Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Был ғаилә барыһына ла кәңәш бирә, ярҙам итә

Йылы усаҡ янындаУлар күрше Ҡоръятмаҫ ауы­лынан. Ишетеп-күреп белһәм дә, яҡын­дан танышыуыбыҙға ун йыл­лап бар. Хәҙер улар миңә бер туғандарым кеүек. Был балҡып торған пар илле биш йылға яҡын бергә бер-береһен тулыландырып, бер иш булып, туған-тыумаса, яҡындарын һөйөндөрөп йәшәй. Йөҙҙәренән нур, йылылыҡ бөркөлөп тора. Һүҙем Рауза Шәкүр ҡыҙы менән Фәнүр Миңлейәр улы Низаметдиновтар тураһында.


Икеһе лә Ҡоръятмаҫ ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте та­мамлағас, Фәнүр ағай, баянсыға уҡып, тыуған ауылында, күрше Алғала клуб мөдире булып эшләп ала. Училищеға уҡырға инеп, слесарь-ремонтлаусы һөнәрен үҙ­ләштереп, 1962 йылда пароходта эш башлай. Унда эш миҙгелле булыу сәбәпле, ауылға әйләнеп ҡайта егет. Шунда Раузаны осратып, өйләнешергә ҡарар итә ике йәш йөрәк.
1964 йылдың апрелендә никахҡа кереп, район үҙәгенә күсәләр. Башта фатирҙа торалар. Автобазала механика заводында слесарь булып эшләй Фәнүр ағай. Раузаһы Стәрлетамаҡ педагогия институтының башҡорт теле факультетын тамамлап, уҡытыусы һөнәрен үҙләштерә. Интернатта, балалар баҡсаһында эшләй. Татыу, матур итеп йәшәп китә йәштәр. Фәнүр ағай өҙҙөрөп баянда уйнай, Раузаһы уға ҡушылып йырлай. Ғүмерҙәре буйы моң оҙата бара уларҙы.
Яҙмыш еле 70-се йылдар башында Ишембай тарафтарына ташлай йәштәрҙе. Фәнүр ағай Ишембай шифаханаһына мәҙә­ниәт хеҙмәткәре булып урынлаша. Рауза апай ҡала хаки­миәтенең мәғариф бүлегенә методист итеп тәғәйенләнә. Бында ла йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша улар. Фәнүр ағай фольклор түңәрәге ағзаһы, академик хорға ун йыллап йөрөй.
“Ишембайнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығының 50 йыллығына ҙур концерт менән сығыш яһағандан һуң, ошо компа­нияға эшкә күсә, цехта бригадир булып эшләй, слесарҙарға етәк­селек итә. Ҡайҙа ғына барһа ла, ҡулынан баяны төшмәй уның. Мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатна­ша. Осоп бейеп, матур итеп йырлап, таҡмаҡтар әйткән Раузаһы менән ғүмер юлын бер-береһенә оло терәк-таяныс булып үтә улар.
Ишембайҙа алдынғы йәштәргә фатир ҙа бирәләр. Тик тыуған яҡ тарта уларҙы. Асылыҡай буйын, туғандарын, яҡындарын һағынып, үҙ яҡтарына ҡайтырға булалар. 1994 йылда, фатирҙарын Дәүлә­кәнгә алмаштырып, йәнтөйәккә күсенәләр. Фәнүр ағай “Йылытыу селтәре”нә эшкә урынлаша һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда эшләй. Рауза апай балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып урынлаша.
Дәүләкән ҡалаһында Әхиәр Хәкимов музейында эшләп килгән “Дим” әҙәби берекмәһенең әүҙем ағзаһы Фәнүр ағай. Әҙәби бе­рекмә сығарған дүрт йыйын­тыҡта ла уның шиғырҙары урын алған. Унан тыш айырым баҫма итеп өс китабын сығарыуға өлгәшкән ул.
Тыуған яҡ тәбиғәте, ауыл кешеләре, тормош фәлсәфәһе – уның төп темалары. Берекмәлә уҙған һәр сара уның ҡатнаш­лы­ғында уҙа. Баянда уйнай, үҙ шиғырҙарына көйҙәр яҙып башҡара. Ә инде хәләле – район мәҙәниәт йортоноң “Әхирәттәр” фольклор ансамбленең әүҙем ағзаһы Рауза Шәкүр ҡыҙы һәр ваҡыт уның янында.
Әйткәндәй, ошо ансамбль өсөн Фәнүр Миңлейәр улы 25-ләп йыр яҙған. Улар төрлө райондарҙа уҙған фольклор байрамдарында яңғырай. Ә инде беренсе шиғырҙары 2007 йылда “Салауат күпере” йыйынтығында донъя күргән. Бәләбәй ҡалаһында “Илһам шишмәләре” конкурсында ҡатнашырға насип булған уға.
Шундай татыу, һоҡланғыс пар улар. Икеһе лә ярҙамсыл. Улар­ҙың йылы усағына кемдәр генә йыйылмай. Әйткәндәй, Рауза Шәкүр ҡыҙын районда “Мать Тереза” тип тә, “МЧС” тип тә йөрөтәләр, сөнки ул һәр кемгә, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер. Ошо бәләкәй генә ҡатында шундай оло йөрәк тибә. Уның йылыһын тирә-йүнгә, туғанда­рына, яҡындарына, бөтөнләй ҡәрҙәш булмаған ярҙамға, аңлауға мохтаж кешеләргә һибеп йәшәй.
Ҡул эштәренә лә оҫта Рауза апай. Шәлдәрен дә, косынкаларын да бәйләй. Төрлө башлыҡ, түбәтәйҙәрҙе кемдәргә генә бәйләп бүләк итмәне. Ә ойоҡбаш, тапочкалар, бирсәткәләр…
Фатирына килеп керһәң музей һымаҡ. Мендәрҙәрҙә — сигелгән япмалар, стена, дивандарҙа — ҡорама әйберҙәр, иҙәндә – балаҫтар. Ҡасан өлгөрәһең, тип һораһаң, ихлас йылмая ла: “Минең ярҙамсым бар бит – Фәнүрем”, — тип көлә. Улар Фәнүр ағай менән ҡорама конкурсында ла ҡатнашҡан.
Тормоштоң ҡәҙерен белеп, һәр яңы тыуған көнгә ҡыуанып, бер-береһенә матур, иркә һүҙҙәр әйтеп кенә тора улар. Ишектәре ябылмай ҙа тиерлек. Кемдер ярҙам, кемдер кәңәш һорап, кемдер аңлау эҙләп күңелен бушатырға килә. “Башта тәмләп сәй эсеп алайыҡ, һуңынан һөйләшербеҙ”, – тип йылмайып ҡаршылай Рауза апай. Фәнүр ағай баянын күтәреп сыға, моңло көйҙәре менән йыуата, кәйефте күтәрә, донъя мәшәҡәттәрен оноттора. Уларҙың ғаилә усағы янында йылы, рәхәт. Күңел ял итә.

Дәүләкән ҡалаһы.


***
Ғашиҡтар хыялы

Һинең өсөн бер йыр булыр инем,
Һөйһәң, йырлар инең ҡыуанып.
Йөрәктәрҙе яҡынайта йырҙар,
Ай ҙа тыңлап торор һоҡланып.

Зәңгәр диңгеҙ булһам, саҡырырмын
Тулҡынымда һине наҙларға.
Һыйпап тыйнаҡ ҡына һөйөр инем,
Тулҡындарым һыйһа ярҙарға.

Йылы елдәр булып иҫә алһам,
Елем сәстәреңде таратыр.
Ваҡыт үткәнен дә һиҙмәҫ инем,
Ҡояш сығыр, алһыу таң атыр.

Яҡты ҡояш булып балҡыр инем,
Иртә таңдан һине уятып.
Алтын нурҙарымды һибер инем,
Ысын күңелдән янып, йән атып.

Был уйланыу, изге хыялдарым,
Һөйөү уты һиңә ҡарата.
Көндөҙ иҫтә, төндәремдә төштә,
Тик ғашиҡтар шулай ярата.

Рәхмәт һүҙе

Рәхмәт, Хоҙай, әлдә яратлҡанһың,
Бүлеп беҙҙе ике яртыға.
Бер яртыбыҙ шундай яҡты йөҙлө,
Ынтыла ул һәр саҡ яҡтыға.

Икенсебеҙ ҡырыҫыраҡ, ләкин
Ул — берәүһе ике яртының.
Хоҙай аҙаштырған төрлө яҡҡа,
Эҙләһен тип һәр кем яртыһын.

Эҙләп тапҡан һөйөү ныҡлы була,
Бына еттек ғүмер туйына.
Мөхәббәтте һаҡлап йәшәгәндәр
Бәхетлелер ғүмер буйына.

Ҡотлап һине, йәнем, рәхмәт әйтәм,
Әлдә һин бар яҡты донъяла.
Пар ҡанатлы иттең, терәк булдың,
Үҙ иңеңә ауыр булһа ла.

Дан йырлайыҡ игенсегә!

Иген баҫыуҙары йәйрәп ята,
Тулҡынлана икмәк диңгеҙе.
Комбайндар йөҙөп иген ура,
Икмәк — аҙыҡтарҙың нигеҙе.

Иген башаҡтары алтын, һары,
Ҡояш төҫөн улар алғандар.
Һуш китмәле булып иген уңған,
Игенселәр көсөн һалғанға.
Игенсенең даны күккә аша,
Сәскән ашлыҡтары уңғанда.
Тәмле икмәк барҙа, тормош йәмле
Дан йырлайыҡ, дуҫтар, уларға!

Ҡымыҙ — һаулыҡ нигеҙе

Борондан уҡ башҡорт халҡы
Йылҡы тотоп көн күргән,
Бейә һауып, ҡымыҙ эсеп,
Һау-сәләмәт йәшәгән.
Ир-егеттәр йылҡы көткән,
Ҡатын-ҡыҙ бейә һауған.
Тәүге ҡымыҙҙы тәмләргә
Хужа ҡунаҡ саҡырған.
Тирмә эсендә ултырып
Һалҡын ҡымыҙ эскәндәр.
Ҡунаҡ булғас, рәхмәт әйтеп,
Йырлап ҡайтып киткәндәр.
Электән килгән шөғөлдө
Йәш быуын дауам итә.
Ҡымыҙҙары тел йоторлоҡ,
Һаулыҡҡа ярҙам итә.
Көбөлә ҡымыҙ бешәләр
Ҡатын-ҡыҙҙар, еңгәләр.
Йөҙҙәре шат, балҡып тора,
Үҙ эштәрен беләләр.
Аш-һыу тулы өҫтәл өҫтө,
Тәнгә шифа ҡымыҙы.
Башҡортостанда дан алған
Яңы Яппар ҡымыҙы.

Фәнүр НИЗАМЕТДИНОВ.

Дәүләкән ҡалаһы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Кәмәлек буйҙарында ҡунаҡта

Кәмәлек буйҙарында ҡунаҡта 31.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Һарытау башҡорттары хаҡында һөйләгән һайын һөйләге килә... “Функционально-структуральный метод П.Г....

Тотош уҡырға 186

Бөрйән балы – башҡорт даны!

Бөрйән балы – башҡорт даны! 24.08.2018 // Йәмғиәт / Башҡорт донъяһы

Бар донъяға танылыу яулаған Бөрйән балын кем генә белмәй икән? Һуңғы йылдарҙа ул райондың ғына...

Тотош уҡырға 151

“Салауат рухы беҙҙе ҡурсаланы”

“Салауат рухы беҙҙе ҡурсаланы” 24.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Батырыбыҙҙың һуңғы төйәге – Эстониялағы Палдиски ҡалаһына милләттәштәребеҙҙең юлы өҙөлмәй. Йәй...

Тотош уҡырға 188

ХӘТЕР ҘӘ, ХӨРМӘТ ТӘ, ӨМӨТ ТӘ

ХӘТЕР ҘӘ, ХӨРМӘТ ТӘ, ӨМӨТ ТӘ 16.08.2018 // Башҡорт донъяһы

...Кем машинала, кем йәйәүләп Бүжә тауы яғына ашыға. Ғүмәрҙәр өсөн бөгөн бында ҙур мәғәнәгә эйә...

Тотош уҡырға 546

100 йыллыҡҡа – 100 ҡурайсы

100 йыллыҡҡа – 100 ҡурайсы 10.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Күптән түгел йәмле Ирәндек буйында урынлашҡан “Йәйләү” лагерында Ҡурай байрамы булды. Уның нәҡ...

Тотош уҡырға 157

Ҡурай иленең өлгөһө

Ҡурай иленең өлгөһө 08.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Баймаҡ – таланттар төйәге, ҡурай иле, йырсылар, йыраусылар, сәсәндәр, шағирҙар, яҙыусылар үҫтергән...

Тотош уҡырға 194

Ҡомалаҡ икмәге тәмле!

Ҡомалаҡ икмәге тәмле! 03.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Икмәк – бөтәһенә лә баш, ти халыҡ әйтеме. Ысынлап та, ҡабарып бешкән хуш еҫле әпәкәй – һәр табындың...

Тотош уҡырға 162

Буҙаның үҙ яйы бар...

Буҙаның үҙ яйы бар... 03.08.2018 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” гәзитенең 75-се һанында (2018 йыл, 29 июнь) “Инйәр ағинәйҙәренән өйрәнегеҙ” тигән...

Тотош уҡырға 148

“Мин – аҫаба башҡорт”

“Мин – аҫаба башҡорт” 27.07.2018 // Башҡорт донъяһы

Һамар өлкәһе уҙаманы Сынтимер Ғарифов шулай ти Икһеҙ-сикһеҙ даланы иңләп һалмаҡ ҡына аҡҡан Ырғыҙ...

Тотош уҡырға 185

Кинолағы мажара

Кинолағы мажара 27.07.2018 // Башҡорт донъяһы

Бала саҡ, йәшлек йылдарында ауылда кино күрһәткән миҙгелдәрҙе кем генә хәтерләмәй икән?! Хәҙер...

Тотош уҡырға 164

Ашҡынып барҙым Егән буйына – нәҫелдәрҙең рухи туйына

Ашҡынып барҙым Егән буйына – нәҫелдәрҙең рухи туйына 27.07.2018 // Башҡорт донъяһы

...Кемдеңдер йөҙөн сырамытам һымаҡ та, тик та­ный алмайым. Туҡта-туҡта. Был бит бер нисә класҡа...

Тотош уҡырға 175

Өҙә баҫа “Быҙыбыт”тар

Өҙә баҫа “Быҙыбыт”тар 27.07.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт / Башҡорт донъяһы

“Байыҡ” балалар республика бейеү конкурсында Красноусолдан “Быҙыбыт” ансамбле йыл да әүҙем...

Тотош уҡырға 188