Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Салауат рухы беҙҙе ҡурсаланы”
“Салауат рухы беҙҙе ҡурсаланы”Батырыбыҙҙың һуңғы төйәге – Эстониялағы Палдиски ҡалаһына милләттәштәребеҙҙең юлы өҙөлмәй. Йәй башында Башҡортостан Кинематографистар союзы башҡорт киноһы тарихында беренсе тапҡыр Президент гранты фондының федераль грантына лайыҡ булғандан һуң, кино сәнғәте ижадсыларынан бер төркөм үҙенсәлекле сәфәр ҡылып ҡайтты. Үҙенсәлекле тим, сөнки уларҙың юлы Эстонияға тиклем Салауаттың эҙе ҡалған ун бер ҡалаға инеп сығыуҙан ғибәрәт булды. Юҡҡа ғына киноэкспедицияның исеме “Салауат эҙҙәренән” тип аталмай. Сәфәрҙең ижад емеше булараҡ, көҙ киноэкспедиция, Салауаттың юлдары, Рогервик ҡәлғәһендә үткән йылдары хаҡында документаль фильмдың ҙур экрандарға сығыуы көтөлә. Режиссеры – Таңсулпан Бураҡаева.

Сәфәр барышын Интернет селтәре аша даими күҙәткән ха­лыҡ, имен-аман әйләнеп ҡайтҡан ижади төркөмдө, оҙатып ҡалған­дағы кеүек, Салауат һәйкәле янында ҡаршы алды. Ни йөрәгең түҙеп тарихҡа инер был саранан ситтә ҡалаһың – беҙ ҙә киноэкспедиция вәкилдәрен ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ. Башҡортостан Кинематографистар союзы рәйесе Фәрит Ғәбитов, билдәле тарихсы, телсе, ғалим, яҙыусы Мирас Иҙелбаев, танылған режиссер Таңсулпан Бураҡаева, сценарист, драматург, яҙыусы Зөһрә Бура­ҡаева, оҙон юл буйына уларҙы ҡурай моңона сорнаған егет Руслан Мөлөков һәм кинооператор Илсур Ишаев “түңәрәк өҫтәл”дә экспедициянан алған тәьҫоратта­ры, табыштары менән уртаҡ­лаш­ты, иҫтә ҡалырлыҡ, ҡыҙыҡлы, уйланырға мәжбүр иткән ваҡиға­лар хаҡында һөйләне. Йәнле әңгәмәлә шулай уҡ Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе урынбаҫары, яуап­лы секретарь Фәнил Ҡоҙаҡаев та ҡатнашты.
Таңсулпан БУРАҠАЕВА: Киноэкспедиция ойоштороу идеяһы Фәрит Ғәбитовта яралды, һәм ул миңә мөрәжәғәт итте. Башта фильмды документаль жанрҙа ғына төшөрөргә йыйынһаҡ та, мин нәфис кино төшөрөү буйынса режиссер булғас, сюжет һыҙы­ғына үҙгәрештәр индерелде.
Фәрит ҒӘБИТОВ: Беренсе­нән, бында төп этәргес көс – ул Мәҙәниәт министр­лығы. Тәғәйен киноэкспедиция буйынса өс тапҡыр йыйылыш үтте. Грантҡа йәлеп ителгән 57 ойошма ара­һында беҙ тәүге өс яҡшы проект исемлегенә индек. Салауат – күп милләтле Башҡортостан хал­ҡының символы. Уға бәйле проектҡа Рәсәй кимәлендә ҙурлап грант бирелеүе илебеҙ киңлек­тәрендә Салауат исеменең билдәлелеге хаҡында һөйләй.
Беҙгә тиклем дә Башҡортос­тандан Эстонияға экспедициялар барған, әммә тап кино өлкәһендә, фильм төшөрөү маҡсатында беҙ – беренсе. Мирас Хәмзә улы менән маршрутты ентекләп уйла­ғас, юлыбыҙ Салауат һәйкәле янынан башланып китте. Киләһе туҡталыш Илеш районының Үрге Йәркәй ауылы ине. Беҙҙе һәр ергә Салауат хаҡында эшләнгән йөкмәткеле панно оҙата килде, унда ба­тырҙың тыуған ере лә, кино донъяһындағы образы ла, экспедициябыҙҙың программаһы ла һыйған. Салауат хаҡында төшөрөлгән документаль фильм­дарҙан торған видеоролик әҙер­ләнек, шулай уҡ һәр ерҙә, һәр сарала батырыбыҙҙың сәнғәттең башҡа төрҙәрендә нисек һынлан­дырылыуын күрһәттек. Һәр ҡалала үткәргән сараларыбыҙ йәш, һәләтле ҡурайсыбыҙ Руслан Мөлөковтың ҡурай моңона сорналып барҙы. Уның хаҡында маҡтау һүҙҙәре генә әйтеп була, сөнки Руслан башҡа халыҡтар­ҙың көйҙәрен дә бик оҫта башҡара. Иң ҡыҙығы: сыуаштар янында – сыуашса, эстондарға барһаҡ, уларса уйнай. Програм­мабыҙҙа ҡурай моңо – халыҡ рухы. Ысынлап та, Салауатты ҡурайсы, йырсы, шағир булараҡ асып биреүҙә Русландың ҡурайы бик ярҙам итте.
Зөһрә БУРАҠАЕВА: Ҡу­райҙы тәүгә күргән, тәүгә ишеткән ке­шеләр бар ине. Уйнарға өйрә­тегеҙ, тип бөттөләр, заказ биреп үҙҙәренә эшләтеп алырға теләүселәр ҙә табылды.
Таңсулпан БУРАҠАЕВА: Хатта һатып алырға ла әҙерҙәр ине...
Мирас ИҘЕЛБАЕВ: Баш­ҡортос­танда 1940 йылға тиклем Салауат Юлаевтың ҡайҙа ебә­рел­гәнлеген бер кем дә белмәй. Ә уның исеме, үҙ сиратында, Ҡазандағы 1797 йылға тура килгән исемлектә була, был исемлек Өфөгә 40-сы йылдарҙа ғына килеп етә һәм халыҡ аҙмы-күпме хәбәрҙар була башлай. 1973 йыл­дың ғинуар айында Салауаттың вафат булған датаһы билдәле бу­ла, мәғлүмәт төрлө гәзиттәрҙә баҫылып сыға. Шунан һуң Пал­дис­киға юл асыла. Тәүҙә ғалим­дар, аҙаҡ яҙыусылар барып ҡай­та. Мәҫәлән, Ғәли Ибраһимов ул яҡтарға “Кинйә” романын яҙыр өсөн махсус рәүеш­тә сәфәр ҡыл­ды. 2003 йылда журналистар ҙур акция менән юлланды Эсто­ния­ға... Ғөмүмән, бөгөнгә тиклем Са­лауаттың һуңғы төйәгенә сәйә­хәттәр йыл да дауам итә. Эсто­нияға тап киноэкспедиция сиктә­рендә юлланыу иҫ киткес әһә­миәт­кә эйә, сөнки тап ошо юл батырыбыҙға ҡарата халыҡта ҡыҙыҡһыныу уята, Салауатты пропагандалау өсөн иң уңышлыһы ла.
Фәнил ҠОҘАҠАЕВ: Июль айында беҙҙең журналистар экспедицияһы менән барып ҡайт­ҡанға 15 йыл булды. Унан башҡа йылдарҙа ла беҙ күрше өлкә­ләр­ҙәге Салауат менән бәйле урын­дарға йыш сәфәр ҡылдыҡ: Пермь, Ырымбур, Свердловск өлкәләре, Татарстан... Сәйәхәт­тәребеҙҙең емеше булараҡ өс китап баҫылып сыҡты. Был эшебеҙ биш йыл рәттән дауам итте.
Фәрит ҒӘБИТОВ: Журналис­тар­ҙың экспедиция менән Эсто­нияға барып ҡайтыуы беҙгә йү­нәлеш бирҙе лә инде. Был, бер яҡтан, бик масштаблы проект булһа, икенсе яҡтан, ҙур яуап­лылыҡ бит ул. Шуға фәнни етәк­се­беҙ Мирас Хәмзә улының булыуы эште күпкә еңеләйтте, һәр һорау менән уға мөрәжәғәт иттек. Уның мәғлүмәтлелеге беҙгә ныҡ ярҙам итте, шуға ла Мирас Хәмзә улына бар төркөм исеменән рәхмәт.
Фәрит ҒӘБИТОВ: Ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, “Салауат бандит” ти­гән ҡарашты осратманыҡ. Ҡа­ла­ларҙың һәр береһендә беҙҙе ҡолас йәйеп ҡаршы алыусылар Салауат хаҡында хәбәрҙар булып сыҡты. Китапханаларҙа уға ар­нал­ған китаптарҙан торған күргәҙ­мәләр ҙә бар хатта. Рес­публи­кабыҙҙың Мәҙәниәт министр­лығына рәхмәт, ул һәр ҡалаға ал­дан хат ебәрҙе, шуға күрә һәр төбәктә беҙҙе ҡаршы алып, оҙатып йөрөүсе булды. Һәр китапханаға ла “Салауат хаҡында китап бармы?” тигән һорауыбыҙға ыңғай яуап ишеттек. Ми­ҫалға, китапханаға килеп ингән ҡатын­дан һорайбыҙ: “Салауатты белә­һегеҙме?” “Беләм”, – тип яуаплай. Тап ошондай экспедициялар – Салауатты мәңгеләштереүгә юл, тигән фекергә киләһең.
Фәрит ҒӘБИТОВ: Музыкаль номерҙар­ҙан, тамашасыларҙы башҡорт фильмдары менән таныштырыуҙан тыш, был сара­ларҙа күргәҙмә һәм йәрминкә лә эшләне.
Зөһрә БУРАҠАЕВА: Бында үҙебеҙҙең башҡорт эшҡыуарҙа­рының тауарҙарын халыҡҡа тәҡ­дим иттек: футболка, башҡорт мил­ли кейемендәге ҡурсаҡтар, Баш­ҡортос­та­ныбыҙҙы һынлан­дыр­ған сувенирҙар, бал, талҡан. Шулай итеп, беҙ һәр кемгә был саранан иҫтәлек алып ҡайтырға мөм­кинлек булдырҙыҡ. Ҡала һайын үткән сараларҙың үҙенә килгәндә, бында иң ҙур һәм ауыр йөк Таңсулпанға төшкәндер... Кино ла төшөрөргә, һәр кис һайын милли кейем кейеп, думбыра уйнап сарала ҡатнашырға ла кәрәк. Фильмдың тағы нәфис кино жанрына түгел, ә докумен­талистикаға ҡарауы эште ҡатмарлаштыра, әлбиттә. Мәҫәлән, ҡиммәтле мәғлүмәт бирә алған кеше килеп сыға икән, уны йүгереп барып төшөрөп алырға кәрәк, был мәлде махсус рәүештә яңынан ҡабатлап булмаясаҡ.
Шуныһын әйтеп үтергә кәрәк: экспедиция аҙағына яҡынлаш­ҡанда, беҙ үҙ-ара ныҡ ойоштоҡ, шул хәтлем берҙәмгә әүерелдек. Тағы бер тапҡыр барып ҡайтһаҡ, әрмеләге һалдаттар һымаҡ оҫтарыр инек (көлә – авт.).
Фәрит ҒӘБИТОВ: Әҙерлек мәленә йәнә әйләнеп ҡайтҡанда, был экспедицияла Таңсулпан режиссер ғына түгел, ә үҙен оҫта әйҙәүсе, лидер итеп тә танытты, сәфәргә әҙерләнгәндә лә ныҡыш­малылыҡ күрһәтте. Экспедиция сиктәрендә туҡталасаҡ ҡалалар менән алдан бәйләнешкә инеп, программаның һәр нескәлеген күҙ алдынан үткәргәнгә күрә, барыһы ла алдан уйланылғанса ыңғай барҙы. Кино төшөрөү процесында барыбыҙ ҙа уның етәксе­легендә йөрөнөк, сөнки Таң­сул­пан – режиссер, һәм был оло са­ра­быҙҙың, сәфәре­беҙҙең ҙур һө­ҙөмтәһе – фильм төшөрөү. Экс­педицияның икенсе маҡсаты – башҡорт кинема­тогра­фияһын пропагандалау, уның үҫешен күрһәтеү, шуға күрә һәр ҡалала үҙебеҙҙең башҡорт ре­жис­сер­ҙары Б. Йосопов, А. Йома­ғолов, А. Асҡаров, Т. Бураҡаева, Р. По­жи­даевтарҙың фильмдары тупланған дискылар бүләк иттек.
Зөһрә БУРАҠАЕВА: Владимир ҡалаһындағы осрашыуҙа гел йәштәр булды. Салауат Юлаев тураһындағы “Оран”ды бик ҡыҙыҡһынып ҡаранылар, сөнки ул ҡоро факттарға ғына ҡоролоп ҡалмай, һәр кемдең күңелендә хистәр буранын уята торған фильм, күбеһенең күҙҙәрендә йәш күренде. “Быға тиклем Салауат хаҡында ишеткәнебеҙ генә бар ине, бөтөнләй белмәгәнбеҙ бит уны”, – тип илап ҡараны улар.
Мирас ИҘЕЛБАЕВ: Маҡсатҡа ярашлы, беҙҙең иң ҙур эш – кино төшөрөү бурысы режиссер Таң­сулпан Бураҡаева менән оператор Илсур Ишәев, уның ярҙам­сыһы Наил Юлгилдиндың иңенә төштө. Көн фильм төшөрөү менән үтһә, уның ике сәғәт ярымы осра­шыуҙарға китә ине. Ун ике сәғәт, иртәнән кискә тиклем, улар һәр ерҙә Салауатҡа бәйле урын­дарҙы төшөрөү менән мәшғүл булды.
Зөһрә БУРАҠАЕВА: Псковта булды был хәл. Ҡала Кремле янында торабыҙ. Иҫ киткес һөй­көмлө бер егет килеп сыҡты бер заман. Мин уға ҡарап һоҡ­ланып торған арала, Мирас Хәмзә улы “Был ғилми хеҙмәткәр булыр­ға тейеш” тип һығымта яһарға ла өлгөрҙө. “Нисек уның тап ошо һөнәр эйәһе икәнен аңларға мөм­кин?” тигән һора­уыма “Күҙҙәре­нән” тип яуапланы. Егеттең үҙе­нән һораһаҡ, ысынлап та, Мирас Хәмзә улы хаҡ булып сыҡты. Ғөмүмән, ул булған урында гел генә кәрәкле кешеләр табылып тороу сәбәбенән беҙ уны “Фә­реш­тә Мирас Хәмзә улы” тип йө­рө­тә башланыҡ. Кәрәк кеше­ләр, кәрәк күренештәр, әйберҙәр ул бул­ған ерҙә бер урынға тупланған һымаҡ.
Таможняла булған хәл. Ҡы­лыс­тарҙы һәм уҡ-яндарҙы таможня хеҙмәткәрҙәре үткәрмәҫкә уйлай. Ә беҙ барыбыҙ ҙа тыныс­быҙ, сөнки юл дауамында бар проблемаларҙың да үҙенән-үҙе хәл ителеүенә күнегеп бөткәнбеҙ. Беҙҙе Салауат рухы үҙе ҡурсалап йөрөй, тимәк, барыһы ла яҡшы буласағына ышанабыҙ. Ысынлап та, бер ҡыҙ килеп сыҡты, хәлдең ниҙә икәнен һорашҡас, “минең әсәйем Стәрлетамаҡтан” тине һәм ҡоралдарҙы үткәрҙе.
Фәрит ҒӘБИТОВ: Тверь ҡала­һында экскурсияла йөрөй­бөҙ. Бер ваҡыт яҡында ғына йыр ишетелә: “Өфө йүкәләре...” Баҡтиһәң, үҙебеҙҙең Башҡортостан студенттары, Мәскәүҙә уҡып йөрөйҙәр, бында экскурсияға килгән икән.
Зөһрә БУРАҠАЕВА: Ысынлап та ҡыҙыҡ булды. Йырла­ғандарын ихлас видеоға төшөрөп киләләр, беҙҙе күрмәйҙәр әле. Ипләп кенә яндарына килдек тә йырҙы күтәреп алдыҡ: “Беҙҙең хаҡта әле...” Тәүҙә бер ни ҙә аңламанылар, аҙаҡ тертләп киттеләр хатта. Шулай танышып, Башҡорт­ос­тан флагы янында бергә фотоға төштөк.
Зөһрә БУРАҠАЕВА: Сәфә­ребеҙҙең тағы бер ҙур һөҙөмтәһе – Ҡазан, Чебоксар ҡалаларында урындағы Кинематографистар союзы менән һөйләшеүҙәр. Артабан бергә хеҙмәттәшлек итеүгә пландар ҡоролдо. Сыуаш-палестин дуҫ­лыҡ йәм­ғиәте вәкиле менән бик матур әңгәмә булды, ул беҙҙең менән килешеү төҙөргә тейеш. Алдағы кинофести­валдәрҙә беҙҙең башҡорт фильмдары ла ҡатнашасаҡ.
Фәрит ҒӘБИТОВ: Мәскәүҙәге “Госфильм” фондында булыуы­быҙ экспе­дициябыҙҙың тағы бер сағыу мәле булып иҫтә ҡалды. Был фонд донъяла иң ҙуры һа­нала, үҙендә миллиондан ашыу фильм һаҡлай. Унда беҙгә экскурсия ойошторҙо­лар, кинотаҫ­маларҙың нисек һаҡланыуы, нисек ҡайтанан тергеҙелеүе ха­ҡында һөйләнеләр, һәр беребеҙгә совет фильм­дары тупланған йыйынтыҡ бүләк иттеләр.
Зөһрә БУРАҠАЕВА: Сыуаш Республи­ка­һында ла беҙҙе иҫ китмәле йылы ҡаршы алдылар. Әмәлгә ҡалғандай, Чебоксар ҡалаһында үҙенсәлекле йәрминкә ойош­торолған мәлгә тура килдек. Һәр районға, ауылға Рәсәйҙең өлкә-республикалары бүлеп бирелгән, Малое Янгарчино ауылына Башҡортостан эләккән. “Ысын баш­ҡорттарҙы күрһендәр әле!” тип йәрминкәгә ихлас саҡырҙылар беҙҙе. Шуныһы оҡша­ны: унда туған сыуаш тел­дәре ныҡлы һаҡланған, оло йәштәгеләрҙең ҡайһылары русса йүнләп аңламай ҙа.
Беҙ сыуаш халҡына концерт әҙерләнек, Руслан ҡурайҙа уйнаны, Фәрит Фәтих улы “Перовский”ҙы бейене, Таңсулпан думбыра һәм бейеү менән сығыш яһаны, күмәк бейеү ҙә булды. Иң ҡыҙығы – Руслан тиҙ генә әҙер­ләнеп, ҡурайҙа сыуаш көйҙәрен дә башҡарҙы. Тамашасыларҙың быға иҫе китте. Араларында урындағы “Дуҫлыҡ күпере” ансамбле лә бар икән, инәйҙәр ҡурайға йыр менән ихлас ҡушылды.
Таңсулпан БУРАҠАЕВА: Фильмда ике сюжет һыҙығы бар: документаль һәм нәфис. Документаль өлөш өҫтөндә Мирас Хәмзә улы менән ҡыштан алып ентекле эш алып барҙыҡ, юл маршрутын төҙөнөк, туҡтаясаҡ ҡалалар менән бәйләнешкә индек, Салауат менән бәйле урындарҙы эҙләнек. Ҡайһы бер ерҙәргә сәфәр хатта осраҡлы рәүештә килеп сыҡты.
Фильмдың нәфис өлөшө ха­ҡын­да һүҙ йөрөткәндә, сюжет нигеҙенә Салауат менән Юлай­ҙың каторгаға юлланыуы, Рогервик ҡәлғәһендә үткән көндәре һалынған. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары Илдар Ғүмәров һәм Морат Рафиҡовты Эсто­ниялағы кадрҙар өсөн театрҙағы тынғыһыҙ эшенән, өс көнгә булһа ла, һорап алырға форсат тыуҙы. Улар Өфөнән Палдискиға тура самолет менән осто. Баҡһаң, актер­ҙар ҙа, таможня аша бығау­ҙарын үткәргәндә, ҡыйынлыҡ­тарға тарып бөткән булып сыҡты.
Шуныһы ҡыҙыҡлы: Рогервик ҡәлғәһе урынында, диңгеҙ ярында яңынан таш сығарыу эштәренә тотонғандар ине. Был беҙгә фильмда тотҡондарҙың таш сығарыу эшен сағылдырыу өсөн бик уңай­лы булды. Был таш өйөмдәре бул­ма­һа, төшөрә лә алмаҫ инек бит.
Костюмдарға килгәндә, реконструкция менән байтаҡ йылдар бергә хеҙмәттәшлек иткән Илдар Ғатауллин, тегеү эштәрен Сәимә Хәсәнова үҙ өҫтөнә алды.
Фильм ҙур экрандарға көҙ айҙарында сығасаҡ, Салауат Юлаевтың баҡыйлыҡҡа күскән көнө 26 сентябргә тип яҡынса тоҫмаллайбыҙ. Тулы метражлы кино булғас, республика буйлап прокат эшләргә лә уйлайбыҙ. Экспедицияға ингән ҡалаларҙа йә­шәүселәр фильмды күрһәтеү өсөн ҡабат саҡырып тора, бик бул­маһа, скайп-осрашыу ярҙа­мын­да фильмды ҡарарға ҙур теләк белдерҙеләр.
Зөһрә БУРАҠАЕВА: Палдиски тулы­һынса Салауат рухы менән һуғарылған. Беҙ йыш барып тамаҡ ялғаған тавернаның Галина исемле хужабикәһенә тиклем Салауат Юлаевҡа арнап шиғыр яҙған булып сыҡты. Ул беҙҙе ихлас ҡаршы алып ҡына ҡалманы, Салауат Юлаев хаҡында эстон­дарҙан быуындан быуынға тапшырылып килгән ҡайһы бер мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты, ҡайһы бер урындағы­лар фекере буйынса уның ҡәбере һаналған ерҙе лә алып барып күрһәтте. Акациялар уратып алған матур ғына урын икән. Гали­наның Андрей исемле кейәүе һәүәҫкәр рәссам булып сыҡты, уның ике һүрәте Салауат Юлаевҡа бағышланған.
Таңсулпан БУРАҠАЕВА: Салауаттың ҡәбере хаҡында һүҙ йөрөткәндә, халыҡ араһында ике фараз бар. Галинаның һөйләүе буйынса, каторгалағы тотҡондар үлгәс, барыһын да бер урынға, һаҙлыҡҡа, алып барып ауҙарған­дар. Аҙаҡ был урында сиркәү төҙөргә булғас, кеше һөйәктәре күп табыла. Ул беҙгә ошо урынды алып барып күрһәтте. Икенсе версияһын Галина легенда була­раҡ бәйән итте: Рогервик ҡәлғәһе урынында сирень ағас­тары бар, Салауат, бәлки, шул урында ерләнгәндер, тигән фараз йөрөй.
Зөһрә БУРАҠАЕВА: Ҡала буйлап сәфәр ҡылғанда бер сиркәү тирәһенә туҡталдыҡ. Уны тыштан ғына төшөрөп алырға йыйынған саҡта, оло йәштәрҙәге инәй килеп сығып, сиркәүҙе асты. Эскә үттек, үҙ-ара ла, уға ла Салауат хаҡында әле бер һүҙ ҙә әйтеп өлгөрмәнек, инәй батыр хаҡында үҙе һүҙ башланы.
Салауат Юлаев исемендәге урам, уның хаҡында тыуған яҡты өйрәнеү музейында булған мәғлү­мәттәр... Киләсәктә Баш­ҡортос­тан менән Палдиски ара­һын­да бәйләнештәр нығыр, тип уйлайым. Ошо йүнәлеш менән ҡыҙыҡ­һынған егет-ҡыҙҙар Баш­ҡорт­остан – Эстония автобус маршруты өҫтөндә ныҡлап эшкә лә тотонған.
Мирас ИҘЕЛБАЕВ: Тағы ла бер ҡыҙыҡлы, иғтибарҙы үҙенә йә­леп иткән күренеш: эстон хал­ҡы сиркәүҙәрҙә доға ҡылғанда баш­ҡа изге йәндәр менән бергә Са­ла­уаттың да исемен телгә ала икән.
Илсур ИШӘЕВ: Мирас Хәмзә улы беҙҙе Салауат хаҡында ысын документтар һаҡланған архивҡа алып барҙы. Документтарҙа Салауат Юлаевтың үлгән көнө яҙып ҡалдырылған, әммә ҡайҙа ерләнгәне күрһәтелмәгән.
“Салауат рухы беҙҙе ҡурса­лап йөрөттө” тинеләр киноэкспедиция вәкилдәре. Уйлап ҡараһаң, улар үҙҙәре лә был сәфәр, уның емеше булып тиҙҙән экрандарға сығасаҡ фильм менән Салауат рухын ҡурсалап ҡына ҡалманы, яңы бейеклеккә күтәрҙе бит.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Кәмәлек буйҙарында ҡунаҡта

Кәмәлек буйҙарында ҡунаҡта 31.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Һарытау башҡорттары хаҡында һөйләгән һайын һөйләге килә... “Функционально-структуральный метод П.Г....

Тотош уҡырға 186

Бөрйән балы – башҡорт даны!

Бөрйән балы – башҡорт даны! 24.08.2018 // Йәмғиәт / Башҡорт донъяһы

Бар донъяға танылыу яулаған Бөрйән балын кем генә белмәй икән? Һуңғы йылдарҙа ул райондың ғына...

Тотош уҡырға 151

ХӘТЕР ҘӘ, ХӨРМӘТ ТӘ, ӨМӨТ ТӘ

ХӘТЕР ҘӘ, ХӨРМӘТ ТӘ, ӨМӨТ ТӘ 16.08.2018 // Башҡорт донъяһы

...Кем машинала, кем йәйәүләп Бүжә тауы яғына ашыға. Ғүмәрҙәр өсөн бөгөн бында ҙур мәғәнәгә эйә...

Тотош уҡырға 546

100 йыллыҡҡа – 100 ҡурайсы

100 йыллыҡҡа – 100 ҡурайсы 10.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Күптән түгел йәмле Ирәндек буйында урынлашҡан “Йәйләү” лагерында Ҡурай байрамы булды. Уның нәҡ...

Тотош уҡырға 157

Ҡурай иленең өлгөһө

Ҡурай иленең өлгөһө 08.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Баймаҡ – таланттар төйәге, ҡурай иле, йырсылар, йыраусылар, сәсәндәр, шағирҙар, яҙыусылар үҫтергән...

Тотош уҡырға 194

Ҡомалаҡ икмәге тәмле!

Ҡомалаҡ икмәге тәмле! 03.08.2018 // Башҡорт донъяһы

Икмәк – бөтәһенә лә баш, ти халыҡ әйтеме. Ысынлап та, ҡабарып бешкән хуш еҫле әпәкәй – һәр табындың...

Тотош уҡырға 162

Буҙаның үҙ яйы бар...

Буҙаның үҙ яйы бар... 03.08.2018 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” гәзитенең 75-се һанында (2018 йыл, 29 июнь) “Инйәр ағинәйҙәренән өйрәнегеҙ” тигән...

Тотош уҡырға 148

Йылы усаҡ янында

Йылы усаҡ янында 27.07.2018 // Башҡорт донъяһы

Был ғаилә барыһына ла кәңәш бирә, ярҙам итә Улар күрше Ҡоръятмаҫ ауы­лынан. Ишетеп-күреп белһәм дә,...

Тотош уҡырға 201

“Мин – аҫаба башҡорт”

“Мин – аҫаба башҡорт” 27.07.2018 // Башҡорт донъяһы

Һамар өлкәһе уҙаманы Сынтимер Ғарифов шулай ти Икһеҙ-сикһеҙ даланы иңләп һалмаҡ ҡына аҡҡан Ырғыҙ...

Тотош уҡырға 185

Кинолағы мажара

Кинолағы мажара 27.07.2018 // Башҡорт донъяһы

Бала саҡ, йәшлек йылдарында ауылда кино күрһәткән миҙгелдәрҙе кем генә хәтерләмәй икән?! Хәҙер...

Тотош уҡырға 164

Ашҡынып барҙым Егән буйына – нәҫелдәрҙең рухи туйына

Ашҡынып барҙым Егән буйына – нәҫелдәрҙең рухи туйына 27.07.2018 // Башҡорт донъяһы

...Кемдеңдер йөҙөн сырамытам һымаҡ та, тик та­ный алмайым. Туҡта-туҡта. Был бит бер нисә класҡа...

Тотош уҡырға 175

Өҙә баҫа “Быҙыбыт”тар

Өҙә баҫа “Быҙыбыт”тар 27.07.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт / Башҡорт донъяһы

“Байыҡ” балалар республика бейеү конкурсында Красноусолдан “Быҙыбыт” ансамбле йыл да әүҙем...

Тотош уҡырға 188