Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Каруанһарайҙың яҡлаусылары

Улар изге ҡомартҡыны башҡортҡа ҡайтарҙы.

Юҡ, ул юғары белемле белгес тә түгел, әллә ниндәй мәртәбәле ерҙәрҙә лә эшләмәне, ябай ауыл ҡыҙы. Ырымбурҙа уҡып, урта белем алғандан һуң, Байзулла ағайға кейәүгә сығып, яҙмышына күнеп, ошо ерҙә йәшәп ҡалды. Үҙенең милләтенә ярҙам итергә теләгән милли рухлы кешегә юғары белем, дәрәжәле урындар, бәлки, мотлаҡ та түгелдер, әллә кем булып, ил тотҡаһымын тигән ирҙәрҙең дә ҡулынан килмәгән эштәрҙе башҡарыуын ул, бәлки, күҙ алдына ла килтермәгәндер.

Каруанһарай... Был исемде ишетеү менән, һәр башҡорттоң күңеле беҙҙең Ырымбурға ҡарай. Каруанһарайҙың тарихын белмәгән, ишетмәгән башҡорт юҡтыр, тип уйлайым. Тик бына ҡатмарлы замандарҙа изге мираҫыбыҙҙың ниндәй генә хәлдәргә тарығаны һәр кемгә лә мәғлүм булманы шул. Каруанһарайҙың исемен бер генә лә сүп-сар һүҙ менән бысратҡы килмәй. Каруанһарай һәр саҡ урынында торҙо, мәсете лә асыҡ булды, тик сит-ят тулып китте, баштары аҡса эшләргә генә ынтылған килмешәктәр хужа булып алғайны. Әлбиттә, ҙур конферен­цияларҙа, “түңәрәк өҫтәлдәр”ҙә Ырымбур өлкәһе башҡорттары, аҡ батшаның ризалығын алып, Каруанһара­йыбыҙҙы үҙ көсө менән һалыуы хаҡында һәр ваҡыт әйтә килде. Тик унда күбеһенсә йә үзбәк, йә урыҫ, йә чечен теле ишетелде – башҡорт һүҙе яңғыраманы. Ысын әйткәндә, барып йөрөргә лә күңел тартмай башлағайны...

Бына шундай ваҡыттарҙа кешенең асылы беленә икән. Йөрәктәре етеп, Гөлимә апай менән Байзулла ағай Йәнғәбиловтар милләт өсөн яныусылар булып сыҡты. Байзулла ағай – милиция полковнигы. Каруанһарай мәсетен йәнә башҡорттоҡо итер өсөн нисәмә ғауғалы йыйылыш үтеүен, башынан аҙағына хәтлем нисәмә документты барлауҙарын, ниндәй генә ҡәһәрле һүҙҙәр ишетеүҙәрен улар үҙҙәре генә белә. Ә инде ике-өс йыл рәттән судлашып йөрөүҙәре, ҡай­һылайтып ул ҡыйын­лыҡтарҙы йырып сығыуҙарын һорашһағыҙ – барыһы ла Гөлимә апайҙың ҡулындағы прото­колдарҙа.

Башҡорттоң мәҡәле бар: ашаған бел­мәй, тураған белә. Бына хәҙер Каруан­һарай мәсете – үҙебеҙҙеке. Барып кереү менән, бында килгәнебеҙгә ҡыуанып, йөҙө асылған олатай кеүек ҡаршылай хәҙер беҙҙе ул. Яңырып, йәшәреп китте – ниңә шулай булмаһын, көн һайын бөтә нужаһын ҡайғыртып торған кешеләре булғанға. Мәсетте ҡарар өсөн аҙ мәшәҡәт кәрәкме ни, айырыуса хәҙер, бар нәмә ҡыйбатлана барған заманда.

Талапсан, ҡайғыртыусан Гөлимә апай ҡул ҡаушырып ултыра торғандарҙан түгел – һәр нәмәгә аҡылы ла, көсө лә етә – күҙ теймәһен, иншаллаһ. Мине архив һаҡлаусы йә ҡарауылсы, йә иҙән йыуыусы тиһәгеҙ ҙә, үпкәм юҡ, ти хажиә Гөлимә апай. Эйе, ул хаж сәфәрен дә башҡарҙы. Аллаһ Тәғәлә үҙе уны ошо урынға тәғәйен­ләгәндер, күрәһең. Беҙҙең мәхәлләнең көсө лә, дәрте лә ул – Гөлимә апайыбыҙ.

Ырымбурҙа ғорур башын сөйөп,
Каруанһарай баҫҡан түренә,
Манаранан сикһеҙ далалары
Етмеш саҡрымдарға күренә.
Заманында башҡорт тейәгән
Каруанһарай ташын дөйәгә,
Башҡорт ғәйрәттәре һалынған
“Перовский” тигән бейеүгә.
Европаны Азияға бәйләй
Баш осонда торған фәрештә.
Уң ҡулдары булһа Себерҙәрҙә,
Һул ҡулдары – уның шәреҡтә.
Мосолмандың йәшел әләмдәре
Башҡортомдоң төҫө тейелгән,
Каруанһарай, һинең нигеҙеңә
Өфөләрҙең башы эйелгән.
Ырымбурым, хәтәр замандарҙа
Башҡортома булдың баш ҡала.
Алыштырмам башҡа шәһәрҙәргә,
Ҡыҙыҡтырмай мине башҡалар!
Был шиғырыма өҫтәп, ошо юлдарҙы яҙһам, бер ҙә яҙыҡ булмаҫ, тип уйлайым:
Каруанһарай, күп михнәттәр күреп,
Әйләнеп тә ҡайтты илемә!
Хәләл көсөн һалды Йәнғәбилдәр –
Байзуллаһы менән Гөлимә!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Мәскәү башҡорттары.  Улар ниндәй?
Мәскәү башҡорттары.  Улар ниндәй?

Мәскәү башҡорттары. Улар ниндәй? 11.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Мәскәүҙән ҡайтҡас, “Ашҡаҙар”ға һөйләшеүгә саҡырған яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатова миңә ошо һорауҙы бирҙе....

Тотош уҡырға 100

Свердловск башҡорттары йылды барлай

Свердловск башҡорттары йылды барлай 31.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Йылдың һуңғы көндәрендә Екатеринбургта йәшәгән милләттәштәребеҙ Свердловск өлкәһе милләт-ара...

Тотош уҡырға 86

Бөтә донъя башҡорттары йыйыласаҡ

Бөтә донъя башҡорттары йыйыласаҡ 22.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин Башҡортостандың 100...

Тотош уҡырға 142

Илһам төбәге – интернат

Илһам төбәге – интернат 21.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында асылған Сибай гимназия-интернатында осрашыуға байтаҡ халыҡ...

Тотош уҡырға 178

Бөткән ауылымды һағынам
Телебеҙгә, динебеҙгә тоғро ҡалайыҡ!

Телебеҙгә, динебеҙгә тоғро ҡалайыҡ! 18.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Мәҡәләмде әңгәмәсем, Ҡырҡөйлө-мең ырыуы башҡорттарының ҡор башы, ошо көндәрҙә 50 йәшлек ғүмер...

Тотош уҡырға 121

Башҡорт халыҡ йырын тыңлағанда!..

Башҡорт халыҡ йырын тыңлағанда!.. 18.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Күңел күтәренкелеге бүләк итте байрам....

Тотош уҡырға 138

“Тормошта әүҙемлек кәрәк”

“Тормошта әүҙемлек кәрәк” 05.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Сығымдар үҙен аҡлай. Рәсәй һәм Азия илдәре араһында мөнәсәбәттәр яҡшырған һуңғы осорҙа экзотик...

Тотош уҡырға 212

“Юлымды табыуыма шатмын”

“Юлымды табыуыма шатмын” 05.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Тыуған илен донъяға күрһәтмәксе. Айнур Асҡаров – йәш режиссер, “Өфөнән һөйөү менән”, “Еңмеш”,...

Тотош уҡырға 148

“Яҡташтарым менән тик үҙебеҙҙең телдә һөйләшәм”

“Яҡташтарым менән тик үҙебеҙҙең телдә һөйләшәм” 05.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Геройҙары ижадҡа этәргес бирә. – Әгәр үҙебеҙҙең телдә үҙебеҙ һөйләшмәһәк, кемгә кәрәк ул? – тип...

Тотош уҡырға 174

Башҡорттар хаҡында – “Bashkort 2.0”

Башҡорттар хаҡында – “Bashkort 2.0” 05.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Күптән түгел башҡорт йәмәғәтселеге ҡыуаныслы хәл кисерҙе: өр-яңы форматтағы “BASHKORT 2.0”...

Тотош уҡырға 233