Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ХӘТЕР ҘӘ, ХӨРМӘТ ТӘ, ӨМӨТ ТӘ
ХӘТЕР ҘӘ, ХӨРМӘТ ТӘ, ӨМӨТ ТӘ...Кем машинала, кем йәйәүләп Бүжә тауы яғына ашыға. Ғүмәрҙәр өсөн бөгөн бында ҙур мәғәнәгә эйә байрам ойошторола. Был сарала халыҡ үткәндәренә лә ҡайтып әйләнер, бөгөнгөһөн дә уйлар һәм, әлбиттә, киләсәккә лә ҡараш ташлар.

Борондан ил ни күрһә, шуны күреп йәшәгән ғүмәрҙәр. Колхозлашыу осоро, Бөйөк Ватан һуғышы, йәнә колхоздарҙың тарҡалыуы... 1812 йылда ил өҫтөнә һынау килгәндә лә был ауылдың ир-егеттәре ал­ғы сафта тора. Әле ул ваҡиғаларҙың йән­ле шаһиттары юҡ инде, әммә, иң мөһиме, ата-бабаларҙың исеме ғүмәрҙәрҙең күңелендә мәңге йәшәйәсәк. Бүжә тауы битендә республикала абруйлы шәхес Юрий Ниғмәтуллин һәм ауыл аҡһаҡалы Авзал Мәҡсүтовтың тырышлығы менән Ватан һуғышы яугирҙәренә тәбиғи һәйкәл асылыуы – быға аныҡ дәлил. Байрамда уға ауылдың сабыйы ла, инәй-бабайы ла, үткәндәргә ҡәҙер күрһәтеп, таш һалды. Ғәм халыҡ алдында һәйкәлдең тарихы хаҡында әйтелде. Әлеге яланға килгән, ошо тауға баҡҡан һайын кешеләр иҫтәлекле таҡтаташта билдәле яҙыусы, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире Салауат Кәримовтың:
Һаумы, яҡташ!
Ҡаршылағы һынташ –
Батыр яугирҙәргә таҡтаташ.
Эй башыңды, һал һәйкәлгә бер таш,
Беҙҙән изге хәтер был һынташ!
– тигән юлдарын уҡып, ҡаһармандарҙы күҙ алдына килтереренә, уларҙың яҙмышы һәм йәшәйеше хаҡында уйланырына шик юҡ. Байрам концертында Зөфәр Ғәлләмов сәхнәләштергән “Порт-Артур” бейеүендә­гесә, һуғыш касафаты аяуһыҙ, батыр­лыҡтар – мәңгелек.
Әммә донъя һынауҙан ғына тормай. Ҡара көндәрҙе аҡтары алмаштыра. Тормош дауам итә. Бәхет, ырыҫ арттырып, ғүмәрҙәр ишле-ишле ғаилә булып йәшәгән һәм әле лә шулай. Бынан 65 йыл элек Хәбирә менән Әҡсән Мөхәмәтйәновтар ҙа үҙ усағын тоҡандырып ебәргән. Байрам мәлендә уларҙы тәбрикләү ҙә сараға бәҫ өҫтәне. Алты балаға ғүмер биреп, үҙҙәрен ауыл үҫешенә арнаған кешеләр улар – Мөхәмәтйәновтар. Балалары башлы-күҙле булып, матур итеп донъя көтә, яратҡан эшен, тормошта үҙ урынын тапҡан. Ә ошо сарала яҡындарын тәбрикләп йырлаған Сәғит Мөхәмәтйәновтың атаһы һымаҡ моңло ла, һүрәт төшөрөргә лә оҫта икәнлегенә инанылды. Хәбирә инәй үҙен колхоз эшенә бағышлаһа, ғаилә башлығы ғүмер буйы ғүмәрҙәргә белем биргән. Уға бихисап уҡыусыларының һаман да рәхмәтле булыуын әлеге сарала ла күрергә насип итте. Ҡуш ҡуллап күрештеләр, ҡосаҡланылар, иңенән яратып та киттеләр тәүге уҡытыусыларын, кемдер күҙ йәштәрен дә һөртөп алды.
– Мәктәп гөрләп торҙо. Уҡыусыларыбыҙ менән ғорурландым һәм уларға әле лә һоҡланам, – тип хәтирәләре, ҡыуаныстары менән уртаҡлашты мәғариф ветераны.
Ысынлап та, ниндәй ҙур шәхестәр үҫтергән бит был ауыл! Кемдер ауыл хужалығында алдынғы, кемдер ғалим-физик, медицина, юстиция хеҙмәткәре, күптәр мәғариф, ижад өлкәһендә яҡтылыҡ өләшеүсе: Вафа Әхмәҙиев, Рауил Ниғмәтуллин, Салауат Хәйбуллин, Салауат Арыҫланов, Әмир Мәҡсүтов, Гөлназ Әхмәҙиева, Рәйсә Күзбәкова, Гөлшат Әхмәтова...
Хәйер, был исемлектең осона сығырлыҡ та түгел. Бәләкәй генә ауылдан ҙур таланттар ағылған да ағылған. Бөгөнгө белем биреү стандарттары буйынса баланың һәләтен үҫтереп уҡытыу алымын бынан илле йыллап элек үк үҙ эшендә ҡулланған Әҡсән Мәғәфүр улының да өлөшө, һис шикһеҙ, бар бында. Ә данлыҡлы педагог, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Ғайса Кәримов – нисәмә уҡыусыһына ҡанат ҡуйған шәхес! Иң мөһиме – ошо шәхес­тәрҙе ауылдаштарының ғына түгел, район, республика ғорурлығы тип беләбеҙ.
Ғүмәр ауылы ҡараған Петровск ауыл советы хакимиәте башлығы Юрий Малкин әйтеүенсә, бында күпләп умарта тоталар, мал аҫрайҙар.
Территориаль йәмәғәт үҙидаралығы эшләп килеүе яҡшы. Иң мөһиме – халыҡ дәртле: саранан күренеүенсә, майҙанда бил бирмәҫ ир-егеттәре, “Башҡортмон тип күкрәк ҡағам” тигән рухлы йырҙар башҡарған, шиғырҙар ижад итергә, асыштар яһарға ашҡынып торған үҫмерҙәре, ауылға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер алдынғы кешеләре, йүнселдәре булғанда, Ғүмәрҙең тормошо әлегеләй берҙәмлектә, бәрәкәттә дауам итер.

Ишембай районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Кәмәлек буйҙарында ҡунаҡта

Кәмәлек буйҙарында ҡунаҡта 31.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Һарытау башҡорттары хаҡында һөйләгән һайын һөйләге килә... “Функционально-структуральный метод П.Г....

Тотош уҡырға 145

Бөрйән балы – башҡорт даны!

Бөрйән балы – башҡорт даны! 24.08.2018 // Йәмғиәт / Башҡорт донъяһы

Бар донъяға танылыу яулаған Бөрйән балын кем генә белмәй икән? Һуңғы йылдарҙа ул райондың ғына...

Тотош уҡырға 126

“Салауат рухы беҙҙе ҡурсаланы”

“Салауат рухы беҙҙе ҡурсаланы” 24.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Батырыбыҙҙың һуңғы төйәге – Эстониялағы Палдиски ҡалаһына милләттәштәребеҙҙең юлы өҙөлмәй. Йәй...

Тотош уҡырға 149

100 йыллыҡҡа – 100 ҡурайсы

100 йыллыҡҡа – 100 ҡурайсы 10.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Күптән түгел йәмле Ирәндек буйында урынлашҡан “Йәйләү” лагерында Ҡурай байрамы булды. Уның нәҡ...

Тотош уҡырға 127

Ҡурай иленең өлгөһө

Ҡурай иленең өлгөһө 08.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Баймаҡ – таланттар төйәге, ҡурай иле, йырсылар, йыраусылар, сәсәндәр, шағирҙар, яҙыусылар үҫтергән...

Тотош уҡырға 158

Ҡомалаҡ икмәге тәмле!

Ҡомалаҡ икмәге тәмле! 03.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Икмәк – бөтәһенә лә баш, ти халыҡ әйтеме. Ысынлап та, ҡабарып бешкән хуш еҫле әпәкәй – һәр табындың...

Тотош уҡырға 127

Буҙаның үҙ яйы бар...

Буҙаның үҙ яйы бар... 03.08.2018 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” гәзитенең 75-се һанында (2018 йыл, 29 июнь) “Инйәр ағинәйҙәренән өйрәнегеҙ” тигән...

Тотош уҡырға 115

Йылы усаҡ янында

Йылы усаҡ янында 27.07.2018 // Башҡорт донъяһы

Был ғаилә барыһына ла кәңәш бирә, ярҙам итә Улар күрше Ҡоръятмаҫ ауы­лынан. Ишетеп-күреп белһәм дә,...

Тотош уҡырға 168

“Мин – аҫаба башҡорт”

“Мин – аҫаба башҡорт” 27.07.2018 // Башҡорт донъяһы

Һамар өлкәһе уҙаманы Сынтимер Ғарифов шулай ти Икһеҙ-сикһеҙ даланы иңләп һалмаҡ ҡына аҡҡан Ырғыҙ...

Тотош уҡырға 164

Кинолағы мажара

Кинолағы мажара 27.07.2018 // Башҡорт донъяһы

Бала саҡ, йәшлек йылдарында ауылда кино күрһәткән миҙгелдәрҙе кем генә хәтерләмәй икән?! Хәҙер...

Тотош уҡырға 137

Ашҡынып барҙым Егән буйына – нәҫелдәрҙең рухи туйына

Ашҡынып барҙым Егән буйына – нәҫелдәрҙең рухи туйына 27.07.2018 // Башҡорт донъяһы

...Кемдеңдер йөҙөн сырамытам һымаҡ та, тик та­ный алмайым. Туҡта-туҡта. Был бит бер нисә класҡа...

Тотош уҡырға 149

Өҙә баҫа “Быҙыбыт”тар

Өҙә баҫа “Быҙыбыт”тар 27.07.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт / Башҡорт донъяһы

“Байыҡ” балалар республика бейеү конкурсында Красноусолдан “Быҙыбыт” ансамбле йыл да әүҙем...

Тотош уҡырға 164