙәтеү яһау мөмкинлеге юҡ тиерлек. Бының сәбәбе шул: күпселек документтар өйрәнел­мәгән, Төркиәләге милләт­тәштәребеҙҙе асыҡлау буйынса махсус хеҙмәттәр юҡ. Унда йәшәгән башҡорттарҙың һанын билдәләү халыҡтың ныҡ таралып ултырыуы, шулай уҡ был илдә иҫәп алыуҙа кешенең милләте күрһәтелмәүе сәбәпле ҡатмарлаша. Өҫтәүенә беҙҙе­ке­ләрҙе ҡурдтар, татарҙар йәки буҙҡорттар1 менән бутауҙары ихтимал. Һәр хәлдә, Төркиәлә милләттәш­тәребеҙ элек-элек­тән йәшәй, “Башҡорт” шәрифле кешеләр һәм атамаһында ошо һүҙ булған тораҡ пункттар бар. Башҡорт тигән фамилия йөрөт­кәндәргә килгәндә, улар ара­һында этник халыҡ вәкилдәре лә, үҙ шәрифенең килеп сы­ғы­шы хаҡында бер ни белмә­гәндәр ҙә осрай. Ә инде тораҡ пункттарға туҡталғанда, улар­ҙың береһе хаҡында һөйләмәк­себеҙ.
“Кем Аллаһ юлы менән өйөнән күсеп китһә, Ер өҫтөндә киң урын һәм иркенлек табыр...” – тиелә “Ҡатындар” сүрәһендә.
Чифтелер районы Үҙәк Анатолия төбәгенең Эскешәһәр провинцияһында урынлашҡан. Унда бихисап милләт вәкил­дәре йәшәй: төрөктәр, ҡара­сайҙар, черкестар, башҡорттар, ҡырым, ҡазан татарҙары һ.б. Район үҙәгенән көньяҡ-көн­сығышҡа ҡарай яҡынса ун километр алыҫлыҡта Башҡорт тигән ҙур булмаған ауыл урын­лашҡан. Урындағы халыҡ һөйләүенсә, ауыл тәүҙән үк Башҡорт тип нарыҡланған һәм атамаһын үҙгәртмәгән. Беренсе ултырған урыны бынан көн­байыштараҡ, юл аша булған, ләкин унда ниндәйҙер эпидемия таралған, шул сәбәпле халыҡтың күп өлөшө ҡырылған, иҫән ҡалған­дары иһә башҡа ерҙәргә күсеп ултырған [1]. Урындағылар әйтеүенсә, күрше Ҡарасай ауылында әле лә бер нисә башҡорт ғаиләһе йәшәй.
Был хәлдән һуң, яҡынса 1926 йылда, Башҡорт ауылы әлеге урынына күсерелә. Баштағы­һының ере, йортта­ры­ның емеректәре, ҡәберҙәре беҙ­ҙең көндәргә тиклем һаҡ­лан­ған. Бәйән ителгән бер хикәйәгә ярашлы, хәҙерге ауылға нигеҙ һалғандарҙың береһе – Мәхмәт Туна. Ул сығышы менән Болгариянан булған һәм кешеләргә ошо ергә күсергә ярҙам иткән. Урындағы халыҡ һөйләүенсә, әле был ауылда ҡасандыр Болгариянан, Румыниянан, Македониянан килгәндәрҙең нәҫел­дәре йәшәй. Ә баштағы Башҡорт ауылында йәшәгәндәрҙең зат-зәүере юҡ. Шулай ҙа бындағы халыҡ милләттәш­тәребеҙҙе һәм Баш­ҡортостанды белә.
Урындағылар үҙҙәрен “мөһә­жирҙәр”2 тип атай. Ауылда яҡын­са 160 кеше йәшәй. Улар­ҙың күпселеге – өлкән быуын вәкил­дәре. Бында тәүге мәсет 1929 йылда төҙөлә. Әлегеһенә 1947 йылда нигеҙ һалына. Элегерәк ауылда мәктәп һәм дауахана эшләгән. Балалар аҙ булыу сә­бәп­ле, белем усағы ябылған [3]. Шун­лыҡтан йәш быуын район үҙәге Чиф­те­лерҙа уҡый. Урындағы халыҡ һарыҡ, әҙләп һыйыр малы үрсетә, игенселек менән шөғөлләнә. Бында Башҡорт тип аталған ер аҫты һыуҙары аға.
Шулай итеп, әлеге ауылға кәм тигәндә ике тапҡыр нигеҙ һалына. Унда башлыса Беренсе донъя һуғышынан һуң Балҡан ярымутрауынан күсеп килгән­дәр­ҙең нәҫелдәре йәшәй. Баш­тағы Башҡорт ауылына нисәнсе йылда нигеҙ һалын­ғанын, милли составын иһә теүәл асыҡлай алманыҡ. Һәр хәлдә, унда этник башҡорт­тарҙың да булыуы ихтимал. Күрәһең, күптәре эпидемия сәбәпле ҡырылған, ә ҡалған­дары башҡа ерҙәргә күсеп ултырған.

Наилә ШАҺИӘХМӘТОВА,
Радик ЫРЫҪҠОЛОВ.


Сығанаҡтар:
[1] Усман, Башҡорт ауылы.
[2] Фәруҡ Шәшмәҙ, Башҡорт ауылы.
[3] www.baskurtkoyu.com

1 Буҙҡорт (төрөксәнән — bozkurt “буҙ бүре”) — Төркиә милләтселәре ойошмаһы.
2 Мөһәжир – яңы ергә күсеп китеүсе.