Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бөткән ауылымды һағынам

Ҙур өмөт менән йәшәйбеҙ.

Йәнебеҙҙе ҡыйғаны шул:
Бөтөргәндәр ауылдарҙы.
Бөтөрһәләр ҙә ауылдарҙы,
Ҡоротмайыҡ тамырҙарҙы.
Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районында 1963 – 1965 йылдарҙа башҡорт ауылдары бөтөрөлгән. Иҫ китмәле матур тәбиғәте, эсәр һыуҙары булған ауылдар юҡҡа сыҡҡан. Әбелкин, Әптекәй, Әбделмән, Сыбыш, Мишәкәй, Ҡуйсан, Үртәй һәм башҡа ауылдар тарихта ғына ҡалды.

Мин Әбелкин ауылында 1956 йылда тыуғанмын. 1964 йылда Оло-Солтан тигән башҡорт ауылына күсеп киттек. Күптәр Преображенканы һайланы. Йылдар үтә торҙо, кендек ҡаны тамған ер үҙенекен итә икән ул. Беҙҙең быуын балалары ла етенсе тиҫтәне ваҡлай. Уйланым да, уйҙарымдың осона сыҡмай, бер ҡарарға килдем. Нисек инде ул беҙҙең тарих юҡҡа сығырға тейеш? Беҙ үҙебеҙҙең үткәндәрҙе, тамыр­ҙары­быҙҙы, йолаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, аш-һыуҙарыбыҙҙы, милли кейем­дәребеҙҙе һаҡлап, яҡлап ҡалырға бурыслы. Балаларыбыҙға, киләсәк быуыныбыҙға күрһәтеп, өйрәтеп ҡалырға тейешбеҙ.

2014 йылда телефон, интернет аша бәйләнешкә сығып, юҡ ауылымда Тажетдин ҡартатайымдың нигеҙендә ҡаҙандар аҫып, аштар бешереп, самауырҙар ҡайнатып аят уҡыттым. Туғандарым, ҡоҙа-ҡоҙа­салар бик ҙур ярҙам иттеләр, уларға рәхмәтлемен.

Киләсәктә лә, тура килгәндә, осрашып торорға тип һөйләштек. Һуңғы йылдарҙа юҡҡа сыҡҡан ауылдарға стела ҡуялар. Берен­селәрҙән булып стела 2017 йылда Бурлайғыр ауылында ҡалҡып сыҡты. Сыбыш, Мишәкәй һәм Әбелкин ауылдары әүҙемселәре ҡушылды. Үҙ көстәребеҙ менән хәлдән кил­гәнсә, аҡса йыйып, дәррәү тотондоҡ. Ил төкөрһә — күл була, тигән башҡорт мәҡәле бар, шулай итеп, тәүәккәллек еңде! Ҡалҡып сыҡҡан стелалар беҙҙең юҡҡа сыҡҡан ауылдарыбыҙҙың визиткаһы булып мәңгегә ҡаласаҡ. Дөрөҫ эшләнек тип уйлайым. Бигерәктә ир-заттың ярҙамы ҙур булды. Оло-Солтан ауылында йәшәгән 79 йәш­лек Марс Тажиев, Ғәбдрәшит Тажиев, Ғәбдрә­үеф Тажиев, 79 йәшлек Хәмит Тажиев ағайым, Исмәғилйән Ғәликәев, Фуат Ғәли­кәев Преображенка ауылынан. Әлбиттә, ауыл Советы рәйесе Закирйән Рамазанов атаһы Мәхмүт ағай.

1900 йылдарҙа был ерҙәрҙә Тажетдин ҡартатайым беренсе­ләрҙән булып килеп нигеҙ ҡорған. Тажетдин ҡартатайыбыҙ әүлиә булған. Инә­йемдең һөйләүе буйынса, Троиц­киҙан, Златоустан, Силәбенән дауа­ланырға килгән­дәр. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Һуғыш сыҡҡанда, инәйемә 13 йәш булған. Ҡатындар, балалар иңенә төшкән ауыл яҙмышы. Инәйем буйға бәлә­кәй булған. Һигеҙ саҡрым алыҫ­лыҡҡа көйәнтә менән иген ташы­ғандар, көйәнтә ергә тейеп бойҙай түгелә ине, эй, балаҡайҙарым, ҡыҙҙарым, тип баштан һыйпап көрһөнөп ҡуя ине бригадир бабай 15-16 йәшлек ҡыҙҙар тракторға ултырғанға, үгеҙ менән дә ер һөргәнгә ҡарап, тип хәтерләгәне иҫтә инәйемдең.
“Һуғыштан һуңғы йылдарҙа гектарынан” 60 центнер иген алға­ныбыҙ ҙа булды”, – тип һөйләй Марс ағайым.

Хәтерләүемсә, миңә сама менән биш йәш булғандыр, иртәнге сәғәт 5-тә Тажиев Хәмит ағайым свет бирә ине. Һөйләүҙәре буйынса, тракторҙың моторын ебәргән һәм тауышы ишетелеп торған. Ауы­лыбыҙҙа бер магазин, дүрт йыллыҡ мәктәп бар ине, һуңынан Оло-Солтанға йөрөп уҡыныҡ.
Бөгөн дә беҙ ҙур өмөттәр менән йәшәйбеҙ. Бөткән ауылдарыбыҙ яңы һулыш алып ҡалҡып сығыр тип. 60 центнер гектарынан уңыш алып, мал үрсетеп йәшәрбеҙ, ышанабыҙ. Амин, шулай булһын! Донъяларға тыныслыҡ, именлек, шатлыҡтар теләйем. Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәте киң, кем белә, киләсәктә, бәлки, халыҡ киреһенсә үҙенең юғалған, төпкөл ауылдарына ҡайтып йәшәр!..



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Мәскәү башҡорттары.  Улар ниндәй?

Мәскәү башҡорттары. Улар ниндәй? 11.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Мәскәүҙән ҡайтҡас, “Ашҡаҙар”ға һөйләшеүгә саҡырған яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатова миңә ошо һорауҙы бирҙе....

Тотош уҡырға 85

Свердловск башҡорттары йылды барлай

Свердловск башҡорттары йылды барлай 31.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Йылдың һуңғы көндәрендә Екатеринбургта йәшәгән милләттәштәребеҙ Свердловск өлкәһе милләт-ара...

Тотош уҡырға 81

Бөтә донъя башҡорттары йыйыласаҡ

Бөтә донъя башҡорттары йыйыласаҡ 22.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин Башҡортостандың 100...

Тотош уҡырға 134

Илһам төбәге – интернат

Илһам төбәге – интернат 21.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында асылған Сибай гимназия-интернатында осрашыуға байтаҡ халыҡ...

Тотош уҡырға 166

Телебеҙгә, динебеҙгә тоғро ҡалайыҡ!

Телебеҙгә, динебеҙгә тоғро ҡалайыҡ! 18.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Мәҡәләмде әңгәмәсем, Ҡырҡөйлө-мең ырыуы башҡорттарының ҡор башы, ошо көндәрҙә 50 йәшлек ғүмер...

Тотош уҡырға 114

Башҡорт халыҡ йырын тыңлағанда!..

Башҡорт халыҡ йырын тыңлағанда!.. 18.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Күңел күтәренкелеге бүләк итте байрам....

Тотош уҡырға 131

Каруанһарайҙың яҡлаусылары

Каруанһарайҙың яҡлаусылары 14.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Улар изге ҡомартҡыны башҡортҡа ҡайтарҙы....

Тотош уҡырға 261

“Тормошта әүҙемлек кәрәк”

“Тормошта әүҙемлек кәрәк” 05.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Сығымдар үҙен аҡлай. Рәсәй һәм Азия илдәре араһында мөнәсәбәттәр яҡшырған һуңғы осорҙа экзотик...

Тотош уҡырға 205

“Юлымды табыуыма шатмын”

“Юлымды табыуыма шатмын” 05.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Тыуған илен донъяға күрһәтмәксе. Айнур Асҡаров – йәш режиссер, “Өфөнән һөйөү менән”, “Еңмеш”,...

Тотош уҡырға 142

“Яҡташтарым менән тик үҙебеҙҙең телдә һөйләшәм”

“Яҡташтарым менән тик үҙебеҙҙең телдә һөйләшәм” 05.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Геройҙары ижадҡа этәргес бирә. – Әгәр үҙебеҙҙең телдә үҙебеҙ һөйләшмәһәк, кемгә кәрәк ул? – тип...

Тотош уҡырға 171

Башҡорттар хаҡында – “Bashkort 2.0”

Башҡорттар хаҡында – “Bashkort 2.0” 05.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Күптән түгел башҡорт йәмәғәтселеге ҡыуаныслы хәл кисерҙе: өр-яңы форматтағы “BASHKORT 2.0”...

Тотош уҡырға 229

Башҡорттар – тау эшенә нигеҙ һалыусылар

Башҡорттар – тау эшенә нигеҙ һалыусылар 20.11.2018 // Башҡорт донъяһы

Свердловск өлкәһе башҡорттары аҫаба халыҡ булыуын иҫбатлап, төрлө саралар ойоштора. Свердловск...

Тотош уҡырға 169