Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ҡурай иленең өлгөһөБаймаҡ – таланттар төйәге, ҡурай иле, йырсылар, йыраусылар, сәсәндәр, шағирҙар, яҙыусылар үҫтергән бәрәкәтле һәм ғорур төбәк. Тап бында республикала ғына түгел, тотош илдә беренселәрҙән булып милли хазинабыҙ ҡурайға һәйкәл ҡуйыла. Уның авторы –сәнғәткә мөкиббән ғашиҡ һәүәҫкәр рәссам, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миҙхәт Байрамғолов.


Һәйкәлдең урыны – Төрөкмән ауылы янындағы Туғажман тауы. Ул ошо төбәктә тыуып үҫкән ҡурайсылар хөрмәтенә ҡуйыла. Был яҡҡа кил­гәндәрҙе 19 тажлы Ҡурай ҡаршылай. Ауылда Ғата Сөләймәнов исемендәге музей эшләй. Ғөмүмән, миллилек бөркөлөп тора был төбәктән.
Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктә­бендә иһә Ҡурай музейы эшләй. Уны 1997 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы, Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты Фәниә Кәримова ойошторған. Рух мөйө­шөнөң төп үҙенсәлеге шунда: ул – республикала ҡурайға арналған берҙән-бер музей. Бында милли музыка ҡоралы һәм уны юғарылыҡҡа күтәргән талант эйәләре тураһында бай мәғлүмәт тупланған.
2002 йылда рәсми рәүештә асылған музей бер нисә өлөштән тора. Бында шулай уҡ халыҡтың тормош-көнкүрешен сағылдырған әйберҙәр, милли кейемдәр ҡуйылған, төбәктәге генә түгел, республикалағы мәшһүр ҡурайсыларҙың тормош юлы, ижады менән яҡындан танышыу мөмкинлеге бар. “Ҡаһармандарға мәңгелек дан!” тип аталған мөйөш тә экспонатҡа бай булыуы менән үҙенә йәлеп итә.
Шулай ҙа төп өлөш – ҡурай бүлеге. Бында милли музыка ҡоралының ниндәй генә төрө ҡуйылмаған! Көпшә ҡурайҙан алып еҙ, алюмин, ағас, тимерҙән яһалғандарына тиклем бар. Яуҙан ҡайтҡаны ла түрҙе биҙәй: Ярат ауылынан яугир Ғиниәтулла Дәү­ләтбаевтың һуғыш йылдарында алып йөрөгән ҡурайы бында тапшырылған.
Экспонаттар, ғөмүмән, йылдан-йыл күбәйә. Музей менән танышырға килгәндәр ҙә үҙҙәренең үҙенсәлекле әйберҙәрен, ҡурайҙарын иҫтәлеккә ҡалдырыусан. Олуғ талант эйәһе Мөхәммәт Ҡәҙерғоловтың сәхнә кейеме, Хәким Моратовтың, Йошкар-Оланан Муса Нурдәүлә­товтың милли музыка ҡоралдары ла ҡәҙерләп һаҡлана. Рухи мөйөштә ошо төбәктән генә йөҙҙән ашыу ҡурайсы хаҡында мәғлүмәт табырға мөмкин.
Артабан музейға Башҡортостан­дың мәғариф алдынғыһы Ғәлиә Фәхретдинова етәкселек итә. Ул, рухи ҡомартҡыларҙы йыйыу һәм һаҡлау менән бер рәттән, йәш быуын ара­һында эҙәрмәнлек эшен йәнләндереп ебәрә. Бөгөн иһә Ҡурай музейының етәксеһе – юғары категориялы баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф ал­дын­ғыһы Эльвира Мырҙабаева. Тәж­рибәле педагогтың тырышлығы менән уҡыусылар халыҡ араһынан сыҡҡан ҡурайсылар хаҡында мәғлүмәт йыйыуҙы дауам итә, таланттарға бай төйәктәргә сәфәр ҡыла, үҙенсәлекле экспонаттар туп­лай. Музейға килгән ҡунаҡтарҙы экскурсоводтар ихлас ҡаршылап, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныштыра. Нәркәс Мөхәмәтйәрова, Гөлнәзирә Мөхәмәтҡолова, Нәркәс Фазуллина – етәксенең уң ҡулы. Ҡыҙҙар шулай уҡ музей эшмәкәр­легенә ҡағылышлы конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Башҡортостан Республикаһы көнөнә, Рәсәй киноһы йылына арналған видеояҙмалары менән ҡала конкурстарында тәүге урындарҙы яулағандар.
– Музейҙың йөҙө, иң ҙур хазинаһы – бүләккә бирелгән исемле ҡурай, – ти етәксе Эльвира Рәйес ҡыҙы. – БАССР-ҙың халыҡ артисы Ғата Сөләймәновтың көпшә ҡурайы, 1997 йылда Башҡортостандың күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы, публицист Рамаҙан Өмөт­баевтың үҙ ҡулдары менән тап­шырған еҙ музыка ҡоралы, Рәсәйҙең, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙә­ниәт хеҙмәткәре Юлай Ғәйнетдинов, республи­ка­быҙҙың почетлы крайҙы өйрәнеүсеһе Әмир Сәйғәфәровтың – ағас, Йошкар-Ола ҡалаһынан һәүәҫкәр оҫта Муса Нурдәүләтовтың алтын һәм көмөш ҡурайҙары – экскурсияға килгәндәр өсөн үҙе бер тере тарих. БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яугир-ҡурайсы Кәрим Дияровтың 120-нән ашыу башҡорт халыҡ көйө, уларҙың тарихы бәйән ителгән магнитофон яҙмаһы, 71 йыр-көйҙө һәм ноталарҙы һаҡлаған айырым йыйынтығы – иң ҡәҙерле ҡомартҡыларҙың береһе.
Мәктәп уҡыусылары өсөн музей-дәрес, экскурсиялар йыш ойошторола. Шулай уҡ ҡурайсылар менән осрашыуҙар, уларҙың туғандарын саҡырып аралашыуҙар даими үткәрелә, рухи мөйөшкә килгәндәр йылдан-йыл арта. Күптән түгел милли музыка ҡоралыбыҙға патент бирелеүе музейҙың мәртәбәһен тағы ла күтәрҙе. Бында тотош дәүер, ҡурайҙың үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге һаҡлана. Тарих бар, киләсәк быуын күңелендә йәшәй икән, тимәк, моңобоҙ мәңге яңғыраясаҡ. Ә инде мәктәптә Ҡурай музейын ойошто­роусыларға, был эште лайыҡлы дауам итеүселәргә, мәктәп етәкселегенә айырым ҙур рәхмәт әйтергә ҡала. Йәш быуынды тәрбиәләүгә ғәйәт ҙур өлөш индергән рух мөйөшө артабан да күңелдәргә нур таратыуын дауам итһен, ҡурайсылар үҫә торһон!

Баймаҡ ҡалаһы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Кәмәлек буйҙарында ҡунаҡта

Кәмәлек буйҙарында ҡунаҡта 31.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Һарытау башҡорттары хаҡында һөйләгән һайын һөйләге килә... “Функционально-структуральный метод П.Г....

Тотош уҡырға 187

Бөрйән балы – башҡорт даны!

Бөрйән балы – башҡорт даны! 24.08.2018 // Йәмғиәт / Башҡорт донъяһы

Бар донъяға танылыу яулаған Бөрйән балын кем генә белмәй икән? Һуңғы йылдарҙа ул райондың ғына...

Тотош уҡырға 152

“Салауат рухы беҙҙе ҡурсаланы”

“Салауат рухы беҙҙе ҡурсаланы” 24.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Батырыбыҙҙың һуңғы төйәге – Эстониялағы Палдиски ҡалаһына милләттәштәребеҙҙең юлы өҙөлмәй. Йәй...

Тотош уҡырға 189

ХӘТЕР ҘӘ, ХӨРМӘТ ТӘ, ӨМӨТ ТӘ

ХӘТЕР ҘӘ, ХӨРМӘТ ТӘ, ӨМӨТ ТӘ 16.08.2018 // Башҡорт донъяһы

...Кем машинала, кем йәйәүләп Бүжә тауы яғына ашыға. Ғүмәрҙәр өсөн бөгөн бында ҙур мәғәнәгә эйә...

Тотош уҡырға 546

100 йыллыҡҡа – 100 ҡурайсы

100 йыллыҡҡа – 100 ҡурайсы 10.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Күптән түгел йәмле Ирәндек буйында урынлашҡан “Йәйләү” лагерында Ҡурай байрамы булды. Уның нәҡ...

Тотош уҡырға 159

Ҡомалаҡ икмәге тәмле!

Ҡомалаҡ икмәге тәмле! 03.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Икмәк – бөтәһенә лә баш, ти халыҡ әйтеме. Ысынлап та, ҡабарып бешкән хуш еҫле әпәкәй – һәр табындың...

Тотош уҡырға 162

Буҙаның үҙ яйы бар...

Буҙаның үҙ яйы бар... 03.08.2018 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” гәзитенең 75-се һанында (2018 йыл, 29 июнь) “Инйәр ағинәйҙәренән өйрәнегеҙ” тигән...

Тотош уҡырға 149

Йылы усаҡ янында

Йылы усаҡ янында 27.07.2018 // Башҡорт донъяһы

Был ғаилә барыһына ла кәңәш бирә, ярҙам итә Улар күрше Ҡоръятмаҫ ауы­лынан. Ишетеп-күреп белһәм дә,...

Тотош уҡырға 201

“Мин – аҫаба башҡорт”

“Мин – аҫаба башҡорт” 27.07.2018 // Башҡорт донъяһы

Һамар өлкәһе уҙаманы Сынтимер Ғарифов шулай ти Икһеҙ-сикһеҙ даланы иңләп һалмаҡ ҡына аҡҡан Ырғыҙ...

Тотош уҡырға 185

Кинолағы мажара

Кинолағы мажара 27.07.2018 // Башҡорт донъяһы

Бала саҡ, йәшлек йылдарында ауылда кино күрһәткән миҙгелдәрҙе кем генә хәтерләмәй икән?! Хәҙер...

Тотош уҡырға 164

Ашҡынып барҙым Егән буйына – нәҫелдәрҙең рухи туйына

Ашҡынып барҙым Егән буйына – нәҫелдәрҙең рухи туйына 27.07.2018 // Башҡорт донъяһы

...Кемдеңдер йөҙөн сырамытам һымаҡ та, тик та­ный алмайым. Туҡта-туҡта. Был бит бер нисә класҡа...

Тотош уҡырға 175

Өҙә баҫа “Быҙыбыт”тар

Өҙә баҫа “Быҙыбыт”тар 27.07.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт / Башҡорт донъяһы

“Байыҡ” балалар республика бейеү конкурсында Красноусолдан “Быҙыбыт” ансамбле йыл да әүҙем...

Тотош уҡырға 188